«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮПКӘ СИРЕ
+  - 

Йыл һайын март аҙағында Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Был үпкә сире - йоғошло. Ул айырыуса тормош кимәле түбән һәм көнкүреш шарттары насар илдәрҙә ныҡ таралған. Уға ҡаршы планлы рәүештә махсус саралар үткәрелеү сәбәпле, беҙҙең илдә хәл сағыштырмаса тотороҡло. Әммә был тынысланырға була тигәнде аңлатмай. Сир һәм уның билдәләре ниндәй? Уны нисек иҫкәртергә була? Ауырыуҙарҙы профилактикалау буйынса врач Маргарита УТИЦКАЯ ошо һорауҙарға яуап бирҙе.

- Ҡасандыр был ауырыуҙы "сихут" йәки "чахотка" тип йөрөткәндәр. 20-се быуатҡа тиклем ул дауалап булмай торған сирҙәр иҫәбендә булған. Тарихтан билдәле булыуынса, эпидемия меңәрләгән кешенең ғүмерен алып киткән. Йәмғиәттә үпкә сире - йәшәү кимәле түбән кешеләрҙең ауырыуы тип ҡабул ителһә лә, инфекция етеш тормошта йәшәгән кешеләрҙе лә аямаған. Мәҫәлән, уның менән композитор Фредерик Шопен, яҙыусылар Антон Чехов, Максим Горький, Романовтар ғаиләһе лә сирләүе билдәле.
Хәҙерге заманда туберкулезды тәүге стадияла уҡ асыҡлайҙар һәм дауалайҙар. Беҙҙең ғалимдар өс быуын туберкулезға ҡаршы препараттар булдырҙы һәм улар бөгөн һөҙөмтәле файҙаланыла. Шуға бәйле үпкә сиренән вафат булыусылар һәм ауырыу йоҡтороусылар һаны кәмене: 100 мең кешегә 62 осраҡ тура килә. Әммә микобактериянан бер кем дә һаҡланмаған, сөнки туберкулез таяҡсалары асыҡ һауала үрсемәһә лә, зарарлау көсөн оҙаҡ юғалтмай, бысраҡ, йыуылмаған, елләтелмәгән бүлмәләрҙә улар йылдар буйы һаҡланырға мөмкин.
Бынан тыш, туберкулезға булышлыҡ иткән башҡа сәбәптәр ҙә бар: улар - тәмәке, спиртлы эсемлек, наркотиктар ҡулланыу, даими стресс кисереү, дөрөҫ туҡланмау, насар экология. Шулай уҡ хроник үпкә сире булғандар, Вич-инфекцияһын йөрөткәндәр, психик сирлеләр, шәкәр диабеты менән ауырығандар - хәүеф төркөмөндә.
Туберкулез сирле кеше янында булғандарға, шулай уҡ сәбәпһеҙ хәл бөтһә, ябыҡтырһа, тән температураһы күтәрелһә, йүткергәндә ҡан сыҡһа, мотлаҡ врачҡа күренергә кәрәк. Ҡайһы берҙә сир үҙен һиҙҙермәҫкә лә мөмкин. Шуға күрә даими рәүештә, йәғни йылына бер тапҡыр флюорография тикшереүе үтеү мөһим. Нурланыуҙан ҡурҡырға урын юҡ, хәҙер цифрлы ҡорамалдар ҡулланыла, уның нур көсөргәнеше быға тиклем файҙаланылғандарға ҡарағанда 10 тапҡырға кәмерәк. Һөҙөмтәһе лә шул уҡ көндө әҙер була. Иҫкәртеү сараларына шулай уҡ зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу, сәләмәт тормош алып барыу, стрестан һаҡланыу, ит, балыҡ, йомортҡа, һөт аҙыҡтары кеүек аҡһымға бай ризыҡтар менән туҡланыу инә, - ти Маргарита Әнүр ҡыҙы.

Лена БАРЫЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.04.22 | Ҡаралған: 302

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru