«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РИЗАИТДИН ИЖАДЫ - СӘХНӘЛӘ
+  - 

Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә күренекле мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдиновтың "Әсмә йәки Ғәмәл үә яза" повесы буйынса спектакль ҡуйылды.

Йәш ҡыҙ Әсмә яҙмышы беҙҙе XIX быуат аҙағы - XX быуат башы осорона илтеп ташлағандай булды. Баҡтиһәң, был тарих бөгөнгө көнгә лә ауаздаш икән. Спектакль авторҙары мелодрама ижад итеп кенә ҡалмаған, улар уны тәрән ғилем, тамырҙар менән бәйләнеште сағылдырған асыҡ китап рәүешендә төҙөгән, Ризаитдин Фәхретдинде халыҡ хәтеренә кире ҡайтарыу өсөн бик күп көс һалған.
Бөгөн башҡорт театрҙары сәхнәһендә нисә башҡорт яҙыусыһының әҫәре ҡуйыла икән? Театрҙар репертуарына күҙ һалһаҡ, был бик һирәк күренеш булыуын аңлайһың. Шуға күрә "Әсмә"не сәхнәләштереү беҙҙең театр сәнғәтендә ҙур бер ваҡиға итеп ҡабул ителде. Улай ғына түгел, киләсәктә республикабыҙ режиссерҙары ошо һәм башҡа башҡорт әҙәбиәте авторҙары ижадына йышыраҡ мөрәжәғәт итһендәр ине, тигәнгә ишара ла яһаны.
Был әҫәрҙе сәхнәләштереү идеяһы ҡуйыусы режиссер Зиннур Сөләймәновтыҡы. Ә уның инсценировкаһын быға тиклем дә уңышлы эштәре менән киң билдәле Шәүрә Шәкүрова яҙған. Шуныһы ҡыҙыҡ, Шәүрә Шәкүрованың атаһы - Рәшит Шәкүр Ризаитдин Фәхретдиновтың ижадын өйрәнгән, тикшеренеүҙәрен ғилми монографияларҙа баҫтырған, үҙенең "Арҙаҡлы башҡорттар" китабында тотош бер бүлекте уға бағышлаған кеше. Әйткәндәй, был китап хәҙер иркен ҡулланыуҙа һирәк ҡалып, күптән яңынан нәшер ителеүҙе көтә. Р. Фәхретдинов бик күп хикәйәләр һәм повестар авторы, әммә уҡыусыларға бик аҙҙары ғына билдәле, ҡалғандары ҡулъяҙма рәүешендә һаҡланған йәки ғәрәп графикаһында баҫылған. Быға тиклем уның әҫәрҙәре сәхнәләштерелмәне.
Ризаитдин Фәхретдиновтың ижады менән таныш һәр кем спектакль авторҙарының хеҙмәтенә юғары баһа бирә, сөнки уның әҫәре төҙөлөшө буйынса ла, тел йәһәтенән дә бик ҡатмарлы.
Ризаитдин Фәхретдин дин белгесе булған, ғәрәп теле морфологияһы буйынса әсбаптар төҙөгән һәм хатта үҙ замандаштары өсөн дә уның әҫәрҙәренең теле аңлауға еңел булмаған. Әммә был әҫәр шул осорҙо, авторҙың борсолоуҙарын һәм өмөттәрен теүәл сағылдырыуы менән ҡиммәтле. Спектаклдә мәғрифәтсенең нәсихәттәре һәм уй-фекерҙәре лә яңғырай. Бында төп фекер шуға ҡайтып ҡала: милләтте үҫтереү өсөн тормоштоң бөтә ҡаршылыҡтарын еңгән Әсмә кеүек тәрбиәле, белемле, ҡыйыу ҡатын-ҡыҙҙар кәрәк.
Шулай итеп, театр Ризаитдин Фәхретдиндең ижадын халыҡҡа ҡайтарыуға бик ҙур өлөш индерҙе. "Әсмә" спектаклендә театрҙың алдынғы сәхнә оҫталары һәм йәштәр ҡатнаша. Төп ролдә З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусы Айым Сөләймәнова һәм М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһының сығарылыш студенты Сабина Кирәева уйнай.

Гөлназ ӘХМӘҘИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.03.22 | Ҡаралған: 268

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru