«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫНА ШУНДАЙ ТЕАТР БАР!
+  - 


Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Бөрйән районында үткән "Ижади майҙан" семинарының төп маҡсаты - райондарҙың мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында билдәләнгән төп йүнәлештәр буйынса профессионалдар ярҙамы күрһәтеү ине. Йыйындың эш планы бик тә йөкмәткеле булды, республиканың көньяҡ төбәге өсөн мөһим һорауҙар ҡаралды, халыҡ һөнәрҙәрен тергеҙеү буйынса һәм һәүәҫкәр кино төшөрөүселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтте. Йыйын яңы мәҙәни күренешкә лә "йәшел ут" бирҙе: Бөрйән сәхнәһендә башҡорт телендә тәүге документаль Вербатим-театр сығыш яһаны.

Спектакль "Ауыл уҡытыусыһы" тип атала. Ул Республика режиссура һәм драматургия үҙәге (етәкселәре Әлиә Яхина һәм Зиннур Сөләймәнов) менән Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы факультетының 3-сө курс студенттары, шулай уҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзының драма секцияһы ойошторған "Замандаш-2021" экспедицияһы материалдары буйынса әҙерләнде.
Башҡортостанда тәүге башҡортса Вербатим-театры нисек барлыҡҡа килде һуң? 2016 йылдағы тәүге театр-драматургия экспедицияһы Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил тарафына йүнәлгәйне. "Нисек йәшәйһең, башҡорт ауылы?" тигән һорауға яуап эҙләгән режиссерҙар, драматургтар һәм актерҙар ҡатнашты ул сәфәрҙә. Студенттар йөҙгә яҡын әңгәмәсе табып, унарлаған фольклор ансамблдәре менән танышып, ғәжәп бай күҙәтнамәләр, иҫтәлектәр йыйып алды, уларҙың иң сағыуҙарын бергә ҡоршап, "Беҙҙекеләр" - "Наши" документаль спектакле менән Өфөлә сығыш яһаны. Әйтергә кәрәк, "вербатим" латинсанан "һүҙмә-һүҙ" тип тәржемә ителә һәм документаль вербатим техникаһында ижад итә. Ундағы бер генә образ да уйлап сығарылмай, интервью биргән кеше үҙ тормош сәхифәһен йә үҙ фекерен нисек һөйләп биргән, шул килеш, "ағыҙмай-тамыҙмай" ғына тигәндәй, сәхнәгә күсерелә. Йәғни вербатим-театрҙа беҙҙең замандаштар "сәхнәлә телгә килә", ғәжәйеп тере сәхнә теле барлыҡҡа килә. Спектакль ауылдарҙа йәшәгән ватандаштарҙың ҡайнар һулышын бөркөй, бөтә хис-энергияһын сағылдыра, тиергә була. Шулай итеп, ауыл кешеһенең күңелен һәм тормошон яҡтыртҡан заманса тамашалар бик танһыҡ икәне күренде. "Беҙҙекеләр" - "Наши" спектакле Рязань ҡалаһында Рәсәйҙең Вербатим-театрҙар фестивалендә уңышлы сығыш яһап, Беренсе дәрәжә лауреат дипломын алып ҡайтты. Әммә ул беҙгә башҡорт телендәге тәүге документаль театр емеше булыуы менән ҡыҙыҡлы һәм йәш ижадсыларҙың тап башҡорт халҡы йәшәгән төпкөлдәрҙә рухи хазиналар эҙләүе ҡиммәт. 2016 йылғы тәүге осрашыуҙарҙағы видеояҙмалар буйынса ошо бай яҙмышлы яҡташтарыбыҙ хаҡында өс бүлектән торған телевизион фильмдар шәлкеме эфирға сыҡты һәм интернет селтәре буйлап таралды.
Икенсе "Замандаш" эскпедицияһы 2019 йылда Балаҡатай районына йүнәлде һәм Билән, Маҫҡара, Әшәй, Ҡайып, Кәркәй ауылдары буйлап үтте. Йәш замандаштар халыҡ алдына бер генә һорау ҡуйҙы: "Ауылдың киләсәге кемдәр ҡулында?" Йөҙәрләгән уҡытыусы, мәҙәниәт хеҙмәткәре, фермерҙар, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙ тормошо миҫалында донъяға ҡарашы, уй-фекерҙәре, тәжрибәһе, күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты. Был сәйәхәттә тупланған интервьюлар һәм видеояҙмалар 30 сәғәтлек ҙур фондҡа әйләнде һәм документаль фильм нигеҙенә ятты.
Өсөнсө сәфәр 2021 йылдың ҡайнар ҡояшы аҫтында Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта һәм йәнә ауылдар буйлап (Үрге Һаҙ, Мәҡсүт, Бикбулат, Туйымбәт, Бикес, Тәүәкән, Хоҙайбирҙин) үтте. "Ауыл уҡытыусыһы кем ул?" тигән ябай һәм берғатлы тойолған тема буйынса студенттар, режиссерҙар һәм драматургтар йәмғеһе 68 кеше менән әңгәмәләште. Был ихлас әңгәмәселәр - әле яңы эш башлаған, гөрләтеп эшләп йөрөгән һәм хаҡлы ялға сыҡҡан мөғәллимдәр ине. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, уҡытыусылыҡ яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныусы йәштәрҙе, драматургтарҙы һәм режиссерҙарҙы тәүгә күргән ауыл уҡытыусылары уларға рәхмәт кенә яуҙырҙы. Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы факультетының 3-сө курс студенттары Илгиҙәр Ҡоҙашев, Зәлифә Йәһүҙина, Азамат Шаһисолтанов, Нәркәс Ҡалмырҙина һәм Байегет Мөхәрләмов доцент Рима Тәлғәт ҡыҙы Харисова етәкселегендә һәр әңгәмәне яңынан тыңлап, өйрәнеп, вербатим техникаһына ҡулайлаштырып, яңы әҫәр өҫтөндә дүрт ай буйы эшләне. Ниһайәт, 2022 йылдың ғинуарында ҡышҡы сессия имтихандары мәлендә улар үҙҙәренең яңы спектаклен тәҡдим итте. Уны ҡарарға республиканың арҙаҡлы уҡытыусылары һәм мәғариф ветерандары, мәғариф органдары етәкселеге, фәнни-тикшеренеү институты хеҙмәткәрҙәре, гимназия һәм мәктәп-интернат уҡытыусылары, матбуғат әһелдәре йыйылды. Спектакль бик яҡшы баһа алды.
Алдан вәғәҙә ителгәнсә, студенттар Вербатим-театрҙың яңы емешен үҙҙәренә материал биргән кешеләргә иң тәүҙә алып барып күрһәтергә тейеш ине. Был бурысты атҡарыу ауыр булманы, сөнки Күгәрсен районы етәкселеге, мәғариф һәм мәҙәниәт идаралығы, "Күгәрсен" районы телестудияһы изге уй менән йөрөгән йәштәрҙе ҡушҡуллап ҡаршы алды. Экспедиция мәлендә лә улар һәр яҡлап ярҙам иткәнгә, бөтә шарттар тыуҙырып торғанға күрә, бөтә эҙләнеү, һорашыу, осрашыуҙар ифрат тулы, ихлас, хатта байрамса күтәренке кәйефтә үткәйне. Һәм, ниһайәт, яңы спектакль! Мораҡ башҡорт гимназияһында һәм Мәҡсүт, Бикбулат, Тәүәкән, Хоҙайбирҙин ауыл мәҙәниәт йорттарында кешеләр тулҡынландырғыс тамашаға йыйылды. Һәм был беренсе гастроль бик файҙалы, фәһемле, уңышлы үтте. Йәш ижадсылар Күгәрсен яғының саф күңелле, ҡунаҡсыл халҡына, етәкселегенә ҙур ихтирам менән тулышып, илһамланып ҡайтты.
Һәм баш ҡалала уларға яңы юлдар асыла! "Ауыл уҡытыусы"һын Өфөләге гимназиялар, мәҙәниәт һарайҙары көтөп тора. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ла йәштәрҙең тормошсан һәм халыҡсан сәхнә тамашаһына иғтибар итеп, уны күберәк халыҡҡа тәҡдим итеү яғын хәстәрләй башланы. Ҡоролтайҙың төрлө төбәктәге йыйындарын башҡортса документаль Вербатим-театр спектакле тағы ла тулыландырыр, тигән идея барыһына ла оҡшаны.

Шулай итеп...
"Көтөүсене лә Уҡытыусы әҙерләй, президентты ла Уҡытыусы әҙерләй!" - ти спектакль геройы. "Уҡытыусы - донъяла иң бөйөк хеҙмәт", - тип һығымта яһай ул һәм шулай итеп Мәҡсүт ауылынан Миңлеүәли Мәжитовтың уйҙарын бөтә донъяға еткерә. Был һүҙҙәр милли мәғарифҡа бөгөн хеҙмәт иткәндәрҙә һәм киләсәктә мөғәллим буласаҡ йөрәктәрҙә өр-яңы өмөт уттары ҡабыҙа.

Сәрүәр СУРИНА,
драматург.

"Киске Өфө" гәзите, №14, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.04.22 | Ҡаралған: 228

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru