«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫЛМАЙҒАН - ДАУА ТАПҠАН
+  - 


Йә, йылмай әле! Йылмайҙыңмы? Шунан, ҡыйынмы йылмайыуы? Шулай булғас, ниңә йылмайырға ваҡытың юҡ? Эйе, буштан-бушҡа йылмайырға, кәйеф булмағанда ла, ауыр булғанда ла... Бик булмаһа, академик Мырҙакәрим Нурбәковтың бер китабындағы ошо өҙөктө уҡып сыҡ әле. Йылмайып ҡына, сөнки шунһыҙ фәтеүәһе булмаҫ. Был булған хәлдең тарихы ябай ғына. Мырҙакәрим Санакул улы элекке коммунистар партияһы номенклатураһына ҡараған оло йәштәге бер төркөм бабайҙарҙың һаулығы яҡшы һаҡланыу серҙәрен өйрәнә. Баҡтиһәң, улар бейек тау башында урынлашҡан Утҡа табыныусылар ҡорамына барып дауаланғандар икән. Ике иптәше менән Нурбәков әфәнде лә бара ул монастырға. Артабан ни булғаны түбәндәге өҙөктә.

Тәғәйен көнгә ҡараңғы төшөүгә кәрәкле урынға барып еттек. Беҙҙе алып килгән машина ҡайтып китте, сөнки артабанғы юлға транспорт вәғәҙә иткәйнеләр. Баҡтиһәң, юлды ишәктәргә атланып дауам итергә тейешбеҙ. Ҡорамға тау юлы буйлап 26 саҡрым йәйәүләп, йә булмаһа, ишәктәргә ултырып күтәрелергә кәрәк. Беҙ һуңлап килгәнгә күрә, өсөбөҙгә ике ишәк кенә ҡалғайны. "Һеҙ ҡасан да булһа тауға артылғанығыҙ булдымы, әйҙә, тәүәккәлләйек", - тип иптәштәремдең кәйефен күтәрергә тырыштым. Операторыбыҙ ҙур ҡорһаҡлы, 130 килограмдан артығыраҡ кәүҙәле бик елле кеше булһа ла, тиҙ ризалашты. Үҙебеҙ менән алған аппаратураны ишәктәргә тейәп, юлды дауам иттек. Беренсе булып миңә мыжырға тура килде, сөнки ҡала урамдары өсөн генә ҡулайлаштырып тегелгән туфлиҙарым тиҙ арала эшлектән сыҡты һәм аяҡтарымды өйкәй башланы. Аяҡтарым сыҙамаҫлыҡ булып һыҙлаһалар ҙа үҙемде тынысландырырға маташтым: "Анау тиклем ауырыуҙар йүнәлгәс, рецептарҙы яҡшылап өйрәнһәм, ҡалала мин бөйөк табип буласаҡмын".
Унлап саҡрым күтәрелгәс, оператор юл уртаһына лып ултырҙы ла:
- Булды! Үлтерһәгеҙ үлтерегеҙ, мин кире боролам, - тине. Беҙ уны өгөтләй башланыҡ:
- Юлдың яртыһын үттек бит инде, түбәнгә ун саҡрым атлағансы, юғарыға шунса ҡалды.
Өгөтләнек. Төн уртаһына саҡ менеп еттек тау башына. Беҙҙе ҡаршыланылар, урынлаштырҙылар. Иртәнге сәғәт ун берҙә уятып, дауаланырға ниәтләнеп килгәндәрҙе бергә йыйҙылар.
- Ҡорамда гонаһ ҡылмауығыҙҙы һорайбыҙ. Үтенесебеҙҙе үтәмәгәндәр беҙгә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итәсәк - һыу ташыясаҡ.
Баҡтиһәң, был Изге урында йөҙ һытып йөрөргә ярамай икән. Шундуҡ еңелсә генә йылмайып йөрөгән тура кәүҙәле монахтар иҫкә төштө. Ярай, һәр саҡ йылмайып ҡына йөрөргә булалыр ҙа, кәүҙәне нисек, таяҡ йотҡандай, туп-тура тотоп йөрөргә мөмкин икән - иң аптыратҡаны шул ине. Тимәк, гонаһ ҡылмаҫ өсөн беҙ һәр ваҡыт йылмайып ҡына, кәүҙәбеҙҙе тура тотоп йөрөргә тейешбеҙ. Әлбиттә, тыңланыҡ, бер-беребеҙгә ҡарап йылмайыштыҡ, әммә ҡалалағыса алан-йолан ҡаранып, һытыҡ йөҙ менән йөрөү ғәҙәтебеҙ үҙенекен итте, кире элекке халәтебеҙгә ҡайттыҡ.
Мин бит бында бөтөнләй икенсе төрлө күренештәр көткәйнем - алтын ялатылған манаралы ҙур-ҙур биналар ҡаршылар, тип уйлағайным, ә бында ыҡсым ғына бәләкәй өйҙәрҙән башҡа бер нәмә лә юҡ. Ҡорамдарында көнө-төнө ут яна, сөнки бындағылар Утҡа һәм Ҡояшҡа табыналар. Ҡасандыр монахтар ер аҫтынан эҫе бөрккән тау тишеген табып, шул урында ҡорам төҙөгәндәр.
Һорамайынса булдыра алманым:
- Ҡасан диагноздар ҡуйып, дауалай башлайһығыҙ?
Ыста! Бында бер ниндәй тикшереү үткәрмәйҙәр икән дә баһа! Дауаламайҙар ҙа... Нимә-нимә, бындай мөғәмәләгә мин бөтөнләй әҙер түгел инем. Етмәһә, беҙгә тау артылырға ярҙам иткән ишәктәрҙе хужалары алып ҡайтҡан. Тимәк, көс еткеһеҙ аппаратураны йөкмәп, кире төшөп булмай. Ҡыҫҡаһы, һемәйттеләр! Бында дауаларға уйҙары ла юҡ, ҡайтып та булмай. Йөрө инде хәҙер алйот һымаҡ ауыҙ йырып. Оператор асыу менән миңә тексәйҙе.
- Ҡайҙа алып килдең беҙҙе, ғалим йораты! - тине режиссер.
Минең күңелдә нимәләр ҡайнағанын белһәләр икән дә!
Ҡыҙығы аҙаҡ башланды. Дауаланырға өмөтләнгән утыҙ кешенең ун бише һыу ташырға китте. Улар араһында мин дә бар инем... Ни өсөн икәнен аңлатып тормайым, былай ҙа билдәле.
Һыу алыр өсөн 600 метр бейеклектәге текә ҡаянан аҫҡа төшөр кәрәк: тар ғына һуҡмаҡ буйлап дүрт саҡрым аҫҡа, шунса юлды кире өҫкә менергә. Бер кеше 16 литр һыу алып килергә тейеш. Көршәктең ауырлығы биш килограмм булыуын иҫәпкә алғанда, 21 килограмм ауырлыҡтағы йөк менән өҫкә үрмәләргә кәрәк. Кисә генә шул юл буйлап килгәйнек! Тар һуҡмаҡта көршәкте башҡа ултыртып мендереү - иң һәйбәт ысул. Умыртҡа һөйәгенең кешегә ни өсөн кәрәк икәне шундуҡ аңлашыла. Умыртҡа һөйәге кешенең башы ыштаны эсенә төшөп китмәҫ өсөн кәрәк!
Һыу юлынан киске биштәргә ҡайттым. Арыным, йонсоном, әммә ул-был булһа тип, йылмайған булам. Эргәмә бер монах килде лә итәғәтле генә:
- Һеҙгә тағы һыуға барырға тура килер, - ти.
- Ни эшләп? Мин бит әле генә һыу алып килдем! - тип, артҡа ҡолап китә яҙҙым.
- Өҫкә менеп килгәндә һеҙ гонаһ ҡылдығыҙ, - тимәһенме.
- Юҡ! Мин йылмайып ҡына мендем! - тип талаша башланым.
Күҙ алдына килтерегеҙ, кисә 26 километр юл үтеп, тауға мендем, әле генә тағы 8 саҡрым шул юлды тапаным. Ике көн йүнләп ашаған да юҡ, аяҡтар һыҙлай, ә һиңә матур ғына, йылмайып ҡына "тағы бер тапҡыр һыуға барығыҙ", тиҙәр. Ят та үл!
- Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә бер нәмә күрһәтәм, - ти монах.
Баҡтиһәң, һыу юлында йөрөгәндәрҙе биноклдән ҡарап күҙәтеп торалар икән дә! Бәхәсләшеп тороу мәғәнәһеҙ икәнен аңланым - тағы һыу юлына төшөргә тура килде. Аҫҡа табан туйтаңлағанда үҙемде-үҙем әрләйем: "Алйот! Һин алйот менән яртаҡылдар идара итә! Мәсхәрә!" Ә үҙем бар көсөмә ауыҙ йырам, юлда тап булғандарҙы ла иҫкәртергә онотмайым: "Йылмай, улар һәр кемде биноклдән күҙәтеп тора, әтеү тағы һыуға ебәрәсәктәр. Кәңәшем өсөн минең көршәккә бер аҙ һыу ҡой". Шулайтып, көршәгемә байтаҡ ҡына һыу йыйылғас, аҫҡа төшөп етмәнем, ваҡыт үткәрер өсөн ултырып ял итеп алдым да, кире боролдом.
Беҙгә тиклем бында килеп "дауаланып" ҡайтҡандарҙың дауалау ысулдары тураһында һорашҡанда, "Беләһеңме, уны бер һүҙ менән генә аңлатып булмай", тип, яуаптан ҡасҡандарын аңланым. Ҡорамдың ҡапҡаһы төбөнә килеп еткәс, шуға иғтибар иттем: ҡараңғы төшкән, ә мин һаман йылмаям. Һаҡлыҡ өсөн, кем белә, бәлки, уларҙың ҡараңғыла ла күрһәтә торған биноклдәре барҙыр.
Асығып, алйып, үҙебеҙ йәшәгән өйгә һөйрәлеп тигәндәй ҡайтып индем. Тәрән итеп көрһөндөм дә, йөҙөмдәге йылмайыуҙы һыпырып ташланым (Йөҙ арый ҙа инде!) Шул саҡ кемдер мине ситтән күҙәтеүен тойҙом. Йөрәк жыу итеп ҡалды. Тағы ла ихласыраҡ йылмайып, артыма боролдом һәм... Үҙемде күрҙем! Баҡтиһәң, стенала ҙур көҙгө эленеп тора икән. Йөҙөм йонсоу, юлаҡ-юлаҡ булып, битемдәге саңды йыуып, тир аға. Үҙе йылмая! Мин истерика хәленә етеп, һыным ҡатып көлә башланым. Яңаҡтарым тартыша, эс ауырта, ә мин туҡтай алмай, көләм дә көләм, тыныслана алмайым. Бынан да алйотораҡ хәлдә булғаным юҡ ине бит быға тиклем. Тауышҡа иптәштәрем, оператор менән режиссер йүгереп килделәр. Башта бергәләп хахылдаштыҡ, шунан былар, шымып, миңә бик сәйер итеп ҡарай башланы.
Көндәр үтә торҙо, һыу ташыусылар һаны кәмей барҙы. Бер аҙнанан һыуға йөрөүселәр ҡалманы.
Беҙҙе тағы бергә йыйҙылар.
- Ҙур рәхмәт һеҙгә, беҙҙең Ҡорамға нур өҫтәйһегеҙ. Әгәр ҙә һыу кәрәк булһа, бына ошо өй эсендәге ҡоҙоҡтан алығыҙ, - тиҙәр.
Баҡһаң, көршәктәр менән һыу ташыу башы эшләмәгәндәргә аяҡтары аша ябай ҡағиҙәне өйрәтеү ысулы булып сыҡты, сөнки бында тәүгә килгәндәр үҙҙәрен шул тиклем аҡыллы һанап, тәкәбберлектәрен еңә алмайҙар икән. Үҙҙәре менән алып килгән мин-минлектәрен еңеү өсөн монахтар ошондай "дауалау" сараһы уйлап тапҡандар.
Мин дә бит әллә кем булып килгәйнем бында: йәнәһе, белемлемен, һәләтлемен, башҡалар менән сағыштырырлыҡ түгел. Бер аҙна эсендә алйотлоғомдо юҡҡа сығарҙылар. Бер аҙнала минән икенсе кеше яһанылар!
Унда мин үҙем менән үҙем осраштым. Сәскәләргә, үлән араһындағы бөжәктәргә элеккеләй һоҡланып, ҡыуанып, йылмайып ҡарай башланым. Әйтерһең дә, яңынан бала сағыма ҡайттым. Бер миндә генә түгел, башҡаларҙа ла күренә ине был үҙгәреш. Хәҙер беҙ элекке вазифаларыбыҙҙы, йәшебеҙҙе онотоп, тиңдәштәргә әйләндек һәм, иң ҡыҙығы, һытыҡ йөҙлө ҡала кешеһе мимикаһы беҙгә ҙур етешһеҙлек һымаҡ тойола башланы.
Һеҙ оло кешеләрҙең бөтә донъяһын онотоп, балалар кеүек уйнағанын күргәнегеҙ бармы? Ә беҙ уйнаныҡ. Көлкөмө? Көлкөлөр, әммә ундай бала-саға уйындары беҙҙең өсөн тәбиғи хәлгә әйләнде. Шуға иғтибар иттем: кешеләрҙән "миңә рәхәт булып ҡалды", "миңә бында күңелле", тигән һүҙҙәр ишетелә башланы. Башта был тәбиғәткә бәйлелер, ни тиһәң дә, саф һауа, таҙа һыу, тип уйлағайным. Аҙаҡ бөтөнләй икенсе һығымта яһаным: был үҙгәрештәрҙең бөтәһе лә йылмайыуға һәм кәүҙәнең туп-тура булыуына бәйле.
Ҡырҡ көн ошондай шарттарҙа йәшәгәндән һуң монастырҙың башлығына индем дә: "Мин бында ҡалырға теләйем", - тинем.
- Улым, һин йәшһең. Беҙҙе насар тормоштан ҡасып, бында йәшәйҙәр, тип уйлама. Монахтар, һеҙҙең менән сағыштырғанда, көсһөҙ кешеләр. Улар бысраҡҡа батһалар, таҙарыныу юлдарын белмәйҙәр, ҡала шарттарында йәшәй алмайҙар. Беҙҙең төп бурысыбыҙ - һеҙҙең кеүектәр аша башҡаларға нур таратыу. Һеҙ көслө, сөнки иммунитетығыҙ бар.
Мин теләгемде дөрөҫ аңлата алманым шикелле, тип уйлап, әллә нәмәләр һөйләп маташтым да:
- Ғәфү итегеҙ, төркөмдән бер мин генә ошондай теләк менән килгәнмендер, - тинем.
- Юҡ, һин аҙаҡҡыларҙың береһе, - тине монастырь башлығы.
Баҡтиһәң, беҙҙекеләрҙең бөтәһе дә бында ҡалыу ниәте менән мөрәжәғәт иткәндәр икән. Аңлайһығыҙмы?
Ҡырҡ көндән һуң Ҡорам менән хушлаштыҡ. Ҡайтып барғанда "дауаланыу" өсөн тауға үрмәләгән яңы төркөмгә тап булдыҡ. Улар беҙ үткәнде ҡабатларға күтәреләләр ине. Уф! Йөҙҙәренә ҡарарлыҡ түгел!
- Файҙаһы бармы? Ярҙам итәме? Бөтә ауырыуҙарҙы ла йүнәлтәләрме? Нимә ашаталар? - Әйтерһең дә, беҙгә ҡырағай кешеләр ябырылды.
Мин: "Һәр кем үҙенә кәрәклеһен алыр", - тинем. Үҙем уларға ҡарайым да, үҙебеҙҙекеләргә ҡарайым - беҙҙекеләр бөтәһе лә йылмая! Ике төркөм араһындағы айырма ер менән күк араһы. Эргәмдә торған һикһән йәшлек бабай: "Беҙ ҙә ошолар һымаҡ булдыҡмы икән?" - тип әйтеп ҡуйҙы...
...Ҡалаға ҡайтҡас, йәнһеҙ, ғәмһеҙ кешеләр араһына сумдым, улар мәңге ҡайҙалыр ашығалар, ҡайҙа икәнен үҙҙәре лә белмәйҙәр. Ҡала тормошона яңынан өйрәнеү еңел булманы.
Миндә нимәлер ҡапыл һәм мәңгегә үҙгәргәйне. Ҡалала үҙемде абсурд театрында һымаҡ тоя башланым: тирә-яғымдағы тормош буш һәм мәғәнәһеҙ ине. Кешеләрҙең һытыҡ йөҙҙәренә ҡарауы иң ауыры. Белһәгеҙ икән, ни тиклем күңелһеҙ булғанын: ай ярым элек мин дә улар кеүек инем бит.
Һуңынан, эшкә сыҡҡас, тикшереүҙәремде ғилми яҡтан дауам иттем. Ысынлап та, дауалауҙың һөҙөмтәһе йылмайыу менән кәүҙәнең төҙлөгөнә бәйлеме икән? Бәлки, һауа шарттарына, тәбиғәттең үҙгәрешенә бәйлелер? Дауаханабыҙҙың спорт залында күнекмәләр үткәрә башланыҡ. Ирекмән-пациенттарҙан төҙөлгән төркөмгә эш тәртибен аңлаттыҡ. Көнөнә бер-ике сәғәт шөғөлләнгән ваҡытта кәүҙәне тура тотоп, йылмайып йөрөргә өйрәттек.
Спортзалдағы күнекмәләр һөҙөмтә бирә башланы: бер пациенттың күреү һәләте яҡшырҙы, икенсеһенең эсе ауыртыуы баҫылды, өсөнсөһөнөң ҡолаҡтары яҡшыраҡ ишетә башланы. Был хәл мине ныҡ аптыратты: ысынлап та, төҙ кәүҙә менән йылмайыу кешене дауалаймы икән?
Лаборатор шарттарҙа үткәргән иҫәпләүҙәр организмдағы үҙгәрештәрҙең кәүҙә торошона һәм йылмайыуға туранан-тура бәйле икәнен иҫбатланы. Ғилми донъяла был ҙур асыш булды.
Оператор менән режиссерҙың артабанғы хәле борсойҙор? Операторыбыҙ ябыҡты, әле ауырлығы 85 килограмдан артмай. Сырхауҙары тураһында онотто.
Беҙ өсәүҙең араһында иң ҙур уңышҡа режиссерыбыҙ өлгәште. Ул ҡатыны менән айырылышҡайны. Тауға йөрөп ҡайтҡандан һуң, эсеүен ташлап, ул үҙ ҡатынына яңынан өйләнде.

Шулай итеп...
Фәһемле тарихмы? Минеңсә, бик тә файҙалы ишара был беҙҙең кеүек йылмая белмәгән, тормош ауырлығынан бөгөлгәндәр өсөн. Турайтығыҙ кәүҙәгеҙҙе һәм йылмайығыҙ! Йырлап йәшәйек! Сөнки бөгөн илаһаң, иртәгә лә иларға тура киләсәк.

Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.03.22 | Ҡаралған: 304

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru