«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҢ АЛДАН ЙҮГЕРӘ ТОРҒАН КЕШЕМЕН...
+  - 

Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, комсомол, партия органдары ветераны, публицист, йәмәғәт эшмәкәре ИльЯсов Спартак Мөжәүир улы 1941 йылдың 7 ноябрендә Учалы районының Ыҫтамғол ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, "Поляковка" совхозында йылҡы көтөүсеһе була, Учалы районы комсомол комитетында инструктор булып эшләй. Әрме хеҙмәтенән һуң "Байрамғол" совхозының ВЛКСМ комитеты секретары була. 1964-1969 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһында К.А.Тимирязев исемендәге Ауыл хужалығы академияһында уҡый. Уны тамамлағас, Учалы районындағы ауыл хужалығы предприятиеларында 29 ауылды берләштергән партия комитеты секретары, артабан колхоз рәйесе, райондың ауыл хужалығы идаралығы белгесе, совхоз директоры кеүек төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй. 1998-2001 йылдарҙа Силәбе дәүләт педагогия университетының Учалы филиалы уҡытыусыһы була. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана һәм 75 йәше тулғансы шунда эшләй.
Спартак Мөжәүир улы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М.Буранғолов исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты. Китаптары: "Барын-Табын хәтере", "Яраһаҙ яралары", "Ҡолой кантон", "Биғылый", "Ҡағанат вариҫтары". Спартак Ильясов - "Көйөлдө", "Ирәмәлкәй", "Малбай", "Зарыҡай", "Бутис палкауник", "Хәжирә йыры", "Кәкүккәй", "Кинйәкәй", "Ҡасҡындар ҡобайыры", "Төхфәт кантон" кеүек көнсығыш башҡорт ырыуҙарының йырҙарын һаҡлаусы, терелтеүсе.

Спартак ағай, оҙаҡ йылдар хужалыҡ етәксеһе, совхоз директоры булып эшләнегеҙ, ил төҙөлөшөнөң күп кенә ваҡиғаларының шаһиты булдығыҙ, үҙегеҙ ҙә уларҙа ҡатнаштығыҙ. Ике быуат, ике дәүер сатында совет власының емерелеүен нисек кисерҙегеҙ?

- Оҙаҡ йылдар буйына бер ижтимағи ҡоролошта йәшәгәс, эшләгәс, шул заманда йәшәгән кешеләр менән минең рухи ҡарашым да, рухи булмышым да берегеп бөткән ине. Үҙем дә шул рухи мөхиттә ҡайнап йәшәгәс, мин башҡаса бер ниндәй ҙә идеологияға бирелеп, башҡа төрлөсә була алманым һәм була ла алмайым. Илебеҙ халыҡтарына тиңлек, яҡшы йәшәү шарттары булдырыу өсөн барлыҡҡа килгән ул ҡоролошто мин тулыһынса хупланым һәм үҙем дә шул маҡсатта фиҙаҡәрлек күрһәттем. Башҡаса йәшәй белмәнем. Илебеҙ халҡы был осорҙа үҙен совет халҡы тип танып, үҙҙәренең эшмәкәрлеген дә ошо йүнәлешкә ҡуйҙы. Оҙаҡ йылдар буйы был халыҡ капиталистик тормоштоң ҡамауында ҡалып, бирешмәй йәшәп килде. Тап шуның ярҙамында, халыҡтарҙың берҙәмлеге нигеҙендә совет халҡы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә өлгәште. Барыһы менән бергә был Бөйөк Еңеү социализмдың да еңеүе ине.
Ары тайшанып, бире тайшанып йөрөй алмайым. Әле килеп кешеләрҙең яңыса ҡарашы, яңы формацияһы барлыҡҡа килде, әммә ул минең ҡараштарыма, минең инаныуыма тура килмәй, сөнки ул айырым кешеләрҙе генә хәстәрләүгә ҡоролған. Совет власының емерелеүен мин оло илебеҙҙе юғалтыуға тиң һәләкәт тип баһалайым. Сөнки был илде төҙөүҙә миллиондарса кешеләр үҙҙәренең ғүмерен бирҙе, яҡты киләсәк хаҡына ҡорбан булды.

80 йәшен тултырған ир-уҙаман, оло тәжрибә туплаған кеше булараҡ, хәҙерге тормош ысынбарлығын нисек баһалайһығыҙ?

- Әлеге тормошто бер нисек тә хуплай алмайым. Мин бында мөһим бер нисә моментты билдәләп китер инем. Беренсенән, кешеләрҙең яҡшы тормош өсөн ойошҡан берҙәмлеге тарҡалды, тырым-тырағайлыҡ китте. "Минең өйөм ауылдың ситендә" тигән принцип бар тулылығында үтәлә хәҙер.
Икенсенән, шәхес үҙе үк эстән тарҡалыу кисерә. Элек беҙ капиталистик дәүләттең йәшәү ҡануны тип белгән индивидуализм беҙгә лә үтеп инде.
Өсөнсөнән, халыҡтарҙы, шәхесте эстән тарҡатыуға иҡтисадыбыҙ үҙе үк булышлыҡ итә. Барыһы менән бергә намыҫлы хеҙмәт төшөнсәһе юҡҡа сыҡты. Урыҫ әкиәтендәгесә, "Суртан әмере буйынса..." тип мейес башында ятыусылар заманы килде. Һәр кем хәҙер иң тәүҙә үҙ кеҫәһен ҡарай, үҙ мәнфәғәтен ҡайғырта. Кеҫәһе таҡыр булыусыларҙы кеше итеп тә һанамайҙар.
Дүртенсенән, совет власы юҡҡа сыҡҡан ваҡытта бер кем дә уны һаҡлап урамға сыҡманы, үҙенең позицияһын еңел генә бирҙе - был феномен мине әле булһын оло аптырауға һала. Был - хилафлыҡ.

Әгәр ҙә һеҙгә тарихҡа ҡайтыу мөмкинлеге бирелһә, ҡайһы мәлгә ҡайтып, ниндәй тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашыр инегеҙ?

- Әгәр ҙә миңә ундай мөмкинлек бирелһә, бындай мөмкинлектең башҡа кешеләргә лә тик бер тапҡыр ғына бирелеүен теләр инем. Сөнки мин, мәҫәлән, ике ҙур һуғышта ҡатнаша алмаҫ инем, береһендә, моғайын да, вафат булыр инем. Шул уҡ ваҡытта мин соҡорҙа ята торған кеше түгелмен, аяғыма баҫып, иң алдан йүгерә торған кешемен. Халҡым, илем, ерем, телем өсөн йәнен аямай көрәшә торған кешемен. Беренсенән, миңә Башҡорт автономияһы өсөн көрәшкән 1917 йылдар осоро ҡыҙыҡлы. Әхмәтзәки Вәлиди менән бергә булыр инем. Уның менән тарихи ваҡиғалар хаҡында фекер алышыу теләге әле лә йәшәй миндә. Әгәр ҙә инде башҡорт ихтилалдары осорона ҡайтыу мөмкинлеге бирелһә, ул ихтилалдарҙа ҡатнашҡан кеше мин булыр инем. "Тупраҡ алһаҡ, ҡалырбыҙ" тип яҙған Шәйехзада Бабич. Ер мәсьәләһе беҙҙең өсөн тарихта ла, хәҙер ҙә үтә мөһим. Шуға күрә ер мәсьәләләрен хәл итеүҙә лә мин актив ҡатнашыр инем. Шулай уҡ иҡтисад белгесе булараҡ, Рәсәй дәүләте эсендә иҡтисад мәсьәләләрен хәл итеүҙә лә үҙ өлөшөмдө индерергә теләр инем.

Әмир ҒҮМӘРОВ яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.02.22 | Ҡаралған: 247

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru