«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҢДӘРЕНӘ ИЛҺӨЙӘРҘӘР ТӘРБИӘЛӘҮ БУРЫСЫ ҺАЛЫНҒАН
+  - 


Йыл да үткәрелгән, йолаға торошло саралар була. Шундайҙарҙың береһе - республика педагогтарының һөнәри ярыштары. Был конкурстарға тиҫтә йылдар дауамында ғәҙәткә ингән күренештәр ҙә, шул уҡ ваҡытта яңы һулыш бөркөр үҙгәрештәр ҙә хас. Һүҙ утыҙ икенсе тапҡыр үткәрелгән "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" һәм егерме етенсе йыл үткәрелгән "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурстары тураһында.

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2022" төбәк-ара конкурсында быйыл республиканан, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстандан һәм Ханты-Манси автономиялы округынан барлығы 75 педагог ҡатнашҡан. Ярыштың күпселек этаптары дистанцион форматта уҙғарылып, жюри ағзалары уҡытыусыларҙың компетентлығын ситтән тороп баһалаған. Ғәҙәти һәм төп һынауҙар - таныш булмаған синыфта дәрес биреү, оҫталыҡ дәресендә тәжрибә уртаҡлашыуҙан тыш, милли кейемде презентациялау һәм ата-әсәләр менән әңгәмә ойошторолған. Шулай уҡ быйыл беренсе тапҡыр һынауҙың өсөнсө туры матбуғат конференцияһы форматында уҙған һәм унда ҡатнашҡан уҡытыусыларға һорауҙы теләгән һәр кем видеояҙма рәүешендә алдан ебәрә алған. Был турала баһалама ағзаһы, Башҡорт дәүләт университеты доценты Рәмилә Хөснөтдинова былай ти: "Баһалама комиссияһында йыл да эшләмәйем, шуға ла ҡайһы бер һынау төрҙәре минең өсөн дә яңылыҡ булды. Шул тиклем сағыу, күңелгә ята торған ярыш төрөн - милли кейемде күрһәтеүҙе айырым телгә алып китмәй булмай. Һәр конкурсанттың видеояҙмаһы үҙенсәлекле сюжетҡа ҡоролған, һәр кем үҙенең тыуған төбәгенә хас башҡорт милли кейемен бөтә күркәмлегендә сағылдырырға тырышҡан. Ә инде асыҡ дәрестәрҙе тура эфирҙар аша баһалау бер аҙ ҡатмарлыраҡ булды, ни тиһәң дә, синыфҡа инеп ултырып, уҡытыусыны ла, уҡыусыларҙы ла күҙҙән үткәреп ҡарауға етмәне. Шулай уҡ быйыл башланғыс синыфтарҙа һәм колледж студенттарына башҡорт телен уҡытҡан педагогтарҙың да конкурста ҡатнашыуы уларҙың да хеҙмәтен дөрөҫ баһаларға, тәжрибә бүлешергә булышлыҡ итте".
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2022" төбәк-ара конкурсы финалына сыҡҡан биш уҡытыусы араһынан Сибай ҡалаһы Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейынан Айһылыу Моталлапова, Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы башҡорт гимназияһынан Зилә Миңлебаева, Өфө ҡалаһы 2-се СМАРТ Республика полилингваль күп профилле гимназияһынан Ләйсән Сафиуллина, Ҡырмыҫҡалы районы Ефремкино урта мәктәбенән Лилиә Юлдашбаева лауреаттар булып танылды. Ә төп награда Өфө ҡалаһы 107-се лицей уҡытыусыһы Мирас Ишдәүләтовҡа бирелде. Әйткәндәй, Мирас Рәшит улы быйыл Өфө ҡалаһы кимәлендә үткәрелгән һөнәри ярышта ла абсолют еңеүсе тип танылғайны. Һөнәре буйынса әлегә ни бары ете йыл эшләгән йәш педагог үҙенән тәжрибәлерәк һәм абруйлыраҡ коллегалары менән ярышыуы еңелдән булмауын, әммә бөтә көсөн, күңелен һалып еңеүгә ынтылыуын билдәләне. "Төбәк-ара конкурсының иң иҫтәлекле мәле, һис шикһеҙ, милли кейемде презентациялау булды. Ҡыҫҡа ғына видеояҙма төшөрөү өсөн тыуған яғыма - Көйөргәҙе районы Яҡут ауылына ҡайтып килергә тура килде. Ә инде конкурстың эш алымдары, тәжрибә уртаҡлашыу, һөнәри оҫталыҡты баһалауға ҡоролған һынауҙарына килгәндә, мин уҡыусыларҙың телефондарын үҙ мәнфәғәтебеҙҙә ҡулланыуҙың бер юлын - QR-код артына йәшерелгән йомаҡтарҙы сисеү ысулын күрһәттем. Әлбиттә, балаларҙы шулай ҡыҙыҡтыра алыу өсөн уҡытыусыға заман менән бергә атларға, һәр ваҡыт эҙләнергә, креатив булырға кәрәк", - ти Мирас Ишдәүләтов.
"Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2022" республика конкурсында йәмғеһе 155 кеше ҡатнашҡан һәм улар бер нисә йүнәлеш буйынса ярышты. Быйыл республиканың иң яҡшы рус теле уҡытыусыһы тип Стәрлетамаҡ ҡалаһы 1-се гимназияһынан Юлия Смехова, иң яҡшы татар теле уҡытыусыһы тип Дүртөйлө районы Исмаил мәктәбенән Ләйсән Мырҙаева танылды. Беренсе тапҡыр үткәрелгән "Дистанцияла белем биреү уҡытыусыһы" конкурсында Туймазы ҡалаһының Республика дистанцияла белем биреү үҙәгенең информатика уҡытыусыһы Ольга Густова еңде, ә Өфөнөң 112-се мәктәбе башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Анастасия Ногина "Йылдың йәш уҡытыусыһы", Ҡариҙел ауылының 1-се урта мәктәбе сит телдәр уҡытыусыһы Зарина Ғәлләмова "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" булды. "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2022" республика конкурсының абсолют еңеүсеһе исеме Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһы уҡытыусыһы Юлия Смеховаға бирелде.
Ойоштороусылар тағы бер бик үҙенсәлекле конурсҡа башланғыс биргән. BRAIN-PUZZLE Соты тип атала ул. Был беренсе республика марафонында 5 мәктәп командаһы ярышҡан һәм Нефтекама ҡалаһы уҡытыусылары еңеүсе булды. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Сухомлинский миҙалы Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Динара Латиповаға тапшырылды. Уҡытыусыларҙы һөнәри оҫталыҡ конкурстарындағы еңеүҙәре менән БР мәғариф министры Айбулат Хажин тәбрикләне һәм бөгөн улар алдында заман яңы һынауҙар ҡуйыуын, иңдәренә киләсәк быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләү бурысы һалыныуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡортостан уҡытыусылары тантана барышында тағы әллә күпме номинациялар һәм махсус приздар артынан сәхнәгә күтәрелде. Был көн уларҙың һөнәри һәм ижади уңыштарын ғәҙел баһалау ғына түгел, ә уҡытыусыларҙың кешелеклеген, изгелеклеген һәм йәш быуында илһөйәрлек, мәрхәмәтлек тойғоларын тәрбиәләү йәһәтенән дә көс еткеһеҙ эш алып барыуҙарын таныу көнө булды. Быға конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы алдынан Өфө, Бәләбәй, Борай, Дүртөйлө, Ғафури, Нуриман, Тәтешле райондары мәктәптәре һәм балалар баҡсаларына Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы хакимиәте башлығынан гуманитар ярҙам өсөн рәхмәт хаттары тапшырылыуы ныҡлы дәлил.

Камила ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.03.22 | Ҡаралған: 342

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru