«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕЛЕБЕҘҘЕ СҮПЛӘМӘЙЕК!
+  - 

Илебеҙҙә мәғлүмәти һуғыш бара. Туҡтағаны ла юҡ инде ул һуғыштың. Тимер шаршауҙарҙы ла йыртып инә алған Һүҙгә бөгөнгө цензураһыҙ мөхит нимә инде ул? Глобаль сәйәсәттең төбөнә төшөп байҡау яһарға һис кенә лә теләгем юҡ, ә бына үҙебеҙҙә, Башҡортостаныбыҙҙа нығынып килгән бер күренешкә туҡталғым килә.

Урыҫ теленән үтеп ингән һүҙҙәр менән көрәшеү - буш ваҡыт уҙғарыу бөгөн. Рәсәй тигән бер Ватанда йәшәгәс, был, бәлки, әллә ни ҙур әһәмиәткә лә эйә түгелдер. Может, все, наверно, но һәм башҡа күп, бик күп һүҙҙәрҙе ябай халыҡ ҡына түгел, экрандарҙан һүҙ һөйләгән зыялыларыбыҙ ҙа һәүетемсә генә ҡулланып ултыра.
Һүҙем англицизм, германизм һәм башҡа сит телдәрҙең "- измы" тирәһендә булыр. Һуңғы йылдарҙа был күренеш күҙгә күренеп үҫеште. Бер ниндәй ҡаршылыҡ күрмәй сәскә ата лабаһа ул! Үҙебеҙҙең телевизион каналдарҙан шул һүҙҙәрҙе телдәрен вата-емерә әйтеп торған алып барыусыларҙы күрһәм, күңелем болғанып китә, йөрәгем урынынан ҡуҙғала. Хедлайнер, омбудсмен, фьючерс, консалтинг һәм әллә күпме шундай һүҙҙәргә үҙ телебеҙҙә алмаш таба алмайбыҙмы ни? Был нимә ул? Бер яҡҡа әйләнеп, телебеҙҙе сүпләмәйек, юғалған башҡорт һүҙҙәрен табып алып, тергеҙәйек, таратайыҡ, тип матур хәбәр һөйләйбеҙ ҙә, икенсе яҡҡа әйләнеп, сит-ят, ҡолаҡҡа ла ятмаған һүҙҙәрҙе өйәбеҙ түгелме һуң әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә? Уйлап-уйлап та аҡлау һүҙҙәре таба алмайым мин был мәғәнәһеҙлеккә. Халыҡ аңлар өсөн уңайлы бит, тиер инең, улай түгел. Йәш аудиторияға төбәлгән, тиер инең, үҙебеҙ үк быға ҡаршы бит. Ниңә кәрәк бындай ике йөҙлөлөк?
"Донбасс халҡын яҡлап ойоштороласаҡ митинг-концерттың хедлайнеры Элвин Грей буласаҡ", - тинеләр ҙә һөйләнеләр был арала. "Донбасс халҡын яҡлап ойоштороласаҡ митинг-концертҡа йән өрөүсе башҡорт йырсыһы Радик Юлъяҡшин буласаҡ", - тип әйтелһәсе һуң! Ҡолаҡҡа ла ятышлы, йәш быуынға ла бер ишара, дәрес булыр ине.
Телебеҙҙе яҡлау, һаҡлау урынына уны бысратабыҙ һәм ҡыйырһытабыҙ. Иң аяныслыһы, шул тел һағында торған "караптың" рулендә торғандар үҙ талаптарын үҙҙәре боҙа. Был маҡсатлы алып барылған "диверсия" тип әйтә алмайым. Вайымһыҙлыҡ, уйлап еткермәү, кимәл һайлығы арҡаһында тыуған ҡурҡыныс хәл был.
Илебеҙ бөгөн ҙур һынау алдында. АҠШ һәм уның ҡуштандары санкция артынан санкция яуҙыра. Был тәңгәлдә минең тәүге көндән үк аныҡ фекерем шундай булды: мин Илем менән. Һуғыш - яман. Ләкин сит илдәрҙең табаны аҫтында ҡалыу унан да яманыраҡ. Һәр төрлө үпкәләргә, үсәүҙәргә бөгөн урын юҡ.
Сит илдәр беҙҙең мәҙәниәтте, әҙәбиәтте ҡыҫырыҡлап сығарып торған көндәрҙә беҙ экрандарҙан, гәзит-журналдарҙан уларҙың телен үҫтереп, үрсетергә тейешбеҙме? Мин, бәлки, артыҡ талапсанлыҡ күрһәтәмдер. Тик һәр оло нәмә ваҡтан, бөртөктән башлана. Туған телебеҙ иҫ киткес матур, йомшаҡ, моңло. Сит телдәрҙең һәр береһенең һәр һүҙенә алмаш бар башҡорт телендә. Һаҡсыл һәм мәрхәмәтле булайыҡсы телебеҙгә.

Наилә ХӘМБӘЛИЕВА,
Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә.

"Киске Өфө" гәзите, №12, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.03.22 | Ҡаралған: 337

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru