«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢЫ ЗАКОНДАР – КӨСӨНДӘ
+  - 

Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе 2022 йылдың мартынан көсөнә инәсәк закондар буйынса аңлатма бирә:

- Хәрбиҙәр пенсияһына индексация: ҡартлыҡ буйынса страховкалы пенсиялар кеүек үк, хәрбиҙәрҙең пенсиялары ла инфляция кимәленән (8,6 процент) юғарыраҡ күләмдә индексацияланды. Был закон шулай уҡ кире көскә эйә һәм ул 2022 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инде.

- Ҡорал әйләнешенә контролде көсәйтеү: ҡорал һатып алыу, уны һаҡлау, йөрөтөү һәм ҡулланыуға психиатр тикшереүе, шулай уҡ наркотик һәм психотроп матдәләргә анализ буйынса ҡаршылыҡтар булмаған медицина тикшереүе үткән кешеләргә генә рөхсәт ителә. Бындай медосмотрҙы биш йылға бер тапҡыр һәм фәҡәт дәүләт йәки муниципаль ойошмала ғына үтергә кәрәк буласаҡ.

- Инвалидтарҙы эшкә ҡабул итеү өсөн квота: эшселәре йөҙ кешенән дә артмаған осраҡта РФ субъекты законы нигеҙендә эш биреүсегә инвалидтарҙы эшкә алыу өсөн хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса һанынан сығып, 2-нән 4 процентҡа тиклем күләмдә квота билдәләнә. Эшселәр һаны 35-тән 100-гә тиклем булғанда, квота 3 проценттан да артмаҫҡа тейеш.

- Мәрхәмәтлек күрһәтеү өлкәһендә алдаҡсылар (мошенниктар) менән көрәш: мәрхәмәтлек йыйымдары өсөн ҡумталар менән файҙаланыуға хоҡуғы булмауға ҡарамаҫтан, ошондай эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүсе кешеләр 50 мең һумға тиклем күләмдә штраф түләтеү рәүешендә административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

- Финанс хәүефенә баһалама: ниндәй күләмдә шикле операциялар менән шөғөлләнеүенә ҡарап, банктар бындай клиенттарҙы хәүеф төркөмөнә индерәсәк. Әгәр хәүеф кимәле ҙур икән, банк ундайҙарға ҡарата сикләүҙәр ҡуйыу хоҡуғына эйә. Енәйәт нигеҙендә алынған килемгә асыҡлыҡ биреү һәм терроризмды аҡса менән тәьмин итеү тип ҡаралған операциялар шик аҫтында була.

- Хеҙмәт һағы: РФ Хеҙмәт кодексына производствола зыянланыу һәм йәрәхәтләнеүҙәрҙе, шулай уҡ һөнәри сирҙәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән күп һанлы үҙгәрештәр көсөнә инәсәк. Эш биреүселәр һәм хеҙмәтсәндәр өсөн яңы төшөнсәләр, хоҡуҡтар һәм бурыстар индереләсәк. Мәҫәлән, хәүефһеҙ эш шарттарын, хәүефле шарттарҙа эшләүҙе тыйыуҙы, эшсенең эш шарттары һәм хеҙмәт һағы хаҡында мәғлүмәт алыуға хоҡуғын тәьмин итеүсе принциптар нығытыла.

- Шәхси фондтар: Рәсәйҙә милек һәм бизнес менән идара итеү өсөн шәхси фондтар булдырыласаҡ. Уны ойоштороусы фонд булдырыуға үҙе контроллек итә, уның эшмәкәрлеген көйләй һәм хәүеф ихтималлыҡтарын кәметеү буйынса саралар күрә ала. Берәй кешенең вафатынан һуң уның васыяты буйынса шәхси фондты нотариус та ойоштора ала, был осраҡта ул мираҫ фонды буласаҡ.

- Водителдең диагностика картаһы булмаған өсөн административ яуаплылығы: диагностика картаһыҙ машина йөрөткән өсөн 2 мең һум күләмендә штраф булдырыла. Тәүлек эсендә тәүгеһенән һуң булған закон боҙоуҙар өсөн штраф һалынмай. Закон техосмотр мотлаҡ булған водителдәргә (такси, автобустар, йөк машиналары водителдәре) ҡағыла.

- Федераль медицина реестры: тыуыу һәм үлем тураһындағы документтар шуларға ярашлы медицина реестрына индерелә. Уларҙы ҡағыҙ йә электрон форматта алырға була.

- Торлаҡтың яңы категориялары: РФ закон нигеҙҙәренә "блоклы төҙөлөш йорто", "күп ҡатлы йорт" һәм "аҙ ҡатлы торлаҡ комплексы" тигән төшөнсәләр индерелә. Ошоға тиклем торлаҡ фондында өс төрлө объект: торлаҡ йорт, фатир һәм бүлмә булһа, таунхаус, дуплекс кеүек торлаҡ төрҙәренең хоҡуҡ статусы билдәләнмәгәйне.

- Ауыл хужалығы ерҙәрендәге торлаҡ йорттар: крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына ҡараған һәм улар тарафынан үҙ эшмәкәрлектәрендә файҙаланылған ауыл хужалығы өсөн ер участкаларында торлаҡ йорттар төҙөргә рөхсәт ителәсәк. Бер участкала өс ҡаттан да бейек булмаған һәм майҙаны 500 кв.метрға тиклем тәшкил иткән бер йорт һалынырға мөмкин һәм был йорт ошо ер участкаһының 0,25 процентынан да ҙурыраҡ урын алырға тейеш түгел.

- Ауыл хужалығы ерҙәренә дәүләт мониторингы: Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ауыл хужалығы ерҙәренә реестр алып барасаҡ. Милекселәр, ер менән файҙаланыусылар һәм ҡуртымсылар ер участкаһы паспортын бушлай аласаҡ.

- Хәүефле ҡалдыҡтар менән эш: үҙ эшмәкәрлектәре һөҙөмтәһендә I һәм II класс хәүефлектәге ҡалдыҡтар сығарыусы һәм уларҙы эшкәртеүсе ҡеүәттәре булмаған компаниялар бындай ҡалдыҡтарҙы "Росатом" компанияһының федераль экологик операторына тапшырырға тейеш.

- Сифаты яҡшыртылған продукциялар: РФ закон нигеҙҙәренә "сифаты яҡшыртылған ауыл хужалығы продукцияһы", "сифаты яҡшыртылған аҙыҡ-түлек" һәм "сифаты яҡшыртылған сәнәғәт продукцияһы" тигән төшөнсәләр индерелә. Бындай продукция етештергәндә, мәҫәлән, клонлаштырыу һәм ген инженерияһы ысулдарын файҙаланыу тыйыла; ҡабаттан эшкәртелеүгә яраҡлы йә булмаһа биотарҡалыусы төрөү материалы сығарыу ҡарала. Бындай продукция етештереүселәр дәүләт ярҙамы алыусылар иҫәбенә индереләсәк.

"Киске Өфө" гәзите, №11, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.03.22 | Ҡаралған: 220

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru