«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫШҠЫ АТ ЯРЫШТАРЫ...
+  - 


Беҙ һабантуйҙарҙа ғына күҙәтергә күнеккән ат бәйгеһе Бөрйән районында быйыл 54-се ҡыш ҡабатлана. Был ярышҡа үҙ ваҡытында "Бөрйән" совхозында директор булып эшләүсе Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов 1969 йылда башланғыс һала. Тәүге тапҡыр 6 ҡатнашыусы - Әтектән Баймөхәмәтов Рәхимйән, Әбүбәкиров Ғәзетдин, Мәндәғолдан Иманғолов Илгизәр, Яңы Собханғолдан Вәлиев Нуриман, Иҫке Собханғолдан Григорьев Николай һәм Ғиззәтуллин Хибаб бәйге тота.

Йыл да 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналып үткән ат ярышы быйыл бер аҙ һуңлабыраҡ, 6 мартта уҙҙы. Бәйге үткән "Күҙәмбәт" яланы халыҡтың күплеге менән һабантуй майҙанын хәтерләтте. Нисәмә йылдар алыштырғыһыҙ комментатор булған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәфҡәт Мәзитов ярыш башланыуын иғлан итеп, көр тауышы менән сәләм бирҙе.
Бына тәүге бәйгеселәр старт алды. Был ярышта улар 2 йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттарҙа 1.5 саҡрым һыбай сабып үтергә тейеш. Был ярыш бәләкәйҙән йылҡы малын яратҡан ат йәнле үҫмерҙәрҙе дәртләндереү, ярыш сәмен тәрбиәләү өсөн булдырылған. Күп тә үтмәне, береһенән-береһе кесерәк малайҙар "һә" тигәнсә тейешле дистанцияны елдереп килеп тә еттеләр. Халыҡ гөж итеп ҡалды. Ярһыу аттарҙы туҡтата алырмы әле ҡулдарына көс ҡунып та етмәгән һыбайлылар? Һынатманы егеттәр. Нисек елдән етеҙ сапһалар, шулай оҫта ғына аттарын ауыҙлыҡлап, ары юртып киттеләр. Араларында Әтек ауылынан атһөйәр Баймөхәмәтовтарҙың династияһын дауам итеүсе 10 йәшлек Ислам Баймөхәмәтов та бар. Уның олатаһы был ярышта тәүгеләрҙән булып бәйге тотһа, атаһы Инсур Рәхимйән улы йыл да ҡатнашып, призлы урындар алып тора. Былтыр Исмәғил Ғәбитовтың күсмә кубогына эйә булған Баймөхәмәтовтар ғаиләһе быйыл да ярышҡа 4 ат алып килгән.
Артабан һыбайлылар башҡорт тоҡомло аттарҙа ирекле стилдә 5 саҡрымды ваҡытҡа сапһалар, 3-сө ярыш төрөндә 3 йәштән олораҡ таҙа тоҡомло һәм ярымтаҙа тоҡомло аттарҙа 7 саҡрымға етеҙлектә һынаштылар. Бына сират сана егеүле аттарға етте. Матур итеп биҙәлгән сана егеүле аттарға йәше, олоһо ултырып, һажлатып старт алдылар. Ҡарап тороуы һоҡланғыс күренеш! Бында инде ат һөйөүселәр 7 саҡрым араны бер-береһен ҡыуышып, беренселеккә ынтылды. Ары 5 саҡрымға сана егелгән аттарҙа юртаҡтар ярышы үтте. Бында инде бирелгән арауыҡты юрттырып үтеү шарт, саптырып китәһең икән, тимәк штраф - 1 минут ваҡыт өҫтәләсәк. Иң һуңғы бәйге Бөрйән районы хужалыҡтары араһында үтте һәм ҡатнашыусылар 10 саҡрымды ирекле стилдә үттеләр. Был ярышта саналы егеүле аттарҙа 7 ҡатнашыусы бәйге тотто. Араларында Иҫке Мөсәт ауылынан "Йондоҙ" ҡушаматлы аты менән 69 йәшлек Булат Ҡулбирҙин да бар. "Был ағай йыл да ҡатнашмай ҡалғаны юҡ," - ти үҙен танып тороусы тамашасы.
Ярыш аҙағынан быйыл тәүге тапҡыр "Ауҙарыш" уйыны ойошторолдо. Бик мауыҡтырғыс, сәмле, шул уҡ ваҡытта хәүефле лә тойолған уйын булды. Ике ҡатнашыусы майҙан уртаһына сығып, ат өҫтөндә ултырған килеш, бер-береһен ергә тартып төшөрөргә тейеш. Кемдең аяғы беренсе булып ергә тейә, шул еңелә, ат өҫтөндә ҡалғаны - еңеүсе була. Һыбайлылар бик сос булып сыҡты, аттарына талпан шикелле сат йәбешеп ултырғандар, еңел генә һөйрәп төшөрөрмөн тимә. Бында беләк көсө генә етмәй, сослоҡ, маһирлыҡ, таһыллыҡ кәрәк бит. Хатта бер егет үҙенең атынан оҫта ғына итеп ҡаршы атҡа күсеп ултырып алып, бер ат өҫтөндә икәүләшеп тартҡылашып бер булдылар. Ҡарап торһаң - мәрәкә. Был уйында Мораҙымдарға етеүсе булманы. Тулыбаев Рәфил менән Үтәбаев Илназ 1-се, 2-се урынға сыҡһа, Байназар ауылынан Байназаров Вәли 3-сө урын алды.
Район "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары һуңғы өс йылда был сараға тағы ла милли нағыш, сағыулыҡ өҫтәп, сергетыштан күргәҙмә ойоштора. Быйыл да Ғәлиәкбәр ауылы ағинәйҙәре сергетыштарҙың кесерәйтелгән төрө - сувенир сергетыштар, кейеҙҙән ҡорама һырып эшләнгән ултырғыс түшәктәрен, мендәр тыштарын килтергәйне. Ҡыпсаҡ ағинәйҙәре эшләгән сергетыш һәм күкрәксә иһә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың атын биҙәне. Йыл да был байрамды яратып күҙәткән депутат торған урынында бейеп торған атҡа атланып, елдәй елдереп, үҙен оҫта һыбайлы булараҡ та танытты. Бөрйән ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллина киләһе һабантуйҙарҙа сергытыштар менән биҙәлгән аттар парады ойоштороу идеяһы менән уртаҡлашты.
Шулай итеп, ярыштарҙың һәр төрөндә алға сығыусылар, еңеүселәр билдәләнде. Был юлы ла Исмәғил Ғәбитов исемендәге күсмә кубок Әтек ауыл биләмәһенә тапшырылды. Әйткәндәй, Бөрйән районынан ғына түгел, бәйгегә килгән Баймаҡ, Стәрлебаш, Ейәнсура районы егеттәре лә еңеүселәр рәтенә баҫты. Байрам тамам. Күптән инде аттарын "тимер" аттарға алыштырып, ошондай һоҡланғыс бәйгегә тамаша ҡылырға килгән Бөрйән ир-уҙамандары һағыштарын баҫып, күңел бушлыҡтарын тултырып, күтәренке кәйеф, милли рух, байрам тәьҫораттары солғанышында ҙур ҡәнәғәтлек менән өйҙәренә таралышты.

Теманы дауам итеп...

Айрат Салауатов, Байназар ауыл хакимиәте башлығы:
Мин үҙем элек-электән ат менән мауығам. Әле булһа йылҡы малы көтәм: 1 баш бейәм, 2 айғырым, 5 баш ҡолоном бар. Хаҡлы ялға сыҡҡас та йылҡыларымды үрсетеп, артабан да ат ярыштарында ҡатнашырға ине иҫәбем. Мин әлегә тиклем дә бындай сараларҙан ситтә ҡалғаным булманы. Яңыраҡ Иҫке Сибай ауылында үткәрелгән "Тай-тулаҡ" ярышында ҡатнашып, яҡшы тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Улым Илнар "Ауҙарыш" уйынында беренсе урын алды. 20 февралдә иһә беҙҙең биләмәгә ҡараған Мораҙым ауылында икенсе тапҡыр ҡышҡы ат ярыштары үткәрҙек. Быйыл минең инициатива менән Байназар ауыл хакимиәте кубогына сана егеүле ат ярышы ла үтте. Унда бөтәһе 14 саналы ат ҡатнашты. Шулай уҡ Бөрйән район советы депутаты Малакаев Венер һәм улым Салауатов Илнар ярҙамы менән атта һыбай ярыш һәм "Ауҙарыш" уйыны ла ойошторҙоҡ. Бағыусылар бүләктәр менән ярҙам итте. Халыҡ бындай сараларға шул тиклем һыуһаған, ярыш ҡарарға дәррәү генә килделәр һәм бәйгеләрҙең йыл да үткәрелеп тороуына теләк белдерҙеләр. Ысынлап та, ҡышҡы ат ярыштары беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йола дауамы булараҡ йәшәргә тейеш.

Айгиз Шәрипов, Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры: Беҙ ҡышҡы ат ярыштарының 6 төрөнөң икәүһен ябыҡ бәйге итеп ойошторабыҙ. Тәүгеһе районыбыҙҙың үҫмерҙәрен дәртләндереү маҡсатында үткәрелә. Был ярыштың шарты: 2 йәшкә тиклемге йәш аттарҙа йәш һыбайлы булырға тейеш ине. Һуңғы алтынсы ярыш төрө лә Бөрйән районы хужалыҡтары араһында ойошторолдо. 10 саҡрым арауыҡты ярышырға бары тик башҡорт тоҡомло аттарҙың ғына хәлдәренән килә. Башҡорт тоҡомло аттар үҙенең сыҙамлығы, көсө менән бүтән тоҡомдарҙан айырылып тора ла инде. Әйткәндәй, район буйынса бөгөнгө көндә бөтә төр хужалыҡтарҙа 3500 баш йылҡы малы иҫәпләнә. Быйыл былтырғы йылға ҡарағанда бәйгеселәр аҙыраҡ булды. Былтыр 45 ат ярышһа, быйыл 30-ҙан ашыу булды. Шулай ҙа егеттәрҙә ярыш сәме һүрелмәгән, киреһенсә, арта ғына бара. Әтектән Баймөхәмәтовтар, Сәлиховтар династиялары менән бер рәттән, яңы йәш бәйгеселәр ҙә тәрбиәләнә килә.

Динара ҠОТЛОБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.03.22 | Ҡаралған: 297

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru