«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАҺАЛАП БӨТКӨҺӨҘ ХАЗИНА - УЛ ТУҒАН ТЕЛЕБЕҘ!
+  - 


Биш йыл элек гәзитебеҙҙә "Өфө башҡорто" рубрикаһын асып ебәргәйнек. Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан ул рубрикала сығыш яһаған геройҙарҙың башҡорт теле тураһындағы фекерҙәренә тағы ла бер байҡау яһарға булдыҡ. Ғөмүмән, Өфө башҡорттары башҡортса һөйләшәме?

Азамат РӘХИМҠОЛОВ, Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты:
Ҡалала тыуһам да, өйҙә атай-әсәйем тик башҡортса ғына һөйләште. Атайым Шуға бала саҡта мин хатта башҡа милләттәр бар икәнен башыма ла индермәнем. Бәхеткә күрәме икән, мин бер көн дә балалар баҡсаһына йөрөмәнем. Ул ваҡытта ҡалала башҡорт балалар баҡсалары ла юҡ ине. Башҡортса белеүем, үҙемде башҡорт итеп тойоуым менән, тәү сиратта, өләсәйемә рәхмәтлемен, сөнки атай-әсәй һәр саҡ эштә, күберәген өйҙә өләсәй менән икәүләп кенә донъя көтәбеҙ. Бөгөн өләсәй-олатай тәрбиәһе булмауы ла балаларҙың башҡорт телен белмәүенә йоғонто яһай, тип уйлайым. Сөнки ейән-ейәнсәрҙәренә әкиәттәр һөйләп, уларға бала саҡтан әсә теленең матурлығын, мөһимлеген һеңдереүсе олатай-өләсәйҙәр юҡ, уларҙы телевизор, смартфон-планшеттар һәм интернет селтәре алмаштыра.

Рауил ӨМӨТБАЕВ, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесенең экс-ярҙамсы-кәңәшсеһе, хаҡлы ялда: Мин уҡыған йылдарҙа Өфөлә бөтөнләй башҡорт мәктәптәре булмаһа ла, атайым Рамазан Өмөтбаевҡа ғүмер буйы рәхмәтлемен, сөнки өйҙә аралашыу тик башҡорт телендә генә барҙы, телем дә башҡортса асылды һәм ул ғүмергә минең туған телем булып ҡалды. Һуңынан рус телле балалар баҡсаһына йөрөргә тура килде, әммә ул минең өйрәнгән икенсе телем ине. Алты йәшемдән атайым "Башҡортостан пионеры" гәзитен алдырҙы, шул баҫманы уҡып үҫтем. Туған телгә булған ихтирам, һөйөү миңә ата-әсәм ҡаны аша һеңгәндер. Һуңынан инде, үҙ аллы тормош көтә башлағас, үҙемде һынап ҡарау өсөн башҡорт телендә сыҡҡан барлыҡ гәзит-журналдарҙы алдырҙым, "Ағиҙел" журналын энәһенән-ебенә тиклем уҡып сыға торғайным. Хатта ундағы ҡайһы бер мәҡәләләр оҡшамаһа ла, күңелем ятмаһа ла, уҡып бөтөргә үҙемдә көс таба инем. Бөгөн ҡала мәктәптәрендә генә түгел, ауылдарҙа ла башҡортса уҡытыу бөтөп бара. Ҡалаларҙа башҡа милләттәр башҡорт теле икенсе телдәрҙе уҡытыу ваҡытын ала, тигән төрлө сығыштар йыш ишетелә. Кешенең телдәрҙе өйрәнеү мөмкинлеге лә сикһеҙ һәм һәр кеше үҙ телен яҡшы белһен өсөн ул даими рәүештә шул телдә китапмы, гәзит-журналмы уҡырға һәм аралашырға тейеш.

Гөлнәзирә ЙӘНТҮРИНА, психолог, педагогия фәндәре кандидаты: Минең бала сағым бай һәм сағыу хәтирәләргә тулы, сөнки атай-әсәйем театрҙарға, башҡа мәҙәни, шулай уҡ төрлө сараларға йөрөргә яратты. Шуға күрә, беҙ бала саҡта уҡ тулы мәҙәни программа күреп, шул мөхиттә ҡайнап үҫтек. "Мираҫ" коллективында бейеү менән етди шөғөлләндем. Иң сағыу хәтирәләрем ғаилә менән бәйле. Һәр ял көндәре өйөбөҙҙә ғаилә концерттары үтте. Атайым, республикала билдәле шәхес, биология фәндәре докторы Сәфәрғәли Йәнтүрин һәм ағайым Урал - ҡурайҙа, әсәйем Вилүрә Зиннәт ҡыҙы мандолинала уйнай, ә мин бейейем, төрлө күренештәрҙе сәхнәләштерәм, пародиялар яһайым. Атайым халыҡ йырҙарын өйрәтә. Беҙ йыш ҡына ғаилә ансамбле менән төрлө сәхнәләрҙә, телевидениела сығыш яһай инек. Өйҙә тик башҡортса ғына һөйләштек һәм был традиция әлегәсә дауам итә. Атай-әсәйем телгә, милли мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләй алған һәм шуға ла ағайым да, мин дә, һеңлем дә, ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, барыбер ҙә илһөйәр, телһөйәр булып ҡалабыҙ.

Миләүшә ИҘРИСОВА, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре: Атайым Абрар Ғабдрахманов менән әсәйем Нажиә Аллаярова студенттар булып, береһе Өфөлә, икенсеһе Мәскәүҙә юғары белем алған саҡта, мин ете йәшемә тиклем олатай-өләсәй һәм атай-әсәй араһында йөрөнөм. Күберәген ауылда булдым. Шуға ла асылым тас ауылса минең - олатай-өләсәй тәрбиәһе. Ә бит ул заманда ҙур ҡалала башҡортлоҡто һаҡлап алып ҡалыу бик ауыр булған. Рухлы, моңло, аҡыллы, изге күңелле олатайым менән өләсәйем ҡарамағында тәрбиәләнеүем, әлбиттә, минең өсөн бәхет булған инде ул...
Атайым оҙаҡ йылдар Башҡортостан радиоһында эшләне һәм радио тыңлау беҙҙең тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшө булды. Иртәнсәк тә, төшкө ашҡа ҡайтҡанда ла, ял көндәрендә лә ул радионы ҡолағынан ысҡындырмай, тыңлап, фекерләп, анализлап йөрөй. Үҙем башта телевидениела, унан радиола эшләй башлағас, бына ошо мөхиттең, ошо һабаҡтарҙың күңелемә һеңдерелеүенә һөйөнөп бөтә алманым. Сөнки минең өсөн бында барыһы ла таныш, яҡын ине. Бөтөн музыкаль тәьҫораттар, сәнғәт әҫәрҙәре, әҙәби мираҫ мейегә һеңә барған. Теҙә китһәң, атайымдан, әсәйемдән өйрәнгән, отҡан, мираҫ итеп алған аң-белем, тәжрибә-кәңәш етерлек ул. Йомғаҡлап әйткәндә, миңә улар иң мөһиме - милли рух тойғоһон һеңдерә килгән. Бөгөн ҡала ерлегендә ошо милли аманатты һаҡлауҙың юлы бер генә - ғаиләлә башҡортса һөйләшеү, башҡортса йәшәү. Балаларым менән русса һөйләшеп китһәм, атайым: "Һин дә башҡортса һөйләшмәһәң, уларға бер кем дә туған телен өйрәтмәйәсәк", - тип һәр ваҡыт иҫкәртеп торҙо. Беҙҙә башҡорт мөхите йәшәй: туған телдә һөйләшеү-аралашыу, ҡунаҡ килһә - башҡортса һыйлау, балаларҙың башҡортса концерттарын ойоштороу ғәҙәткә ингән. Хәҙер ейәндәрҙе лә шул матур тәртиптә тәрбиәләге килә. Балаға бит милли үҙаң, рух туған тел һәм моң менән инә. Был рухи байлыҡты башҡа бер ниндәй белем дә йәки өйрәтеү ҙә алмаштыра алмай. Үҙ теленә, туған мәҙәниәтенә битараф ата-әсә үҙ балаларын ошо хазинанан үҙ теләге менән мәхрүм итә, уларҙы рухи фәҡирлеккә дусар итә, маңҡорт яһай...

Марат ҒӘЗИЗОВ, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары: Ҡалала йәшәһәк тә, йәй һайын мөмкинлек сығыу менән әсәйҙең тыуған яҡтарына, уның өлкән ағаһы йәшәгән Йәнтеш ауылына ҡайтып йөрөнөм. Ул яҡтарҙы яҡшы беләм, йәй һайын бала сағым Һаҡмар буйы тәбиғәтенә һоҡланып, бесән сабышып үтте, тип әйтә алам. Өйҙә лә, ауылда ла тик башҡортса аралашҡас, мәктәпкә барғанға тиклем рус теленә ҡарағанда башҡортса яҡшыраҡ һөйләшә инем. Белем биреү рус телендә алып барылған 100-сө мәктәптә уҡыным. Заманы шундай ине бит: беҙҙең башҡорт мөхите ғаилә һәм ауыл менән сикләнде. Хатта уҡыу йылдарында, ҡыҙыҡһынып, класс журналын ҡарағанда 42 бала араһынан 4 кенә башҡорт булыуын белдем.
Милләт-ара аралашыу теле, тип, ул ваҡытта балаларына күберәк рус телен өйрәтергә тырыштылар. Әммә мин тел проблемаһын тойманым, сөнки өйҙә тик туған телдә һөйләштек. Өләсәй боронғоларҙы, үҙе күргән-кисергәндәрҙе, Ҡөрьән тәфсирҙәрен һөйләй, таҡмаҡ та әйтеп ебәрә торғайны. Ә бына әсәйемдең Аҡъяр эргәһендәге Ҡараһыу ауылында йәшәгән өлкән апаһы Фирҙәүес Тапаҡова башҡорт фольклорын бик яҡшы белде, хәтерендәге меңләгән таҡмаҡ араһынан, кәрәклеһен мәлен, урынын тура килтереп, әйтеп ҡуя ине. Уның таҡмаҡтары төпһөҙ инеш кеүек, урғылып сығып торҙо. Ошондай мөхиттең дә йоғонтоһо булғандыр инде миңә.

Вячеслав ГОЛОВ, "Вечерняя Уфа" гәзитенең баш мөхәррире: Ҡала балаһы булһам да, өйҙә гел башҡортса һөйләшеп үҫтем, атайым да телде беҙҙең менән бергә өйрәнде. Өләсәйем килһә, ул русса белмәгәс, гел башҡорт телендә аралаша торғайныҡ. Шуға ла башҡорт телен өйрәтеп, башҡорт мәҙәниәте донъяһына ылыҡтырып, уға һөйөү тәрбиәләп үҫтергән атайым Николай Головҡа һәм әсәйем Мәғфирә Ғәлиеваға бик рәхмәтлемен. Башҡорт кешеһе, һис шикһеҙ, балаһын бишектән башҡортса һөйләштереп үҫтерергә һәм мәктәптә лә уҡытырға тейеш. Башҡа милләт вәкилдәренә лә, Башҡортостанда йәшәгәс, республикаға нигеҙ һалыусы милләткә хөрмәт йөҙөнән, аралашыу һәм араларҙы яҡынайтыу маҡсатында икмәк-тоҙлоҡ булһа ла икенсе дәүләт телен шулай уҡ өйрәнеү фарыз. Халыҡтың байлығы алтын-көмөш түгел, уның иң ҙур байлығы - теле, рухи ҡомартҡылары. Үҙ иркегеҙ менән ошо баһалап бөткөһөҙ хазинанан баш тартмағыҙ!

Неля ҒӘЙНЕТДИНОВА, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡтың баш белгес-эксперты: Уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, нигеҙҙә, ғаиләлә өйрәнелде. Каникулдар ауылда үтте. Олатай-өләсәйемә телде өйрәткәндәре өсөн әле лә рәхмәтлемен. Өләсәйем мине башҡортса, ғәрәпсә яҙырға өйрәтте, хаттарҙы башҡортса яҙыша инек, ул шулай итеп башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныуымды төрлөсә хупларға тырышты. Уларҙан миңә башҡорттарға ҡағылышлы бөтөн нәмәгә - ғөрөф-ғәҙәттәргә, тәрбиәгә, әсәйем Тамара Ғәниеванан башҡорт әҙәбиәтенә, мәғлүмәтте насар-яҡшыға айыра белеүгә, аралашыуға һөйөү күскән. Өйөбөҙҙә авторҙарҙың автографтары ҡуйылған китаптар һаҡланды, шуға ла рус классиктары менән бер рәттән, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Ҡәҙим Аралбаев, Рауил Бикбаев, Ғәлим Хисамов, Рәшит Солтангәрәев, Факиһа Туғыҙбаева, Таңһылыу Ҡарамышева һәм әсәйемдең башҡа бик күп дуҫтары, арҡаҙаш яҙыусыларының китаптарын ҡабат-ҡабат уҡыным. Улар беҙгә бик йыш ҡунаҡҡа килә, бергәләп сәй эсәләр, аш бүлмәһендә яңы, әле бер ҡайҙа ла баҫылмаған шиғырҙарын, проза әҫәрҙәре өҙөктәрен бер-береһенә уҡыйҙар ине. Йәш яҙыусылар, минең тиңдәштәрем дә әсәйемә тартылды, ул йәштәр менән дә белемен һәм тәжрибәһен кинәнеп бүлеште. Мин ҡәләмдәш дуҫтарымдың ижады баһаланғанда тыңлаусы булып ҡына ултырманым, ә фекер алышыуҙарҙа, бәхәстәрҙә лә ҡатнашып, үҙ һүҙемде әйтә инем. Шуға күрә, башҡорт шиғриәтенә, әҙәбиәтенә һөйөү миңә әсә һөтө менән күскән, тип әйтә алам. Миңә туған тел һулар һауа кеүек кәрәк, уның аша мин халҡымдың күңелен аңлайым, ул - минең милләтемде билдәләүсе, миңә йәшәү һуты биреп торған тамыр. Шуға күрә һәр ғаиләлә телде өйрәнеү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылырға, ә белем биреү системаһы быға ярҙам итергә тейеш, тип уйлайым.

Искәндәр СӘЙЕТБАТТАЛОВ, филология фәндәре кандидаты: Атай-әсәйем икеһе лә Өфөлә үҫкәнлектән, туған телде тик көнкүрештә ҡулланырлыҡ кимәлдә үҙләштергән. Мин 2-се синыфҡа тиклем башҡортса бөтөнләй аралашмай инем. Һигеҙ йәшемдә әсәйем мине өйөбөҙҙөң эргәһендә генә асылған яңы 144-се Башҡорт гимназияһына уҡырға бирергә ҡарар итте, башҡорт телен шунда ғына өйрәндем. Башҡортса уҡыу ҡыйын булды, тик ваҡыт үтеү менән - 13-14 йәшемә, кеше аңларлыҡ итеп һөйләшә башланым. Өлкән синыфтарҙа тағы ла мәктәпте алмаштырырға тура килде һәм унда башҡорт теле бары тик дәүләт теле булараҡ ҡына уҡытылды. Башҡорт мәктәбенән килгәс, башҡорт теленән олимпиадаларҙа ҡатнашып, беренсе урындар алып йөрөнөм. Әммә бөгөн дә башҡортса иркен һөйләшәм.

Диана ЗАКИРОВА, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы: Ғаиләләге балаларҙың барыһы ла Өфөнөң 20-се башҡорт мәктәбендә белем алдыҡ. Өйҙә бәләкәйҙән башҡортса һөйләштек, йәй ваҡытында Ғафури районының Яугилде ауылына ҡайта торғайныҡ. Бала саҡта инәйем һөйләгән "Саҡ-Суҡ" бәйетен илап, Туҡайҙың "Һыу инәһе"н иҫебеҙ китеп тыңлай инек. Инәйем шиғырҙарҙы ла матур итеп, үҙәккә үткәрерлек итеп һөйләне, йырға ла оҫта булды. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙгә, тегене уҡығыҙ, быны уҡығыҙ, тип тылҡып тороусы булманы. Өйҙәге ҙур китапханалағы китаптарҙы һәр беребеҙ үҙ ваҡыты, үҙ теләге менән уҡый башланы. Китаптарҙан тыш, һәр саҡ бер ҡосаҡ гәзит-журнал алдырҙыҡ.


"Киске Өфө" гәзите, №7, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.02.22 | Ҡаралған: 242

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru