«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАКОНДАР ХАЛЫҠ ИХТЫЯЖЫНАН СЫҒЫП ТЫУА
+  - 


Финансистарҙың беренсе кварталда отчет биреүенә күнегеп бөткәнбеҙ инде, ә бына депутаттарҙың социаль селтәрҙә генә түгел, рәсми рәүештә киң мәғлүмәт сараларын йыйып, үҙ һайлаусылары алдында отчет тотоуына һаман күнегеп китеп булмай, сөнки ундайҙар бик һирәк. Был бигерәк тә Башҡортостандан РФ Дәүләт Думаһына һайланған депутаттарға ҡағыла. Зариф Байғусҡаров иһә бер нисә йыл рәттән инде яңы йылды отчет биреүҙән һәм киләсәккә пландары менән таныштырыуҙан башлай. Ошо көндәрҙә ул тағы ла "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына журналистарҙы йыйҙы.

Тәү сиратта Зариф Закир улы үҙенең эшмәкәрлегенә байҡау яһаны, закон проекттарының тап халыҡ менән осрашыуҙарҙан һуң, уларҙың ихтыяжынан сығып тыуыуын билдәләне. Ҡайһы берҙә урындарҙа ҡануниәтте тейешенсә аңламауҙарын һәм еренә еткереп үтәмәүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡабатлағандан доға иҫкермәй, шуға был законды һәм башҡаларын тағы бер ҡат иҫкә төшөрөп үтәйек.
Мәҫәлән, лапы (валежник) тураһындағы ҡануниәт буйынса, тәбиғәт ғәрәсәтенән һуң ҡолаған ағастар ҙа ошо ҡанунға тап килә һәм уларҙы ауыл халҡы бер ниндәй түләүҙәрһеҙ, ҡаршылыҡһыҙ үҙ мәнфәғәте өсөн алып ҡайта ала. Әммә ҡайһы бер урындарҙа урман хужалығы ойошмалары ундай ағастарҙы халыҡҡа биреүгә ҡаршы. Ләкин был закон менән нығытылған һәм халыҡ мәнфәғәтен төп урынға ҡуя. Зариф Закир улы был темаға бәйле бер миҫал килтереп үтте: былтыр Бөрйән районында ғәрәсәттән һуң 500 кубометр самаһы ағас ҡолай һәм ауыл халҡы уларҙы йыйып, биләмәлә спорт комплексы төҙөргә уйлай, әммә урындағы урман хужалығы ойошмаһы быға ҡаршы сыға, йәнәһе лә, был ағастар лапы түгел һәм уларҙы хужалыҡ мәнфәғәтендә ҡулланырға ярамай йәки түләп алырға кәрәк. Халыҡ Зариф Закир улына мөрәжәғәт иткәндән һуң мәсьәлә законға ярашлы, уларҙың файҙаһына хәл ителә. Ахырҙа шундай фекер тыуа: закондар халыҡ мәнфәғәтен күҙаллаһа ла, урындағы бәләкәй һәм ҙур "тәхеттә" ултырыусылар улар менән ныҡлап танышмай, йә халыҡ мәнфәғәтендә эшләргә теләмәй. Һәм бындай күренеш менән аҙым һайын осрашырға мөмкин. Ярай ҙа һәр ерҙә үҙ депутаттарын белеп, уға мөрәжәғәт итһәләр, ҡайһы төбәктәрҙә хатта уларҙы һайлау ваҡытында ғына күрәләр бит...
Зариф Байғусҡаров белдереүенсә, уҙған саҡырылышта ул ингән комитет барлығы 35 закон проектын тәҡдим иткән, шуларҙың 26-һы ҡабул ителгән һәм ғәмәлдә. Быйыл 1 ғинуарҙан иһә алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән "кәкүк" атайҙар һәм әсәйҙәргә талаптар ҡәтғиләштерелә. Шулай уҡ балаларға, пенсионерҙарға, курсанттарға бер тапҡыр бирелә торған пособиелар түләү тураһында закон көсөнә инде. Улар арест һалыныуҙан азат. Һәм тағы. Әгәр суд ҡарары булһа, коммуналь түләүҙәргә сығымдарға субсидия биреләсәк.
1 февралдән кредит түләү өсөн эш хаҡынан һәм пенсиянан минималь йәшәү кимәле күләмендәге сумманы (13793 һум), хатта суд ҡарары булған осраҡта ла, тотоп ҡалыу тыйыла. Был тыйыу алимент түләүҙәренә, милеккә зыян килтереү осраҡтарында ҡулланылмай. Минималь йәшәү кимәле суммаһын һаҡлап ҡалыу өсөн суд приставтарына йәки туранан-тура банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр ғаиләлә балиғ булмаған йә инвалид бала бар икән, тейелгеһеҙ сумма күләмен шулай уҡ суд приставтарына һәм банкка мөрәжәғәт итеп арттырырға мөмкин. Суд приставтары ғаризаға ярашлы ҡарар сығара. Ғаризаны шәхсән үҙең барып түгел, ә электрон рәүештә йәки "Госуслуги" порталы аша ебәрергә мөмкин. Шулай уҡ 1 ғинуарҙан пенсиялар 8,6 процентҡа артты, әммә ғинуарҙа пенсионерҙар 5,9 процентҡа индексацияланған пенсия алғас, февралдә улар 5,9 һәм 8,6 процент араһындағы айырманы ла өҫтәп аласаҡ. Быйыл уртаса пенсия 18984 һум тәшкил итә. Артабан, ил Конституцияһына ярашлы, пенсия күләме йыл һайын инфляция күләменә ҡарап индексацияланасаҡ.
Зариф Закир улы белдереүенсә, быйыл 18 йәшкә тиклемге ике йәки унан күберәк үҫмерҙе мыҫҡыл иткән, уларға ҡарата енси ғәмәл ҡылғандан һуң үлтергән йәки уның сәләмәтлегенә зыян килтергән педофилдарҙы ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеү тураһында закон проекты ҡарала. Шулай уҡ һуғыш суҡмарҙарын ҡәтғи яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн РФ Енәйәт кодексының 116-сы статьяһына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителгән. Сөнки бер тапҡыр кеше туҡмап, административ яуаплылыҡҡа тарттырылғандар һуңынан енәйәт яуаплылығына тарттырылып, аҙаҡ тағы ла ҡулына ирек бирһә, уға ҡабаттан административ яуаплылыҡ ҡына ҡаралған. Үҙгәрештәр ҡабул ителһә, һуғыш суҡмарҙарына яза ҡатыраҡ буласаҡ. Хәҙер төҫлө һәм ҡара металды йыйыусыларға ла айырым тәртипкә буйһонорға тура киләсәк, сөнки ауылдарҙа ғына түгел, ҡалаларҙа ла шәхси хужалыҡтарҙан, баҡсаларҙан металл урлау осраҡтары йышайҙы. Әммә бурҙарҙы тотоуы еңел түгел, сөнки металл ҡабул итеү пункттарында улар менән берәү ҙә яҙма килешеү төҙөмәй, иҫәп алып бармай һәм ҡулаҡса менән иҫәпләшә. Полиция хеҙмәткәрҙәре урланған әйберҙәрҙе металл ҡабул итеү пункттарында тапһа ла, уғрыларҙы таба алмай. Әгәр металл ҡабул итеүҙе килешеү нигеҙендә һәм иҫәп-хисапты ҡулаҡсаһыҙ башҡарыу тәҡдиме закон проектына индерелһә, бурҙарҙы табыуы еңелләшәсәк.
Башҡортостан өсөн тағы бер мөһим яңылыҡ: әгәр Зариф Закир улы тәҡдим иткән закон проекты ҡабул ителһә, Рәсәйҙә ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыусыларға эшкәртелгән ерҙәрҙе рекультивациялау өсөн махсус иҫәп асырға тура киләсәк. Йәғни лицензия ерҙәрҙе рекультивациялау сығымдарын ҡапларлыҡ күләмдә аҡса һалынған махсус иҫәп асылған осраҡта ғына биреләсәк. Әгәр ер аҫты байлыҡтарын сығарыусы һуңынан рекультивация эштәрен башҡарһа, уға иҫәптәге аҡса кире ҡайтарыла. Шулай уҡ рекультивация эштәрен мотлаҡ страховкалау варианты ла тәҡдим ителә. Ер аҫты байлыҡтарын сығарыусы ниндәй район территорияһында эшләй, шул муниципалитеттың ғына түгел, ауыл биләмәһенең дә бюджетын тулыландырыу, йәғни һалым түләү мәсьәләһе лә көн үҙәгендә тора.
Матбуғат конференцияһы һуңында Зариф Байғусҡаров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе һәм, йылдағыса, иң әүҙем хеҙмәттәшлек иткән ҡәләм оҫталарын бүләкләне.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.02.22 | Ҡаралған: 221

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru