«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РУХЫҢ КӨСЛӨ, ТРАДИЦИЯҢ БАЙ ИКӘН МАТДИ ДОНЪЯҢ ДА ЕТЕШ БУЛАСАҠ!
+  - 


Кешелек үҙенең йәшәү дәүерендә ниндәй генә һынауҙарға дусар ителмәгән. Шуның һөҙөмтәһендә тарихта ҡайһы бер халыҡ-ҡәүемдәрҙең исеме генә тороп ҡалған, бәғзеләре үҙ тарихын яҙыуын дауам итә. Был күренеш халыҡ һанына ла бәйләнмәгән. Ә нимә уларҙы көслө һәм маҡсатлы итә һуң? Ошо һорауға яуап рәүешендә рух, мәҙәниәт тигән төшөнсәләр алға килеп баҫа ла инде. Ошо төшөнсәләр юҫығында һөйләшеү өсөн редакцияға танылған ғалимдарыбыҙ - филология фәндәре докторы, яҙыусы Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы ШӘРИПОВА менән философия фәндәре кандидаты, этнолог Зәкирйән Ғәлимйән улы ӘМИНЕВты саҡырҙыҡ.

Кешелекте, халыҡты, бәхәсһеҙ, мәҙәниәттән айырып ҡарап булмай. Ә нимә һуң ул мәҙәниәт? Бөгөнгө йәмғиәттә мәҙәниәт төшөнсәһен тарыраҡ мәғәнәлә ҡабул итәләр, әҙәм балаһы үҙенең рухын, йәшәү рәүешен асыҡлаған оло һүҙҙең мәғәнәһен төбөнә төшөп аңламаған һымаҡ тойолмаймы һеҙгә?

З. Әминев:
Эйе, "мәҙәниәт" тигән һүҙҙе беҙ, ғәҙәттә, йыр-бейеү, шиғыр уҡыу тигән һымағыраҡ бер яҡлы ғына аңлайбыҙ һымаҡ, ә ул бик оло төшөнсә. Башҡортса "эйәләштереү" тигән һүҙҙе мәҙәниәт тигәнгә эквивалент итеп тә алып булалыр, моғайын. Йәғни, мәҙәниәт - ул беҙҙең йәшәү рәүешебеҙ. Беҙҙең башҡорт Уралда формалашҡан, ошо ерҙе эйәләштергән, урыҫса әйткәндә, "окультуривать" иткән. Башҡорт үҙе йәшәгән ландшафттың үҙенсәлектәрен яҡшы белеп, уның һәр объектына үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, төрлөсә атамалар биргән. Йәғни, ул ерҙәрҙе ул үҙенә яраҡлаштырған, үҙе лә шуларға яраҡлашып, унда үҙе өсөн уңайлыҡтар тыуҙырған. Өй һалыу ҙа, мал көтөү ҙә - мәҙәниәтебеҙҙең бер төрө. Халыҡ ниндәй мал аҫраған, нимәгә һунарсылыҡ иткән, былар барыһы ла йола, традицияларҙы хасил итә, һәм был да мәҙәниәт.
Рухи мираҫҡа килгәндә, мәҙәниәтебеҙҙең тамырында, нигеҙендә мифология ята. Рухи мираҫты бер нисек тә бер халыҡтан икенсе халыҡҡа күсереп булмай, ул халыҡтың үҙе менән бергә үҫешә һәм халыҡтың йөҙөн билдәләй. Мифтарҙы өйрәнгән, тикшергән ғалимдар, мифология тик ҡан менән бергә генә бирелә, тиҙәр. Мәҙәниәт, тимәк, ошо ерҙе эйәләштереү төшөнсәһен бирә. Мәҫәлән, беҙҙең мәҙәниәт өсөн Урал - донъя үҙәге, ер кендеге, һәм бөтә нәмә уның тирәһендә генә ҡайнай. Ә урыҫ мәҙәниәте өсөн Урал тәүҙәрәк ят төшөнсә була. Мәскәү, Питер ғалимдары билдәләүенсә, боронғо заманда урыҫтар уны "ер сите" тип ҡабул иткәндәр. Татарҙар өсөн Урал тигән төшөнсә юҡ, комиҙар менән удмурттар, Уралдан тик зыян килә, тип һанаған. Сөнки скиф-сарматтар, артабан башҡорттар уларҙың ата-бабаларына һөжүм итеп торған. Шуға ла Урал улар өсөн ен-пәрейҙәр (лешийҙар), ҡара көстәр йәшәгән урын иҫәпләнә. Ҡаҙаҡтарҙа ла Урал ыңғай образ түгел. Уларҙың фольклорында Уралтай тигән персонаж бар, бөтөн аламалыҡ шул Уралтайҙан килә, ти ҡаҙаҡтар. Ҡалмыҡ мифтарында башҡортҡа ихтирам бар. Иштәк, мәҫәлән, улар өсөн батырлыҡ, кешелеклек эталоны. Ҡалмыҡ батыры Бузан Иштәкте еңә алмағас, уны йоҡлап ятҡанында үлтерә. Халыҡ: "Һин ғәҙел еңмәнең, уны йоҡлап ятҡанда үлтерҙең, һинең тоҡомоң ҡороясаҡ", - тип уны ҡәһәрләй. Ҡалмыҡ ханы Дайчиндың Петр I-гә яҙған хаты архивта һаҡлана. Урыҫтар союзға берләшеү тураһында мөрәжәғәт иткәс, ул: "Мин әле башҡорттар менән һөйләшеү алып барам, ә мин улар менән килешәсәгебеҙгә ышанам, ул саҡта мин Алланан башҡа берәүҙән дә ҡурҡмаясаҡмын", - тип яуап яҙа. Ҡалмыҡтар - яугир халыҡ. Шуға беҙҙең яугирлыҡты аңлағандар, баһалағандар. Ҡалмыҡтар бит алтайҙарҙы, ҡырғыҙҙарҙы, ҡаҙаҡтарҙы, төркмәндәрҙе, үзбәктәрҙе, нуғайҙарҙы еңеп, үтеп китәләр. Беҙгә килеп етеп, еңә алмай кире боролалар, хатта ҡалмыҡтарҙың ҡайһылыр бер өлөшө беҙҙең халыҡ эсенә инеп китә. Архивта ҡалмыҡ-башҡорт мөнәсәбәте тураһында документтар күп һаҡлана. Мәҙәниәттә халыҡтарҙың бер-береһенә мөнәсәбәте бына шулай сағылыш таба. Рухи-мәҙәни тормош тигәндә, бына ошондай тарихҡа бәйле ваҡиғалар, мөнәсәбәттәрҙе лә урап үтеп булмай.
З. Шәрипова: Теге йәки был күренеште аңлау өсөн шуның атамаһын асыҡлау кәрәк. "Мәҙәниәт" һүҙе "мәҙинә" (ҡала, шәһәр) тигән ғәрәп тамырынан яһалған һәм шунда йәшәгән кешеләр тормошона бәйле атама булараҡ нығынған. Башҡорт телендә "мәҙәниәт" терминын рус теле аша латин теленән үҙләштерелгән "культура" тигәнгә эквивалент итеп алғанбыҙ. Олораҡ быуын хәтерләйҙер: оҙайлы ваҡыт һуҙымында "культура" тигән һүҙҙең үҙе генә ҡулланылышта йөрөнө һәм, ғәмәлдә, ҡала шарттарында үҫешкән профессиональ сәнғәт төрҙәрен берләштереүсе төшөнсә рәүешендә ҡаралды. Рәссам, музыкант, артист, яҙыусы һәм башҡалар - юғары культураға эйә сәнғәт әһелдәре, ә ауыл клубында бейеүсе, йырлаусылар - үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнашыусылар, тип иҫәпләнде. Ә хәҙер йәмғиәттә мәҙәниәттең асылын тәрәнерәк аңларға ынтылыш бар, һәм уның бөтөн халыҡтарҙың тормошон үҙ эсенә алған ҙур күренеш икәне, уның ифрат күп төрлөлөгө асыла бара. Барыбыҙға ла мәғлүм: әлеге этапта тормошобоҙҙа көтөлмәгән ауырлыҡтар, әллә ниндәй зәхмәттәр килеп сыға, өҫтәүенә, халыҡ-ара хәлдәр ҡатмарлаша. Нисек итеп шул ҡаршылыҡтарға бирешмәҫкә, бар ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға? Бөйөк Ватан һуғышында ҡорал түгел, ә халыҡтың рух ныҡлығы еңгән, тип әйткәндәрен күп тапҡырҙар ишеткәнебеҙ бар. Был шулай булған да. Әммә 90-сы йылдарҙан һуңғы үҙгәртеп ҡороуҙар барышында матди байлыҡ туплау төп маҡсат итеп ҡуйылды. Мәҙәниәт мәсьәләләренә иғтибар булды булыуын, әммә йәшәйеште Көнбайыш культураһы баҫып алды, милли мәҙәни ҡиммәттәр төҫһөҙләнеп ҡалды. Үҙ халҡының тарихын, моңон, рухи ҡаҙаныштарын яҡшылап белмәгән, шуға ла уны һанға һуҡмаған, илдәге хәлдәргә күпмелер битараф йәш быуын үҫеп сыҡты. Дәүләтебеҙ именлеге һәм алға китеше граждандарға тейешле рухи тәрбиә биреүгә, илдә берҙәмлек һәм татыулыҡ булдырыуға туранан-тура бәйле икәне - бәхәсһеҙ хәҡиҡәт. Шуларҙы иҫәпкә алып, Рәсәй халыҡтарының рух торошон көйләү һәм үҫтереү өсөн ил етәкселеге быйылғы йылды Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан итте лә инде.
Фәндә мәҙәниәтте икегә - матди һәм күҙгә күренеп тормаған, матди булмаған мәҙәниәткә - бүлеп йөрөтәләр. Әйткәнебеҙсә, совет осоронда хөкүмәт барлыҡ халыҡтар өсөн дөйөмләштерелгән уртаҡ совет мәҙәниәтен булдырыуға, уның ике яҡ тармағын да үҫтереүгә етди иғтибар бүлде. Йорт-ҡаралты, йыһаз, кейем-һалым кеүек күҙгә ташланып торған культураның матди өлгөләре һәр берәүгә яҡшы таныш. Ә бына күҙгә күренеп тормаған, матди кәүҙәләнеше булмаған рухи мәҙәниәт нимә һуң ул? Тап шуны халыҡҡа асыҡлап еткерергә кәрәк хәҙер. Халыҡтың йәшәү рәүеше уның үҙаңының һәм рухының үҙенсәлектәрен барлыҡҡа килтергән, быуаттар һуҙымында формалаштырған. Көндәлек тормошона, донъяны танып белеүенә, төрлө ышаныуҙарына бәйле ғөрөф-ғәҙәттәр системаһы нығынған. Төрлө юҫыҡтағы ижад традициялары менән бергә, һәр халыҡтың үҙенә генә хас төрлө кәсеп-һөнәри эшмәкәрлек алымдары ла ҡалыплашҡан. Хатта мал салыуҙы алып ҡарағанда, уны ла бит һәр халыҡ үҙ рәте-тәртибе менән башҡара. Ошондай традицияларҙы һаҡлау электр, техник мөмкинлектәр булмаған заманға кире ҡайтыу түгел, ә боронғолоҡтоң файҙалы өлөштәрен алып, шуларҙы боҙмайынса тергеҙеү тигәнде аңлата. Уҡ атыу ярыштарын шуның бер миҫалы итеп килтерергә була. Заманында уҡ атып, хатта Парижды ла яулағандар. Хәҙер ул, спорттың бер төрө булараҡ, халыҡҡа ныҡ яҡынайҙы һәм әллә ниндәй матди сығымдар ҙа талап ителмәй. Иң мөһиме, халыҡты, йәштәрҙе файҙалы спортҡа өйрәтеү, бала-сағаны сәмләндереп, рухын үҫтереү, дөрөҫ эмоциялар тыуҙырыу. Төҙ атһа, бала ҡыуанып китә бит, был ярыш үҙенең маҡсатына өлгәшә тип уйлайым. Бына шундайыраҡ боронғо, яҡшы традицияларҙы тергеҙеү, кире халыҡҡа ҡайтарыу бурысы тора алдыбыҙҙа. Тик шуныһы: борондан килгән халыҡ йолаларын тергеҙәм тип, тейешле белем булмау сәбәпле, ҡайҙандыр үҙҙәре уйлап тапҡанды көсләп тағыусылар ҙа табылып, халыҡты яҙыҡ, ҡыйыш юлдан алып китеүселәр ҙә булмаҫ, тимә.

Ниндәйҙер яңылыҡ индерергә маташыусылар, тигәндә икенсе милләттең йолаларын үҙләштереп, шуны тәҡдим иткән кешене күҙ уңында тотаһығыҙмы?

З. Шәрипова:
Улай ҙа булыуы мөмкин. Мәҫәлән, Көнбайышта хэллоуин, беҙҙеңсә "шайтан туйы" тигән байрамды киң билдәләйҙәр. Бала-сағаға оҡшай тип, уны беҙҙең ерлеккә күсерергә теләүселәр ҙә юҡ түгел. Хәҙер бөтөн халыҡтарҙың мәҙәни үҙенсәлектәре, бер-береһенә тәьҫир итеп, уҡмашып бара. Был процестарҙы глобалләшеү тип атайбыҙ. Халыҡтарҙың йәшәү рәүештәре, ҡараштары берләшеп, ҡатнашып китә, нимәлер онотола, нимәлер алға сыға. Шундай ваҡытта халыҡ аңын бутамаҫ өсөн фән тарафынан тикшерелгән, боронғо заманда ысынлап та беҙҙең халыҡта булған ғөрөф-ғәҙәтте, йолаларҙы аңлап тергеҙеү фарыз. Мәҫәлән, берәүҙең яҙмаһында "Үлгән кешене оҙатҡанда, артынан көл һибеп ҡалғандар", тигән юлдар бар икән, ти. Быны уҡып, элек шулай иткәндәр икән, тип, мәйет артынан көл һибә башлауҙары ла ихимал. Көл һибеү - ул беҙҙә иң ҡаты яза, ҡәһәрләү, мәңгелеккә айырылышыу теләген белдереү һымаҡ. Ҡыҫҡаһы, был әҙәм менән ҡабат осрашырға яҙмаһын, тигәнде аңлата. Беҙ, ололар, уның ысын мәғәнәһен әлегә иҫләйбеҙ, ә бына йәштәрҙең белмәүе бар. Уйлап еткерелмәйенсә ҡағыҙға теркәлгән бер генә мәғлүмәт тә, шулай итеп, әллә ниндәй яңылышлыҡтар тыуҙырыуы мөмкин.
З. Әминев: Тормош алға табан бара, ә япон, корея, ҡытай халыҡтары йолаларын һаҡлап алып ҡалып, яңы дәүергә яраҡлаштырҙылар, шуның менән улар алға киттеләр. Традицияһыҙ халыҡтың халыҡ булмауын аңланылар. Ә беҙҙә уны большевизм заманында емерә башланылар. Халыҡты бәхетле, тигеҙ итеү идеяһы һәйбәт, әммә тормошҡа ашырыу ысулдары дөрөҫ булманы. "Мы свой, мы новый мир построим", тип, бөтөн нәмәне ҡырып-емереп кенә халыҡты бәхетле яһап, тарих этаптарын ырғып-һикереп үтеп китеп булмайҙыр.
Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы дөрөҫ әйтә, мин дә күҙәткәнем бар: кемдәрҙер беҙҙә булмағанды ҡай саҡ "беҙҙеке" тип тәҡдим итә. Башҡорттарҙың тарихын, ғәҙәттә, төрки сығанаҡтарынан ғына эҙләйбеҙ. Эйе, беҙ төрки телле халыҡ, әммә археологик ҡаҙыныуҙарға иғтибар итһәк, беҙҙең, Урал яғында йәшәүселәрҙең, төрки донъяһының үҙәге һаналған Алтай-Саян яҡтары менән туранан-тура бәйләнеше юҡ икәнен күрәсәкбеҙ. Беҙҙең бәйләнеш күберәк Урта Азия, Алғы Азия - Яҡын Көнсығыш мосолмандары яғында. Был бәйләнеш Ислам дине менән генә килмәгән. Биш мең йыл элек тә шул яҡ менән беҙҙең бәйләнеш булған. Мәҫәлән, химиктар хәҙерге Ираҡта - Шумер-Вавилон дәүләттәрендә табылған әйберҙәрҙең химик составын өйрәнгән, уларҙың Урал аръяғынан, беҙҙең башҡорт ерҙәренән килтерелгән баҡырҙан яһалғанын асыҡлаған. Силәбе археологы С.А.Григорьев Арҡайым, Һынташ ҡаласыҡтарын өйрәнеп, унда йәшәгәндәр биш мең йыл элек Яҡын Көнсығыштан килгәндәр, тип әйтә. Уларҙы металлургия ҡыҙыҡһындырған, йәғни, беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙ менән алыш-биреш булған. Беҙҙең йәштәр ул турала бик белеп бөтмәй, шуға Тываға, Ҡаҙағстанға баралар ҙа, шуларҙан ниндәйҙер мәҙәниәт элементтарын отоп алып ҡайталар. Улар беҙҙең тәбиғәткә тура килмәй. Мин үҙем дә тыва, хакас, алтай яҡтарында күп йөрөнөм, үҙебеҙҙең йырҙарҙы алып барып, унда тыңлап ҡарағаным булды. Ундағы тәбиғәткә беҙҙең моң тап килмәй. Беҙҙең моң сит унда. Уларҙың тәбиғәтенә үҙҙәренең йырҙары аһәңдәш. Күрәһең, беҙҙең йыр-моң Уралда тыуған, Уралға яраҡлаштырылған. Беҙҙең Уралдың тәбиғәте йомшаҡ бит. Мәҙәниәттә алыш-биреш гел булған, бер халыҡ икенсеһенән һәр ваҡыт нимәнелер алған, тик үҙенекенә яраҡлаштырып алған. Рухи донъяны өйрәнгән ғалимдар - көршәк, һәнәк-көрәк, башҡа шундай матди ҡорамалдарҙы үҙләштереп була, тик рухи мәҙәниәтте күсереп булмай, тип әйтәләр.
З. Шәрипова. Үҙ-ара аралашыуҙар, килешеүҙәр аша мәҙәниәттең матди элементтары тиҙ үҙләштерелә.Теләһәк-теләмәһәк тә әкренләп рухыбыҙ ҙа үҙгәрә, ситтәр тарафынан махсус та үҙгәртелеүе, үҙ асылыңды оноттороуҙары бар. Халыҡта әйтәләр бит: исеме бар, есеме юҡ, тип. Шул хәлдәргә төшөүҙән Хоҙай аралаһын!

Һеҙ, Зәкирйән Ғәлимйән улы, үҙегеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙә лә, сығыштарығыҙҙа ла башҡорттоң Уралға бәйлелеге тураһында бик нигеҙле итеп әйтәһегеҙ...

З. Әминев:
Башҡорттоң донъя мәҙәниәтенә индергән өлөшө бик ҙур. Беҙ уны, нисектер, кәметеп, ошо үҙебеҙ йәшәгән ер менән генә бәйләп һүҙ йөрөтәбеҙ. Башҡорттар, яугир халыҡ булараҡ, Евразияла булған бөтә ваҡиғаларға тәьҫир итеп торған. Уны һәр саҡ һуғышҡа яллағандар, йәғни бер тарихи ваҡиға ла башҡортһоҙ үтмәгән. Башҡорттоң элекке донъяһы тураһында хәҙерге хәлдән сығып ҡына хөкөм итергә ярамай. Башҡорт донъяһы үҙ заманында бик тә ғәйрәтле һәм күп яҡлы, һәм бик тә теүәл булған - беҙҙең мәҙәниәтебеҙ бик боронғо, ә тамыр тәрәнгә киткән һайын халыҡтың көсө лә ныҡ була. Билдәле Рәсәй археологы С.А.Плетнева башҡорт мәҙәниәтенең бер туҡтауһыҙ, тотороҡло үҫеүен башҡорттоң Урал киңлектәрендә бик боронғо дәүерҙәрҙә үк формалашып, аҙаҡ төрлө тарихи катаклизмдарға ҡарамайынса, ошо ергә теше-тырнағы менән йәбешеп йәшәүендә, тип аңлата. Зәки Вәлиди үҙенең бер хатында: "Беҙҙең халыҡҡа ҡаршы этлектәр рухи донъяла, телдә, диндә көтөлә", тип бушҡа ғына әйтмәгән бит. Шуға беҙгә үҙебеҙҙең боронғолоғобоҙҙо, Уралдағы аҫабалығыбыҙҙы белеп йәшәргә кәрәк.
1917 йылғы революцияға тиклем беҙ үҙебеҙҙе "Урал балалары" тип йөрөткәнбеҙ. Ә хәҙер, нисектер, Уралды башҡорттан айырып ҡарарға күнектек, башҡорт бер яҡта, Урал икенсе яҡта тороп ҡалған кеүек. Улар элек икеһе бер бөтөн төшөнсә булған. Беҙ иҡтисади яҡтан күптән инде Волга буйы төбәгенә ҡарайбыҙ. Свердловск ғалимдары менән даими аралашам, улар беҙҙе Урал халҡына һанай. Екатеринбургтың башҡорт ерендә төҙөлгәнен бик яҡшы беләләр. Етмешенсе йылдарҙа Татищев һәйкәлендә баҡырҙан яһалған таҫмала "Город Екатеринбург заложен на земле приобретенной у башкир" тип яҙылған ине. Өпәй башҡорттары ерендә һалынған ул. Был турала миңә мәрхүм философ Дамир ағай Валеев, әсәһе яғынан үҙе өпәй башҡорто, һөйләгәйне. Шуға, тарихи хәтерҙе өҙмәҫкә һәм үҙебеҙҙең Урал менән бәйләнгәнебеҙҙе белеп үҙебеҙҙең мәҙәниәтте һаҡлап, үҫтереп йәшәргә тейешбеҙ, тип уйлайым. Урал төшөнсәһе беҙҙең мәҙәниәттең нигеҙе булып тора, беҙ Урал балалары, беҙгә был төшөнсәне тергеҙергә кәрәк.

Совет осоронда "мәҙәниәтле халыҡ, мәҙәниәтһеҙ халыҡ" тигән һүҙбәйләнештәр йыш яңғырай торғайны. Йәнәһе, яҙма китаптары, документтары булған халыҡ ҡына мәҙәниәтле лә, ә башҡалар мәҙәниәтһеҙ, сөнки уларға яҙманы совет власы биргән...

З. Шәрипова:
Эйе, бына шул "мәҙәниәтле халыҡ, мәҙәниәтһеҙ халыҡ" тигән төшөнсәнең бер яҡлы ғына аңлатылыуы халҡыбыҙ мәҙәниәтенә ҙур зарар килтерҙе. Боронғо замандарҙан бөгөнгө көнгә килеп еткән бөтөн мәҙәни байлыҡтарыбыҙ тере һүҙҙә, шулар теркәлгән текстарҙа һаҡланған. Ләкин был бер ҙә мәҙәниәтһеҙлекте аңлатмай. Большевиктар осоронда рухи мираҫҡа дөрөҫ булмаған мөнәсәбәт арҡаһында барлыҡҡа килгән төшөнсә был. Әммә шуға ла иғтибар итәйек әле: совет власы урынлашҡас та Ленин бабай хөкүмәткә иң элек культураны үҫтереү буйынса бурыстар йөкмәтә. Унан: "Пролетар культура нисек булырға тейеш, культураны нисек үҫтерергә була?" - тип һорайҙар. "Боронғо иң яҡшы үрнәктәрҙе белмәйенсә тороп, яңы культура формалаштырып булмай", - була яуабы. Был бик дөрөҫ мөнәсәбәт була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был положение, мәҫәлән, башҡорт яҙма мәҙәниәтенә ҡағылышлы уйҙырманы юҡҡа сығарыуға булышлыҡ итә алмай. Сөнки башҡорт яҙмаһы Октябрь революцияһынан һуң барлыҡҡа килгән, совет власы ғына башҡортҡа яҙышырға мөмкинлек биргән, тигән тезис нығынып киткән була. Ана шул беҙҙең бәкәлгә ныҡ һуҡты, фәнни фекер үҫешенә, яҙмаға бәйле мәҙәниәт торошона ныҡ ҡамасауланы.
Ҡайһы ғына осор булмаһын, халыҡ мәҙәниәтенең көндәлек тормоштағы үҙенсәлектәре ҡулъяҙмаларҙа сағылыш тапҡан. Типография булмағас, үткән быуаттың утыҙынсы йылдарына тиклем башҡорттоң төп яҙмаһы ғәрәп графикаһындағы ҡулъяҙма булып ҡала. Быуаттар буйы тупланған ошо яҙма байлығыбыҙҙы арбалап-арбалап макулатураға тапшырған, йылғаларға илтеп ырғытҡан осраҡтар ҙа билдәле. Университетты тамамлағас, мин Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләнем, ҡулъяҙмалар бүлеген ойоштороуҙа ҡатнаштым. СССР Фәндәр академияһы совет иле халыҡтарының революцияға тиклемге әҙәбиәт тарихтарын яҙыуҙы планлаштырғас, башҡорт әҙәбиәте тарихын яҙыу өсөн Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов етәкселегендә йыл һайын экспедициялар ойошторолоп, бик күп ҡулъяҙмалар тупланды. Шулар нигеҙендә биш томлыҡ башҡорт әҙәбиәте тарихы яҙылды. Башҡорттар йәшәгән ауылдарҙан йыйып тупланған ҡулъяҙмалар нигеҙендә генә беҙ башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте тарихының тамырҙары бик боронғо икәнен иҫбатлай алдыҡ. Ғөмүмән, яҙма әҙәбиәт, ҡулъяҙмаларҙың беҙҙәге торошо һәм проблемалары миңә бик таныш. Тейешенсә һаҡлауҙы ойоштороуҙың ни тиклем әһәмиәтле икәнен бер генә миҫалда күрһәткем килә.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә килгәс, Ғайса Батыргәрәй улы "Башҡорт әҙәбиәте тарихы"ның тәүге томына "Боронғо төрки ҡомартҡылары" бүлеген яҙыуҙы миңә йөкмәтте. Төрки әҙәбиәттәренең шишмә башы тип иҫәпләнгән орхон-йәнәсәй ҡомартҡыларының башҡорт ерлегендәге тамырҙарын юллап, том-том китаптар аҡтарам. Бөтә Рәсәй тюркологик конференцияһы материалдары баҫылған йыйынтыҡта (Алма-Ата, 1980) көтмәгәндә Э.И. Фазылов тигән бер үзбәк ғалимының мәҡәләһенә тап булдым. Ул үҙебеҙҙең Ғилми үҙәк китапханаһында һаҡланған "Тәржемән әс-сихах" ҡулъяҙмаһы хаҡында яҙған. 1555/56 йылда Мостафа бин Хәмзә бин Һөйөндөк төҙөгән 616 битлек был һүҙлектә 20 мең ғәрәп һүҙенә төркисә аңлатма бирелгән. Төп нөсхә менән танышырға булып, китапханабыҙға мөрәжәғәт итһәм, ҡулъяҙма юғалған булып сыҡты. Уникаль ҡулъяҙманы юллап табыу мәсьәләһен үҙем эшләгән осорҙағы етәкселек алдында ҡат-ҡат күтәрһәм дә, иғтибарға алынманы. XI быуаттың атаҡлы ғалимы Мәхмүт Ҡашғариҙың "Диуану лөғәт әт-төрк"өнән күләме буйынса ике ярым тапҡырға ҙурыраҡ был һүҙлек Башҡортостанды, Өфөнө, башҡорт фәнен барлыҡ ғәләмгә танытып, донъяның күренекле ғалимдарын ылыҡтырыр, республикабыҙҙы төрки донъяһының таныулы үҙәгенә әйләндерер ине... Әгәр юғалмаһа...
З. Әминев: Мин бала саҡта беҙҙең күршелә Бәхтиәр олатай Хәмитов йәшәне. Ул элекке уҡытыусы, Бабич менән бергә заманында ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡытып йөрөгән. Олатай гел генә биттәре күндән эшләнгән, өҫтәл ҙурлыҡ боронғо китап уҡып ултыра торғайны. Алтмышынсы йылдарҙа олатай вафат булды. Бер саҡ атайым менән һөйләшеп ултырғанда иҫкә төшөп: "Бәхтиәр олатай әллә ниндәй боронғо китап уҡыны, шул хәтеремдә тороп ҡалған", - тинем. "Улым, ул иң боронғо Ҡөрьәндәрҙең береһе ине, биттәре быҙау тиреһенән яһалғайны", - тигәнде ишетеп, оҙаҡ ваҡыт аптырап йөрөнөм. Олатай вафат булғас, әбейе китаптарҙы ҡайҙалыр алып барып күмгән. Бына шулайтып бик боронғо ҡомартҡыларҙың береһе юғалды.

Мәҙәниәтебеҙҙең ниндәйҙер бер өлөшөн һәм этабын тәшкил иткән быҙау тиреһенән яһалған иң боронғо Ҡөрьәнде күрер өсөн бөтөн донъянан килерҙәр ине. Бындай оло хазинаға эйә булыуыбыҙ тураһында күптәр хәбәрҙар түгел...

З. Шәрипова:
Етмешенсе йылдарҙа Бөрйәнгә бер ҡайтҡанымда "Аралбай ауылында быҙау тиреһенә яҙылған шәжәрә булған" тигән хәбәр ҡолаҡҡа төшкәс, шуны бик оҙаҡ юллап йөрөнөм, ул эҙһеҙ юғалған булып сыҡты. Райондашым Мохтар ағай Сәғитов һөйләүенсә, утыҙынсы йылдарҙа мәсет манараларын ауҙарыу башланып киткәс, Иҫке Собханғол эсендәге Алағуян ярында тире менән көпләнгән ҡалын-ҡалын китаптар өйөлөп ятҡан, кешеләр төндә йәшеренеп кенә шуларҙы алып ҡалырға тырышҡан. Йыртҡылау, ташлау китапҡа ҡарата вәхшилек күрһәтеү һымаҡ ҡабул ителгәнгә күрә, ер ҡуйынына тапшырған күбеһе. Мәҫәлән, 1978 йылда Иҫке Монасиптан Әхмәтшәриф олатай Сәғитов боронғоса уҡый белеүемә, ҡулъяҙмаларға ҡиммәтле әйбер итеп ҡарауыма инанғас, атаһы Ильяс мәзиндең баш осона боронғо китаптарын күмгәнлеген әйтте. Икәүләп зыяратҡа барып, ҡәбер эргәһен ҡаҙып, туҙға төрөлгән 28 ҡулъяҙманы күтәреп алдыҡ. Араһында тап минең эҙләнеүҙәр темаһына бәйле Һибәтулла Сәлихов ижады буйынса материал килеп сыҡты. Был китаптың исеме фәндә билдәле, тик тексы юҡ ине, шул табылды. Нисә йыл ер аҫтында ятҡан бит инде. Хәҙер улар Институттың ҡулъяҙмалар бүлегендә мәңгелек һаҡлауҙа. Әхмәтшәриф олатай үҙе йәшәгән өйҙөң ҡаршыһындағы бейек тау башындағы таш ҡыуышлығына күпмелер китаптарҙы йәшереүен дә һөйләгәс, ул саҡтағы район гәзите редакторы Инсур Йәһүҙин ярҙамында ат-арба табып, олатайҙы тау башына мендерә алдыҡ. Олатай китаптар йәшергән урынын яҡшы хәтерләй ине, тик ул ҡағыҙҙар сереп, ҡулда уҡ ыуалып торалар ине… Эйе, мәҙәни һәм рухи мираҫты һаҡлау буйынса йәнде өшөткән оло проблемалар бар беҙҙең йәмғиәттә. Йылды Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫына арнау юҡтан ғына түгелдер. Әлбиттә, рухи һәм мәҙәни ҡомартҡыларыбыҙҙы тергеҙеүҙе бер йыл эсендә генә атҡарып сығып булмаясаҡ, ә шулай ҙа йәмғиәттең иғтибарын ошо проблемаға йүнәлтеү бик урынлы булды. Ошо уңайҙан быйыл иң тәүге сиратта нимәләргә иғтибар итеү кәрәк тип уйлайһығыҙ?

З. Әминев:
Боронғо әҙәбиәт, урта быуат, XVIII-XIX быуат әҙәбиәтендә танылған шәхестәрҙең күбеһе тарихи Башҡортостан ерендә хеҙмәт иткәндәр. Был башҡорт мәҙәниәтенең, рухиәттең ниндәй юғары кимәлдә булыуын күрһәтә. Тарихи Башҡортостан ерендә, мәҫәлән, археологтар көмөштән, баҡырҙан яһалған әйберҙәр табалар, уларҙың ҡайһы берҙәрендә арамей графикаһында соҡоп, нимәләрҙер яҙылған, тик әлегә уларҙы уҡый алмайҙар. Мин уларҙы табылған урындары буйлап картаға һалып сығып, барыһының да сығышы тарихи Башҡортостан еренән икәнен асыҡланым. Бөтөн СССР-ға билдәле археолог, бронза дәүере - боронғо скиф-сарматтар буйынса белгес, мәрхүм Рәмил Бакир улы Исмәғилевҡа ошо турала әйтһәм, башта ышанманы. Унан үҙе лә тикшерҙе һәм бындағы мәҙәниәт беҙҙең эраға тиклем формалашҡан, тине. Фәндә "туйындырған-һыйындырған, яҡлаған ер" тигән төшөнсә бар. Урыҫса уны "Вмещающий ландшафт", тиҙәр. Уның, йылғамы-таумы, тәбиғи сиктәре лә була. Мәҫәлән, беҙҙең өсөн башҡорттарҙың ватаны - көнсығышта Иртыш менән Тобол, көнбайышта Иҙел (хәҙерге Волга), төньяҡта Сулман (Кама), Чусовая (Шуша) йылғаларына тиклем. Иранда сасанидтар хөкөм һөргән дәүерҙә яһалған алтын, көмөш, баҡырҙан яһалған әйберҙәрҙең иң күп тупланған урыны - ошо сиктәр араһында, башҡорт ерендә.
З. Шәрипова: Мәҙәни байлыҡтарыбыҙҙы бер система итеп ҡарау, уларҙы тарихи күҙлектән яңыса баһалау, шул нигеҙҙә, яңы тарихи, мәҙәни белем биреү бурысы тора. Туристарҙы йәлеп итеү генә түгел, туристарҙы тыуған төйәгебеҙҙе яраттырырға өйрәнергә тейешбеҙ. Ә яраттырыр өсөн тәүҙә Башҡортостаныбыҙҙы, уның тарихын үҙебеҙ яратырға бурыслыбыҙ. Тыуған еребеҙҙе үҙебеҙ ҡәҙерләргә, әһәмиәтен үҙебеҙ белергә тейешбеҙ. Профессор Роберт Байымов коллегалары менән Әрмәнстанға конференцияға барып ҡайтҡас, иҫе китеп һөйләгәйне. Унда ҡулъяҙмалар һаҡланған фәнни-тикшеренеү үҙәге Матенадаран туғыҙ ҡатлы бинаны биләй икән, шунда экскурсияға алып барғандар. "Экскурсовод әрмән телендә генә һөйләй, ә тәржемәсе руссаға тәржемә итә. Бер мәл экскурсовод: "Ошо ерен яңылыш тәржемә иттең", - тип, тәржемәсене төҙәтте. Шул тиклем аптыраным, русса белә тороп, делегацияға әрмән телендә генә экскурсия үткәрә", -тигәйне. Йәғни, үҙеңдең тел байлығын күрһәтеүҙән бигерәк, үҙ милли йөҙөң өсөн ғорурлыҡ тәрбиәләү - улар өсөн бик мөһим тип ҡаралған шул осорҙа уҡ. Ә беҙҙең тормошобоҙ шулай ҡоролған инде, төрлө болаларҙы үткәреп, ҡыҫымға алынып, яраҡлашып йәшәргә тырышҡанбыҙ. Сөнки яраҡлашмайынса, ҡыҫымға түҙеп йәшәмәйсә, тере ҡалып булмаған. Шуға әле лә ярарға тырышып, килгән кешеләргә улар теләгән һүҙҙе әйтергә, күҙҙәре ҡыҙған әйберҙәрҙе бушлай бүләк итергә тырышабыҙ. Юҡ, улай түгел, уның дөрөҫө былай, тип ҡаршы әйтергә йөрьәт иткән белгестәребеҙ һирәк.
З. Әминев: Мостай Кәрим бер хәтирәһендә яҙып сыҡҡайны: республикабыҙға индустар килгәс, уларҙың күңелен күрәбеҙ тип, бик тырышҡандар. Шунда тегеләрҙең билдәле шәхесе: "Беҙгә ярайбыҙ, тип, һеҙ үҙегеҙҙең йөҙөгөҙҙө юғалтаһығыҙ бит", - тип әйткән.
З. Шәрипова: Ысын мәҙәниәт, ысын тарих, ысын ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҙләштергән белгестәрҙе күпләп әҙерләү бурысы тора беҙҙең алда. Иҫегеҙҙә булһа, күптән түгел Салауат Юлаев хаҡында дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр менән шаңҡытыусы экскурсовод интернет селтәрен ҡуҙғытҡайны. Шул ғына миҫал да был проблеманың актуаллегенә ишара лабаһа! Был йылда республикалағы мәҙәни ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү менән бергә, белгестәрҙең кимәлен күтәреү мәсьәләһен дә ҡарарға кәрәк. Улар өсөн китаптар-әсбаптар әҙерләүҙән тыш, ҡалыплашмаған лекциялар үткәреү ҙә зарур. Бына Зәкирйән Әминев, ниндәй күп планлы шәп белгес, ниңә уны файҙаланмаҫҡа? Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәт иткән белгестәребеҙ байтаҡ, уларҙы ла йәлеп итергә кәрәктер. Шунса селтәр-һаҡал күрһәтелде, шунса сергетыш тегелде, шунса байрам ойошторолдо, тигән күрһәткестәр ҙә бик кәрәк, әлбиттә. Шуға ҡушып, дөйөм мәҙәни кимәлде күтәреүгә лә йүнәлеш тотолһа, үтә отошло булыр ине. Кимәл күтәрелһә, иҫ киткес ҙур мәҙәни проекттарҙы уйлау һәм тормошҡа ашырыу күпкә еңелләшер ине. Халыҡтың рухы күтәрелһә, күҙе асыла. Беҙҙең халыҡтың аҡылына аптырайым. "Күҙ асыла", ти ул. Белем булһа, донъяны нығыраҡ күрә башлайһың, ышанысың барлыҡҡа килә, рухың ныҡ икән, көсөң һәм үҙ-үҙеңә ышанысың арта. Көсөң бар икән, төрткөләгәнде-эткеләгәнде көтөп ятмайһың, ең һыҙғанып, эш башлайһың. Күҙ асылыу, бер ҡараһаң, иҡтисади әүҙемләшеүгә лә этәрә, һәр берәүгә донъяла үҙ урынын табырға, күңеленә ятҡан шөғөл йүнләргә мөмкинлектәр бирә.
З. Әминев: XVIII быуатта, 1784 йылда, бер француз Рәсәйҙә булып китә, Өфөгә лә һуғыла. Юлда барғанда дуҫына үҙе күргән урыҫ, татар, сыуаш, сирмеш (мари), мордва, удмурт халыҡтары тураһында яҙып бара. "Ә хәҙер мин, - ти, - бөтөн күргән халыҡтар араһында иң ҡыҙығы һәм лайыҡлыһы башҡорт халҡы янындамын. Бик ҡыҙыҡ, үҙенсәлекле халыҡ", - тип яҙа ул хатында. Башҡорттарҙың йорт-ҡураһын, нисек итеп урыҫтарға металлургия үҫтерергә ярҙам иткәндәрен һәм заводтар тураһында бәйән итә, йәғни, мәҙәниәтебеҙҙең үҫешен тасуирлай. Урыҫ металлургияһы XVIII быуатта ғына үҫешә башлай. Уға тиклем уның кимәле бронза дәүерендәге кимәл менән тиң була. Ә Европала был ваҡытта яңы технологиялар барлыҡҡа килгән була. Башҡорт металлургияһы европаларҙан ҡалышһа ла, күптән үҫешкән була.

Мәҙәниәтең иң үҫешкән осорон сәнәғәт үҫеше менән бәйләйҙәрме? Беҙҙең сәнәғәт, металлургия, шуға бәйле традициялар тураһында ла мәғлүмәттәр биреү ҡыҙыҡ булыр ине.

З. Шәрипова:
БСТ өсөн әҙерләнгән "Байман" тапшырыуҙарының береһендә башҡорт алтыны тураһында һүҙ барҙы. Этнограф Мирза ағай Муллағолов башҡорттарҙың металл иретеүе тураһында һөйләгәйне. Алтын-көмөш меңдән ашыу градуста ирей икән. Шул температураны нисек тыуҙырғандар? Аш бешергән өй мейесендә түгел бит инде. Ауыл шартарында, үҙҙәре ҡулдан яһаған ҡоролмаларҙа иреткәндәр. Башҡорт металсыларының иҫ киткес оҫталығына һоҡланыуын ул ҡат-ҡат ҡабатлағайны фильм барышында.
З. Әминев: Пермдән тарих фәндәре докторы, археолог Черных башҡорттар нигеҙ һалған Ырымбур өлкәһендәге Ҡарғалы ауылы тураһында: "Ҡарғалы руднигына - өс мең дә биш йөҙ йыл", - тип яҙа. Унда бер туҡтауһыҙ руда сығарылған, ә иретеү өсөн Уралға алып килгәндәр, сөнки иретергә һыуы ла, утыны ла кәрәк. XVIII быуатта урыҫтар заводтар төҙөй башлағас, башҡорттар Ҡарғалы рудниктарында күпләп эшләйҙәр, сәнәғәтселәр һәйбәт түләгәс, урыҫ крәҫтиәндәре башҡорттарға көнләшеп ҡарай. Дөйөм алғанда, башҡорттар урыҫ сәнәғәтселәренә конкурентлыҡ тыуҙыра. Ә конкурентты нисек тә алып ташларға кәрәк. Шуға беҙҙең халыҡҡа металлургия менән шөғөлләнеү тыйылыуын ҡорал әҙерләү менән генә бәйләргә ярамай. Бая үрҙә телгә алған француз: "Уралдағы бөтә заводтар башҡорттар күрһәткән ерҙәргә төҙөлгән", - тип яҙа. Петербургтан Уралға заводтар тикшерергә ебәрелгән Генин хәҙерге Магнитогорск эргәһендә күргәндәренән сығып: "Башҡорттар сифатлы тимер иретә, иң шәп булат ҡоросон шунда яһайҙар", - тип яҙа. Лепехин да шуны раҫлай. Беҙҙең рухи донъябыҙ ифрат бай булған, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең тәбиғәткә яраҡлашҡан матди донъябыҙ ҙа булған.
З. Шәрипова: Рухың көслө, традицияң бай икән, һин матди донъяның иң байын барлыҡҡа килтерәһең. Рухты үҫтереү - халыҡты тергеҙеү һәм артабан үҫтереү тигән һүҙ. Совет власы төҙөлгәс, Ер тураһында декрет менән бергә культураны үҫтереү - уҡытыу, белем усаҡтарын асыу мәсьәләһе күтәрелгән. "Искусство принадлежит народу," тип яҙған икән большевиктар партияһы етәксеһе, был буштан бушҡа түгел. Бер нисә йыл эсендә генә юҡтан бар ителеп, СССР дәүләте донъяла көслө дәүләт булып үҫешә.
Әле бына мәҙәниәт тураһындағы һөйләшеү барышында күңелде өйкәп торған тағы бер күренешкә туҡталғы килә. Өфөгә ҡунаҡтар даими килеп тора. "Ҡалағыҙҙың үҙәген күрһәтегеҙ", тиҙәр. Беҙҙең өсөн ул Салауат Юлаев һәйкәле бит инде. Унда алып барһаң: "Үҙәк ошо ғынамы ни?"- тип аптырайҙар. Өфөлә Башҡортостандың баш ҡалаһы итеп күрһәтерлек урындар юҡ самаһында, тип әйткем килә. Үҙәк тип, "Өфө" универмагына, әллә мэрия эргәһенә алып барырғамы? Унда Ленин һәйкәленән башҡа бер нәмә лә юҡ. Өфөлә республикаға исем биргән халыҡтың йөҙөн күрһәтерлек бер урын табырмын, тимә. 2024 йылда ҙур юбилей көтөлә. Өфөнө Башҡортостандың баш ҡалаһы, башҡорттарҙың боронғо йәшәгән ере тип күрһәтер урындар кәрәк, сөнки кеше иң элек матди донъяға иғтибар итә. Аллаға шөкөр, "Ете ҡыҙ" ансамблен эшләп ҡуйҙылар, ләкин был ғына аҙ. Хатта Бабичтың һәйкәлен дә һәйкәл итеп күрһәтеп, уның хаҡында мәғлүмәттәр биреп, уның хаҡында илаһи фекерҙәр менән бүлешеп булмай. Эргәһендә уйланып ултырырлыҡ түгел, баҫып торорлоҡ та урын юҡ.
Өфөлә туристарҙы шаҡ ҡатырырлыҡ заманса архитектура объекттары төҙөргә өндәмәйем, ә уның тышҡы милли йөҙөн булдырыу хаҡында һүҙем. Асылда, тарихи урындарҙың барыһы ла тиерлек Киров районында урынлашҡан. Яңынан-яңы мәҙәниәт усаҡтары әлеге шул Аҡ йорт тирәһенә өйөлгәндән-өйөлә. Ә ҡаланың башҡа муниципаль берәмектәрендә нимә менән ҡыҙыҡһындыраһың кешеләрҙе?

Мәҙәниәт тибеҙ икән, ул Урал рухын һаҡлау менән бәрәбәр. Был бәхәсһеҙ, һәм уның шулай икәнен бүтәндәргә еткерергә, еткерә белергә тейешбеҙ.

З. Әминев:
Башҡорт башҡорт булып Уралда ғына һаҡлана ала. Европаға ла, Азияға ла киткәндәр бар, ләкин улар юғалғандар. Сөнки тегендә - икенсе мөхит. Күсенеү туғыҙынсы быуатта башлана, Урал өлөшө тороп ҡала. Көньяҡ өлөшө - дала яғы - күсенә башлай. Сөнки далала халыҡ һәр ваҡыт йөрөп тора. Ғалимдар ҡаҙаҡ ерендә боронғо ҡомартҡыларҙы табып булмай, тип әйтәләр. Гел күсенеп йөрөгәс, уларҙың топонимияһында ла боронғолоҡ юҡ. Һөйләштәрендә әҙерәк кенә айырма бар, ләкин диалект юҡ. Сөнки күсенеп йөрөгәндә аралашыу ныҡ бара. Мәҫәлән, ненецтарҙы алайыҡ, улар Мурманск өлкәһенән алып, Ҡытайға тиклем арауыҡта йәшәйҙәр. Береһе былай китә, икенселәре - тегеләй... Шул ерҙәр буйлап гел күсенеп йөрөгәс, телдәре ныҡ шымара, диалекттары юҡ.
Ә беҙҙә боронғолоҡ һаҡланған. Беҙҙә тауҙың бер яғында бер төрлө, тауҙың икенсе яғында икенсе төрлө һөйләшәләр. Беҙҙең параллелдәрҙе Иранда, Урта Азияла табырға була. Хорезм менән беҙҙең бәйләнеш ныҡ булған. Заманында ҡарағалпаҡтарҙың ата-бабалары ла башҡорттоң бер өлөшөн тәшкил иткән. "Бер дәүерҙә беҙ ҙә Иҙел буйында йөрөнөк", тип әйтә улар, был уларҙың аңында һаҡланған. Рухиәтебеҙҙең тамырҙары беҙҙе шулай беҙҙең эраға тиклемге осорҙарға алып инеп китә. Йәғни, башҡорт мәҙәниәтенең тотороҡло үҫеше Урал тауҙары менән ныҡ бәйле һәм бик боронғо дәүерҙәргә барып тоташа...
З.Шәрипова: 2022 йыл - республикала ла Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан ителде, тимәк, тейешле аҡса ла бүленәсәк, был темаға һөйләшеүҙәр ҙә, эштәр ҙә хупланасаҡ. Беҙҙекеләр матур итеп, шунса концерт ҡуйылды, шунса кисә, экскурсия, конкурс, конференция һ.б. үткәрелде тип, мәҙәниәт йылын бары арифметик күрһәткестәргә ҡайтарып ҡалдырмаһалар ярар ине, тип хафаланам. Уның халыҡҡа, халыҡ тарихына һәм рухына бәйле яғын иҫтә тотһондар ине. Бәхеткә, әле ваҡыт үтмәгән. Мәҙәниәттең асылына ҡайтыу һәм халыҡты мәҙәниәтле итеү процесы башланған икән, быны төрлө яҡлап хупларға, һәм ошо йылдың биргән мөмкинлектәренән файҙаланып, халыҡтың үҙаңын күтәреү маҡсатында аныҡ белем биреү, тәрбиәләү, мәҙәниәтен күтәреү юлында ҙур эштәр башҡарырға кәрәк.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.04.22 | Ҡаралған: 334

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru