«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАЛЙОТ, ТЕРҺӘК, ҺЕҢРӘН, БӘКӘТИН, ҺЫРҘЫ, ШУРАН
+  - 

оло башҡорт иленең кесе ырыуҙары улар

XII быуат аҙағында монголдарҙың борджигин ҡәбиләһенең йәш һәм пассионар юлбашсыһы Темуджин (Сыңғыҙ хан) кирәйәт ҡәбиләһе башлығы Тогрул хан һәм джаджират ҡәбиләһе юлбашсыһы Джамуха менән союзға инеп, үҙҙәренең ҡан дошманы булған меркеттәрҙе тар-мар итә. 1196 йылда ҡытайҙарҙың Цзинь империяһы хакимы монголдарҙың татар ҡәбиләһенә ҡаршы яу менән килгәс, Сыңғыҙ хан уға ярҙамға килә, сөнки элегерәк татарҙар уның атаһын - Есугей баһадирҙы ағыулап үлтергән була. 1200 йылда Сыңғыҙ хан һәм Ван хан (Тогрул хан) берләштерелгән меркет-тайджиут ғәскәрен тар-мар иткәс, Үҙәк Азия территорияһында йәшәгән монгол һәм төрки ҡәбиләләре, үтә көсәйеп китеп, барыһын да буйһондорорға ынтылған Сыңғыҙ ханға ҡаршы берләшә. Монгол-нирундарҙан хадагин һәм салжиуттар ҙа ошо берләшмәгә инә. "Йәшерен хикәйәт"тә ошо хаҡта бына ниҙәр теркәлгән: "…в год курицы (1201), в урочище Алгуй-булах, собрались (на сейм) следующие племена: Хадагинцы и Сальчжиуты совместно; Баху-Чороги Хадагинский со своими; Хадагин-Сальчжиутский Чиргидай-Баатур со своими; договорившись с Дорбен-Татарами, Дорбенский Хачжиул-беки со своими; татарин Алчи и татарин Чжалик-Буха со своими; Икиресский Туге-Маха со своими; Унгиратский Дергек-Эмель-Алгуй со своими; Горлосский Чоёх Чахаан со своими; из Наймана - Гучуут; Найманский Буирух-хан; Хуту, сын Меркитского Тохтоа-беки; Худуха-беки Ойратский; Таргутай-Кирилтух Тайчиудский, Ходун-Орчан, Аучу-Баатур, и прочие Тайчиудцы. Уговорившись возвести Чжачжирадайского Чжамуху в ханы, они приняли присягу, рассекая при этом с разбега жеребца и кобылу".
Әүәл Сыңғыҙ хан яғында булған Джамуха-сэчэн уның дошмандары - хадагиндар һәм салжиуттар менән берләшә. Фарсы тарихсыһы Рәшид ад-Дин быны уларҙың "сикһеҙ көнсөл һәм тәбиғәттәре менән ҡәбәхәт булыуҙары" менән аңлата. Алгуй-Булак ыҙанында Сыңғыҙ ханға ҡаршы берләшеүселәр хаҡында Рәшид ад-Дин ошолай яҙған: "В то время как, когда большинство племен тайджиут по вышеупомянутой причине были перебиты, а часть бежала, эти племена катакин и салджиут собрались[вместе]. С ними заключили союз племена дурбан, татар и кунгират. Они поклялись друг другу клятвой, крепче которой нет среди монгол. Клятва эта заключалась в следующем: они вместе зарубают мечем жеребца, быка и кобеля и [при этом] говорят: "О, господь неба и земли, слушай, какую клятву мы приносим! Эти [самцы] - корень и мужское начало этих животных. Если мы не сдержим своего слова и нарушим договор, пусть мы станем такими же, как эти животные". 1201 йылда Койтен үҙәнендәге алышта Сыңғыҙ хан менән Ван ханға ҡаршы сыҡҡан монгол-төрки ырыуҙары берләшмәһе ғәскәре һәләкәткә осрай. 1202 йылда татар атамалы монгол ҡәбиләһе ахырынаса тар-мар ителеп, уның ирҙәре тулыһынса һәләк ителгән хәлдә лә, тап ошо атама барыбер монгол этнонимы менән ҡуша йөрөтөлөп, рус кенәзлектәре ерҙәрендә лә, Европа илдәрендә лә киң ҡулланылыу таба. 1206 йылда Онон йылғаһы буйында уҙғарылған бөйөк ҡоролтай Темуджинды - барса монгол ҡәбиләләрен берләштереүгә өлгәшкән яу башлығын, аҡ кейеҙ балаҫта күтәреп алып, бөйөк хан - Сыңғыҙ хан, тип иғлан итә. Сыңғыҙ хандың 110 меңлек ғәскәре составына унан еңелгән ҡәүем яугирҙары, шул иҫәптән хадакиндар (катагандар), тайджиуттар, ойраттар, салжиуттар һәм башҡалар ҡушыла.
Сыңғыҙ ханға ҡаршы барған алыштарҙа салжиуттарҙың байтаҡ ҡына әмирҙәре һәләк була, әммә аҙаҡтан, бөйөк хан ғәскәренә ҡушылғас, улар араһынан һәләтле сардарҙар сыға. Шуларҙың береһе - Самукэ әмир. Сыңғыҙ хан йыш ҡына үҙ яугирҙарын уның ҡарамағына тапшыра. Самукэ әмир етәкселегендә монгол ғәскәре 1215 йылда ҡытайҙарҙың Цзинь империяһының баш ҡалаһы Джунданы (хәҙерге Пекин) баҫып ала. Рәшид ад-Дин ошо хаҡта бына ниндәй мәғлүмәт ҡалдырған: "Чингиз-хан послал с войском, состоящим из монголов, Самукэ-бахадура из племени салджиут и Минана из народа Джурджэ, подчинившегося [Чингиз-хану] и приобретшего значение, пройти через районы Джунду и провести [с собою] то карахитайское войско, которое, бежав от Алтан-хана, прислало посла… Самукэ с войсками… осадил город Джунду…, взял [его], забрал добро, казну и эмиров Алтан-хана, которые там были".
Салжиуттар, күрәһең, Сыңғыҙ хан һәм уның вариҫтарының яулап алыу походтарында - Урта Азияны, Кавказды, Бөйөк Булғарҙы, рус кенәзлектәрен, Киевты буйһондороуҙа, Венгрия һәм Польша территорияһындағы һуғыштарҙа әүҙем ҡатнашҡан. Алтын Урҙа дәүләте барлыҡҡа килгәс, салжиуттарҙың бер өлөшө, башҡорт халҡы составына ҡушылып китеп, һалйот (салйоғот) ырыуын хасил итә. XV - XVIII быуаттарҙа монголдарҙың, нуғайҙарҙың, үзбәктәрҙең ырыу номенклатураһында салжиут нәҫелдәре теркәлә. Әммә әлеге заманға ошо ҡеүәтле ҡәүемгә ҡараған этноним тик башҡорттарҙа ғына һаҡланып ҡалған.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №13, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.04.22 | Ҡаралған: 226

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru