«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАТТАР ЯҘҘЫМ УЛТЫРЫП, АҠ ҠАҒЫҘҘЫ ТУЛТЫРЫП...
+  - 


Бик боронғо, был донъяның үҙе йәшендәге тарих был - хат яҙышыу. Хәбәрләшеү өсөн кәрәкле саралар булмаған хәлдә лә әмәлен тапҡан халыҡ: төйөнсөккә күмер, көл, тупраҡ, ашлыҡ бөртөктәре, сәскә йә үлән кеүек үҙ заманы өсөн мәғлүмәти ғәмәл үтәүсе һәм ниндәйҙер хәл-ваҡиға тураһында "һөйләүсе" әйберҙәр төйнәп ебәрә торған булғандар һәм уны алған кеше "хат" йөкмәткеһен бик яҡшы аңлаған. Пергамент, папирус һәм, ниһайәт, ҡағыҙ уйлап табылғанға тиклем ташҡа, туҙға, тире-күнгә , балауыҙ йә балсыҡ таҡтасыҡҡа яҙғандар. Халҡыбыҙ телендәге "Тарих яҙыр инем ташына", "Туҙға яҙмаған хәбәр" тигән һүҙбәйләнештәр шул замандарҙан килә бит. Йыйын, туй, йә булмаһа, башҡа ваҡиғалар айҡанлы, әкиәт һәм риүәйәттәрҙә әйтелеүенсә, "ат еткән ергә - ат, хат еткән ергә хат" ебәргәндәр. Тимәк, әкиәттең үҙе кеүек боронғо хәбәрләшеү йолаһы - эпистоляр жанрҙы башҡорт халҡы ла әүҙем файҙаланған. Һәр осраҡта ла хаттың төп әһәмиәте - алыҫ ерҙәрҙе яҡынайтып, кешеләр араһында бәйләнеш булдырыу, хәл-әхүәл белешеү, кәңәшләшеү, уй-ниәттәр менән уртаҡлашыу һәм ... был ғына ла түгел.

Ниндәйҙер бер осорҙа шул заман сәйәсәтенә ҡағылышлы һәм тарих ағышын ҡырҡа бороп ебәрерҙәй хаттар ҙа була. Мәҫәлән, В.И.Лениндың 1922 йылда РКП(б)-ның ХШ съезына төбәп, "генсек булараҡ, Сталиндың үҙ ҡулдарында ғәйәт ҙур власть туплап өлгөрөүе һәм ошо власты дөрөҫ файҙалана алыуына шик булыуын" белдереп яҙылған хатынан тейешле һығымта яһалмау сәбәпле, артабан бының оло тарихи фажиғәгә килтереүен яҡшы беләбеҙ. Ә бит хатты уҡығандан һуң Сталин отставкаға китергә лә ниәтләнә, ләкин Үҙәк Комитет ағзаларының күрәғаралығы, ҡаты сирле юлбашсының мөһим сәйәси документ булған хатын һанламауҙары арҡаһында Сталин илде ҡанға батыра.
Хаттар, хаттар... Ә халҡыбыҙҙың легендар батырҙары Батыршаның, Салауаттың, Буранбайҙың яҙған хаттары һуң! "Башҡорттарҙы батшаға ҡаршы баш күтәрергә саҡырып өндәмә яҙған, аҙаҡ тотҡонда батшаның үҙенә яҙған Батыршаның, ҙур түрәләрҙән уҙып, аҡ батшаға барып юлыҡмаған был табаҡ-табаҡ хаттары, дәүләт архивында һаҡланып, быуаттар буйы беҙҙең көндәргә килеп еткән",- тип яҙа Ғайса Хөсәйенов үҙенең "Ил азаматтары" китабында. Батыршаның хаттарын ул 18-се быуат урталарының ҡиммәтле яҙма ҡомартҡыһы ғына түгел, ә шул заман тарихын, халыҡтың көнкүрешен, уйҙарын, теләктәрен йәнле хикәйәләүсе ҙур әҙәби-тарихи әҫәр дәрәжәһенә торошло ҡулъяҙма тип атай. Буранбайҙың хаттары иһә халыҡ күңелендә йыр булып йәшәүен дауам итә. Ә Салауат һуң! Әмәлен табып, Өфө төрмәһенән иректәге көрәштәштәренә яҙған хаттары! "Үкенескә, архив кәштәһендә шул хаттарҙың тик берәүһе генә, дошман ҡулына эләккәне генә, һаҡланып ҡалған. Салауаттың тышҡы донъя менән тығыҙ бәйләнештә булғанын ошо хат буйынса үткәрелгән тәфтиш ҡағыҙҙарынан да күрергә мөмкин" (Мирас Иҙелбаев "Юлай улы Салауат"). Бына бит, ҡул-аяҡтары бығаулы хәлдә лә, ете ҡат ҡораллы һаҡ аҫтында ла юлын-йүнен табып, тотҡонлоҡтан хаттар яҙған батырҙарыбыҙ ҡулъяҙмалары ҡиммәтле тарихи документ, киләсәк быуындарға оран булып, халҡына килеп еткән.
Эпистоляр жанрҙа мөхәббәт хаттары ла ҙур ғына урын биләй. Пушкиндың - Натальяһына, Тургеневтың - Полинаға, Наполеондың - Жозефинаға, Черчилдең - Клементинаға, Хэмингуэйҙың - Марленға, Рәмиҙең яуапһыҙ йәшлек мөхәббәте Мариятҡа яҙған хаттары шәхси хистәр "ҡойоно" ғына түгел, ә классик әҙәби әҫәр кимәленә күтәрелә алған юғары кисерештәр донъяһы; был бөйөк шәхестәр - һөйгән йәрҙәрен үҙ тормоштарына, ижад һәм көндәлек ғәмәлдәренә илһам биреүсе алиһәләр заты итеп күрә белгән талант эйәләре. Һөйөү утында яныу, ғашиҡ булыу өсөн дә, күрәһең, талант кәрәк.
Хаттар, хаттар... Улар араһында тетрәндерерлек оло, тағы бер ғибрәтле донъя - тарих ята: фронт хаттары. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бәхет ҡошсоғолай өсмөйөш ҡанатлы һалдат хаттары тылдағы аслыҡты ла онотторған, өшөп күшеккән тән һәм йәндәрҙе лә йылытҡан. Фронт хаттары - үҙе бер ҙур тарих ҡына түгел, шул йылдарҙың ҡағыҙҙа ҡалған яҙмыштар сағылышы, ҡиммәтле документтар йыйылмаһы ла ул. Улар әле булһа бик күп ғаиләләрҙә изге бетеү кеүек күреп һаҡлана. Ошо хаттарҙы йыйып, туплап, китап итеп баҫтырғанда йәш быуындар өсөн ниндәйен дә тәьҫирле көскә эйә тормош дәреслеге булыр ине ул.
Ҡыҙғаныс, әммә бөгөн хатта әрме сафында хеҙмәт иткән егеттәр менән дә хатлашыуҙар туҡтаны. Ҡыҙҙар һәм егеттәр бер-беренә һағынышлы һөйөү хаттары яҙышмай, хат алыу һөйөнөсөнөң ни икәнен дә белмәй, тимәк. Заманса, һаран ғына смс-хәбәрҙәр менән алмашалар, күрәһең. Улар ғына түгел, бөтөн ғаләм шулай яҙыша, аңлаша, хатта яратыша, табыша-ҡауыша бөгөн...
Тик бындай яҙышыуҙарҙың йәне лә, хисе лә, тәме лә юҡ кеүек шулай ҙа. Күҙ нурҙарын түгеп, аҡ ҡағыҙҙы тултырып, электрон хәрефтәр йыйып түгел, ә ҡулға ручка-ҡәләм тотоп яҙылған ҡағыҙ хат-хәбәр һәм сәләмдәргә танһыҡланы күңел. Элегерәк гәзит редакциялары ла тоҡлап тиерлек хаттар алып ҡыуана ине. Хат яҙырға, фекерен белдерергә яратҡан, хат теле һәм ҡөҙрәтенең ҡәҙерен белгән битараф булмағандар быуыны беҙҙе ташлап китеп бөттө, ахыры... Бөгөнгө быуын милләттәштәр, гәзит уҡымағас, хат та яҙмайҙар. Бары тик халҡына әйтер һүҙе булған бер нисә генә әүҙем авторыбыҙ бар, бәхеткә. Һау ғына була күрһендәр, артабан да яҙып торһондар.
Ғүмерендә лә хат яҙып ҡарамаған быуындар үҫеп килә түгелме? Улар, иманым камил, хат яҙыу тәртибен дә, мәҙәниәтен дә белмәйҙер әле, моғайын. Интернеттағы Бәйләнеш хәбәрҙәрен уҡырға тура килгәндә, сәстәр үрә тора, юғиһә. Үкенескә, был йәштәрҙә генә түгел, өлкән йәштәге кешеләрҙә лә күҙәтелә: хәреф һәм стилистик хаталар күп, тыныш билдәләре бөтөнләй һанға һуғылмай, ә инде эт ашамаҫ һүгенеү һүҙҙәре өтөр урынына тиерлек ҡулланыла. Былары бер булһа, ҡайһы бер комментарийҙар төркөмөнә һөҙөшкәк һөмһөҙ һыйыр һымаҡ килеп инеп, әрепләшергә, башҡаларҙы кәмһетергә яратҡандар ҙа бар.
Әйткәндәй, ошо араларҙа ғына Башҡортостанда хат яҙышыу буйынса Бөтөн Рәсәй конкурсының төбәк этабы башланды. "Рәсәй почтаһы", М.В.Ломоносов исемендәге МДУ менән БР Мәғариф һәм фән министрлығы ҡатнашлығында "Иң яҡшы хат яҙыу дәресе" тип аталған был сара бирелгән темаларға мәктәп уҡыусылары араһында ойошторола. Уның төп маҡсаты - тормошобоҙға хат мәҙәниәтен ҡайтарыу, туған телебеҙгә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, тип әйтелә эпистоляр конкурс положениеһында. Шуныһы ҡыуаныслы: республикабыҙҙан был конкурста ҡатнашыусылар йыл һайын алдынғы урындар яулай икән. Былтыр, мәҫәлән, Ауырғазы, Бишбүләк, Күгәрсен, Миәкә райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ҡатнашыусы һигеҙ уҡыусы һәм бер уҡытыусы еңеүсе һәм лауреаттар булып танылған.
Ошо уңайҙы файҙаланып, уҡыусыларыбыҙға бер тәҡдим: әйҙәгеҙ, төрлө темаға хат яҙышып алайыҡ. Был тажзәхмәт тигән дошман беҙҙе нисек кенә сикләргә тырышһа ла, тормош дауам итә. Айырым райондарҙағы, ҡайһы бер ауылдарҙағы халыҡ элеккегә ҡарағанда ла әүҙемләште һымаҡ. Туйҙар үтә, кемдәрҙер геү килеп "Байыҡ"ҡа әҙерләнә, икенселәр "Айыҡ ауыл" конкурсында еңеп сығыу өсөн ең һыҙғанған, башҡа төрлө мәҙәни саралар ҙа үткәрелеп тора. Ә республика ағинәйҙәренең әүҙемлеге менән берәү ҙә ярыша алмай: улар үҙ-ара аралашыуҙарҙы дауам итә, боронғо кәсептәрҙе тергеҙә, үҙҙәре лә спорт менән шөғөлләнә, балаларҙы ла тауға сана шыуырға йә башҡа сараларға йәлеп итә. Ҡыҫҡаһы, мөхтәрәм йәмәғәт, һеҙҙән "Хаттар яҙҙым ултырып" рубрикаһына матур йөкмәткеле хаттар көтәбеҙ. Иң матур хат яҙыусыны беҙҙең бүләк көтә.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.03.22 | Ҡаралған: 271

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru