«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘҘӘРЕ ҠОРҒАН ТОҘАҠҠА...
+  - 

Рәсәйгә ҡаршы иғлан ителгән санкциялар, нигеҙҙә, Европа илдәре иңенә ятасаҡ, тигән фекерҙә халыҡ-ара күҙәтеүселәрҙең күпселеге. Вашингтон уларҙы күрәләтә шундай "яҙмышҡа" дусар итә, ти улар. Хәйер, Рәсәйҙән энергетика ресурстары сығарыуҙы тыйып, АҠШ президенты Байден илдә яғыулыҡ хаҡтарының киҫкен үрләйәсәген яҡшы аңлай. Эмбаргоға тиклем үк әле илдә бензин хаҡының галлоны урыны менән 4 - 7 долларға үрләне. Был энергетика көрсөгөнә килтереп кенә ҡалмаясаҡ, ә аҙыҡ-түлек баҙарында ла инфляция тыуҙырасаҡ. "АҠШ-ҡа был санкциялар ғәйәт ҙур финанс юғалтыуҙар килтерәсәк",- тип яҙа урындағы мәғлүмәт саралары. Ә бит Америкаға импортланыусы бөтөн нефть һәм нефть продукттарының 8 процентынан күберәген Рәсәй энергоресурстары тәшкил итеүен иҫләһәк, санкциялар ысынлап та ике башлы таяҡ булмаҡсы. Ә бына Европа илдәрен ни көтә һуң?

АҠШ властары, мәғлүм булыуынса, Европа берләшмәһе илдәренә лә Рәсәй нефтен индереүҙе ҡәтғи тыйҙы. АҠШ-тың "еңел ҡулынан" алып өйрәнгән Евроберләшмә илдәре лә оҙаҡ көттөрмәне, улар миҫалына Бөйөк Британия, Канада, Австралия, Япония, Сингапур, Көньяҡ Корея кеүек илдәр ҙә эйәрҙе. Өҫтәүенә, был илдәр рәсәйҙәр өсөн үҙ сиктәрен шарт ябып, хатта һауа киңлектәрен дә күҙгә күренмәҫ кәртәләр менән уратып алғас, тәүге эйфория тойғоһо тарала төшкәндәй булды, ахыры: санкция уларҙың үҙҙәренә ни бирәсәк һуң? Сәйәси "уйындар" тәрәнгәрәк тәгәрәй түгелме? Халыҡ-ара күҙәтеүселәр фекеренсә, пандемия афәтенән нығынып өлгөрмәгән Европа халҡын, мәҫәлән, иң тәүҙә бензин хаҡының ике евроғаса күтәрелеүе һиҫкәндергәндер. Евросоюз өсөн икенсе ҙур проблема - металға, шул иҫәптән IT технология һәм, ғөмүмән, теләһә ниндәй индустрия тармағы өсөн кәрәкле палладий иретмәһенә ҡытлыҡ янауы. Унан ҡала бөртөклө ашлыҡ һәм иң мөһиме - бойҙайға хаҡтар артыуы. Шул ыңғайҙа Рәсәйҙән сығарылыусы минераль ашламалар хаҡында ла күп һүҙ барҙы. Унһыҙ урындарҙағы фермерҙар юғары уңышҡа өмөт итә алмаясаҡ. Шулай итеп, Рәсәйҙең арт һабағын уҡытабыҙ тип, үҙҙәре ултырған ботаҡҡа ла сапмаҡсы түгелме санкция инициаторҙары?
Рәсәйҙең энергетика ресурстарынан баш тартыу Көнбайыштың, шул иҫәптән, тап ошо ресурстарға бәйлелеге көслө булған, әммә дөйөм самаһыҙлыҡҡа эйәреп, "Северный поток-2" проектын тотҡарларға мәжбүр булған Германияның хәле бер ҙә көнләшерлек түгелдер: әлеге таяҡтың икенсе башы уларға тос ҡундырасаҡ, әлбиттә. Шуны уйлаптыр, ахыры, Германия канцлеры Шольц Рәсәй энергетика ресурстарын санкциянан азат итеүе хаҡында хәбәр итте. Был ҡарарға уны, күрәһең, илдә газдың мең кубометры 3700 долларға барып баҫыуы мәжбүр итте, ә был элеккегә ҡарағанда 15 тапҡырға ҡиммәтерәк. Ғөмүмән, Европаның Рәсәй газына бәйлелеге 30-40 процент тәшкил итә. Бына һиңә - санкция! Финляндия ла ике ут араһында яна: санкция был илдең экспорт компаниялары эшенә ҙур зыян килтерәсәге көн кеүек асыҡ. Һорауҙар үткәрелгән 20 компанияның 80 проценты ошондай фекерҙә. Әйткәндәй, уларҙың 78 проценты Рәсәй менән хеҙмәттәшлек итә, ә 22 проценты өсөн Рәсәй баҙары төп эшмәкәрлек "яланы" иҫәпләнә.
Ошо ығы-зығыла Францияның да ике йөҙлөгә әйләнеүе мәҙәк тойола. Эйе, был ил дә Евросоюз санкцияларына ҡушыла һәм хуплай, икенсе яҡтан, президент Макрон ил компанияларын Рәсәй бизнесынан баш тартырға ашыҡмаҫҡа саҡыра. Франция президенты был осраҡта Европала Кремль менән диалогҡа барыусы берҙән-бер лидер иҫәпләнә, ти эксперттар. Ни хәл итһен инде, был аңлашыла: Францияла тиҙҙән һайлауҙар! Нимә генә тимә, санкциялары менән үҙҙәре ҡорған тоҙаҡҡа эләгеүсе илдәр етәкселәренең сәбәләнеүен дыуамаллыҡ йә аҡылһыҙлыҡ тимәй, нимә тиһең инде!

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.03.22 | Ҡаралған: 243

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru