«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӨП УРАМЫБЫҘ...
+  - 

Өфөнөң рәсми бүленеше менән бер рәттән, халыҡ телендә йөрөтөлгән атамалары ла бар. Шулай уҡ баш ҡала халҡы йәмәғәт транспорты туҡталыштарын да элекке исемдәре менән әйтеүгә күнеккән. Мәҫәлән, тарихи үҙәк, яңы биҫтә, Конгресс-холл яғы, МВД районы, Горсовет, Октябрь проспекты һәм башҡа урындарҙың ҡайһы тирәлә булыуы бер кемдә лә һорау тыуҙырмай. Бөгөнгө һүҙебеҙ Октябрь проспекты тураһында.

Был проспект - баш ҡаланың төп урамы, тиһәк тә хата булмаҫ. Оҙаҡ йылдар ул Өфөлә берҙән-бер проспект булды, шуға күрә халыҡ уны ябай итеп "Проспект", тип кенә йөрөтә. Черниковка менән үҙәкте тоташтырған был юлдың оҙонлоғо 8 саҡрымдан ашыу. Проспектта ике яҡлап "хрущевка" йорттары тығыҙ урынлашҡан һәм был бында заманса, әллә нисә ҡатлы, иҫәпһеҙ-һанһыҙ сауҙа йорттары төҙөүгә ҡамасаулай торғандыр. Шуға ла уҙған быуаттың эҙе һаҡлана кеүек проспектта. Ленин майҙаны (халыҡсан телдә - Горсовет), Ғафури паркы бөтә өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының яратҡан урыны. Ләкин һуңғы ваҡытта парк тирәләй ҡуйырған һүҙҙәр күңелгә шом өҫтәй. Әгәр ҙә улар тормошҡа ашып, "йәшел ҡала" тигән исемде йөрөтөүсе Өфөгә йәм, йәшеллек өҫтәп ултырған парк ағастары ҡырҡыла ҡалһа, киләсәк быуын алдында нимә тип аҡланырбыҙ? Ҡоро бетон һәм таштан ғына торған ҡала ҡалдырмаһаҡ ине лә бит.
Октябрь проспектының үҙәгенә "Өфө" универмагы тирәһен, шулай уҡ Үҙәк баҙар эргәһен индерергә булалыр. Нәҡ ошо ике урында тормош ҡайнай кеүек: иртәле-кисле халыҡ ашығып-ашығып үҙ йомоштары артынан йүгерә. "Өфө" универмагы ваҡытында иң әүҙем эшләгән ҙур магазин булды һәм, әйтергә кәрәк, бөгөн дә ошо статусын һаҡлап ҡала килә. Ә ер аҫты үткәүелендәге баҙар инде нисә тиҫтә йылдар дауамында әүҙем эшләп килә. Уны бер ниндәй тыйыуҙар ҙа яба алманы - элекке кеүек үк, әбей-бабайҙар үҙ баҡсаһында үҫтергән уңышын тәҡдим итә, йәй етеү менән күҙ яуын алып торған сәскәләр һата башлайҙар, шулай уҡ бында балығын да, дарыу үләндәрен дә, кейем-һалым һәм башҡа әйберҙәр табырға була. Үҙенә генә хас тормош менән йәшәгән ошо бәләкәй баҙар утрауына теймәһәләр, бик яҡшы булыр ине.
Проспектта Фәндәр академияһының, Дәүләт циркының урынлашыуы был урамға бер мәртәбә өҫтәй. Цирктың бөгөнгө хәле күңелдә ауыр уйҙар тыуҙыра, ләкин яҡын киләсәктә ул матурайып, төҙөкләндерелеп, тағы ла үҙ ишектәрен асыуына шик юҡ, сөнки миллионлы ҡаланың үҙ цирк бинаһы булырға тейеш. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының төҙөкләндерелеүен ишетеү ҡыуаныслы. Балалар өсөн тәғәйенләнгән һәр нәмә иң матуры, зауыҡлыһы, хәүефһеҙе булырға тейеш. Элек театр янында балалар кафеһы була торғайны, унда һатылған тәмлекәстәрҙең тәмен онотоу мөмкин түгел. Ә бөгөн театрға барған ейән-ейәнсәрҙәрҙе тәмле-татлы ашатам тиһәң, әллә күпме квартал үтергә кәрәк. Шуға күрә ҡала, республика етәкселеге театр бинаһында йә янында нәҡ балалар өсөн тәғәйенләнгән кафе асыуҙы ла юллаһа, шәп булыр ине. Театр алдындағы балалар майҙансығына күҙ атыусылар булыуын ишетеп-күреп торабыҙ. Әлбиттә, иҫәпһеҙ-һанһыҙ машиналар өсөн парковка кәрәк, ләкин ул мотлаҡ балалар ҡыуанысын ситкә ҡуйып эшләнергә тейешме?
Проспект башында урынлашҡан Башҡорт дәүләт аграр университеты, Йәштәр һарайы, Өфө полиграфия комбинаты, "Мир" сауҙа йорто һәм башҡа объекттар был урамдың ғына түгел, ә тотош Өфөнөң билдәле урындары. Элек тә был тирә шау-гөр килеп торҙо, хәҙер ҙә шулай, ләкин бөгөн ул икенсе төрлө шаулай. Заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, үҙгәрештәр булған һәм артабан да буласаҡ. Уларҙы тик яҡшыға ғына юрайыҡ.

Әхмәт СИРБАЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.03.22 | Ҡаралған: 238

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru