«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДАН ЮЛЫНЫҢ ТУҘАНЫН (Аҙағы)
+  - 


Шул арала Исчурин өҫтәлгә папка сығарып һалды. Уны ҡәҙерле әйберҙәй һыйпап алды. Ҡалын ғына үҙе.
- Беҙҙең хеҙмәттәшлек емеше. Һеҙҙең органдарҙа һаҡланған "дело"ғыҙ, иптәш Хөбөтдинов, агент ХИС, - ҡунаҡ рәсми телгә күсте. Идеал күҙҙәрен сырт-сырт йомдо, шунан, тигәндәй, ҡәһәрле ҡунағына баҡты ағарынып.
- Заманалар үҙгәреп тора, тағы хеҙмәтегеҙгә мохтажлыҡ тыуҙы. Тормош бит, гүйә, ҡуласа - бер быуа әйләнеп ала ла, кире ҡайта. Әйләнә лә бер баҫа, тиҙәрме әле халыҡта? Бына, ул тағы осраштырҙы беҙҙе...
- Һеҙ миңә кире стукач булырға тәҡдим итмәксеһегеҙме? - Идеалдың тауышы ҡалтыранып, нәфрәтләнеп сыҡты.
- Ярһымағыҙ, дуҫ. Беҙ дуҫтар ҙа баһа… Ватанға хеҙмәтте стукачлыҡҡа тиңләйһегеҙме? Ярамай улай… Ярамай… - Исчурин Идеалдың күҙҙәренә тура текләп, тыныс тауыш менән яйлап әйтте быларҙы.
- Мин… Мин… - Идеал һүҙҙәренә сәсәне, теләгәнен әйтә алманы.
- Беҙ тормош күргән ир уҙамандар, йәш-елкенсәк түгел... Сабыр булайыҡ.
- Ватанға ҡорал тотоп хеҙмәт итәләр илгә ҡурҡыныс янағанда. Мин быға һәр ваҡыт әҙер… Башҡаһына риза түгелмен… Кабинеттан сығып китеүегеҙҙе һорайым.
- Ҡорал тотоп, тиһегеҙме? Ватанға түгел - Сафроновҡа хеҙмәт иткәнегеҙҙе оноттоғоҙмо ни? Шәп булғас, нишләп шул яуызға йоҙороҡ менән ташланманығыҙ, намыҫығыҙҙы яҡламанығыҙ?
- Һеҙ… Һеҙ сафроновтарҙы ауыҙлыҡларға тейеш инегеҙ башҡалар үҙ бурыстарын Ватан алдында лайыҡлы атҡарһын өсөн… Ә һеҙ Сәғитов ишеләргә, үҙ фекере булғандарға, бысраҡ яғып, уларҙы юҡҡа сығарыуҙа әрһеҙлек күрһәттегеҙ…
- Мин бында бәхәсләшергә килмәнем, Хөбөтдинов иптәш. Элекке ише хәҙер һүҙ беректереп кенә эшләмәйбеҙ. Контракт төҙөйбөҙ. Сумыртып аҡса түләйбеҙ. Танышығыҙ ҙа, ҡул ҡуйығыҙ ошонда, агент ХИС. Ике һүҙҙең булыуы мөмкин түгел, әгәр был папка журналистарҙың ҡулына эләкмәһен тиһәгеҙ, - Идеалдың алдына ҡағыҙ сығарып һалды. - Әйткәндәй, музейығыҙға күҙ һалырға ине. Маҡтап һөйләйҙәр. Тағы шуныһы: орден ҡағыҙҙарына ҡул ҡуйылған - дүртенсе баҫҡыс "Ватан алдында ҡаҙаныштары өсөн" орденына. Оҙаҡламай үҙегеҙҙе Кремлгә саҡырасаҡтар. Дәүләттең юғары наградаһы - орден көтә һеҙҙе!.. Ишетәһегеҙме?.. Иртәгәһе көнөңдө уйларға кәрәк. Инде шундай үрҙәргә күтәрелеп, бысраҡ исемегеҙ сыҡһа, балаларығыҙға рәхәтме? Сыпраңламағыҙ, Хөбөтдинов, ой, сыпраңламағыҙ!..
Идеал башын эйеп тик ултырҙы. Уны мөйөшкә алып килеп терәнеләр. Шулай уҡ сирек быуат ҡаҙаныштары, кисергән ҡыуаныстары, ғаиләһенең, туған-тыумасаһының, таныш-белештәренең ғорурлығына, таянысына әүрелгән ил ағаһы тағы бысраҡҡа буянырмы? Был хәлдән ҡотолоу сараһы бармы? Беҙ тоҡта ятмай, ҡасан да булһа төртөп сыға. Хөбөтдиновтың да "герой"лыҡтары фашланасаҡ. Ниндәй ғәрлек!
Исчурин алдына һалған ҡағыҙға ынтылды Идеал, күҙ йөрөтөп сыҡты.
- Танышығыҙ, уйлағыҙ! Бер тәүлек ваҡыт... Иртәгә ошо мәлдә киләм. Ҡул ҡуйылған булһын, - ҡунаҡ ҡаты итеп өҫтәлгә устарын һалды.

* * *

Исчурин сығып киткәс, Хөбөтдинов сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. "Юҡ, ҡул ҡуймайым! Ҡапаҡлай, гәзиткә яҙҙырам тип. Үҙенең дә исеме сығасаҡ улай булһа. Органдарға асыҡлыҡ кәрәкмәй. Улар гел йәшерен эшләй. Әгәр башҡа этлек уйлап сығарһасы? Эштән ҡыуҙыртһасы? Их, тағы бер йыл ғына түҙмәне, отставкаға китер ҙә барыр инем илле һигеҙ йәштән. Дөрөҫ әйтә, заманалар үҙгәрҙе, тағы шымсылар кәрәк. Ҡасан да тыныс, кешеләрсә йәшәй алырбыҙмы һуң? Ҡуймаҫ инде был бәндә. Ҡалайтырға, ни сараһын күрергә?" - Идеал, кәңәшмә барышында төрлө уйҙар уйлап, иләҫ-миләҫ ултырҙы. Йыйылған кешеләрҙе аптыратып, урынһыҙ һүҙҙәр ҡатты.
Ниндәй михнәттәр аша үтеп, иркенләп йәшәй, хеҙмәттәренең емештәрен йыя башлағайны бит. Башҡа үрләмәһә лә риза. Ошо урында маҡталып эшләп, ялға китһә, олпат, дәрәжәле аҡһаҡал, берәй йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе сифатында президумдарҙа ултырыр, тантаналарҙың түрендә йөрөр, ил ағаһы булып танылыр, гәзиттәрҙә ҙурланыр ине. Юлын ҡыялар, тағы хурлыҡлы аҙымға этәрәләр. Юҡ, ул башҡа үҙен бәҫһеҙләмәйәсәк!
Болоҡһоған күңелен саҡ баҫып, кәңәшмәне тамамлап ҡуйырға көс тапты. Хушлаша була өҫтәле артынан ҡалҡына башлағайны, сайҡалып китте, күҙ алдындағы бар нәмә һикерешә, бер алыҫая, бер яҡыная һымаҡ күренде. Инде торҙом тигәндә, кәүҙәһе үҙенән үҙе ситкә янтайҙы, тотонор, таяныр терәк эҙләне, тик өҫтәлдәге барлыҡ әйберҙәрҙе һыпырып төшөрҙө лә, артынса үҙе лә иҙәнгә ауҙы. Кабинеттан сығып өлгөрмәгән халыҡ аһ итте. Сыуалыш, мәшһәр ҡупты:
- Идеал Салютович, ни булды? Имгәнмәнегеҙме? - бер ни аңламанылар, яҙа баҫып ҡоланы тип уйланылар.
Идеал ниҙер мөңгөрләне. Ауыҙын аса алманы. Телен йотҡан һымаҡ хис итте үҙен. Күҙҙәрен тултырып, эйелгән коллегаларына мөлдөрәп текләне. Ҡулы ла, аяғы ла эшләмәй, кәүҙәһе түмәр кеүек. Ҡайҙа осто, ни булды? Һүрән яҡтылыҡтан башҡа бер ни юҡ тирә-йүнендә. Ул да, һүрелә барып, тома ҡараңғылыҡҡа сумды.
- Тиҙерәк, скорый! Скорый! - тигән тауыштарҙы ишеткәндәй булды ла аңын юғалтты.

* * *

-Күҙен асты, - тауыш бик алыҫтан килде. - Врачҡа тиҙерәк әйт!
Ул ҡайҙа? Ниндәй хафалы тауыш? Тороп ултырырға кәрәк, тигән уй килде Идеалдың башына. Тик был ни ғиллә - ҡулы ла, бото ла юҡ. Кәүҙәһе лә бөтөнләй юҡ. Ниҙер күрә һүрән яҡтылыҡта, тауыштар ишетә, уйлай ҙа һымаҡ. Нишләп һуң кәүҙәһен тоймай?
- Идеал Салютович, мине ишетәһегеҙме? Ишетһәгеҙ, керпек ҡағығыҙ, - ир тауышы килде.
Керпектәреп ҡаҡты.
- Ишетә, күрә, - тине ҡәнәғәт тауыш.
Идеалды инсульт йыҡҡайны. Министр урынбаҫарын иң көслө табиптар ҡараны, иң шифалы дарыуҙар бирҙеләр. Оҙаҡ терелде, оҙаҡ һауыҡты. Ярты йылға яҡын ятып китте дауаханала. Тороп ултырҙы, кеше ярҙамында булһа ла атлап китте. Мөмкин булғанын эшләнек, инде яҡындарығыҙ ҡарауына тапшырабыҙ, аяҡҡа баҫып китеүегеҙгә өмөттәр ҙур, тип ҡанатландырып, өйөнә ҡайтарҙылар. Ауырлыҡтың ҙуры артта, тип ҡыуанды Идеал, өйҙә ҡәҙимге йөрөй, һөйләшә башлағас. Исчуриндан ҡотолдом, тип тағы бер шатланды. Инде йәшәр, бәлки, эшенә башҡа сыҡмаҫ. Зыяны юҡ - ғәфү итерлек сәбәп.
Хәҙер ваҡыты күп. Үҙ-үҙенә бирелеп, көндән-көн дүрт стена артында ултырғас, уйҙар даирәһендә йөҙә. Артҡа әйләнеп ҡарап, тормошоноң төрлө миҙгелдәрен байҡай, ул йә был хәлде иҫләп, йә ҡыуана, йә көйөнөп ала, шунан, эйе, булды шул, тип ҡуя. Алһыу Ғайнан ҡыҙына ҡағылышлы хәтирәләренән дә айырыла алмай. Биргән вәғәҙәһен үтәмәне. Никах уҡытып, йәшерен хәләле булырға теләгән ҡатынға: "Был бик етди аҙым, уйлашайыҡ", - тине лә, аныҡ һүҙ әйтеүҙе һуҙып тик килде. Шулай аралары һыуынды. Өфөгә тәғәйенләнеүе ҡапыл булғайны, күсенеү мәшәҡәттәре, яңы урында юғары вазифа эшенә егелеп китеү байтаҡ ваҡыт талап итте. Күҙ-баш алғансы, ана, баш ҡалаға килеп төпләнеүенең өсөнсө йылын да ваҡлаған. Һай, ғүмеркәй, һеүләп үтеп бара бит.
Идеал телефонға үрелде. Теге оста яғымлы тауыш ишетелде. Аңлаштылар, бер-береһенән ғәфү үтенештеләр, ҡалайтаһың, яҙмыш, тиештеләр.
"Ватан алдында ҡаҙаныштары өсөн" орденын, ауырып китеү сәбәпле, Кремлдә алыу бәхете теймәне. Тейешле хужаһына тапшырыу өсөн награданы республикаға оҙаттылар. Тыуған төбәгендә лә ҙур тантанала түшенә ҡаҙатыу насип булманы уны Идеалға - өйөнә алып килеп бирҙеләр.

* * *

-Ҡотолдо, сволочь, - Исчурин, Хөбөтдинов тураһында хәбәрҙе ишеткәс, сығырынан сыҡты. - Мәмәй ауыҙ. Шул тиклем йөрәгемә яҡын алмаһамсы... Әҙәм аҡтығы. Үс итеп фаш итәм мин уны. Башҡа агенттарға фәһем өсөн. Әйҙә, белһен бөтәһе лә, кем менән ғорурланып йөрөгәндәрен. Балаларына, туған-тыумасаһына оят булһын.
Ҡапыл тоҡанып киткән Исчурин шулай уҡ тиҙ һүрелде. Ни тиһәң дә, үҙе ҡағылды кеше яҙмышына, аҙағы, ана, ҡайһылай яман килеп сыҡты. Ул бит бөтөнләй йәнһеҙ дәүләт машинаһына әүерелмәгән. Үс алырға яҫҡыныуы урынһыҙ, ваҡсыл аҙым һымаҡ тойолдо кеше бәхетһеҙлеге алдында. Ысынлап та, үҙе шәпме? Ҡылған ғәмәлдәренә тыуған иле шулай уҡ мохтажмы? Бәлки, башҡа төрлө яҡларға, һаҡларға кәрәктер Ватаны мәнфәғәттәрен? Был һорауҙарға яуапты Исчурин белмәй. Уның эше баш ватыу, күңел кисерештәрендә соҡоноу түгел - нимә ҡушалар, шуны үтәй. Тырыша, наградалары ла байтаҡ шуға. Генералға етмәһә лә, полковник погондарын йөрөтә. Уның менән дә бар нәҫел-нәсәбе ғорурлана, бер генә ҙур ҡунаҡтан да ҡалдырмайҙар, гел иң түргә ултырталар.
Йөрәкһеп, ҡала урамдарынан йәйәү атланы Исчурин. Ағиҙел күперенә барып сыҡты. Портфеленән Хөбөтдиновтың "дело"һын алды, уның һәлмәклеген тағы бер ҡат самалап, ҡулында уйнатҡыланы. Ваҡ, мәғәнәһеҙ ине ошо папканы йыйнау өсөн атҡарған эш-ғәмәлдәре. Кеше яҙмышын емереүгә торорлоҡ инеме ни улар?
Асырғанып, папканы йылғаға ташланы. Уның ағып барыуын оҙаҡ ҡарап торҙо.
- Мин түгел, Аллаһы Тәғәлә хөкөмдар әҙәми заттың ҡылған ғәмәлдәре өсөн. Идеал Салютович, кисер, әгәр был һүҙҙәр хәҙер урынлы булһа. Яҡшы, матур кеше булып йәшә ғүмерең аҙағынаса, баҡыйлыҡҡа күскәс тә шулай булып ҡал ерҙәгеләр өсөн, - тине йылғалағы аҡ тап һыу төбөнә киткәс. Фәҡәт ошо миһырбанлығы, күңелен тамам ҡәбәхәтләнеүҙән аяп, Исчуриндың йөрәген, бәлки, ғүмере буйы йылытып торор.

* * *

Эй, кеше бәхет өсөн ергә килгән зат, ни тип береңде-берең ашайһың, буш ялтырауыҡ артынан ҡыуаһың, дан-ҡөҙрәткә, малға туймайһың? Шулмы һиңә төҫ? Ғүмереңде нимәгә сарыф итәһең?
Хөбөтдинов Идеал Салют улы бәхет өсөн тыуғайны. Уны тормош боҙҙо, ялған юлға сығарҙы.
Исчурин Валерий Айҙар улы үҙ ихтыяры менән ҡанһыҙ әҙәмгә, дәүләт машинаһының аяуһыҙ бер шөрөбөнә әүерелдеме ни? Әлбиттә, юҡ. Ул да тик бәхет, лайыҡлы тормош өсөн тәүләп яҡты донъяға ауазын биргәйне…
Яҙмыш, тибеҙ, тәҡдир, тип өҫтәйбеҙ, юғары маҡсаттарға, дәүләт мәнфәғәттәренә һылтанабыҙ… Ҡуйсы, кеше, аҡланма…

(Аҙағы. Башы 3-10-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.03.22 | Ҡаралған: 221

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru