«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛҺӨЙӘРЛЕК БЕҘҘӘН БАШЛАНА!
+  - 

23 февралдә ил кимәлендә дәүләт байрамы - Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнде. Өфө районы Шамонин урта дөйөм белем биреү мәктәбе лә был матур йоланан ситтә ҡалманы - патриотик тәрбиә биреүгә нигеҙләнгән фәһемле саралар үткәрҙе.

Был сараларҙа һәр синыф үҙенең оҫталығын, илһөйәрлеген күрһәтте. 5-11-се кластар араһында класс сәғәттәре, волейбол, шахмат турнирҙары, тантаналы рәүештә "Йәш армия" сафына ҡабул итеү, саңғы ярыштары, тематик күргәҙмәләр, "Һалдат шинеле" исемле патриотик йырҙар, социаль селтәрҙә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған төрлө номинациялар буйынса фотолар конкурсы, "Минең яҡыным бында хеҙмәт итте" исемле акция ойошторолдо. Мәҫәлән, 6-сы "в" класында үткән Ленинград ҡамауын өҙөүгә арналған класс сәғәте бигерәк тә оҡшаны. Балалар һуғышта булған ваҡиғаларҙы ҡарап, халҡыбыҙ өсөн Тыуған илебеҙҙең ниндәй ҡәҙерле, һуғыштың ниндәй аяуһыҙ икәненә төшөндө.
5-се "б" класында Рәсәй Федерацияһы Геройы, яҡташыбыҙ Миңлеғәли Шайморатов иҫтәлегенә арналған дәрестә геройҙың тормош һәм хеҙмәт юлына, Башҡорт атлы дивизияһының ҡаһарман яу юлына байҡау яһалды. Шулай уҡ совет һалдаттарының Афғанстандан сығарылыуының 31 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлегенә бағышланған класс сәғәттәре лә бик бай йөкмәткеле һәм фәһемле булды.
Ошондай матур сараларҙан башланғыс синыф уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. Улар һүрәттәр, йырҙар конкурстарында әүҙем ҡатнашты. "Атайҙар һәм улдар", "Йәгеҙ әле, егеттәр!" исемле ҡыҙыҡлы спорт уйындары менән бөтәһен дә хайран ҡалдырҙы. Был иҫтәлекле көндә шинель кейгән барлыҡ ир-егеттәрҙә Тыуған илебеҙҙең, яҡындарыбыҙҙың һаҡсыһын һәм яҡлаусыһын күрәбеҙ. Шулай уҡ был байрам элек-электән Ватанға тоғро хеҙмәт итеүҙең тарихи дәлиле булыуы менән дә ҡәҙерле, сөнки илебеҙҙе дошмандан һаҡлау ир-егеттәребеҙ өсөн иң изге, ҡәҙерле бурыс булып һаналып, һәр саҡ данланған. Мәктәптә уҙғарылған һәр сараның балалар күңеленә үтеп инеп, уларҙа Тыуған илебеҙгә, еребеҙгә ҡарата дөрөҫ, ыңғай ҡараш тәрбиәләү беҙҙең тәү бурысыбыҙ ул.

Әнфирә ҒӘЛИӘКБӘРОВА,
Өфө районы Шамонин урта мәктәбе уҡытыусыһы.

"Киске Өфө" гәзите, №8, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.02.22 | Ҡаралған: 255

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru