«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭСКӘН ҺЫУЫБЫҘҘА УРАН НИНДӘЙ КИМӘЛДӘ?
+  - 

Урандың һаулыҡ өсөн зарарлы икәнен ишетеп тә, уҡып та беләбеҙ. Ләкин Менделеев таблицаһында 92-се һан аҫтында торған уран (U тип билдәләнә) ҡайҙан, нисек барлыҡҡа килгән, беҙ эскән һыуға ни рәүешле барып эләгә һәм, иң мөһиме, Башҡортостан райондарында уның күрһәткесе ниндәй миҡдарҙа икәнлегенә күптәр хәбәрҙар түгелдер.

Шулай итеп, уран киң таралған химик матдә, ул бөтә Ер шары буйлап тупраҡта һәм ташлы тоҡомдарҙа осрай. Ул - радиоактив матдә. Урандың концентрацияһы теге йәки был урында тупраҡ йәки ташлы тоҡом составындағы минерал төрҙәрҙән ныҡ айырыла. Мәҫәлән, гранитта уран кимәленең юғары булыуы күҙәтелергә мөмкин. Бөгөнгө көндә уран - атом энергетикаһы һәм атом ҡоралын етештереү өсөн нигеҙ булып тора.
Һыу составында уран булған минералдарҙы иреткән саҡта ул эсәр һыуға эләгә. Төрлө тәрәнлектәге һыуҙа урандың миҡдары төрлөсә. Мәҫәлән, ҡоҙоҡ йәки һыуы өҫтәрәк булған сығанаҡҡа ҡарағанда артезиан скважиналарҙа уран булыуы күпкә ихтималыраҡ. Гранит, ҡомташ һәм ташлы кристаллик тоҡомло урындарҙа урынлашҡан һыу скважиналарында уран күберәк туплана.
Эсәр һыуҙа урандың химик ағыуы уның радиоактив булыуына ҡарағанда күберәк проблема тыуҙыра. Урандың эсәр һыуҙа мөмкин булған миҡдары бер литрҙа 1,7 миллиграмм тәшкил итә. Урандың күләме күп булған һыу бөйөргә кире тәьҫир итә, тип белдерә ғалимдар.
Геолог Исхаҡ Фәрхетдинов үҙенең хеҙмәттәштәре менән Башҡортостандың төрлө төбәктәренән алынған һыу өлгөләрендә урандың күпме тәшкил итеүен билдәләү өсөн 2016 - 2020-се йылдарҙа һынауҙар үткәргән. Улар республиканың 256 ауыл һәм ҡалаларынан 515 өлгө һыуҙың ҡомағын тикшергән, сөнки нәҡ эсәр һыуҙы ҡайнатҡандан һуң барлыҡҡа килгән ҡомаҡ тирә-яҡта урандың күпме икәнен асыҡ күрһәтеүсе сығанаҡ булып тора.
Тикшереүҙәр Башҡортостандың төньяғында, эзбишташ күп булған урындарҙа, урандың әҙ булыуын күрһәткән. Ә уран иң күп булған төбәк - республиканың көнбайыш райондары. Ул яҡта ҡыҙыл ҡомташ күп һәм нефть сығарылған урындар бар.

Һүрәттә ниндәй төбәктә урандың күпме икәне күрһәтелгән.

Гөлназ МАНАПОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.04.22 | Ҡаралған: 246

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru