«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АРТЫҒЫҘҘАН КӨЛ ҺИБЕП ҠАЛАБЫҘ!
+  - 

АҠШ һәм уның ҡуштандары тарафынан Рәсәй иҡтисадын емереү өсөн индерелгән санкциялар ике осло икәнен хәҙер беҙ генә түгел, ә уны ойоштороусылар үҙҙәре лә аңлай башланы.

Беҙҙең ил халҡы күптән инде төрлө йүнәлештәге 5 мең санкция аҫтында йәшәй, уларға яраҡлашып ҡына ҡалмай, хатта файҙаһын да күрә. Мәҫәлән, 2014 йылғы санкцияларҙан һуң "импортты алмаштырыу" тигән төшөнсә барлыҡҡа килде һәм меңәрләгән-меңәрләгән эш урындары асылды. Рәсәйҙә тиҫтәләрсә юғары технологиялы ҡорамалдар, бигерәк тә медицина тармағында, етештерелә башланы, ауыл хужалығы ныҡ үҫеште. Бөгөн илебеҙҙән 400-ҙән ашыу сит ил компанияһы китте, ләкин улар биналарын да, ҡорамалдарын да, технологияһын да, ә иң мөһиме, эшсе ҡулдарҙы ла ҡалдырҙы.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Бөтә донъя валюта фонды тарафынан Рәсәйҙә нығынған Латин Америкаһындағы кеүек ҡырағай капитализм илебеҙгә үҫешергә ирек бирмәне. Һәр предприятие уставында сит ил капиталын йәлеп итеп, уның етәкселеге составына теләгән кешеһен индерергә мөмкин булыуы билдәләнде. Хатта илебеҙ хәүефһеҙлеген тәьмин иткән оборона предприятиеларында ла океан аръяғы "ҡунаҡтары" оялай башлағайны. Ә үҙебеҙҙең олигархтар байлыҡтарын сит ил банкыларында һаҡлауҙы хуп күрҙе. Санкциялар комплексы индереү хәлде ҡырҡа үҙгәртәсәк - аҡса үҙебеҙҙә ҡалып, илебеҙ халҡы өсөн эшләйәсәк. Сил ил компаниялары китә, тип бер ҙә ҡайғырмайым. Миңә уларҙың ялтырауыҡлы әйберҙәре бөтөнләй кәрәкмәй. Электроникаға килгәндә иһә, быға тиклем дә Ҡытайҙа етештерелгәндәр менән ҡулландым. Телевизорым да, телефоным да, башҡа кәрәк-яраҡ та, хатта хажға барғандар бүләккә алып ҡайтҡан таҡыя, тиҫбеләрем дә ошо илдә етештерелгән.
Автоһәүәҫкәр булараҡ, мине ошо ҡырағай капитализм осоронда бер әйбер аптырата ине. Валюта курсы үҫһә, беҙҙә бензинға хаҡ арта, төшһә - тағы арта. Хәҙер үрҙә атап үткән Бөтә донъя валюта фонды булдырған биржа курсынан арынһаҡ, бәлки, яғыулыҡ-майлау материалына хаҡтар төшөр, сөнки олигархтарға офшор зонаһындағы төпһөҙ кеҫәләренә һумдар тултырыуҙан ни файҙа?
Нисек кенә булмаһын, был санкцияларҙан ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр ҙур файҙа күрәсәк. Берҙән, совет илендәге кеүек орлоҡ етештереү аяҡҡа баҫтырыласаҡ. Икенсенән, үрҙә әйткәнемсә, яғыулыҡ арзанаясаҡ. Өсөнсөнән, ауыл хужалығы техникаһы етештереү үҫешәсәк. Ә иң мөһиме, ауыл эшсәндәре ҡара тир түгеп тапҡан малды, продукцияны ғына ҡуллана башлаясаҡбыҙ. Әгәр ауыл кешеһенә тауарын һатыуы еңеләйһә, беҙ ҙә экологик яҡтан таҙа продукция ашарбыҙ. Утыҙ йылға туҡтап ҡалған авиация, электроника һәм башҡа бихисап тармаҡ яңыса һулыш аласаҡ. Тик яңы иҡтисади моделгә күскәнсе бер аҙ сабыр итергә тура киләсәк.
"Макдоналдс" һәм уның кеүек тиҙ әҙерләнә торған аҙыҡ тәҡдим иткән ресторандарҙың илебеҙҙән китеүенә шатланырға кәрәк. Мин үҙем бер ҡасан да "Макдоналдс", KFC һәм башҡа фаст-фуд менән сауҙа итеүселәрҙең продукцияһынан ауыҙ иткәнем булманы, ундай теләгем дә юҡ. Берҙән, 40 йыл хәләл көсөм менән эшләп алған пенсиямды буржуйҙарға биргем килмәй, икенсенән, аҡсамды сәләмәтлегемде ҡаҡшатыр өсөн етештерелгән ризыҡҡа тотонасаҡ түгелмен. Күптән түгел телевизорҙан бер әсә кеше һөйләне. Сирле балаһын врачҡа алып барһа, тәжрибәле медик: "Әгәр ҙә балағыҙҙы "Макдоналдс"ҡа йөрөтөүҙән туҡтатмаһағыҙ, миңә килеп тә йөрөмәгеҙ", - тип сығарған.
Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙем һәр ваҡыт атай-олатайҙар туҡланған традицион ризыҡ яҡлы. Ә американдар төрлө илдән йыйылған халыҡ, шуға күрә улар уртаҡ продукт итеп фаст-фуд уйлап тапҡан.

Сәйфулла ӘМИРОВ.
Көйөргәҙе районы.

"Киске Өфө" гәзите, №11, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.03.22 | Ҡаралған: 247

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru