«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮБӘЛӘКТӘР, ТИЛӘҮҘӘР, ҠЫУАҠАНДАР - КӨНСЫҒЫШ БАШҠОРТТАРЫ БУЛАБЫҘ
+  - 

Тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында көн иткән 12 башҡорт ырыуы исеменән 1733 йылда батшабикә Анна Иоанновна исеменә ебәрелгән үтенес хатында Әйле, Дыуан, Һарт, Һыҙғы, Өпәй, Һырҙы, Мырҙалар, Ҡаратаулы, Тырнаҡлы улустары менән бер ҡатар Түбәләҫ, Йылайыр, Алыс (писарь хаталы яҙмаған хәлдә, ошо исемдәге улустың ҡайһы ырыу башҡорттарыныҡы булыуын аныҡлауы ҡыйын) улустары ла күрһәтелә. Бында шуға иғтибар итеү фарыз: төньяҡ һәм көнсығыш башҡорт ырыуҙары һәр заманда ла бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә йәшәп, сәйәси-иҡтисади мәсьәләләрҙе бергәләшеп хәл итергә тырышҡан. Йәнә иғтибарға лайыҡ бер күренеш: урта быуаттарҙа Көньяҡ Уралдың көнсығыш яғы территорияһында атамалары монгол ҡәбиләләрендә лә һаҡланып ҡалған ҡыуаҡан, салйоғот (салъют), ҡуңрат, йылайыр (джалаир) һәм түбәләҫ ырыуҙары төркөмө ерләшә. Улар иҫәбенә Ҡатай түбәһенә ҡараған Ойрат (Уйрат) аймағы башҡорттарын да индерергә була. Этногенетик тикшеренеүҙәр ҡыуаҡан башҡорттарында N1c1-M178 гаплотөркөмө өҫтөнлөк итеүен асыҡланы. Күбәләктәрҙең бер өлөшөнөң ошо уҡ генетик төркөмгә ҡарауы хаҡында алдараҡ яҙылғайны. Ошо гаплотөркөм кешеләренең тәү төйәге Байкал күле аръяғында, тарихи Монголия сиктәрендәге ерҙәрҙә булған. Шул уҡ гаплотөркөм яҡут-сахаларҙа, монголдарҙа, ҡаҙаҡтарҙа, венгрҙарҙа, башҡорттарҙың йәнәй һәм мең ырыуҙарында ла осрай.
Ҡыуаҡан ырыуы хәҙерге ваҡытта тамам тарҡалып бөтөп барған этнотөркөмдәрҙән һанала, ошо ырыуға ҡараған башҡорттар күрше ырыуҙар ауылдарына (йәиһә ҡалаларға) күсеп китеп, ата-бабалары нигеҙ һалған ауылдарының күбеһе юҡҡа сыҡҡан. Ҡыуаҡан ауылдары исемлеге: Шәрип (Әүәз, Аҙнаш) - 2010 йылда 30 кеше йәшәгән, Байһаҡал - был ауыл юҡ инде, Буранғол - 2010 йылда 67 кеше теркәлгән, Иҡсан (Яңы Хөсәйен) -2010 йылда 2 кеше генә йәшәй, Күкәй - юҡҡа сыҡҡан, Ҡотоҡ (Ҡарағужа) - 230 кеше теркәлгән, Һөйтөмбәт (Аҙнаш, Шәрип) - 11 кеше Аҙнашта, Татлымбәт (Биксура) - 22 кеше, Ялсығол (Иҫергән) - 75 кеше, Ясин - был ауыл да XIX быуат урталарында юҡҡа сыҡҡан. Әлеге ваҡытта Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында Бикбирҙе (Ҡыуаҡан) ауылы бар, 2010 йылда унда 241 кеше иҫәптә тора. 1795 йылғы V ревизия материалдарында Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙендә (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Уй районы) ҡыуаҡандарҙың Мостай, Ҡарағужа, Килмәк (Төрмәт), Һөйөндөк, Һөләймән, Йоманғол ауылдары иҫәпкә алына, улар ҙа XIX быуатта юҡҡа сыға. Шуға ҡарамаҫтан, XX быуат башындағы Рәсәй революцияһынан һуң - Башҡортостан автономияһы барлыҡҡа килеп, күп ваҡыт та үтмәйенсә - телебеҙҙең төньяҡ-көнсығыш диалектының ҡыуаҡан һөйләше башҡорт әҙәби теленә нигеҙ итеп алына.
Күбәләк, ҡыуаҡан һәм тиләү ырыуы башҡорттары халҡыбыҙ мәҙәниәтен, мәғарифын, сәнғәтен, республикабыҙ иҡтисадын үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе, улар араһынан бик күп күренекле шәхестәр танылыу тапты.
Күбәләк ырыуы башҡорттарының арҙаҡлылары: Әхмәр Аҙнабаев - филолог, дәүләт эшмәкәре, Абдулла Солтанов - йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Марат Минһажетдинов - ғалим-фольклорсы, Роза Аҡкучукова - Башҡортостандың халыҡ артисы, Яңыбай Әхмәтйәнов - Социалистик Хеҙмәт Геройы, Әфтәхетдинов Әхмәдин - яҙыусы, Ҡадир Мәғәфүров - ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, Мәүлит Ямалетдинов - шағир, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Мөҡмин Фазлетдинов - Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы, СССР Юғары Советы депутаты, Кәбир Ғүмәр (Вил Ғүмәров) - шағир, публицист, драматург, Әнүрә Миңлебаева - Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Урал Аҡкучуков - МВД ветераны, полковник, Роза Моратова - Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Наил Ғабдуллин - медицина фәндәре кандидаты, БР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре һәм башҡалар.
Тиләү ырыуының күренекле шәхестәре: Муса Мортазин - Ә.-З. Вәлидовтың арҡадашы, комбриг, Шәүрә Мортазина - театр режиссеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов - филология фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты, Салауат Низаметдинов - композитор, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Әхәт Мортазин - Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы дикторы, БР-ҙың атҡаҙанған артисы, Салауат Нухов - филология фәндәре докторы, БДУ профессоры, Нажия Аллаярова - йырсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артискаһы, Абрар Ғабдрахманов - композитор, БР-ҙың халыҡ артисы, Рәшиҙә Солтанова - дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Юлай Янбаев - биология фәндәре докторы, генетик, профессор, Лилиә Ғүмәрова - дәүләт эшмәкәре, Морат Лоҡманов - журналист, дин мәсьәләләре буйынса тапшырыуҙар алып барыусы, Луиза Фархшатова - тележурналист, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Муса Билалов - дәүләт эшмәкәре һәм башҡалар.
Ҡыуаҡан ырыуының арҙаҡлы заттары: Зәйнулла ишан Рәсүлев - бөйөк суфый шәйехе, билдәле дин әһеле, Абдрахман Рәсүлев - 1936 - 1950 йылдарҙа СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө, Хәйрулла Мортазин - физика-математика фәндәре докторы, БДУ профессоры, Ғәшүрә Ғәлимова - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Риза Байгилдин - философия фәндәре кандидаты, хакимиәт эшмәкәре, Ринат Төлкөбаев - физика-математика фәндәре кандидаты, Урал Мортазин - профессиональ башҡорт бейеүсеһе, хореограф.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 6, 8-се һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №9, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.03.22 | Ҡаралған: 286

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru