«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРАЙ ҒЫНА ТИҺЕҢМЕ ӘЛЛӘ?
+  - 

Ҡылҡумыҙ, нәғрә, ятаған, шөгөрөбөҙ ҙә бар беҙҙең!

Әгәр ваҡытында Ғата Сөләймәнов ҡурайҙы аяҡҡа баҫтырыуға, таратыуға көс һалмаған булһа, әлеге көндә беҙ халыҡ йырҙарын тальян гармунына ҡушылып йырлаған булыр инек. Үкенескә ҡаршы, бөтәбеҙгә лә яҡшы таныш музыка ҡоралдарын даими пропагандалап тормағанда, уларҙың юғалыуына, онотолоуына юл ҡуйыуыбыҙ бар. Ә инде хәтеребеҙҙән юйылып барған музыка ҡоралдарына килгәндә, мәсьәлә күпкә ҡатмарлаша. Мәҫәлән, нәғрә, ятаған, шөгөр тигән атамалар күптәребеҙ өсөн бер ни ҙә аңлатмаған һүҙҙәр кеүек яңғырай, йәштәрҙең генә түгел, ололарҙың да был инструменттар тураһында ишеткәне лә юҡ. Ләкин яңыраҡ ҡылҡумыҙҙың тергеҙелеүе һәм Халыҡ музыка ҡоралдарының милли оркестрына индерелеүе киләсәктә башҡа онотолған музыка ҡоралдарының да аяҡҡа баҫтырылыуына ышаныс тыуҙыра.

Фән киңлектәрен байҡап, буҙ тип аталған музыка ҡоралына күҙ һалайыҡ. Тарих белгестәре фаразлауынса, беҙҙең эраға тиклемге беренсе мең йыллыҡтың тәүге яртыһында беҙҙең ерҙәр аша боронғо кельттар үтеп киткән. Был күптәнге сәйәхәттең бер ниндәй эҙе лә ҡалмаған тиерлек, әммә кельттарҙың үткән юлында йәшәгән егерменән артыҡ халыҡта бөгөнгө көнгә тиклем буҙ, йәғни волынка тигән инструмент һаҡланған. Шотландтар ҙа уны буҙ тип атай. Тимәк, беҙҙең буҙыбыҙҙың йәше ике мең ярым йылдан ашыу, ә уны һаҡлап алып ҡалған Дим буйы башҡорттары - боронғо кельттарҙың тоҡомдары! Һуңғы ваҡытта беҙҙең халҡыбыҙҙа ирланд һәм шотланд мәҙәниәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уғата артты. Бейеү сәнғәтенә килгәндә иһә, был ҡыҙыҡһыныу хатта "башҡортсалаштырып" ирланд халҡы бейеүҙәрен сәхнәгә ҡуйыуға әйләнеп китте. Был күренешкә юл ҡуймаҫҡа, ә, киреһенсә, ошо ҡыҙыҡһыныу тулҡынында үҙебеҙҙең милли музыка ҡоралыбыҙ булған буҙҙы аяҡҡа баҫтырыу зарур. Буҙ менән бергә шөгөр тигән музыка ҡоралын да тергеҙеү ҡыйын булмаясаҡ, сөнки был инструменттар үҙ-ара оҡшаш.
Ятаған тип аталған ҡыллы инструментыбыҙ ҙа айырым иғтибар талап итә. Киләсәктә цитраға оҡшаған был музыка ҡоралын тергеҙгәндә, был ҡоралда уйнау оҫталары ла килеп сығыр ине. Ғөмүмән, һәр бер ҡоралдың үҙ үҙенсәлектәре булыуҙан тыш, уға ҡушылып йырлаған башҡарыусыға ла икенсе төрлө талап килеп тыуа.
Тағы ҡурайға әйләнеп ҡайтайыҡ. Әгәр ҙә ул юғалған булһа, тальян гармунына ҡушылып, бер нисек тә оҙон көй йырлап булмаҫ ине. Тора-килә йырҙарыбыҙ ҡыҫҡарып бөтөр ине. Думбырабыҙ юғалһа, ҡобайырҙарыбыҙ ҙа юғалыр ине. Кем белә, бәлки, боронғо музыка ҡоралдарын аяҡҡа баҫтырыу менән йыр башҡарыуҙың онотолған төрҙәре ла иҫкә төшөр?
Башҡорт көйҙәрен донъя халыҡтарыныҡы менән сағыштырғанда, бер һығымтаға килергә мөмкин: халҡыбыҙҙың музыка ҡоралдары араһында һуҡма инструменттар бик ҙур роль уйнаған, сөнки көйҙәребеҙҙең ритмик структураһы уҡ был хаҡта һөйләй. Нағара/нәғрә, дөмбөрҙәк һәм дөңгөр һымаҡ инструменттарҙы аяҡҡа баҫтырыу һәм шундуҡ фольклор ансамблдәренә индереү бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ, сөнки һуҡма инструменттар яһалышы яғынан да, башҡарыу өсөн дә башҡа инструменттарға ҡарағанда күпкә ябай.

Таңсулпан БУРАҠАЕВА.
(№36, 2004 йыл).

РЕДАКЦИЯНАН...
Гәзитебеҙ сыға башлаған тәүге йылдарҙа ошо онотолған музыка ҡоралдарын тергеҙеү тураһында бик йыш яҙҙыҡ. Милләтебеҙҙең музыка ҡоралдарының күплеге тураһында ғына түгел, хатта һәр береһенең ентекле һүрәтләнеше, яһалыу технологияларына тиклем мәҡәләләр баҫылды. Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа ошо музыка ҡоралдарын яһаусы, сәхнәләрҙә яңғыратыусы профессиональ һәм һәүәҫкәр оҫталар, башҡарыусылар бихисап. Йәш быуын вәкилдәре буҙ, һорнай, шөгөр, дөңгөр, ятаған, нәғрә тигән инструменттарҙы ишетеп тә, күреп тә белә, тиергә була. Был эш артабан да дауам итер, тигән ышаныстабыҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.03.22 | Ҡаралған: 321

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru