«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘН - 1
+  - 


Айҙар Хәкимәнең өйөнә яҡынайғас, уға телефондан шылтыратты:
- Хәйерле иртә, Хәкимә! - тине егет күңелендәге ҡапма-ҡаршы тойғоларҙы һиҙҙермәҫ өсөн мөмкин тиклем күтәренке тауыш менән.
- Хәйерле иртә... - Ҡатын һалҡын ғына өндәште. - Бик шат күренәһең. Ни булды?
- Тиҙҙән һине күрәм бит! Шуға ҡыуанам, - тигән булды егет һөйләшеүҙе әлегә күңелле тулҡындарҙа алып барыр өсөн.
- Ышандырып етмәй. Ярай, кил. - Хәкимә телефонын һүндерҙе.
Аңламаҫһың, әллә Айҙарҙың килеүен оҡшатмаймы? Йоҡоһонан уятҡан тиер ине, сәғәт ун икенсе киткән. Ярай, ҡатындың кәйефенә, мөнәсәбәтенә ҡарап торор мәл түгел.
Айҙар килеп еткәндә Хәкимә баҡсала бәрәңге күмеп йөрөй ине. Был күренеш егеткә ауыр тәьҫир итте. Ҡатын уға йәл булып китте. Уйлап ҡараһаң, уның хәлендә бәрәңге ҡайғыһымы инде? Етмәһә, Айҙар ҙа тыштан ялтырап, эстән мәкерле маҡсат менән йөрөй бит. Егет күңелһеҙ уйҙарҙы тиҙерәк ситкә ҡыуырға ашыҡты, йөҙөнә ғәмһеҙ йылмайыу ишараты сығарҙы.
Айҙарҙы күреп, Хәкимә, тәпкеһен эргәләге ағас олонона һөйәне лә, ҡаршы атланы.
- Оҙаҡланың, - тине ул. - Ярты сәғәт элек шылтыратҡайның.
- Мин йәйәү килдем. - Айҙар уға ҡаршы атланы. - Ниңә туҡтаның? Әйҙә, мин дә ярҙамлашайым.
- Юҡ инде. - Хәкимә Айҙарҙы туҡтатты. - Килгән ҡунаҡты шунда уҡ эшкә ҡушмайҙар. Тәүҙә ашатып алалар. Беҙҙә йола шулай.
- Мин Ғәйнулла ағайҙа сәй эскәйнем.
- Беләм мин ирҙәр табынын. Етмәһә, ул бик аҙ ашай, тиҙәр, - тип көлдө Хәкимә. - Сәйҙән, икмәктән башҡа нәмә булмағандыр. Шулаймы?
- Шулайыраҡ.
- Әйттем бит. Ғәйнулла ағай бик сәйер кеше бит. Нисек уға юлыҡҡанһыңдыр.
- Сәйер? - тип ғәжәпләнде Айҙар. Дин юлында булғанға шулай уйлаймы?
- Намаҙ уҡый, ә үҙе мәсеткә йөрөмәй, тиҙәр. Кешеләр менән аралашып бармай.
- Мин ул тиклемен белмәйем.
- Алла тураһында һөйләп аптыратмаймы ни? Әйткәндәй, ул мине бер ҙур гонаһтан ҡотҡарҙы.
- Ниндәй? - тип ғәжәпләнде Айҙар.
- Ярай, бер һөйләрмен әле. Әйҙә бында.
Хәкимә егетте өйгә түгел, ә ихаталағы бейек ҙур ҡайын төбөндәге өҫтәл янына саҡырҙы. Һауа әле ныҡлап йылытырға өлгөрмәгән, шуға бындағы күләгәлә бер аҙ һалҡынса.
Айҙар тирә-яғына күҙ һалды. Был урын өйгә һырынып ултырған кескәй баҡса булып сыҡты. Тирәләтеп ултырған ҡуйы ҡыуаҡтар уны урамдан үткәндәргә лә, ҡапҡанан ингәндәргә лә күрһәтмәй, шуға Айҙар был урынға иғтибар итмәгән икән. Бында өҫтәл, ултырғыстарҙан башҡа, һауыт-һабалы шкаф, кескәй өҫтәлдә электроплита, тағы биҙрә, сүмес кеүек ваҡ-төйәк бар. Мөйөштәрәк бәләкәй һыуытҡыс ултыра.
Хәкимә өҫтәлгә ҡапланған ҙур таҫтамалды алды, унда табын әҙерләнгән ине. Ҡатын плитәне тоҡандырҙы, шунда уҡ сәйнүктең күңелле шыжлап ебәреүе ишетелде.
- Ҡунаҡ көтәһеңме әллә? - тип һораны егет өҫтәлгә күҙ һалып. - Табының бик мул.
- Һин бит ҡунаҡ, - тип йылмайҙы Хәкимә.
- Бында бит, кәм тигәндә, биш кешелек һый.
- Беҙҙә, һорап бирмә, һуғып бир, тигән һүҙ бар. Хужа тәҡдим итә, ҡунаҡ йәне теләгәнен һайлай. Әйҙә, рәхим ит.
Хәкимәнең "йәне теләгәнен һайлай" тигән һүҙҙәре Айҙарҙы һиҫкәндерҙе. Ниңә? Уларҙы егеттең халыҡ теленән бик күп тапҡырҙар ишеткәне бар бит. Ошоғаса уға иғтибар ҙа итмәй, шунда уҡ онота ине. Ә был юлы, Хәкимәнең ары һөйләгәнен тыңламайынса, ошо хаҡта уйланды. Бәлки, Ғәйнулла ағайҙың йән хаҡындағы фекере арҡаһындалыр? Айҙарҙың уға биргән һорауы ла йәнгә бәйле ине бит. Икеһен ике төрлө осраҡта ишетһә лә, хужабикәнең әйткәне Ғәйнулла ағайҙың фекере менән тап килә! Иң ғәжәбе ошо! "Йәнең теләгәнде һайларға", тине икеһе лә. Аптырарлыҡ хәл бит! Яҙмыш ошолай итеп Айҙарға киләсәген дөрөҫ хәл итергә ярҙамлаша, тиерһең. Әллә ябай, тәбиғи һүҙҙәргә артыҡ иғтибар итәме?
- Ниндәй уйға баттың? - Хәкимә Айҙарҙың тыңламауын һиҙенде. - Аш һыуына.
- Һин, Хәкимә, ысынлап та һорап тормай, һуғып бирәһең икән, - тип көлдө Айҙар тәрилкәне ситкәрәк этеп. - Мин, мөмкин булһа, былау ғына ашайым да бер сынаяҡ сәй генә эсәм.
- Нисек ашамайһың? - тип бойоҡто Хәкимә ысын күңелдән. - Һиңә тип аш бешерҙем бит. Саҡ ҡына ауыҙ ит инде.
- Ярай, - тип ризалашты Айҙар. - Бына бер киҫәк итен генә алам, мөмкинме? Ғәфү ит.
Йылҡы ите янына матур итеп ҡаҙылығын да һалған. Ғөмүмән, өҫтәлдәге һәр ризығы ла - салаттары ла, тәрилкәлә аралашып һалынған алма менән апельсины ла, улар янындағы винограды ла - барыһы ла зауыҡ менән теҙелгән. Ҡатын Айҙарҙы ҙур ҡунаҡҡа һанап, уға оҡшарға тырышыуы күренеп тора. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егет уларҙы ашау түгел, ауыҙ ҙа итә алмай, сөнки былауҙан һуң үҙенең ныҡ туйғанлығын тойҙо.
- Бик тәмле, рәхмәт. - Айҙар, башҡа ризыҡтарға ҡағылмаясағын аңғартып, сынаяҡтағы сәйгә үрелде.
Быны күреп, Хәкимә күңелһеҙләнде.
- Салат, емештәрҙе бөтөнләй тәмләп ҡараманың.
- Юҡ, юҡ, рәхмәт. Ныҡ туйҙым, - Айҙар, сәй эсә-эсә, тирә-яғына ҡараны. - Искәндәр күренмәй, йоҡлаймы әллә?
- Ниндәй йоҡлау был ваҡытта! Мин уны сәғәт һигеҙҙә үк балалар баҡсаһына илттем.
Быны ишетеп, Айҙар күңелһеҙләнде. Искәндәрҙе күреп, һөйләшеп, ҡыуанырға өмөтләнгәйне ул. Шуға кисә Хәкимәгә, үҙең ял иткәс, малай өйҙә булһын, тип әйтмәгәненә үкенде.
Искәндәрҙең бында юҡлығына Айҙарҙың күҙгә күренеп бошоноуы һиҙелде. Егеттең малайҙы үҙенеке кеүек күреп, шулай яҡын итеүен аңлауы ҡатынға бик рәхәт ине.
- Бөгөн иртәрәк алырмын, - тине Хәкимә, Айҙарҙы тынысландырырға теләгәндәй, ризыҡтарҙы һыуытҡысҡа ҡуйған арала. - Мин уға үҙемдең ял иткәнде һиҙҙермәҫкә тырышам. Белеп ҡалһа, балалар баҡсаһына бармайым, тип аптырата.
- Ял көнө, ысынлап та, өйҙә йөрөтөргә кәрәк уны, - тип үҙенсә кәңәш бирҙе Айҙар. - Һиңә ҡарап, өй эштәренә лә өйрәнер ине.
- Уны ҡарап торорға ғына кәрәк. Ҡайҙа уға ваҡыт? - тип зарланды ҡатын. - Үткәндә күрмәй ҡалғанмын - мунса башына менеп киткән. Нисек ҡолап төшмәгән! Ҡотом осто. Сыбыҡ менән һуғып алдым аҙаҡ.
Был күренеште күҙ алдына килтереп, егет йөҙөн сирҙы.
- Улай ярамай. Бала бит ул.
- Кешегә аҡыл өйрәтергә анһат ул, - тине Хәкимә. - Бына улың булғас, үҙеңсә тәрбиәләрһең. Ҡарап торам да, аптырайым. Шулай ныҡ яратыр инеңме икән үҙ балаңды?
Хәкимә егеткә яғымлы ҡараны.
- Мин балама ҡаты була алмам, ахыры. - Егет уйсанланды. - Күҙ алдына килтерә алмайым, нисек итеп уны күрмәй, көнө буйы эштә йөрөрмөн икән?
- Ә бисәңде күрмәй йөрөй алырһыңмы? - тип көлдө ҡатын.
Айҙар Хәкимәгә ҡарап алды ла, бер ни өндәшмәне. Ҡатын тауыш-тынһыҙ ғына өҫтәлдәге ризыҡтарҙың берәүҙәрен һыуытҡысҡа ҡуйып, ҡалғанының өҫтөнә таҫтамал япты ла, һауыт-һаба һалынған бәләкәй кәстрүлде ҡулына алды.
- Өйгә индереп йыуам. Унда йылы һыу бар. - Хәкимә, рөхсәт һорағандай, егеткә ҡарап алды. - Һин бында ултырып тор. Мин - хәҙер.
Айҙар урынынан тороп, ишек алдына сыҡты. Бер мәл үҙенең тупһа янында торғанлығын аңланы. Бына аяҡ кейемен ҡырғыс. Ошоға башы менән бәрелеп һәләк булған Сәкинә. Ныҡлығын тикшергәндәй Айҙар уға тибеп ҡараны. Теге ҡыбырҙаманы ла.
Ҡыра торған урыны үткер генә. Өҫтән түгел, ерҙә баҫып торған ерҙән уға ҡолап, башың менән һуғылһаң, тере ҡалырмын тимә.
Ошо ерҙә өйҙән Хәкимә килеп сыҡты. Айҙарҙы аяҡ ҡырғыс янында күргәс, ҡатындың күҙҙәрендә һағайыу күренгән кеүек тойолдо егеткә.
- Эйе, ошо ҡырғысҡа бәрелде Сәкинә, - тине Хәкимә. Шунан, тупһанан төшөп, Айҙар янына килде.
Уйламағанда ҡатындың үҙ теләге менән икеһе өсөн дә тыйылған сетерекле темаға күсеүе егетте ҡаушатты. Был минутта Хәкимә уны үтәнән-үтә күрә, егеттең ниндәй маҡсат менән бында йөрөүен һиҙә кеүек ине. Айҙар ни әйтергә белмәй торғанда, Хәкимә көтмәгәндә ярҙамға килде.
- Мин күрәм, - тине ул, - һине ниҙер борсой. Килгәндән бирле ниҙер һорарға теләйһең. Шулаймы?
Ҡатындың ҡапыл асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡырыуына ғәжәпләнде Айҙар. Егеттән айырмалы рәүештә, Хәкимә һис тә был ҡатмарлы ваҡиға хаҡында әңгәмә ҡорорға ҡурҡмай шикелле. Бик һәйбәт.
- Шулайыраҡ, - тине Айҙар ҡатынды үҙе әйҙәгән йүнәлештән нисек тә айырмаҫҡа тырышып.
Хәкимә тәрән итеп тын алды ла:
- Һин минең тарихымды белгең киләме? - тип һораны, көтмәгәндә.
Хәкимә егеттең күҙҙәренә ҡарап алды. Ә Айҙар уның һорауының мәғәнәһен ҡапыл ғына аңламаны. Ниндәй тарих? Ошо мәлдә Айҙарҙы иң ҡыҙыҡһындырғаны - Сәкинә менән булған фажиғә хаҡындағы дөрөҫлөк. Ошоно тарих тип атаймы Хәкимә, әллә бөтөнләй икенсе ваҡиға тураһында һүҙ йөрөтмәксеме?
Айҙар юҡ-бар һорау менән Хәкимәне албырғатырға теләмәне.
- Эйе, - тине Айҙар. Һүҙҙең оҙон буласағын һиҙемләп, нигеҙ буйында торған эскәмйәгә ымланы. - Әйҙә, ошонда.
Килеп ултырғас, Хәкимә йәнә көрһөндө.
- Ҡыҙыҡ, һин минең улым барлығын нисек белдең? Ҡайһылайтыбыраҡ һөйләнеләр һиңә? Уйнаштан бала тапҡан тинеләрме?
Хәкимә, көлөмһөрәп, егеттең яуабын көттө.
- Эйе, - тип ҡыҫҡа яуап бирҙе Айҙар, һүҙҙең бөтөнләй көтөлмәгән яҡҡа боролоуона ни тиергә белмәйенсә.
Мин быны һиҙенәм, тигән кеүек, Хәкимә етдиләнеп, ҡарашын алыҫҡа төбәне. Шунан һүҙен башланы.
- Ун өс-ун биш йәштәрҙә тиңдәш малайҙарҙың, өлкәнерәк егеттәрҙең миңә ҡыҙыҡһынып ҡарауҙарын тоя инем. Ипләп кенә төртөп китәләрме, шаян һүҙ ҡушалармы шунда. Тәүҙә аптырай инем, аҙаҡ күнегә башланым. Бер ваҡыт запискалар яуырға тотондо. Егеттәр осрашырға саҡыра, оҡшатыуын, хатта яратыуын белдерә. Мин бөтә ҡыҙҙарға ла ошондай хаттар яҙалар икән тип, уларҙы әхирәттәремә күрһәтеп, бергәләп көлә инек. Тик ҡыҙҙар үҙҙәренә килгәндәрен миңә күрһәтмәйҙәр, әйтмәйҙәр. Мин быға аптыраным, хатта йәшенмәк уйнауҙары өсөн үпкәләп йөрөнөм. Ныҡлап һораша торғас, ундай хаттарҙың минән башҡа тағы бер-ике әхирәтемдең генә алыуын белдем. Аптыраным быға. Мин бар ҡыҙҙарға ла егеттәр бер төрлө ҡарай тип уйлай инем. Баҡһаң... Минән башҡа хат алыштырғылаған әхирәтем менән ошо хаҡта һөйләшеп киткәйнек, егеттәрҙең ни өсөн шулай беҙҙе айырыуының сәбәбен ул аңһат ҡына аңлатты.
- Һин бит ауылда иң сибәре, - тине ул миңә. - Шуға бар егеттәр һиңә ғашиҡ. Минең кеүек уртаса матурҙарға бер-икәүһе генә хат яҙа. Ә йәмһеҙерәктәргә бөтөнләй ҡарамайҙар.
Хәтеремдә, мин был яңылыҡҡа шаҡ ҡаттым. Ҡайтҡас, оҙаҡ ҡына көҙгөгә ҡарап ултырҙым. Бүтәндәрҙән бер ниндәй айырма күрмәнем үҙемдә, бөтәһе лә башҡа ҡыҙҙарҙыҡы кеүек, аҙаҡ ниндәйҙер үҙенсәлектәр тапҡандай иттем. Тик улар арҡаһында ғына мине сибәр тип әйтерлеген тапманым. Иң ғәжәбе, егеттәрҙең араһында мин "яратам" тип әйтерлеге юҡ ине. Шаярыша инек, бер-икәүһе кино-концерттан һуң оҙатҡылап та ҡуйғыланы, тик ғашиҡтың осҡоно ла күренмәне. Көтә инем, килер ул мөхәббәт, килер! Әммә минең яҙмышым ошо тип әйтерлек егет оҙаҡ осраманы.

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.04.22 | Ҡаралған: 1072

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru