«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САНКЦИЯҒА БЕҘҘЕҢ ЯУАП
+  - 

...Икенсе яҡтан, был санкция тигәне күп нәмәгә күҙҙе аса түгелме? Бер заман уянып китһәк, ни күрәбеҙ: беҙҙе ашатыусы Ашан да, Макдоналдс менән KFC ла юҡ; өҫтөбөҙҙө бөтәйтеүсе сит ил кейем-һалым брендтарының бутиктары ла ишектәрен бикләгән; хатта косметикаһы ла беҙҙе йыуындырып-биҙәндереүҙән баш тарта, имеш.

Ошо хәл тәүҙәрәк, нишләптер, бөйөк сатирик М.Салтыков-Щедриндың бер төн эсендә ашнаҡсыһыҙ, хеҙмәтсеһеҙ, йыйыштырыусыһыҙ тороп ҡалған помещигын күҙ алдына килтерҙе. Бәй, шулай булмай: бөгөн беҙ үҙебеҙ тегеп кейенергә, үҙебеҙ үҫтереп туҡланырға, үҙебеҙ етештереп ҡулланырға онотоп барабыҙ түгелме, йәмәғәт? Илдә үҙ көсөбөҙ менән һәр төрлө ҡулланыу тауарҙары, аҙыҡ-түлек һәм хеҙмәттәр күрһәтеү кимәле ни бары 30 процент тәшкил итә, ти мәғлүмәтле белгестәр. Ә ҡалған проценттарҙы сит илдәрҙән һатып ҡына алабыҙ икән, үәт ғибрәт! Дөрөҫөрәге, уларҙың компаниялары беҙҙе тамам үҙҙәренә бәйле итеп, буйһондороп торған да баһа. Баяғы ғәфләт йоҡоһолор, күрәһең: булһа - булды, тип әҙерҙе һатып алып, әҙерҙе кейеп, ҡай арала шулай тамам битараф һәм пассив ҡулланыусыға әйләнгәнбеҙ икән? Дөрөҫөн әйткәндә, үпкәләштән булмаһын, паразиттарса йәшәү рәүеше була түгелме был?
Әҙергә бәҙерлек айырыуса еңел сәнәғәт һәм аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһенә ҡағыла. Макдоналдс, Бургер Кинг менән Ашан ашата, төрөк менән ҡытай кейендерә... Башҡа нимә кәрәк? Ҡалаларҙа эшләп торған үҙебеҙҙең бына тигән ашханаларыбыҙ, самауырлы ҡайнар сәйханаларыбыҙ сит ил брендтары тарафынан ҡыҫырыҡланып, һә тигәнсе юҡҡа сығарылды. Бер "Пышка"быҙ тороп ҡалды, тик ундағы хаҡтарға яҡын барырлыҡ түгел. Эре сауҙа-сервис үҙәктәрен сит илдәрҙең Zara, Stradivarius, Bershka, Рull and Bear, H&M, GloriaJeans һәм башҡа шундай бутиктар баҫып алды һәм улар күбеһенсә йәштәр һәм урта йәштәгеләрҙе йәлеп итһә, өлкәндәр ҡытай-төрөк тауары менән дә хушһынды. Рәсәйҙең дә бар тиҙәр ул әлеге компанияларҙан һис кәм булмаған брендтары, ләкин улар, күрәһең, юғары мода ихтыяжын ҡайғырталыр, шуға улар хаҡында халыҡҡа бер ни ҙә мәғлүм түгел. Сит ил етештереүсе-монстрҙар урындағы башланғыстарҙы быуа тора, ахыры.
Аҙыҡ-түлек баҙарында ла аңлайышһыҙ хәлдәр барҙы. Үҙебеҙҙең крәҫтиән һәм фермер хужалыҡтары, эре агрокомплекстар уңышлы ғына эшләүгә ҡарамаҫтан, магазиндарҙа фәҡәт Египет һәм Израиль ҡомлоҡтарында үҫтерелгән йә компьютерлаштырылған системалы гигант теплицаларҙан килтерелгән картуф-кишер-помидор ғына тулып ятты. Үҙебеҙҙең "Алексеевка" совхозында йыл әйләнәһенә ҡыяр, помидор, борос, баклажан, ер еләге һәм башҡа тағы әллә нәмәләр үҫтерелеүен легенда итеп һөйләгәндәрен генә ишетә инек, уның ҡарауы, фирма магазиндарында тоҙло кәбеҫтә менән ҡыярҙан башҡаһы һирәк була ине. Үкенескә, бөгөн был хужалыҡтың хәле мөшкөл, тиҙәр: һатып ебәрерҙәрме, "ҡолағынан" тартып көрсөктән сығарырҙармы - киләсәк күрһәтер. Йәл, ә бына тап бөгөн кәрәк бит илгә ана шундай хужалыҡтар. Импорт продукцяны үҙебеҙҙең тауарҙар менән лайыҡлы алыштырыр өсөн.
Хәйер, эксперттар ышандырыуынса, илдә аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ булмаясаҡ, уныһы раҫ. Ә бына электроника һәм автомобиль, автозапчастар һәм комплектлау изделиелары, медицина техникаһы, фармацевтика, автомобиль һәм авиация төҙөлөшө, резина һәм пластмасса изделиелар, электр ҡорамалдары етештереү һәм башҡа шуның кеүек өлкәләргә ауырға тура киләсәк, ти белгестәр. Уйлап ҡараһаң, бер бәләкәй генә деталь дә ҙур проблема килтереп тыуҙырырға һәләтле бөгөн, сөнки советтарҙан һуңғы осорҙа ла әле эшләп килгән күп завод һәм фабрикалар көрсөккә ҡалып, бер-бер артлы ябылып бөттө, дәүләт тарафынан ватан ҡеүәттәрен һаҡлап ҡалыу өсөн бер ни ҙә эшләнмәне. 90-сы йылдар ахырында эштән туҡтаған "Вега" радиозаводының да, Пермь крайындағы аныҡ машиналар төҙөү предприятиеһы ла, "Рекорд" та, "Биохим" да, башҡалары ла - "барлығы 78 мең завод баҙар оккупанттары менән тиңһеҙ көрәштә" ябылыуға дусар ителде, тип яҙа Newsland мәғлүмәт порталы.
Әлеге иҫкә алынған "бәләкәй генә" деталь - ул Тайвань тигән бәләкәй генә биҫтәлә эшләнеүсе юғары технологиялы чиптар. Сәнәғәт тармаҡтары, энергетика, транспорт, хатта финанс та ошо ярымүткәргес электроникаһыҙ эшләй алмай. Әлеге Тайвань, Рәсәйгә ҡаршы санкцияларға ҡушылып, беҙҙе чиптар менән тәьмин итеүҙән баш тартты. Уны биҫтә тип атауҙың ғилләһе шул: рәсми рәүештә Ҡытайға ҡараған һәм уның территорияһындағы был утрау тулыһынса танылыу алмаған ил иҫәпләнә, ә Ҡытай уны, ғөмүмән, үҙенә буйһондормаҡсы. Был ыҙғыштан, бәлки, беҙгә лә өлөш сығыр? Ҡытайҙың сәнәғәт министры хәрби көс ҡулланып булһа ла Рәсәйгә чиптар ебәреүҙе май баштарына яйға һалырға ниәтләй, ти. Ышанырғамы быға, юҡмы, әммә интернет буйлап шундай хәбәр йөрөй. Ә бит ошо чиптарҙы эшләү өсөн кремний менән неон да, палладий ҙа үҙебеҙҙә табыла, шулай булғас, ниңә был кәрәкле, мөһим деталде үҙебеҙҙә етештермәҫкә? Ниңә бөрсәләй генә ярым-ил ишаратына йөҙ һыуы түгеп инәлергә, кәмһенергә? Ҡайҙа Рәсәйҙең элекке держава ҡеүәте, ҡайҙа беҙҙең гөрләп торған завод-фабрикалар, эшсе синыф ҡайҙа?
Эйе, хәҡиҡәт үҙгәрмәй: бөтәһе өсөн дә бер көн яуап тоторға тура килә шул. Элекке данды, абруйҙы ең һыҙғанып тотоноп, фиҙаҡәр хеҙмәт менән генә ҡайтарырбыҙ, ҡайтарһаҡ. Бына шул булыр санкцияларға беҙҙең яуап!

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.04.22 | Ҡаралған: 210

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru