«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘМӘШҒҮЛДӘР ҺАЛЫМДАН ҠУРҠМАЙ ЭШЛӘЙ
+  - 

Федераль закондың һөнәри килемгә һалым индереү буйынса 3-сө һәм 5-се статьяларына үҙгәреш индереү тәжрибәһе уңышлы тип танылды. Һөнәри килемгә һалым - ул физик шәхестәргә (үҙмәшғүлдәргә) һәм эшҡыуарҙарға тәғәйенләнгән махсус һалым режимы. Улар өсөн түбән һалым ставкаһы билдәләнгән: физик шәхестәр өсөн - 4 процент, шәхси эшҡыуарҙарға - 6 процент. Башҡа мотлаҡ түләү юҡ. "Һөнәри килемгә һалым республикала ике йыл элек, йәғни 2020 йылдың 1 ғинуарынан тәжрибә рәүешендә индерелде. Ошо осорҙа һалым түләүсе сифатында 77 мең кеше иҫәпкә торҙо. Былтыр Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр бюджетҡа 168 миллион һум һалым түләгән. Был һан 2020 йыл менән сағыштырғанда биш тапҡырға күберәк. Һөҙөмтәлә түләүселәр бер йылда 10,6 миллиард һум эшләне, йәғни 77 мең кеше үҙенең бизнесын рәсмиләштерҙе һәм 10 миллиардтан ашыу һум "күләгәнән" сыҡты", - ти Константин Толкачев. Федераль законға үҙгәреш индереү һөнәри килемгә һалым түләүселәр һанын арттырырға һәм күләгәләге килемде артабан законлаштырыуға булышлыҡ итәсәк. Мәләүез ҡалаһынан үҙмәшғүл Ынйы ӘҺЛИУЛЛИНА һөйләй:

- Мин үҙем һалым законындағы үҙгәреште ҡыуанып ҡаршы алдым. Ике юғары белемем булһа ла, декрет ваҡытында, тағы бер һөнәрем булһын әле, бәлки, киләсәктә кәрәге тейер, тип, косметологҡа уҡып сыҡтым. Ҡулымда сертификат, кәрәкле ҡорамалдар булғас, ваҡыт булғанда тәүҙә яҡын кешеләремә, яҡшы таныштарыма хеҙмәт күрһәтә башланым. "Йүкә телефон" бик яҡшы эшләй бит ул. Бер ниндәй реклама яһамаһам да, тиҙҙән клиенттар үҙҙәре шылтырата, таба башланы. Үҙемә лә яңы һөнәрем оҡшаны. Клиенттарымдың йылы һүҙҙәре, рәхмәттәре күңелемде үҫтерҙе. Тиҙҙән декреттан һуң тап ошо эшем буйынса эшләйәсәгемде белә инем инде. Ҡаланың матурлыҡ салондарының береһендә ҡуртымға бүлмә алдым. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡәнәғәт йөҙөн күреү миңә тырышып эшләргә этәргес булды. Тик эшҡыуар булып рәсми теркәлмәгәс, һалым түләүсе булараҡ иҫәпкә тормағас, күңелдә һәр ваҡыт шик-шөбһә аптырата ине. Таныш булмаған кеше алдан яҙылырға шылтыратһа, яуап бирер алдынан тәүҙә социаль селтәрҙәрҙән уның тураһында мәғлүмәт эҙләйем. Шикләнерлек бер нәмә лә тапмаһам ғына яуап бирә инем. Бынан ике йыл элек һөнәри килемгә һалым индереү тураһында закон проекты барлыҡҡа килгәс, үҙмәшғүл булып теркәлдем дә хәҙер рәхәтләнеп эшләйем. Хәҙер үҙемде ситлектә ултырған һымаҡ тоймайым. Киреһенсә, хеҙмәт төрҙәрен күбәйтергә, эшем буйынса яңынан-яңы курстар үтергә, уҡырға, тәжрибәмде арттырырға теләйем.
Хәҙер үҙ-үҙемде рекламалауҙан да, һалым органдары тарафынан тикшереүҙәрҙән дә, законһыҙ эшҡыуарлыҡ өсөн штрафтарҙан да ҡурҡмайым. Өҫтәүенә, банктан кредит алырға ла була, сөнки уны юллағанда килемде рәсми рәүештә күрһәтеү мөмкинлеге бар. Шуға күрә матурлыҡ индустрияһында эшләгәндәргә, йәғни етәксеһе һәм ҡул аҫтында эшләүселәре булмаған, үҙенең эшен барыһын да үҙе башҡарған таныштарыма табыш килтергән шөғөлөн рәсмиләштерергә кәңәш итәм. Һалым күләме лә ҙур түгел, ни бары 4 процент. Яңыраҡ уның тағы бер өҫтөнлөгөн белдем: рәсми рәүештә эшләп тә үҙмәшғүллек менән шөғөлләнергә мөмкин икән. Мәҫәлән, мин декреттан һуң үҙемдең элекке эшләгән урыныма сыҡһам да, әлеге шөғөлөмдө дауам итә алам.

Лена АБДРАХМАНОВА
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №11, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.03.22 | Ҡаралған: 224

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru