«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘҘӘНИӘТТӘ ҮҘ ЮЛЫБЫҘҘЫ ЯРЫУ МӨҺИМ
+  - 


Республикала һуңғы йылдарҙа һәр һөнәр кешеләренең эшлекле осрашыуҙарын ҙур йыйын-форум рәүешендә үткәреү күренеше йышайҙы. Был тармаҡтың мөһим мәсьәләләрен күтәрергә, фекер алышырға, федераль кимәлдәге белгестәр менән урындағы хеҙмәткәрҙәрҙе осраштырып, тәжрибә уртаҡлашырға, киләсәккә пландар ҡорорға, үҫеш юҫыҡтарын билдәләргә булышлыҡ итеү маҡсатында бик ҡулай. Ошо йәһәттән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең былтырҙан башлап ойошторолған АRТ-Ҡоролтай форумы ла бик эшлекле һәм һөҙөмтәле сараларҙың береһе булды.

Быйылғы мәҙәни форум АRТылыш-fest театрҙар фестиваленән старт алды. Бер аҙна дауамында баш ҡала тамашасылары республикабыҙ театрҙарының федераль проекттар сиктәрендә сәхнәләштерелгән спектаклдәрен ҡараны. Шуны билдәләп үтер кәрәк: төрлө жанрҙағы, төрлө йәштәге тамашасылар өсөн тәғәйенләнгән спектаклдәр күрһәтелеүе һөйөндөрҙө. Мәҫәлән, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры һәм Сибай концерт-театр берекмәһенең "Сулпан" балалар театры үҙ репертуарынан кескәй тамашасылар өсөн тәғәйенләнгән сәхнә әҫәрҙәрен тәҡдим итте. Өлкәнерәк йәштәге тамашасылар М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Салауат дәүләт башҡорт драма театры, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе, А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының спектакль-терапия, комедия, драма жанрҙарындағы спектаклдәрен бик йылы ҡабул итте. АRТылыш-fest сиктәрендә өфөләрҙең хатта тәүге башҡорт милли балетын - "Сыңрау торна"ны ҡарау мөмкинлеге булды һәм был иҫ киткес тамаша тулы аншлаг менән үтте.

АRТ-Ҡоролтайҙың эшлекле йыйыны иһә театр, тарихи-мәҙәни үҙәктәр, клуб, китапхана, музей, кино хеҙмәткәрҙәре өсөн айырым түңәрәк ҡорҙар менән башланып китте. Республика театрҙары хеҙмәткәрҙәренең йыйыны "Театр һәм ваҡыт" тигән темаға арналды. "Был ҡор быйыл театрҙар етәкселәре, маркетинг бүлектәре хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнде. Саҡырылған ҡунаҡтар пандемия шарттарында, тормошобоҙҙа интернет ҙур роль уйнаған осорҙа театр, концерт учреждениелары ниндәй ысулдар ҡулланып, ниндәй юҫыҡта эшләргә, тамашасыларҙы нисек йәлеп итергә һәм улар менән ниндәй мөнәсәбәттәр ҡорорға тигән бөгөн бик мөһим һорауҙарға яуап эҙләне. Театр етәкселеге һәм маркетинг бүлеге өсөн пандемия осоронда һәм унан һуң нисек эшләү мәсьәләһе, әлбиттә, иң мөһиме. Хәҙер хатта театрҙың яңы бер төрө барлыҡҡа килде - ул онлайн-спектаклдәр. Йәғни, театрҙар онлайн күрһәтеү өсөн махсус әҫәр яҙып, спектакль ҡуя һәм был айырым жанрға әүерелә бара. Шундай фекерҙәр әйтелде һәм шәхсән мин дә былар менән килешәм, заман театрының тамашасылар менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейешлеге, ишектәр һәр ваҡыт асыҡ булырға, төрлө проекттарҙы бойомға ашырырға кәрәклегендә шик юҡ. Республика театрҙары был процесҡа эйәрә, һәр кем үҙенсә эшләй", - тине "Театр һәм ваҡыт" секцияһында эшләгән БР Мәҙәниәт министрлығының һөнәри сәнғәт, мәғариф һәм ижади проекттар бүлеге етәксеһе Зиннур Сөләймәнов.

Шулай ҙа беҙҙең ҡарамаҡҡа иң мөһим түңәрәк ҡор Республика халыҡ ижады үҙәге һәм тарихи-мәҙәни үҙәктәр хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында үткән Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарын реестрға теркәү буйынса Эксперттар советының асыҡ ултырышы булғандыр. Билдәләнеүенсә, бөгөн Башҡортостан халыҡтарының үҙенсәлекле мәҙәни мираҫынан исемлек төҙөү өлкәһендә төрлө өлкәләрҙән 27 белгес эшләй. Улар иғтибарына был юлы дүрт проект тәҡдим ителде: мари халҡының шывыр уйын ҡоралын эшләү, Баймаҡ районы һунарсыларының башҡорттарҙың бүре аулау йолаһын атҡарыуы, Балаҡатай районының "Берестиночка" халыҡ фольклор коллективының йырлау традицияһы, Балтас районының Иҫке Янбай ауылынан "майаш" мишәр ашын әҙерләү ысулдары. Ғилми хеҙмәткәрҙәр фән күҙлегенән был боронғо йола-ғәҙәттәрҙең әһәмиәтен билдәләп сығыш яһаһа, урындағы халыҡ вәкилдәре үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
Баймаҡ районы һунарсылары бүрене тереләй алыу ысулдарының береһен эксперттар иғтибарына тәҡдим итте. Ишбирҙе ауылынан ике туған ағалы-ҡустылы Шакир Дәүләткилдин һәм Бөрйән-йылға ауылынан Сәлимйән Улъябаев борондан ата-бабаларынан килгән шөғөлдәрҙе һаҡлап, бүрене тереләй ала. "Бүрене һыбай оҙаҡ ҡына баҫтырып, хәлен алғас, уны һуйыл менән һуғып алабыҙ. Бөгөнгө көнгә мин 12 бүре алдым, Сәлимйән ҡустым 30-ҙан ашыу. Бүрене алғас, бер айға тиклем кәртәлә аҫрап, билдә һуғып, кире иреккә ебәрәбеҙ. Шулай эшләгәндә был бүреләр кире ауылға, кешеләргә яҡын килмәй һәм мал-тыуарҙы ла ҡазаламай. Бүрене кәртәлә оҙаҡ тотмаҫҡа тырышабыҙ, бешкән, тоҙло ризыҡ ашатмайбыҙ. Сөнки ул кешегә өйрәнергә тейеш түгел. Питомниктар, зоопарктарҙан заказ алып та эшләйбеҙ. Был шөғөл еңелдәрҙән түгел. Һунар ҡорамалдарыбыҙ ябай ғына булһа ла, бүре аулау өсөн ат өйрәтеүе лә сабырлыҡ талап итә", - тип һөйләй Шакир Дәүләткилдин. Бала саҡтан белгән ҡомарҙы дауам итһәләр ҙә, Шакир Дәүләткилдиндың төп эше - мәктәп ҡаҙанлығында, ә Сәлимйән Улъябаев - фермер. "Тиҫтерҙәребеҙ кеүек ситкә, Себер яҡтарына сығып, ҙур аҡса артынан ҡыуып йөрөмәнек, ауылда үҙ бәхетебеҙҙе табып донъя көтәбеҙ", - ти Баймаҡ һунарсылары.
Башҡорт халҡының бына шундай борон-борондан килгән йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, шөғөлдәрен махсус исемлеккә теркәү һәм уларҙы һаҡлап ҡалып, киләсәк быуындарға еткереү бик мөһим. Быны федераль кимәлдәге белгестәр ҙә яҡшы аңлай һәм АRT-Ҡоролтайҙың пленар өлөшөнән һуң ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй Комиссияһы эргәһендәге матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары реестрын төҙөү мәсьәләләре буйынса эксперттар советы ағзаһы Наталия Котельникова былай тине: "Реестрға индереү төрлө объекттар менән эш итеүҙе күҙ уңында тота. Объекттарҙың шундай төрҙәре бар, уларҙы һәр кем практикала ҡулланырға мөмкин, мәҫәлән, традицион аш-һыу. Ә бына һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ кеүек шөғөлдәргә ҡағылышлы нәмәләр яңынан популярлаштырыуҙы, ҡулланылышҡа индереүҙе күҙалламай. Бындай объекттарҙы халыҡтың донъяға ҡарашын сағылдырған милли мәҙәниәттең бер өлөшө булараҡ һаҡлап ҡалыу мөһим. Мәҫәлән, башҡорттарға был рәүешле һунар итеү өсөн хатта атты ла махсус тәрбиәләү кәрәк булған. Ә был нимә өсөн эшләнгән? Ҡыҙыҡ өсөн, һунарҙан ҡәнәғәтләнеү тойғоһо алыу маҡсатында ғына түгел. Был - халыҡтың тамырҙары. Һәм уны киң массаға таратып ебәреп була торған йырҙар менән бер рәткә ҡуйыу һис кәрәкмәй. Был шөғөлдө урындағы халыҡ атаһынан улына өйрәтеп ҡалдырасаҡ. Һинең ауылыңда, ғаиләңдә быуындан-быуынға һаҡланып килгән бер шөғөл, белем барҙыр һәм киң таралмағанлыҡтан, уның әһәмиәте һис кәмемәй. Шуға, был объект буйынса эш артабан дауам ителер, тип өмөтләнәм".

АRТ-Ҡоролтай форумының пленар ултырышы "Мәҙәниәт берләштерә" тип аталды һәм унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, саҡырылған ҡунаҡтар сығыш яһаны. Республика етәксеһе башҡорт халҡының исемдәре онотолған арҙаҡлы шәхестәрен халыҡҡа ҡайтарыу йәһәтенән атҡарылған эштәр хаҡында һөйләне, "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһын тормошҡа ашырыу дауам ителәсәк һәм быйыл республиканың төп 3 милли театрына унар миллион һум аҡса бүленәсәк, тип вәғәҙә итте. "Оҙаҡ уйлашҡандан һуң, Өфөгә йәштәр йыйылыр, белемгә ынтылышлы кешеләр тартылыр ниндәйҙер бер мәғрифәт үҙәге кәрәк, тинек, - тип яңы китапхана бинаһының макетын күрһәтеп һөйләне Радий Фәрит улы. - Унда китаптар фонды, китаптар музейы, лекторий, ирекле ижад зонаһы буласаҡ. Хатта күнекмәләр залы эшләйәсәк, кешеләр шунда килеп, күңеленә ятҡан барлыҡ эштәр менән шөғөлләнә алырға тейеш. Республика халҡына лайыҡлы наградаларын тапшырыу өсөн тантана залы төҙөйәсәкбеҙ. Был китапхана мультифункциональ буласаҡ". Тирмәне хәтерләткән яңы китапхана бинаһы (һүрәттә) Ағиҙел йылғаһының ярында урынлашасаҡ, баш ҡалаға аэропорт яғынан ингән халыҡҡа күренеп торасаҡ. Республика етәксеһенең тәҡдимен йыйындағы барыһы ла дәррәү алҡыштар менән хупланы. Ишембай районының Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Айгөл Ҡәҙерғолова ла был яңылыҡты бик ыңғай ҡабул иткән һәм киләсәктә республиканың һәр төбәгендә китапханаларға тейешле иғтибар бүленеп, заманса эшләй башларына ышаныс белдерҙе. "Заман талаптары шундай, көн дә ниндәйҙер яңылыҡҡа өйрәнеп, халыҡ менән тығыҙ эшләргә, китапханаларға кешеләрҙе үҙебеҙ йәлеп итергә, төрлө саралар үткәрергә тейешбеҙ. Бөгөн ҡала мөхитендә көнөнә 50-60 кеше килә беҙҙең китапханаға, был аҙ түгел. Ә бына Ишембай ҡалаһының үҙәк балалар китапханыһының ишектәре һис ябылмай", - ти ул.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән билдәле композитор Рим Хәсәнов журналистар менән аралашҡан саҡта мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен бер ҡорға йыйған сараның атамаһы тураһында үҙ фекерен белдереп: "Аrt" һүҙе инглиз теленән алынған һәм "сәнғәт" тигәнде аңлата, ә нишләп "Мәҙәни ҡоролтай" тимәҫкә? Башҡалар ҙа беҙҙең һүҙҙе әйтһен", - тигәйне. Ысынлап та, бигерәк тә бөгөн мәҙәниәт өлкәһендә үҙ сәнғәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, ғәҙәттәребеҙҙе үрнәк итеү, үҙебеҙҙең талантлы шәхестәребеҙҙе күрә белеү, үҙ юлыбыҙҙы ярыу мөһим. Был йәһәттән беҙҙә эштәр атҡарылмай түгел, атҡарыла. АRТ-Ҡоролтай нәҡ шул эшмәкәрлекте сағылдырырға ярҙам иткән бер майҙанға әүерелә барыуы ҡыуандырҙы.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.04.22 | Ҡаралған: 218

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru