«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДАН ЮЛЫНЫҢ ТУҘАНЫ (6-сы бүлек)
+  - 


* * *

Мәғариф бүлеге начальнигы хакимиәт башлығының урынбаҫары булып китте, Идеал Салют улы уның урынына тәғәйенләнде. Идеалға әле ҡырҡ йәш тә юҡ. Ике ҡыҙ атаһы, үҙенең фатирында йәшәй. Машина алырлыҡ аҡса йыйнаған. Ғөмүмән, тормошо түп-түңәрәк. Шуларға өҫтәп, хәҙер ҙур урынға үрләттеләр. Хөбөтдинов бәхетлеләр рәтенә индерҙе үҙен шуға. Ҡулы аҫтында бер мең ярымдан ашыу кеше - ярайһы ҙур күс. Мәктәпте етәкләү ауыр булманы уға: барыһы ла күҙ алдында, һәр кем үҙ бурысын аныҡ белә һәм үтәй. Директорға, малын өйөрөп, уға күҙ-ҡолаҡ булып йөрөгән, ситкә ынтылған мөстәндәре алдында сыбыртҡы шартлатып алған, ә күндәмдәренә икмәк һынығы ҡаптырған көтөүселәй, уяу һәм һәр саҡ үҙ урынында - ҡалҡыу түмәләстә - булыу ғына кәрәк ине.
- Идеал Салютович, "Миләш" балалар баҡсаһында өс бала ҡапыл ҡоҫоп ауырып киткән, - тип ҡаршыланы төшкөлөгөнә ашап килгән хужаны мәктәпкәсә балалар учреждениелары буйынса бүлексә мөдире. "Бысағыма миңә һөйләп тораһың быларҙы. Ата-әсәләре юҡмәллә ул балаларҙың?" - мәғариф бүлеге начальнигының ауыҙынан абайламаҫтан ошо һүҙҙәр ысҡына яҙҙы. Хөбөтдинов хәҙер балалар баҡсаһы өсөн дә яуаплы, имеш. Ҡайҙа сөскөргәндәр, ҡайҙа ут һүнеп, балаларҙы һуңлап ашатҡандар, ҡайҙа көслө ямғырҙан һуң түбәнән һыу тамсылай - көн һайын иҫәпһеҙ-һанһыҙ мәсьәләне хәл итергә кәрәк икән. Бер кем дә үҙенә яуаплылыҡты алғыһы килмәй - үргә еткерергә, атты начальниктың кабинетында туғарырға ашығалар. Идеал элек үҙе лә шулай ҡыланды. Яңы урында йәшен ҡайтарғыс сифатында үҙе ҡалыуын ҡапылғарай аңғармай йөрөнө. Шуға теләһә ҡайһы хәбәргә: "Минең бында ни ҡыҫылышым бар?" - тигән һымағыраҡ ҡуҙғыны.
- Врач саҡырттығыҙмы? Сәбәбе ниҙә? - үҙен тиҙ ҡулға алды Хөбөтдинов. Әллә ҡасан табиптарҙы саҡыртҡандар, балаларҙы ата-әсәләренә тапшырғандар, мәсьәләне хәл иткәндәр икән.
Идеал үҙен йылғыр, үткер директорҙар иҫәбенә ҡуя торғайны. Мәғариф бүлегендә ваҡ-ваҡ хужалар бихисап, улар һәр ҡайһыһы үҙен үҙ урынында ер кендегеләй тоя, баҡһаң. Мәктәптә иһә - директор һәм уға буйһонған уҡытыусылар ғына, башҡаса эшем эйәләре юҡ. Ә бында берәүҙәр - балалар баҡсаларына, икенселәр - тел уҡытыусыларына, өсөнсөләр китапханасыларға хужа… Хужа өҫтөндә хужа - һин дә мулла, мин дә мулла, атҡа бесән кем һала, тигәндәй, улар күберәк баштарынан себен осороу менән мәшғүл. Һүҙ йөрөтәләр, интригалар ҡоралар. Идеалдың тыныс холҡон мәшәүлеккә һанап, уғата ҡотороп киттеләр бер мәл.
Хәйер, яңылышмағайнылар шул мәғәриф бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һиҙемләүендә. Идеалдың ҡурҡаҡ асылы яңы мөхиттә аҙ ғына мәлгә кире ҡайтҡайны. Өс ай биғәләшләнеп, тыны ҡыҫылып йөрөнө. Үкенгәндәй ҙә итте бында күскәненә. Вазифа биләү татлы тойғоларға сорнаһа ла, көндәлек тормошо ғазаптарға күмелгәйне.
- Мөмкинме? - ишектә баш инспектор Алһыу Ғайнан ҡыҙы күренде.
- Рәхим итегеҙ. Инде һуң бит, нишләп ҡайтмайһығыҙ? - тип хәстәрлек күрһәтте хужа.
- Һеҙ ҙә эш ҡағыҙҙарынан айырыла алмай ултыраһығыҙ бит.
- Миңә тейеш. Хужа булғас ней.
Алһыу Ғайнан ҡыҙы - ғаилә ҡороп ҡарамаған, эш өҫтөндә ғүмерен заяға үткәргән, эре һөйәкле, буйсан, шулай булһа ла һөйкөмлө, ихтыяр көсө ташып торған урта йәштәрҙәге ҡатын. Уны бүлектә барыһы ла бер һүҙһеҙ тыңлай, уҫаллығынан шөрләйҙәр ҙә.
- Ҡарап йөрөйөм дә, Идеал Салютович, эшкә ауыр егеләһегеҙ кеүек, миңә ҡалһа. Бисәләр башығыҙға менеп килә бит, әстәғәфирулла. Мине дөрөҫ аңлағыҙ берүк. Кәмһетергә теләгәндән, йә көлгәндән әйтмәйем быны. Ниәтем изге: ярҙам иткем килә һеҙгә. Интеллигент асылығыҙҙы башҡалар мәшәүлек тип һанай. Ул - атаны, ҡыҙ әсәне танымаған был заманда йомшаҡ һәм ипле булыу кәмселек шул. Характер күрһәтеп алыу кәрәк ине һеҙгә. Ун йыл эшләйем бында, кемдең-кем икәнен беләм, ниндәй хөсөт уйлап йөрөгәндәрен дә күрәм. Миңә бөтә эштәрҙә лә таяна алаһығыҙ. Ҡойроҡтарына бик тиҙ баҫырмын мин ҡотҡосоларҙың. Шуны әйтергә тигәйнем.
- Рәхмәт, Алһыу Ғайнановна, - киске ҡунаҡтың көтөлмәгән был һүҙҙәренән Идеал баҙап ҡалды. Берауыҡ тын ултырғандан һүң һүҙгә килде.
- Былай, ней, ярҙамға мохтажлығым юҡ… Барыбер рәхмәт хәстәрегеҙ өсөн. Яңы вазифаның нюанстары сығып ҡына тора шул. Ун ҡул да етмәҫ… Ярҙамығыҙ, ысынлап та, бик ярап та ҡуйыр… Бәлки… Эйе, артыҡ булмаҫ… Әтеү, килешәйек шулай… - Тотлоғоп, бик уңайһыҙланып, ҡаршыһында ултырған ҡатынға ҡарамаҫҡа тырышып, күҙҙәре осрашып ҡуйыуҙан ҡурҡып, саҡ һүҙен ослап ҡуйҙы.
- Шуны өҫтәйем тигәйнем: кем әйтмешләй, бүлгелә лә - хакимлыҡ ит. Дөйөм оперативкаларҙан тыш, айырым-айырым саҡыртып эш ҡушырға кәрәк уларға. Ҡатыраҡ, ҡәтғиерәк тонда. Икәү-өсәүһен йыйып алыу ҙа килешер. Мин үҙ яғымдан гайканы нығытып бора барырмын. Аҙна-ун көн эсендә ебәктәй шыма булып китерҙәр бөгөн әллә кем булып йөрөгән эшем эйәләре.
Начальниктың ҡапыл үҙгәреүен икенсе көндә үк һиҙҙе бүлек хеҙмәткәрҙәре. Буйы - ҡалҡыуыраҡ, тауышы - көрөрәк, хәрәкәттәре - киҫкенерәк, үҙен тотоуы ышаныслыраҡ күренде уларға. Идеал менән Алһыу Ғайнан ҡыҙының ҡараштары бер нисә тапҡыр осрашты. Хатта әҙәп талап иткәндән оҙағыраҡ текләшеп тә киттеләр, буғай. Үткән эш көнөнә йомғаҡ яһау ғәҙәттәренә инде. Һәм, әлбиттә, һүҙ таралды. Имештер, улар ғишыҡ тота.
Идеал Салют улын алмаштырып ҡуйҙылармы ни. Мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһында эшләүенә ярты йыл үтеүгә, ул бөтөнләй икенсе кешегә, ысын түрәгә әүерелде. Һауаланып уҡ китмәһә лә, йөрөшөндә, һөйләшендә, башҡалар менән үҙен тотоуында затлылыҡ, беленер-беленмәҫ тәкәбберлек хасил булды. Барыһы ла саманан артып китмәгәс, күҙгә көйөк булып төшмәне был үҙгәрештәре, уның ҡарауы, бәҫ өҫтәне. Хужа ябай уҡытыусынан айырылып торорға тейеш, шунһыҙ, уның ниндәй абруйы булһын...

* * *

Кемдер Хөбөтдиновҡа, Алһыу Ғайнан ҡыҙы һинән ысын түрә яһаны, тиһә, ул ғәрләнер ине. "Ҡайҙан был урынға күсергә риза булдым... Кире мәктәбемә ҡайтҡандасы?" - тип өс ай яфаланғанын ул әллә ҡасан онотоп, нәҡ ошо урында ултырыр өсөн тыуғанына инанғайны.
Алһыу Ғайнан ҡыҙын ситкә типмәне, әлбиттә. Тибергә теләһә лә булдыра алмаҫ ине. Сөнки, ысынлап та, ул - һөйәркәһе. Мөнәсәбәттәренең ошо рәүешле нисек үҫеш алыуын Идеал Салют улы ла, Алһыу Ғайнан ҡыҙы ла аныҡ ҡына бер епкә теҙә алмай хәҙер.
Үткән эш көнөнә ғәҙәткә ингән сираттағы йомғаҡ яһау мәлендә осраҡлы ғына ҡулдары осрашты. Ҡайһыныһының башлап бармаҡтары ҡыҫылғандыр, шул ҡағылыу үҙҙәре лә танырға теләмәгән йәшерен тойғоларын урғылтып тышҡа сығарҙы, уларҙы фаш ҡылды ла ҡуйҙы.
Ирһеҙ Алһыу Ғайнан ҡыҙы тормош юлында осраған, танышырға насип булған һәр көслө затҡа күпмелер миҡдарҙа дәғүә итә. Был аҫҡы аң тарафынан атҡарыла, үҙе лә һиҙмәй ҡала. Идеал менән дә яҡын мөнәсәбәттәре эскерһеҙ, ҡайҙандыр килгән эске тауыш талабына буйһоноуҙан башланғайны. Ул бер ҡасан да бер кемдең дә һөйәркәһе булманы. Ғорурлығы тыя килде. Ләкин йәшенең үтеп барыуы, эстән һыҙып бошоноуы, ниҙер танһыҡлауы был кәртәне емерҙе, күрәһең. Ҡатын уяулығын юғалтты.
Идеал өсөн хәләленән башҡа икенсе бисәне һөйөү көтөлмәгән мажара ғына түгел, ә ир асылының тантанаһы булды. Быға тиклем зина ҡылмағас, тәүҙә уны шомланыу тойғоһо биләне. Үҙен бур, хыянатсы итеп тойҙо. Выжданы шулай ҡуҙғыны яңы халәтенә. Шул уҡ ваҡытта ир енесе тәбиғәте: "Был беҙҙең еңеү!" - тип семеткеләне аҫтыртын ғына. Тора-бара ул өҫкә сыҡты. Алһыу Ғайнан ҡыҙы менән икенсе-өсөнсө яҡынлыҡтан һуң, Идеал, һөйәркәле ир булараҡ, маһайыу кисерҙе. Быуаһы йырылған йылға ише, Алһыу Ғайнан ҡыҙы шашып һөйҙө Идеалды. Мөнәсәбәттәре нығыраҡ тамырлана барған һайын дәғүәләре лә артты.
- Һөйәркә булып йәшәү намыҫыма тейә, түбәнһетә мине. Нимә уйлайһың беҙҙең киләсәгебеҙ тураһында? - тип нәһерен ҡоротто ирҙең.
- Мин бит ғаиләле кеше, ике ҡыҙым бар. Уларҙы бер ваҡытта ла ташламаясаҡмын, - был йәһәттән Идеал ныҡ торҙо.
- Намыҫымды алдың…
- Ҡыҙ түгел инең бит…
- Эскерһеҙ тәүге йәшлек мөхәббәтем… Саф мин шуға…
- Һуң, беҙ вәғәҙәләр бирешмәнек тә баһа… Йәшебеҙ ҙә аҡыл ултырғанға ишара. Булмағандайҙы талап итмә, - тәүге етди һөйләшеүҙәре шулай тамамланды.
Торараҡ тағы был хаҡта һүҙ сыҡты.
- Тәнем харам… Башҡаса миңә ҡағылма, - тине Алһыу Ғайнан ҡыҙы йөрәкһеп.
- Быға тиклемсе?..
- Аҙғын уйҙарымды ауыҙлыҡлай алмағанға ғәйеплеме ни мин? Мине лә аңла. Кеше бәхетенә лайыҡ түгелменме әллә? Төрлөсә уйлайым… Шәриғәт иргә дүрт ҡатын алырға рөхсәт итә… Бата уҡытһаҡ мулланан… Икенсе бисәң булырға ла ризамын… Йәшерен… Һин беләһең дә, мин беләм… Мулла ишшу… Аллаһы Тәғәлә тағы…
- Шәриғәт, тиһеңме?.. Риза булмаһамсы?
- Башҡаса яҡынлама улайһа!
- Ниндәй себен тешләне бөгөн һине? Юҡ хәбәр һөйләп тик тораһың, - Идеал уң ҡулын, ышаныслы ярҙамсыһын, берҙән-бер таянысын юғалтҡыһы килмәй ине.
Ошоға тиклем яңғыҙаҡ ҡатынды наҙлап, уға ҡарата оло миһырбанлыҡ ҡылам, тип уйлап йөрөгән Идеал аҙап ҡалды. Тимәк, һөйәркәһен генә юғалтмай, уң ҡанаты һына. Бындай ҡорбанға ул әҙер түгел. Сетерекле хәлдәрҙә баҙап, ажарыраҡ дәғүәсе алдында һүҙ таба алмай таяныс эҙләй башлай гел. Таянысы иһә, бына, сәбәпһеҙ сыпраңлай.
- Был етди аҙым, уйлашайыҡ, бәғерем, - тип ҡотолдо был юлы ла.
Беҙ тоҡта ятамы инде - Идеалдың ғишыҡ мажаралары хәләленә барып еткән.
- Мин барыһын да беләм, Идеал, - тине ғәйепле төҫ менән ҡатыны кистәрҙең береһендә.
- Нимә беләһең, ҡәҙерлем? - Идеал һағайҙы, етди һөйләшеүгә әҙерләнде.
- Алһыу Ғайнановна менән буталыуыңды…
- Ғәйбәт!
- Танма, кеше ысынды һөйләй…
- Бындай хәбәрҙе һин аҙ ишетмәҫһең. Түрә бисәләренең яҙмышы шулай. Аҡыллы, сабыр бул. Шуны ғына әйтә алам: аҡылыңды юйһаң, сабырыңды онотһаң, эштәр харап. Минең бит ҙур хужа булып ултырыуыма яңы ғына. Ҡул аҫтымда гел бисә-сәсә. Һүҙ күп сығыр. Түҙ… Һине лә, балаларҙы ла бер ҡасан да ташламаясаҡмын - шуны бел! - Идеал үҙен тыныс тотто, ышаныслы әйтте уйлап йөрөгәнен.
Күптән түгел өс бүлмәле фатир бирҙеләр, машинаһын яңыртты, өй һала башланы. Улмы ни ғаиләһен ҡарамай, балаларының киләсәген уйламай торған кеше? Уның кеүек ирҙе табырға кәрәк әле!
Өйҙә башҡаса был темаға һөйләшеү булманы. Ҡатыны, ысынлап та, аҡыллы, сабыр ине уның.

(Дауамы. Башы 3-7-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.02.22 | Ҡаралған: 271

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru