«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛАР - ШАЙМОРАТОВСЫЛАР!
+  - 

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының һәм 1-се, 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияларҙың 6-7-се класс уҡыусылары шайморатовсылар сафына алынды. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Республика етәксеһе йәш шайморатовсылар Ватанды һаҡлаусыларҙың традицияһын дауам итәсәгенә ышаныс белдерҙе. "Герой исемен йөрөткән кластар республиканың бик күп мәктәбендә асыласаҡ. "Шайморатовсы" булыу - маҡтаулы. Шайморатовсы символы булған форма кейеү хоҡуғын алғас, һеҙгә легендар командир иҫтәлегенә лайыҡлы, республиканың һәм илдең ысын патриоты булыу яуаплылығы йөкмәтелә. "Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!" тигән беҙҙең девизға тоғро булығыҙ. Аныҡ эштәр менән иҫбатлағыҙ", - тине республика Башлығы.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге 29-сы махсус тәғәйенләнештәге эске ғәскәрҙәр отряды төркөм командиры урынбаҫары Максим Пенчук был саралағы тантаналы ант уҡыусыларға айырым бурыстар һалыуын билдәләне. "Шайморатовсылар" кластарында уҡыусыларҙы Ватандың илһөйәре, тоғролоҡло, тәрбиәле, хәрби намыҫ һәм юғары выжданлылыҡ рухында әҙерләйҙәр. Мәктәбегеҙ, яугир шайморатовсылар традицияларына тоғро булығыҙ. Махсус тәғәйенләнештәге беҙҙең отрядтың девизын иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ: "Беҙгә ҡаршы булғандар түгел, ә беҙҙең менән кем - шул мөһим. Киләсәктә һеҙҙең погон кейеүегеҙ мөһим түгел. Илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булыуығыҙ мөһим. Киләсәктә кем Рәсәй Федерацияһының Милли гвардияһы ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәтен дауам итергә теләй, Шайморатов исемендәге отрядҡа өҫтөнлөклө тәртиптә ҡабул ителәсәк", - тине Максим Пенчук һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы күсермәһен "шайморатовсылар" класына тапшырҙы.
"Әлеге ваҡытта "шайморатовсылар класы" стандартын булдырыу буйынса эшләйбеҙ. Унда айырым талаптар булырға тейеш: иң беренсе уҡыу, кластан тыш эш, илһөйәрлек тәрбиәһе, физик әҙерлек. Был стандартҡа тура килеү еңел булмаясаҡ. "Шайморатовсы" исемен яулап алырға, лайыҡ булырға кәрәк. Беҙ күптәргә ышаныс бирәсәкбеҙ, күп мәктәп әле үк теләк белдерә. Полилингваль мәктәптәрҙе йәлеп итеп, бик яҡшы эшләнде. Бындай ҡарарҙарҙа улар локомотив кеүек. Тиҙҙән Стәрлетамаҡ полилингваль гимназия ла, Урал аръяғы мәктәптәре лә инер, тип уйлайым", - тип йомғаҡлау һүҙен әйтте Радий Хәбиров.
Балалар "йәш шайморатовсылар" анты бирҙе, башҡорт һәм урыҫ телдәрендә "Шайморатов генерал" йырын башҡарҙы.

Әйткәндәй, РФ Геройы генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге кластар Башҡортостан мәктәптәрендә 2020 йылда асыла башланы. Былтырғы уҡыу йылында 3 класс асылды, уларҙа 62 уҡыусы "шайморатовсы" булды. 2021-2022 уҡыу йылында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты һәм 1-се 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияларҙа тағы 4 класс асылды, уларҙа 120 бала уҡый. "Шайморатовсы" кластарына математика, урыҫ теле, тарих буйынса яҡшы билдәләргә уҡыған, һаулыҡ торошо буйынса спорттың хәрби-ғәмәли төрҙәренә яраҡлы булған уҡыусылар ҡабул ителә. Унда "тулы көн" режимында белем алалар. Уҡытыу сит һәм башҡорт телдәрен, спорт һәм башланғыс хәрби әҙерлек фәндәрен ныҡлы өйрәнеү программаһы буйынса алып барыла. Тарих, математика, физика, инглиз һәм башҡорт телдәре профилле уҡытыла. "Шайморатовсылар" класында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалеристары батырлығы өлгөһөндә ил тарихына ихтирам, Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ, илһөйәрлек тәрбиәләү, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр формалаштырыу йүнәлешендә системалы эш алып барыла.

Азат ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.02.22 | Ҡаралған: 273

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru