«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИНТЕРНЕТМЫ, ГӘЗИТМЕ?
+  - 

Йәшерен-батырыны юҡ, бөгөн гәзит-журналдарҙы күберәк өлкән йәштәге кешеләр алдыра. Улар хаҡтарҙың артыуын, аҡса еткерә алмауын сәбәп итмәй, нисек итһә итеп, йыл һайын гәзиткә яҙылыу мөмкинлеген табырға тырыша. Алдынғы технологиялар үҫешеүенә һылтанып, матбуғатты бөтөнләй алдырмаусылар ҙа бар, гәзиткә яҙылыуҙың кәрәге лә юҡ, яңылыҡтарҙы интернеттан да уҡып була, тигән һүҙҙәрҙе лә йыш ишетергә тура килә.

Шәхсән үҙем, гәзиткә яҙылыуҙың кәрәге юҡ, тигән фекер менән һис кенә лә килешмәйем, хатта бәхәскә инергә әҙермен. Хәҙер күптәр телефон аша интернетта ултыра, экранда бер-бер артлы килеп сығып торған яңылыҡтарҙың күбеһенә иғтибар итмәҫкә лә өйрәнеп бөттөк инде, уларҙың күплегенән хатта баш ҡайнап китә. Араларында ысынбарлыҡҡа тап килмәгәндәре, йәғни "фейк"тары ла юҡ түгел. Кешенең иғтибарын теге йәки был хәлгә йәлеп итер өсөн ҡуйылғандарының да иҫәбе-һаны юҡ. Һеҙ нисектер, әммә мин интернеттағы мәғлүмәтте әллә ни иҫтә ҡалдырып бармайым. Күҙ йүгертеп сығам да, күпмелер ваҡыттан һуң уны бөтөнләй онотам. Гәзит-журналда уҡылғаны иһә айҙар, хатта йылдар буйы хәтерҙә һаҡлана, ваҡыты-ваҡыты менән уларға әйләнеп ҡайтыла.
Күңелде рухи яҡтан байытырлыҡ фәһемле, тәрән йөкмәткеле мәҡәлә йәки хикәйә уҡыр өсөн телефон экранына күпме текләп ултырырға кәрәк! Был бит һаулыҡҡа, бигерәк тә күҙҙәргә зарарлы.
Гәзиттә баҫылғанды яйлап, күҙҙәрҙе ял иттереп, ваҡыт булған һайын уҡырға мөмкин.
Кеше хәҙер күләмле мәҡәләләр, хикәйәләр уҡымай, ҡыҫҡа ғына яҙылғандарына өҫтөнлөк бирә, тигән фекер менән дә килешмәйем. Беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт китап, гәзит-журнал булды, әле лә шулай. Әсәйемдең: "Был хикәйәнең дауамын нисек кенә көтөп алырға икән?" - тип түҙемһеҙләнеп йөрөгәнен йыш ишетәм. Ҡыҙыҡлы мәҡәләне уҡый башлай ҙа, эш-көштәрен тиҙерәк теүәлләп, йәһәтләп шуға ултыра һала. Атай иһә почтальонды ҡәҙерле ҡунаҡтай күреп, тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп көтә. Өйҙә бынан бер нисә йыл элек алдырған бик күп журналдар ҙа һаҡлана, уларҙы ҡат-ҡат уҡып сығабыҙ. Үҙемдә һаҡланғандарын китапханаға тапшырам, таныштарыма таратам. Матбуғатҡа яҙылырға мөмкинлеге булмағандарға бик тә ярап ҡала был ысул. Интернеттағыларын ҡабат уҡып сығайым тиһәң, уларҙы эҙләүгә байтаҡ ҡына ваҡыт китә, күп осраҡта табып та булмай йә исемдәре онотолоп ҡуя. Ҡағыҙға баҫылған мәғлүмәт оҙаҡ йылдар дауамында һаҡлана, гәзит битендә үҙҙәренең фотоларын күреп, кеше үткән йылдарына әйләнеп ҡайта. "Ҡайһылай йәш, сибәр булғанмын ул!" тип хәтирәләрен яңырта.
Интернеттың уңайлыҡтары күп, әлбиттә, әммә нисек кенә булмаһын, ҡағыҙ баҫманың абруйы һәр ваҡыт юғары буласаҡ, сөнки кеше барыбер ташҡа баҫылған һүҙгә нығыраҡ ышана.
Заманса технологияларҙы инҡар итеүем түгел был, бары тик ҡағыҙ баҫма менән улар араһындағы айырмалыҡтарҙы байҡауым ғына. Йәшәйештә көндән-көн төрлө үҙгәрештәр булып торһа ла, киләсәктә гәзит-журналдар бөтмәҫ, тип өмөтләнәйек әле.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.03.22 | Ҡаралған: 222

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru