«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШӘКӘРҘЕ ТОҘЛАРҒА ИТӘЛӘРМЕ?
+  - 


Аслыҡты ла, ҡытлыҡты ла, сәйәси һәм иҡтисади көрсөктәрҙе лә үҙ ғүмерендә күп кисергән халыҡ шундай шартлы рефлексҡа эйә, күрәһең: бер көн эсендә магазин кәштәләрен ҡырып-һепереп, ялт иттереп ҡуйырға ла һәләтле ул. Ҡайһылыр бер хәл-осраҡта шундай ғәҙәт, дөрөҫөрәге, кешенең йәшәү, йәғни үҙ ғүмерен ҡурсыу инстинкты эшләй башлай. Бындай ваҡытта ҡурҡыуҙы ла, намыҫты ла юғалтыусы "өйөр" теләһә ниндәй аҙымға барыуы ихтимал.

Ошо көндәрҙәге "шәкәр яуы" бының бер сағылышы ине: кәштәләре аҙыҡ-түлектән һығылып ятһа ла, ҡайһы бер магазиндарҙа әлеге шәкәр өсөн этеш-төртөш кенә түгел, талаш-тартыш һәм үҙҙәренә контролде юғалтып, бер-береһенә көс ҡулланыуға тиклем барып етеүселәр булды. Тейешле контролгә алынып өлгөрмәгән тәүгерәк мәлдәрҙә шәкәрҙе тоҡлап ҡына түгел, тонналап алып, магазиндарҙа өҙөклөк тыуҙырҙылар шулай. Былары инде составында шәкәр булған аҙыҡ-түлек етештереүселәр, алыпһатарҙар һәм сауҙа менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙар ҡылығылыр. Дөрөҫ, дөйөм ғауғаға бирелеп, шәкәргә ташланған ябай һатып алыусыны ла аңларға була: баҡса миҙгеле, унан емеш-еләк эшкәртеү осоро яҡынлай. Ләкин шул хәлдә лә был шәкәр ғауғаһы тыуҙырыуға нигеҙ инеме? Бәлки. Ни өсөн тигәндә, был продуктҡа хаҡтар ғауға ҡабынмаҫ элек үк арта башланы түгелме? Бына шунда башланды ла инде мәхшәр, һәм был магазин кәштәләрен сәғәте-минуты эсендә бушатыуға килтерҙе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бөтә ошо осор буйы тармаҡ чиновниктары, белгестәр республикала шәкәр запасының етерлек булыуы тураһында ҡат-ҡат ҡабатлап, халыҡты тынысландырырға тырышты. Ләкин хәҙер һатып алыусыны шәкәр запасынан бигерәк, уның фантастик хаҡы борсой ине, шунлыҡтан, келәттәрҙән сауҙа кәштәләренә сығарыла башлаған татлы аҙыҡ "һә" тигәнсе юғала торҙо. Тап бына ошо күренешкә чиновниктар "высокий спрос - высокие цены" тигән мисәтте һуға ла һалды. Эйе, хаҡтар сәйәсәте, бәлки, тап шулай ҙа яһала торғандыр, уныһы ябай һатып алыусыға ҡараңғы. Һәр хәлдә, республикала ғына түгел, тотош ил буйынса март башынан алып шәкәргә хаҡ 30,8 процентҡа артҡан, айырым төбәктәрҙә был күрһәткес 37,1 процентҡа барып еткән, тип хәбәр итә Росстат. РФ Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт (ФАС) тикшереүҙәре башланып, "шаршау" артында етештереүселәр, сауҙа селтәрҙәре һәм аралашсылар араһында барған яу һәм тартҡылаш факттары асыҡлана. Башҡортостанда ла хаҡтарҙы арттырыу ошо сценарий буйынса бара. 21 мартта республика Прокуратураһы тикшереүҙәренән һуң татлы ризыҡҡа яһалма рәүештә ҡытлыҡ тыуҙырырға һәм уға хаҡтарҙы күтәрергә маташыуҙары өсөн "Башҡорт шәкәре" сауҙа йорто менән Шишмә шәкәр заводы етәкселәренә иҫкәртеү яһала. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанып, РБК мәғлүмәт компанияһы, 24 марттағы хәбәрендә республиканың "Раевшәкәр" компанияһы ошо йылдың 31 июленә тиклем сауҙа селтәрҙәренә шәкәрҙең килоһын 47 һумдан тейәтергә ҡарар иткән, ләкин был финанс баҙары хаҡы, ә ваҡлап һатыуҙа татлы ризыҡ ҡиммәтерәк буласаҡ, тип билдәләй. Рәсәйҙең башҡа етештереүселәре лә РФ Ауыл хужалығы министрлығы менән ФАС-тың ошо саҡырыуына ҡушыласаҡ. Шулай дөрөҫөрәк булыр, сөнки ил өсөн ҡатмарлы мәлдәрҙә үҙ файҙаһын ҡайғыртып, "болғансыҡ һыуҙа суртан эләктерергә" маташыусы бизнес һәм "эш ҡыйратыусы" сауҙагәрҙәр сит ил санкциялары ҡуштандары булып сығасаҡ бит. Ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев һүҙҙәренсә, "был сара хаҡтар ҡуйыуҙа асыҡлыҡты һәм баҙарҙағы хәлде тотороҡландырырға булышлыҡ итәсәк". 24 мартта Башҡортостандың тармаҡ министрҙары ҡатнашлығында үткәрелгән брифингта БР сауҙа министры Алексей Гусев шәкәр мәсьәләһе менән бәйле төбәктә хәлдең бер аҙ тотороҡланыуы, кәрәк була ҡалһа, был продуктты кеше башына сикле күләмдә арзаныраҡ һатыу мөмкинлеген билдәләне.
Бөгөн, әлбиттә, шәкәр хаҡы ғына борсомай халыҡты. Өлкән быуындар әйтмешләй, ниндәй генә хәлдә лә икмәктән айырмаһын Хоҙай. Был тәңгәлдә ниндәй үҙгәрештәр көтөлә: икмәк буласаҡмы һәм был төп ризыҡҡа хаҡ ни хаҡ торор? Был турала брифингта БР Хөкүмәте вице-премьеры, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне. "Икмәк буласаҡ. Бындай һорау, ғөмүмән, беҙҙең алда торорға ла тейеш түгел. Ғәҙәттәгесә, йыл һайын Башҡортостанда ярты йылға етерлек күләмдә иген запасы туплана, - тине ул. - Әле сәсеүгә әҙерләнәбеҙ. Былтыр ҡоролоҡ шарттарында ла хатта пландағы 1,8 млн тонна урынына 2,2 млн тонна уңыш йыйып алынды. Быйыл 1,7 млн гектар майҙанда яҙғы (ярауай) культуралар сәсәбеҙ, һауа торошо ғына ыңғай килһен. Ондоң һаҡланыу ваҡыты ярты йылдан үтмәгән хәлдә лә, бойҙай келәттәрҙә бер нисә йыл ятырға мөмкин - тимәк, беҙҙең запас етерлек". Һөт һәм һөт ризыҡтары йәһәтенән дә бер ниндәй проблемалар күрмәүен, фәҡәт һөт тултырыу ҡаптары һәм һөт ризыҡтары төрөү материалдары яғынан ғына үҙгәрештәр булыу ихтималлығын билдәләне Илшат Фәзрахманов.
Халыҡты борсоған мәсьәләләр аҙыҡ-түлек менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Кеше ғүмере өсөн тәү кәрәкле әйберҙәр исемлегендә дарыу препараттары ла мөһим урынды биләй. Үҙегеҙ белмәгән ни эш бар: экология торошо, халыҡтың көнкүреш хәленең түбән ҡала килеүе, өҫтәүенә, өсөнсө йыл әҙәм балаһын яфалаусы пандемия шарттары бер ҙә генә һаулыҡ файҙаһына һөйләмәй. Тимәк, дарыуға ла ихтыяж ҙур беҙҙә. Әлеге дөйөм ғауға касафаты булдымы, тап ошо осорҙа аптекаларҙан дарыуҙар юғала башланы. Кеше магазиндарҙан дарыуханаларға йүгерҙе, аптека кәштәләрен бушата башланы. Ябай парацетамолдан алып, күпселек ҡулланыуҙа булмаған ҡайһы бер гормональ препараттар, инсулин, левотироксин, карбамазепин кеүек дарыуҙар һатып ала алмаусылар һәм был турала юғары етәкселеккә зарланып, мөрәжәғәт итеүселәр күбәйҙе. Әлеге брифингта ҡатнашыусы БР Хөкүмәтенең ул ваҡыттағы вице-премьеры, республика һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, республикала сирлеләр ғүмере өсөн мөһим булған 800-ҙән ашыу препарат төрҙәренә ҡытлыҡтың булмауы, складта уларҙың барлығы хаҡында белдерҙе. Тик шулай ҙа аңлашылып етмәне: складта бар, ә ниңә дарыуханаларҙа юҡ һуң? Бәлки, әлегесә, бында ла бер ҡулға күпләп һатып алыу ҡытлыҡ килтереп тыуҙырғандыр? Ә бит дарыу - шәкәр ҙә, башҡа төр ризыҡ та түгел, уны күпләп һатып алыу хәүеф менән бәйле, сөнки дарыуҙың тәғәйен һаҡланыу ваҡыты бар, уны дөрөҫ һаҡлау шарттарын үтәү ҙә мотлаҡ. Дарыу хаҡтарына бәйле М.Забелин, иң кәрәкле мөһим препараттарға хаҡтар дәүләт тарафынан көйләнә, тине. Етештереүсе ҡуйған хаҡ Дәүләт реестрында теркәлә һәм уларға хаҡ арттырыу закон тарафынан тыйыла. Ә инде ошо реестрға инмәгән дарыуҙарға хаҡ баҙар хаҡтарына һәм конкуренцияға бәйле тип билдәләнде.
Брифингта ҡатнашыусы министрҙар илдә икмәк, ярма, шәкәр, һөт кеүек аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ булмаясаҡ, тип ышандырҙы. Ошо урында шөкөр итергә ине лә, тик бына хаҡтар... Бында ит, йомортҡа, шыйыҡ май һәм айырыуса хаҡтары буйынса рекорд ҡуйыусы картуф , кәбеҫтә, башҡа йәшелсә-емеш хаҡтары һөйләшеү темаһынан ситтә тороп ҡалды. Ә промтауарҙар, атап әйткәндә, көнкүреш техникаһы, электроника, металл изделиелар, ҡағыҙ, кейем-һалым хаҡында әйтеп торорға ла түгел, былай ҙа аңлашыла торғандыр: уларҙың күбеһе санкция шарттарына бәйле. Тик бына урындағы, үҙебеҙҙең тауарҙарға хаҡты көйләүҙә үҙебеҙгә бәйле лайыҡлы тәртип булдырып, ғауға һәм урынһыҙ паникаға бирелмәй, этешеп-төртөшөп, кеше көлдөрмәй, дошман тирмәненә һыу ҡоймай ғына йәшәргә булдыра алабыҙмы?
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, үҙегеҙгә яҡшы мәғлүм, өләсәй-олатайҙарыбыҙ бер һыныҡты бишкә бүлеп, бер-береһен хәстәрләүе менән берҙәм һәм көслө булған, еңеп сыҡҡан. Ә бөгөн ҡала магазиндары тулы ризыҡ; хаҡы ҡиммәт икән, үҙебеҙ йәшелсә үҫтерәйек, картуф сәсәйек. Ауыл халҡы, ана, баҡса үҫтереп, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, ниндәй мул йәшәй - зарланыу гонаһ. Шәкәр ашамағандан берәүҙең дә үлгәне юҡ, ә бына уның зыяны - шәкәр сире -үлемесле хәүеф. Еләк-емеш эшкәртеүҙең шәкәрһеҙ ысулдары ла бихисап: киптер, туңдыр, үҙ һутында эшкәрт - былай күпкә файҙалыраҡ та әле. Юғиһә, тоҡлап шәкәр туплап, уны нимә, тоҙларғамы инде?..

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Табип-диетолог Наталья Круглова күп күләмдә шәкәр һаҡлауҙың нимәгә килтереү хәүефе тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы көнөнә 30 грамдан да артыҡ шәкәр ҡулланмаҫҡа кәңәш бирә, шулай булғас, уның бер ҡабы ғына ла әллә күпмегә етә. "Әгәр кеше әлеге күләмде биш процентҡа ғына булһа ла кәметә икән, был һаулыҡты һаҡлауҙа ҙур файҙа буласаҡ", - ти Наталья Круглова. Өйҙә күп күләмдә шәкәр һаҡлап тотоу кешене был аҙыҡ төрөн күберәк ашарға этәреүе бар, ә был һаулыҡ өсөн бер ҙә файҙаға түгел: уның төрлө сирҙәргә юлыҡтырыуы мөмкин, ти эксперт. Бынан тыш, шәкәр запасында бөжәктәр үрсеүе лә ихтимал. "Шәкәр, әлбиттә, сифатын юғалтмайынса оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ. Ул хатта оҙаҡ ятып киткән осраҡта ла хәүеф тыуҙырмай. Ләкин, әйтеүемсә, унда бөжәктәр үрсеүе бар",- ти табип-диетолог.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.04.22 | Ҡаралған: 233

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru