«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕШЕЛЕККӘ ТОҒРОЛОҠ ХЫЯНАТМЫ?
+  - 

Салауат башҡорт дәүләт драма театрында яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың "Кешелеккә тоғролоҡ" хикәйәһе буйынса "Тоғролоҡ" спектакленең премьераһы тулы аншлаг менән үтте. Инсценировка авторы - Зөһрә Бураҡаева, режиссеры - Лиана Ниғмәтуллина, рәссамы - Юлиә Сиражетдинова, композиторҙары - Дилара Ғәбитова, Лариса Субботина, хореографы - Ольга Даукаева.

Мөнир Ҡунафиндың был хикәйәһе 2017 йылда "Ағиҙел" журналында баҫылып, театр директоры Айбулат Ҡотошов әҫәрҙе режиссерға тәҡдим иткән булған. Әҫәр, ысынлап та, уҡыусының, тамашасының аң төбөндә ятҡан фекерҙәрҙе ҡуҙғатырлыҡ ине. Салауат Әбүзәр менән спектакль тураһындағы тәүге кисерештәребеҙ менән бүлешеп торғанда театрҙан сығып, ҡайтыу яғына юлланған ҡала кешеләренең үҙ-ара һөйләшкәне ҡолаҡҡа салынды. Барыһының да ауыҙында бер үк төрлө һорау: "Ни өсөн Нәфисә телһеҙ Рәсүлдән бала табырға булды, ниңә, уға бының өсөн башҡа ирҙәр бөткәнме?", "Нишләп кешелеккә тоғролоҡ хаҡына хыянатҡа юл ҡуйыла?", "Ниңә спектаклдең аҙағы шулай тамамланды?" һ.б. Аҙаҡтан спектакль буйынса театрҙың ижади коллективы, театр белгестәре, яҙыусылар менән берлектә фекер алышҡанда ла "Ни өсөн?", "Нишләп?", "Ниңә?" тип башланған һорауҙар күп яңғыраны. Ошонан сығып ҡына ла шундай һығымта яһарға мөмкиндер тип уйланыла: әгәр ҙә сәхнә әҫәре тамашасыларҙың күңелен тетрәтеп, ошондай һорауҙарҙы барлыҡҡа килтергән икән, тимәк, Салауат драма театры үҙ маҡсатына өлгәште, тигән һүҙ. Әгәр ҙә был хәл күҙәтелмәһә, спектаклдең уңышы хаҡында һүҙ булыуы ла мөмкин булмаҫ ине. Ә инде айырым тәҡдимдәргә, ижади төркөмгә әйтелгән кәңәш-тәҡдимдәргә килгәндә, улары артабан эш ыңғайында спектаклдән спектаклгә иҫәпкә алыныр, тип ышанабыҙ. Нимә генә тимә, камиллыҡтың сиге юҡ.
Ә хикәйә авторы йәшәйештең ҡатлы-ҡатлы серҙәргә уралған иң сетерекле проблемаһын күтәрә. Мөнир Ҡунафин барлыҡ әҫәрҙәрендә лә геройҙарын ғына түгел, уҡыусыларын да, тамашасыларын да комфорт зонаһынан ситкә сығара. Салауат театрындағы спекталдә лә сағылыш таба был. Спектакль геройы алдында ике генә юл бар: артҡа, кире комфорт зонаһына юл ябыҡ, ул йәки үҙгәрергә, башҡа төрлө йәшәй башларға, йә юҡҡа сығырға тейеш. Бында икенсе юл - иң еңеле. Әммә был спектаклдә күтәрелгән теманың сетереклелеге шунда: герой үҙгәрә лә, юҡҡа сыға ла алмай. Йәғни ире Иҙристе өҙөлөп яратҡан Нәфисә бала хаҡына ғына иренә хыянат иткәндән һуң кешелеккә тоғролоҡ хаҡына ғына булһа ла бәхетле була алмай. Хыянаты өсөн шундуҡ язаһын да ала: телһеҙ Рәсүлдән тапҡан балаһы телһеҙ һәм һуҡыр булып тыуа.
Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә" әҫәрендә лә ҡатын-ҡыҙ хыянатынан һуң башланған ваҡиғалар бәйән ителә. Ә бында иһә шул хыянаттың үҙе. Донъяла бер генә сабый ҙа осраҡлы тыумай, тиҙәр. Хоҙайҙың ихтыярынан тыш япраҡ та һелкенмәй, тип тә әйтәләр. Шулай булғас, ике сәхнә әҫәрендә лә Тәңкәбикә менән Нәфисә хыянатҡа барып булһа ла ғүмер яралта икән, әхлаҡҡа, дини тәртипкә ҡаршы килгән был күренеш кешелеккә тоғролоҡ хаҡына булһа ла хуплана аламы? Ике әҫәрҙең дә аҙағы яҡтылыҡ, өмөт менән тамамланмауы ошо сәбәпкә бәйлеме? Был хәлде "трагедия" тип аталмыш сәхнә жанры төрө генә аҡлай алалыр. Башҡа аңлатма юҡ.
Инсценировка авторы Зөһрә Бураҡаева хикәйә авторы ҡорған сюжет һыҙығын ҙур оҫталыҡ менән сәхнә теленә һалған. Шулай ҙа тамашасыны аҙаҡҡаса "ҡыҙыҡтырыу ҡармағында" тотор өсөн ҡайһы бер яңылыҡтар өҫтәү, ҡайһы бер сәхнә күренештәренән арыныу маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Әйтәйек, ире Иҙристең бала тыуҙырырға һәләтһеҙ икәнен Нәфисә үҙе генә белеп, уның телһеҙ Рәсүлдән ауырға ҡалыу факты ла тамашасыға билдәле булмаһа, мөхәббәт сәхнәһе уйналмаһа, аҙаҡ, сабый илаған тауыш яңғырауға Рәсүлдең теле асылһа - тамаша тағы ла уңышлыраҡ, көтөлмәгәнерәк булыр ине, тием. Зөһрә иһә хикәйә сюжетына тоғро ҡалған. Нимә генә тимә, әҙәби жанр булараҡ, проза менән драманың үҙ ҡанундары бар шул.
Режиссер Лиана Ниғмәтуллина спектаклде заманса символдар, кинәйәләр, декоратив деталдар менән байытып, күп кенә серҙәрҙе йәшерә алған. Әгәр ҙә ул серҙәр геройҙар мөнәсәбәте артына нығыраҡ йәшеренһә, тағы ла уңышлыраҡ булыр ине. Мәҫәлән, фекер алышыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тиерлек Нәфисәнең ни өсөн фәҡәт Рәсүлдән бала табырға ҡарар итеүе мәсьәләһе аҡланып бөтмәй тигәнерәк фекерҙе яңғыратты. Кем белә, бәлки, лирик планды киңәйтер өсөн сәхнә әҫәренең шул өлөшөн һуҙыбыраҡ ике шаршауға бүлеү маҡсатҡа ярашлы булыр ине...

Шулай итеп...
Театр коллективының ошондай етди, бер үк ваҡытта үтә лә сетерекле проблемалы әҫәргә тотона алыуы, тәүәккәллеге оло маҡтауға лайыҡ. Нимә генә тимә, әгәр ҙә донъяла ошондай проблема бар икән, илебеҙҙә демография мәсьәләһе үтә ҡырҡыу тора икән, уны яҙыусы ла, театр директоры ла, режиссер ҙа бер нисек тә урап үтә алмай.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.03.22 | Ҡаралған: 252

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru