«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШСЕ ҺӨНӘРҘӘРҘЕҢ АБРУЙЫН КҮТӘРЕҮ ХӘСТӘРЕ БЫЛ
+  - 

Республикала быйылғы йылдың Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип нарыҡланыуында былтыр Башҡортостанда "WorldSkills Россия" чемпионаты финалының юғары кимәлдә үтеүе, унда шулай уҡ беҙҙең команданың уңышлы сығыш яһауы ҙур роль уйнаны, тип әйтергә урын бар. Сөнки тап ошо форумда һөнәри белем биреү системаһында эште нығытыу кәрәклеге билдәләнде.

Билдәле булыуынса, Башҡортостан урта һөнәри белем биреү учреждениелары һаны буйынса илдә алдынғы төбәктәрҙең береһе иҫәпләнә. Беҙҙә йәмғеһе 96 колледж һәм уларға беркетелгән 41 филиал эшләй. Унда 104 мең кеше белем ала, дөрөҫөрәге, 136 йүнәлеш һәм 80 эшсе һөнәре буйынса иҡтисадтың төрлө өлкәһенә кадрҙар әҙерләнә. Һуңғы йылдарҙа сығарылыш уҡыусыларының колледждарға өҫтөнлөк биреүе күҙәтелә. Бының сәбәбе, әлбиттә, Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренә генә бәйле булырға ла мөмкин. Шулай уҡ юғары уҡыу йорттарындағы бюджет урындарына эләгеү мөмкинлеге булмауы ла үҙенекен итәлер. Ә шулай ҙа йәштәр республикала квалификациялы эшсе кадрҙар етмәүен белә, шул сәбәпле тиҙҙән беҙҙең предприятиелар зыян күрәсәген аңлай, тип ышанғы килә.
Эйе, бөгөн хеҙмәт баҙарында урта һөнәри белемгә ихтыяж артты. Был хаҡта Урта һөнәри белем биреү буйынса республика советының тәүге ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та һыҙыҡ өҫтөнә алды: "Эшсе һөнәрҙәрҙең, хеҙмәт династияларының абруйын арттырырға, эш кешеләренә лайыҡлы хеҙмәт шарттары, эш хаҡы менән тәьмин ителгән юғары етештереүсәнле заманса эш урындары булдырырға кәрәк. Бының өсөн колледждарҙа ла яҡшы шарттар тыуҙырыу мөһим", - тине ул. Урта һөнәри белем биреү тармағы мәсьәләләре ҡаралған был мөһим сарала Мәләүез колледждары етәкселәре ҡатнашты һәм унда алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Рита Мәҙәрик ҡыҙы Сәмиғуллина, күп йүнәлешле һөнәри колледж директоры: Башҡортостанда беренсе тапҡыр мәғарифтың был тармағына республика Башлығы, Хөкүмәт кимәлендә иғтибар бирелде. Был күренеш, әлбиттә, беҙҙе бик шатландыра һәм илһамландыра. Эшсе кадрҙар әҙерләү системаһы "колледж - предприятие" логик сылбыры булмаһа, тулы ҡеүәткә эшләй алмаясаҡ. Беҙ бөгөн уҡыусыларҙы заманса донъя стандарттары буйынса әҙерләүгә бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ, уларға тейешле белем һәм күнекмә бирәбеҙ. Әммә йыш ҡына уҡыу йортон тамамлағандан һуң йәштәр артабан нимә эшләргә белмәй аптырап ҡала. Колледж, әлбиттә, был проблема буйынса эшләй, эш биреүселәр менән үҙ-ара йоғонтоло мөнәсәбәт булдырырға тырыша. Әгәр ҙә инде был мәсьәлә маҡсатлы программалар ярҙамында дәүләт кимәлендә хәл ителһә, бынан барыбыҙ ҙа отасаҡбыҙ ғына.
Дәүләт ярҙамының теге йәки был өлкәнең етеҙ үҫешенә йоғонто яһай алыуын үҙебеҙҙең колледж миҫалында күрһәткем килә. Мәҫәлән, "Умартасылыҡ" компетенцияһын беҙ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт ярҙамы менән үҫтерә башланыҡ. Һөҙөмтәләр шул хаҡта һөйләй: ике йыл рәттән төбәк чемпионатын үткәрҙек. Былтыр был компетенция беренсе тапҡыр "WorldSkills Россия" чемпионаты финалында ҡатнашты. Умартасылыҡ буйынса баш эксперт булараҡ, төбәк чемпионаты ойошторолған Ингушетияға барҙым. Төбәк ярыштары шулай уҡ Алтайҙа, Новосибирск өлкәһендә, Удмурт республикаһында үтте.
Быларҙың барыһы ла - республика власы ярҙамы менән ҙур команданың планлы эше һөҙөмтәһе. Шуға күрә быйылғы йылда ойошторолған саралар колледждар үҫешенә, иҡтисадты эшсе кадрҙар менән тәьмин итеүгә ҙур этәргес бирәсәгенә ышанам.

Зөфәр Фәнил улы Ғималетдинов, индустриаль колледж директоры: Урта һөнәри белем биреү системаһында эшләй башлауыма бер йыл да юҡ әле. Колледж менән танышып сыҡҡас, уның матди-техник базаһы мине бер аҙ уйға һалды. Ниндәй генә йүнәлеште алып ҡараһаң да, бөтәһенә лә ҙур сығым талап иткән ремонт, төҙөкләндереү, яңыртыу мотлаҡ. Ә финанс юҡ. Аҡсаны, әлбиттә, эшләп табырға мөмкин, әммә уның өсөн яңыртыу кәрәк. Мәҫәлән, автомәктәпте генә алайыҡ. Уны тергеҙеүгә төҙөк автомобилдәр, компьютерҙар һәм башҡалар кәрәк. Бындай күренеш бөтә өлкәлә лә күҙәтелә. Бер нәмә генә ҡыуандыра ине - колледжда һөнәри кадрҙар ресурсы һаҡланған. Коллектив нигеҙен ҙур тәжрибәле, үҙенең эшен яратҡан, уҡыу йортона тоғро булған белгестәр тәшкил итә ине.
Былтыр үткән WorldSkills Россия милли финалы урта һөнәри белем биреү системаһын, шул иҫәптән беҙҙең колледжды үҫтереү йүнәлешендә ҙур этәргес булды. Беҙ ҡыйбатлы заманса ҡорамалдар алдыҡ, ашнаҡсы һәм кондитер эше, тегеү технологияһы һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса өс оҫтахана астыҡ. Матди базаны яңыртыу - бик мөһим һәм ваҡытлы ҡарар. Бөгөн эш биреүселәр ҡулланған һәм беҙҙең студенттар уҡыған-өйрәнгән ҡорамалдар араһында ҙур айырма бар. Предприятиеларҙа улар замансараҡ, әлбиттә. Финанстар ярҙамында уҡыу йорттары эшсе кадрҙарҙы әҙерләү шарттарын реаль производствоныҡына яҡынайта аласаҡ. Колледж бөгөн дәүләттән ярҙам көтөп, ҡул ҡаушырып ултырмаҫҡа тигән маҡсат менән йәшәй. Беҙ төрлө башланғыстарға, инвесторҙар менән эшләргә әҙербеҙ. Әгәр ҙә кемдеңдер беҙҙең колледж базаһында бергә бойомға ашырырға теләгән ҡыҙыҡлы тәҡдиме булһа, бындай хеҙмәттәшлеккә беҙ шатланасаҡбыҙ ғына.

Лена АБДРАХМАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.04.22 | Ҡаралған: 253

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru