«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАР ТЕЛЕНДӘ ТОРМОШ ХӘҠИҠӘТЕ ЯҢҒЫРАЙ
+  - 

Юмор - тормоштағы барлыҡ өлкәләрҙә лә "уңыш" тигән ишекте асыусы асҡыс. Башҡалар һинең барлыҡ ҡаҙаныштарыңды белмәгәндә лә, бер тапҡыр аралашҡанда әсир иткән ихлас йылмайыуың һәм уңышлы шаяртыуыңды оҙаҡ ваҡыт хәтерҙәрендә һаҡларға мөмкин. Хатта иң ауыр ваҡыттарҙа ла көлөү-йылмайыу күңелде тынысландыра һәм урынына ултыртырға ярҙам итә.

22 мартта Өфөнөң Ҡала мәҙәни-ял үҙәгендә инде хәҙер йолаға әүерелгән "Шаяниум" шаяндар һәм отҡорҙар ҡала конкурсының быйылғы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһында беҙ ҙә рәхәтләнеп көлөп, ял итеп ҡайттыҡ. Инде 20-се тапҡыр ойошторолған сара "Ғүмер ҡыҫҡа - үткәрмә бушҡа" девизы менән үтте. Һәр районда үткән һайлап алыу турында барлығы 32 команда ҡатнашһа, ярымфиналға 14 команда сыҡты һәм уларҙың 9-ы финалда кубок өсөн көс һынашты, ә 5 команда үҙҙәренең иң яҡшы номерҙарын күрһәтте.
Фойеға килеп инеү менән был сараның ғәҙәти һәм ябай түгеллеге күҙгә ташлана: ул балаларҙың шат тауышына күмелгән, һәр ерҙән самимилыҡ һәм ихласлыҡ бөркөлә. Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм хатта олпат булырға тырышҡан белем биреү усаҡтары директорҙары ла ошо мөхит уртаһында ҡайнай, сөнки тап ошо сара бер аҙға ғына булһа ла тормош ығы-зығыһынан арындырып, тирә-яғыбыҙға йылмайыу аша ҡарарға мәжбүр итә. Быны сәхнәгә сыҡҡан командалар тағы бер тапҡыр раҫланы: хәҡиҡәтте балалар ауыҙы аша ишеттек. Әммә ололарса ҡәтғи һәм ҡаты һүҙҙәр аша түгел, ә балаларса бер ҡатлылыҡ һәм уларҙың юморы күҙлегенән ҡараныҡ. Эйе, бөгөнгө уҡыусылар беҙ уҡыған ваҡыттағы балаларҙан ныҡ айырыла: беҙҙең шаяртыуҙар бер ҡатлы булһа, бөгөнгө шаяртыуҙар көнүҙәк темаларға, сәйәсәткә һуҡтыра. Юҡ, шаңҡытҡансы, артыңа ултыртҡансы түгел, ә семетеп-семетеп алып ҡына (балаларҙың нисек семетеп алғанын аңлатырға түгел инде - ҡулдары йомшаҡ булһа ла, ныҡ ауырттыра улар).
Командалар "... ауыҙы Макдоналдс кеүек... ябылып бөтә алмай" тип, Рәсәйҙә ябылған сит ил предприятиеларына төрттөрһә, "2021 йыл ҡатын-ҡыҙ өсөн үтә ауыр булды..." тип, Элвин Грей, Зәйнетдин, Алтынай, Ғайсарҙың өйләнеүенә бошондо, 1-се полилингваль гимназия шаяндары командалаш "айыу"ҙың "бар йырсыларҙың ҡолағына баҫыуына" төрттөрһә, көндәлеккә әсәйҙәренән күҙ йомоп ҡул ҡуйҙырғандан һуң, "башҡорт теленең иң бай тел" булыуына инанды, коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын яһатҡандан һуң Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын уҡырға тотонғас, икенсе компонент нисек эшләрен күҙ алдына килтерә алмай баш ватты. Шулай уҡ инде балаларҙың ғына түгел, ололарҙың теңкәһенә тейгән ҡар темаһына ла "тоҙло-боросло" шаяртыуҙар булды, сәйәсмәндәр ҙә буш ҡалманы, хатта Рамзан Ҡадировтың телмәрендәге паразит һүҙҙе элеп алып, башҡорт телен бысратмаҫҡа саҡырғандай булдылар. Гастарбайтер-"инвесторҙар", мигранттар, санкциялар темаһы ла йәш шаяндарҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы. "Эх, зал тултырып етәкселәрҙе ултыртырға ине", - тигән хыял ояланы күңелдә - ни тиһәң дә, балалар телендә хәҡиҡәт һүҙе яңғыраны был сарала.
Барлыҡ командаларҙың сығышын ҡарағандан һуң, жюри түбәндәге еңеүселәрҙе билдәләне: рус мәктәптәре араһында 3-сө урынға М. Горький исемендәге 3-сө гимназияның "Мария билмәндәре" (Мариин билмәндәре), 45-се гимназияның "15 минуттан" командалары сыҡты. Икенсе урында - "Искәндәр бабай" (113-сө мәктәп), "Хыялый-зыялыйҙар" (159-сы мәктәп). 1-се урын "Затонград" (4-се мәктәп) командаһына бирелде.
Башҡорт лицейҙары һәм гимназиялары араһында 3-сө урынға "Һупайлы дәрүиштәре" (М. Исҡужин исемендәге 136-сы лицей) менән "Ша-шу-ша" (122-се гимназия), "Сәтәкәй" (48-се лицей) командаһы лайыҡ булды. Икенсе урында - "XX централ" (Фатима Мостафина исемендәге 20-се гимназия), "Тағы ла 2" (Ғ. Ибраһимов исемендәге 2-се лицей) командалары. 1-се урын - "Ҡырғаяҡтар" (1-се күп профилле полилингваль гимназия) командаһы. Гран-приға быйыл баш ҡаланың Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының "Кендектәр" командаһы лайыҡ булды. "Милли колорит" номинацияһында З. Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһының "Ығы-зығы" командаһы билдәләнде, "Иң берҙәм команда" тип Р. Бикбаев исемендәге 102-се гимназияның "Етегән+1" командаһы танылды. "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" Ғ. Ибраһимов исемендәге 2-се лицей уҡыусыһы Ангелина Халиҡоваға бирелһә, "Иң яҡшы ир-егет роле" номинацияһы еңеүсеһе 122-се Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Алсынбай Ғарифуллин булды. Еңеүселәргә һәм призерҙарға Өфө ҡала хакимиәтенең дипломдары, сертификаттар һәм конкурс партнерҙарының иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды.

Шулай итеп...
"Шаяниум"да ҡатнашыусылар өсөн ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәт тамам... Алда уларҙы белем тауы үрҙәре көтә. "Ығы-зығы" командаһы әйтмешләй, башҡортса шаяндар һәм отҡорҙар бәйгеһендә ҡатнашыусылар ғүмерҙәрен заяға үткәрмәй - улар башҡорт телен ауырһынмай, йылмайып-көлөп кенә өйрәнә һәм көндәлек тормошта ғына ҡулланып ҡалмай, ә сәхнә түренә алып сыға! Башҡорт асыҡ КВН лигаһы рәйесе Урал Кәримов әйтеүенсә, "Шаяниум" - ул бөгөн баш ҡаланың визит карточкаһы тип әйтергә була. Ул шаяндарҙы һәм отҡорҙарҙы ғына табып ҡалмай, уның төп маҡсаты - лидерҙар тәрбиәләү.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.03.22 | Ҡаралған: 239

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru