«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАТДИ АУЫРЛЫҠТЫ ЕҢЕЛӘЙТӘ КРЕДИТ КАНИКУЛДАРЫ
+  - 

Кредит каникулы - айырым бер осорҙа түләүҙәрҙе сикләп йәки кәметеп тороу мөмкинлеге. Законға ярашлы, кредит каникулынан санкциялар арҡаһында зыян күреп, ауыр финанс хәлендә ҡалған кешеләр файҙалана ала. Әлегә бындай каникулды алыу ваҡыты 30 сентябргә тиклем тип билдәләнде. Рәсәй Банкының "Финанс мәҙәниәте" эксперттары ошо хаҡта ентекле аңлатма бирҙе.

Ниндәй кредиттарға каникул бирелә?
Был мөмкинлек бөтә төр банктарҙан, микрофинанс ойошмаларынан, кредит ҡулланыусылар кооперативтарынан алған кредиттарға һәм заемдарға, кредит карталарына, автокредиттарға һәм ипотекаға ҡағыла. Әммә бер шарт - улар 2022 йылдың 1 мартына тиклем алынған булырға тейеш. Ташлама менән ҡулланыу өсөн кредиттарҙың максималь күләме лә билдәләнгән: кредит карталары буйынса - 100 мең һум; ҡулаҡса менән алынған ҡулланыусылар кредиттары: физик шәхестәргә - 250 мең һум, шәхси эшҡыуарҙарға - 300 мең һум; автокредиттар - 600 мең һум; ипотека лимиты төрлө төбәктә төрлөсә: мәҫәлән, Мәскәүҙә - 4,5 миллион һум. Әгәр ипотека кредиты ошо сумманан ҙурыраҡ икән, 2019 йылда булдырылған ипотека каникулын юллай алаһығыҙ.

Кредит каникулына ниндәй осраҡта өмөт итеп була? Был хоҡуҡ менән һуңғы айҙағы килеме 2021 йылдағы уртаса айлыҡ килеме менән сағыштырғанда 30 процентҡа кәмегән һәм ошоно раҫлай алған кешеләр файҙалана ала. Бының өсөн һалым хеҙмәтенән, мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә тороу тураһында белешмә, рәсми рәүештә тултырылған ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы йәки башҡа төрлө документ күрһәтергә була.

Каникул кредит тарихын боҙамы? Юҡ. Санкциялар арҡаһында кредит йәки ипотека каникулы алыу тураһында мәғлүмәт кредит тарихына индерелә, әммә уны боҙмай. Әгәр каникулдан һуң түләүҙәрҙе ваҡытында индерә башлаһағыҙ, һеҙ ышаныслы клиент булып һаналасаҡһығыҙ.

Ғаризаны нисек бирергә? Быны кредит биргән ойошманың офисына барып, йәки шәхси кабинет, мобиль ҡушымта аша эшләргә мөмкин. Законға ярашлы, банктың йәки башҡа төр финанс ойошманың "ҡыҙыу бәйләнеш" телефоны буйынса ла ғариза ҡалдырырға мөмкин. Һеҙҙең мөрәжәғәтте биш көн эсендә ҡарарға тейештәр.

Каникул ярты йылға ғына биреләме? Ярты йыл - ул кредит каникулының максималь оҙайлығы, һеҙ унан аҙыраҡ ваҡытҡа ла каникул һорай алаһығыҙ. Шулай уҡ уның ғәмәлгә инеү ваҡытын алға шылдырырға, мәҫәлән, ғариза биргәнгә тиклем 30 көн алдан иҫәпләй башлатырға ла мөмкин. Әммә быны 2022 йылдың 1 мартынан алдараҡ датаға эшләтеү мөмкин түгел. Каникулды үҙегеҙ теләгән мәлдә туҡтата алаһығыҙ. Был хаҡта кредиторҙы иҫкәртергә генә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта хәлеңдән килгәнсә сумманы индереп барырға ла рөхсәт ителә, ул төп бурысты ҡаплауға йүнәлтеләсәк. Был осраҡта каникул тамамланғас, кредитығыҙҙың проценттары кәмерәк буласаҡ.

Каникул осоронда бөтә түләүҙәрҙән дә ҡотолоп тораһыңмы? Ташламалы осорҙа һеҙ бөтә төр түләүҙәрҙән азат ителәһегеҙ. Әгәр быға тиклем кредит йәки займ буйынса бурысығыҙ булып, һеҙгә штраф, пеня һалынған булһа, каникул осоронда улар ҙа "туңдырыла". Был осорҙа кредитор залог булараҡ һалынған фатирҙы йәки машинаны ла һата алмай. Әммә бурыс суммаһына проценттар иҫәпләнеп барасаҡ - уларҙы һуңынан түләргә тура киләсәк.
Каникулдан һуң түләүҙәр нисек буласаҡ? Ташламалы осор тамамланғанға тиклем кредитор һеҙгә түләүҙәрҙең яңы графигын ебәрә. Бөтә төр кредиттар һәм кредит карталары буйынса төп бурысты килешеүҙә күрһәтелгәнсә түләргә тура киләсәк, тик түләү ваҡыты, каникул осорон иҫәпкә алып, оҙайтыла.

Кредит каникулын нисә тапҡыр алырға мөмкин? Бер кредит буйынса бер тапҡыр ғына каникул бирелә. Әммә был осраҡта иҫкәрмәләр ҙә бар. Әгәр һеҙ ипотека каникулы алып, ул тамамланһа, яңы ташламалы осорға - кредит каникулына ғариза яҙа алаһығыҙ. Һәм киреһенсә: кредит каникулы тамамланһа, ипотека каникулы алыу хоҡуғы ҡала. 2020 йылда пандемия арҡаһында кредит каникулы алыусылар ҙа ташламаға өмөт итә ала, был юлы әлеге хоҡуҡ уларға санкциялар нигеҙендә биреләсәк.Әгәр бер нисә кредитығыҙ булһа, һәр береһе буйынса каникул һорай алаһығыҙ. Кредит каникулы алыу мөмкин булмаһа, банк менән шәхси шарттарҙа бурысты реструктуризациялау тураһында килешергә мөмкин.

Нимә ул реструктуризация? Реструктуризация - кредит буйынса түләүҙәрҙе кәметеү, уны үҙең өсөн ҡулайлыраҡ итеү. Ғәҙәттә, түләү күләме кредит ваҡытын оҙайтыу иҫәбенә кәметелә. Шул уҡ ваҡытта реструктуризацияның башҡа алымдары ла бар. Мәҫәлән, ниндәйҙер бер осорға кредиттың проценттарын йәки төп бурысты ғына түләү мөмкинлеге бирелеүе бар. Әгәр кредитығыҙҙы түләү ауырлашһа, банктарға, кредит ойошмаларына мөрәжәғәт итеүҙән тартынмағыҙ. Ғәҙәттә, улар клиенттарға ҡулай юл табырға тырыша.

Кредит буйынса бурысым барлыҡҡа килде. Миңә штраф һаласаҡтармы? Рәсәй Банкы кредиторҙарға 2022 йылдың 18 февраленән һуң финанс хәле насарайған кешеләргә түләүҙе һуңлатҡан өсөн штраф һалмаҫҡа тәҡдим итте. Әгәр банк законһыҙ рәүештә һеҙгә штраф һалды, тип иҫәпләһәгеҙ, Рәсәй Банкына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

"Киске Өфө" гәзите, №12, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.03.22 | Ҡаралған: 214

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru