«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘҘӘМ БАЛАҺЫНЫҢ ЯҘМЫШЫН УНЫҢ ИСЕМЕ ҮҘГӘРТӘ АЛАМЫ?
+  - 


Йәш ғаиләләрҙә яңы донъяға килгән сабыйға ниндәйерәк исем ҡушырға тигән һорау тыуып тороуы - тәбиғи. Һәр ата-әсә үҙенең балаһының матур исемле булыуын теләй. Шул уҡ ваҡытта ғәзизенең һау-сәләмәт булып үҫеүен, бәхетле булыуын теләмәгән кеше лә юҡтыр. Ҡыҙ балаға Гөлдәр, Гөлназ, Гөлшат, Гүзәлиә, Нәфисә тигән һымаҡ матурлыҡты сағылдырған исемдәр һайларға тырышалар. Ә малай кешегә - буласаҡ ир-егеттәргә Арыҫлан, Батыр, Тимер, Салауат, Азамат һәм башҡа шундай исемдәр бирә күптәр. Хәҙерге ваҡытта, тыуыр сабыйҙың малаймы-ҡыҙмы икәнен УЗИ ярҙамында алдан белгәнгә күрә, исемде лә бер нисә ай элек үк әҙерләп ҡуйыу ғәҙәткә ингән. Исем кешегә бер-береһен айырыу, таныу, аралашыу өсөн бирелә.

Таңһылыу Кусимованың "Исемдәр донъяһында" тип аталған китабында бик күп исемдәрҙең сығышы хаҡында ла ентекләп яҙылған. Шул китапты йыш ҡына ҡулыма алып, кинәнес менән уҡып алам. Сөнки унда халҡыбыҙ тарихы ла сағылыш ала. Киң таралған ябай исемдәрҙән тыш, һәр төрлө ырым-юрауҙар, хөрәфәттәр менән бәйлеләре хаҡында ла аңлайышлы бәйән ителгән был китаптан исем эҙләү генә түгел, ә уларҙың тамыры менән дә ҡыҙыҡһыныу файҙалы. Исемдәр тарихы китаптың аҙағындараҡ килтерелгән.
Кеше тәненең йә тәбиғәттең тышҡы күренешен сағылдырған Миңлегөл, Миңлебай, Ҡарабай, Аҡйегет йә Буранбай, Таңатар, Ҡәмәриә (ай), Шәмсиә (ҡояш) һымаҡ боронғо исемдәрҙең ҡайһыларын әле булһа ҡушҡылайҙар. Һуңғы йылдарҙа Айсыуаҡ, Айбулат, Айнур, Айгүзәл, Айназ һымаҡ исемдәр йыш ҡына осрай. Бер танышым ҡыҙына Айым тигән исем дә биргән ине. Элегерәк, ҡайһы айҙа йә көндә тыуыуына ҡарап, Рәжәп, Рамаҙан, Мөхәррәм, Зөлхизә, Айытбай, Йомағол, Йомабикә исемдәрен йыш ҡуша торғайнылар. Арыҫлан, Бөркөтбай, Һандуғас, Ҡарлуғас һымаҡ ҡош, хайуан исемдәренең берәүҙәрен малайға, икенселәрен ҡыҙға биреү ҙә борондан килгән. Әйбер атамаһына бәйле Алтынай, Көмөшбай, Көмөшбикә һымаҡ исемдәр хәҙер әллә ни йыш осрамай. Ә үзбәктәрҙең Аҡсагөл, Аҡсабай тигән исемдәрен ишеткәнем бар.
Ислам динен ҡабул итеп алғандан һуң милләтебеҙҙә, башҡа мосолман халыҡтарындағы һымаҡ уҡ, ғәрәп исемдәре лә таралған. Улар хатта күпселекте лә тәшкил итәлер. Ғәрәби исемдәрҙең дә һәр береһенең үҙ мәғәнәһе бар. Таңһылыу Күсимова уларға ла аңлатма биргән. Ғабдулла, Динислам, Нурислам, Ғәбиҙә, Хәҙисә һымаҡ исемдәрҙе балаларына үҙҙәре хаҡ диндә булған ата-бабаларыбыҙ бирергә яратҡан. Шундайыраҡ исемде беҙ "мосолман исеме" тип һанарға ғәҙәтләнгәнбеҙ, әммә кешенең дине исемгә түгел, ә иманына ҡарап аныҡланыуын да белеү кәрәк. Әйтәйек, Иван, Вячеслав исемле мосолман һәм шул уҡ ваҡытта Абдулла йә Мөхәммәт исемен йөрөткән, әммә Ислам диненән бөтөнләйгә алыҫ торған кешенең дә булыуы ихтимал.
Шулай ҙа, исемдәр тураһында һүҙ сыҡҡас, ифрат мөһим булған башҡа бер мәсьәләлә туҡтап китмәй хәлем юҡ. Исем көсөнә ышаныу хаҡында. Борон мәжүсилек дәүерендә күп кенә халыҡтарҙа, кешенең исеме уның яҙмышына тәьҫир итә, тигән инаныу йөрөгән. Башҡорттар араһында ла ана шундай йола буйынса ҡушылған исемдәр киң таралған булған. Мәҫәлән, балалары тыуып, ниндәйҙер сәбәп менән йыш ҡына үлеп торһа, ана шул бәләнән ҡотолоу өсөн "Был бала беҙҙеке түгел ул", тип, нимәнелер (йә кемделер) "алдаштырыу" ниәте менән сабыйға "Һатыбалды" тигән исем дә биргәндәр (Һатыбалдин тигән фамилиялар бөгөнгө көнгәсә һаҡланып килгән). Баланы ишек аша тышҡа алып сығып, ҡабаттан ата-әсәһенең ҡулына тәҙрә аша биргәс, бала өсөн күпмелер хаҡ түләп, "һатып алғандар". Бындай йола хаҡында ишетмәгәндәр ҙә барҙыр, бәлки. Сабыйҙың йәнен алырға килгән зат: "Был башҡа кешенән һатып алынған бала бит", - тип, йәнәһе лә, быға алдана… Бынан тыш, шайтан алыштырмаһын йә күҙ теймәһен өсөн балаға Эталмаҫ, Этйыймаҫ тигән исемдәр ҙә биргәндәр (йәнәһе, эт тә алмаҫ, эт тә ашамаҫ кешенең шайтанға ла кәрәге юҡ). Тамыры шундай исемдән торған бик боронғо Эталмаҫов фамилиялары ла осрай. Туҡай (туҡ булһын), Көрәй (көр булһын) тигән исемдәр ҙә борон булған.
Шулай уҡ ата-әсә балаһының бай булыуын теләп биргән Байморат, Байгилде, Дәүләткилде һымаҡ бихисап исемдәр бар. Ҡасандыр ҡаҙаҡтар йәшәгән ерҙә хеҙмәт итергә тура килгәйне. Уларҙың да күп кенә исемдәре шул боронғо замандан һаҡланып килә. Түләгән, Саҡтаған (һаҡлаған), Ансатбай (анһат байып китһен, мәғәнәһендә), Бәхет, Шатлыҡ, Алҡыш, Жомарт (йомарт) исемле ҡаҙаҡ кешеләрен йыш ҡына осратырға була.
Бик боронғо ата-бабаларыбыҙҙың хатта шайтанды ерәндереү өсөн уйлап сығарған исемдәре лә булған. "Һаҫыҡбай", "Буҡбаш", "Буҡай", "Кәкәй" тигән исемдәр, әлбиттә, хәҙер ишетелмәй, әммә тарихыбыҙҙа шундай осор булыуын инҡар итә алмайбыҙ. Ғаиләлә артабанғы бала тыуыуын теләмәй йә иһә, малай көтөп тә, ҡыҙ бала тыуа икән, уға Артыҡбикә, Яңылбикә (яңылыш тыуған йәнәһе), Дәриға (үкенес) һымаҡ исемдәр биреү йолаһы ошо көнгәсә һаҡланып килгән. Әле йәш ҡыҙҙарҙа булмаһа ла, шундай исемле олораҡ йәштәге инәйҙәрҙе йыш ҡына осратырға тура килә. Хатта бөгөнгәсә шул ырымға ышанған кешеләр бар. Йәнәһе лә, ҡыҙҙы шул исем менән атаһаң, киләһе бала малай буласаҡ… Шуға ҡарата аныҡ миҫалдар ҙа килтерергә ярата улар. Сираттағы ҡыҙҙарына Яңылбикә тигән исем ҡушҡандан һуң, Исмәғил йә Риза исемле малайҙары тыуған ғаиләләрҙе мин дә беләм. Әммә шул уҡ ваҡытта Яңылбикәнән һуң Алтынбикә, Рәсимә һымаҡ һылыуҙары донъяға килгән осраҡтар менән дә танышмын. Икенсе төрлө итеп әйткәндә, бындай ихтималлыҡ - 50х50 процент.
Сабыйҙы "ен алыштырмаһын өсөн" дә бер еңел ысул бар: балаға "запас исем" биреү йолаһы. Әле булһа һаҡланып килә (йәнәһе, ана шул "ялған" исемгә алданып, шайтан аҙашып китә). Ошо хаҡта минең менән фекер алышҡан юғары ғына дәрәжәле бер хәҙрәт:"…Бындай йолаларҙың төптән дөрөҫ булмауы, хатта зыянлы булыуы хаҡында иҫкәртеүҙәргә лә ҡарамай, балаһына яңы (өҫтәлмә) исем ҡуштырырға хатта дүртәр-бишәр мәртәбә мәсеткә килгән ата-әсәләр бар!.." - тип һөйләгәйне. Бәғзе берәүҙәрҙең: "Нимәһе дөрөҫ түгел бының, нимәһе зыянлы?" - тигән һорауы булыуына шигем юҡ. Ошо һорауға яуап бирер өсөн, әлбиттә, Аллаһ Тәғәләнең Изге Ҡөрьән аяттарына, Уның илсеһе бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм һүҙҙәренә таянырға тейешбеҙ. Бәйғәмбәр с.ғ.с. балаларҙы, ысынлап та, матур исем менән атауҙы хуплаған. Хатта яман мәғәнәле исемдәрҙе яҡшыға алыштырырға ла кәңәш иткән. Әммә сабыйҙың исеме уның артабанғы яҙмышында ниндәйҙер роль үтәүен күҙ уңында тотмаған. Киреһенсә, Аллаһ Тәғәлә кешелек донъяһын барлыҡҡа килтерерҙән күпкә алдараҡ һәммәбеҙ өсөн яҙып ҡуйған тәҡдиргә һис икеләнеүһеҙ ышанырға ҡушҡан. Тәҡдиргә ышаныу - иман шарттарының береһе. Әҙәм балаһы менән ни булыры Аллаһ Тәғәлә тарафынан кеше тыумаҫ элек үк яҙылып ҡуйылған…
Шулай итеп, ниндәй генә булһа ла, нимә генә аңлатһа ла, борондан һаҡланып килгән исемдәребеҙ барыһы ла тиерлек матур. Уларҙы балаларыбыҙға ла бирәйек. Ундай исемдәр тыйылмаған. Тик теге йәки был исемде бала яҙмышына йоғонто яһаһын тигән ниәт менән ҡушыу ғына ярамай, тимәксемен.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.03.22 | Ҡаралған: 393

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru