«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САФ ҺАУАЛЫ САУҠАЛЫҠ
+  - 

Өфө - миллионлы ҡала. Бөгөнгө көндә теүәл нисә миллион халыҡ иҫәпләнәлер, аныҡ әйтә алмайым, ләкин рәсми һандан тыш, баш ҡалабыҙҙа тағы ла әллә күпме халыҡ йәшәүенә иманым камил. Уларҙың төрлө милләтле, төрлө диндә булыуына, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йәшәү рәүеше бер-береһенән айырылып тороуға ҡарамаҫтан, барыһын да һыйындырған ҡала ул тау башында балҡыусы Өфө. Һәр кемгә баш ҡалала нәҡ үҙе йәшәгән район, урын оҡшайҙыр, моғайын. Минең дә шулай. Ике тиҫтәнән артыҡ йәшәгән "Йәшел сауҡалыҡ" районын ташлап, бер ҡайҙа ла күсәсәгем юҡ.

Ҡайһы берәүҙәр "Йәшел сауҡалыҡ"ты МВД мәктәбе, Президент ҡунаҡханаһы тирәһе генә тип уйлап хаталана. Беҙҙең райондың биләмәһе ҙур ғына һәм унда "Ихлас" мәсете, билдәле шифахана, лимонарий, ботаник баҡса, ВДНХ-ЭКСПО һәм башҡа күп төрлө ойошма һәм предприятиелар урынлашҡан. Баҙарҙарыбыҙ гөрләп эшләп тора, кинотеатрыбыҙ бар һәм төп ғорурлығыбыҙ - Башҡортостан урмансылары исемендәге парк (Парк имени Лесоводов). Шулай уҡ республика кимәлендә мөһим булған дауаханалар ҙа нәҡ беҙҙә. Ғөмүмән, "йоҡо" районы тип атап йөрөтһәләр ҙә, бында йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Эшләйем тигән кешегә эш урындары ла етерлек.
Шулай ҙа беҙҙең райондың төп үҙенсәлеге һәм өҫтөнлөгө өҫтөбөҙгә ауырға торғандай ҙур һәм ҡуйы урмандарыбыҙ. Йәшеллеккә бәйләнеп килеүсе йәшәү өсөн мөһим тағы бер фактор - таҙа экология. Шулай уҡ сәнәғәт предприятиеларынан да алыҫтабыҙ. Тағы ла беҙҙең район аша ҙур трафиклы трасса үтмәүе лә отошло. Һәм, иң мөһиме, үҙәккә яҡынбыҙ.
Шулай ҙа башҡа райондарҙағы кеүек үк, беҙҙә лә етешһеҙлектәр бар. Ул да булһа транспорт мәсьәләһенең киҫкен тороуы. Йәмәғәт транспорты күберәк йөрөһә ине, тигән теләгебеҙ, дөрөҫөн әйткәндә, бөтә Өфө халҡыныҡы менән берүктер. Шулай уҡ күп ҡатлы йорттар эргәһендә машина ҡуйыу урындарының әҙ булыуы. Ҡышҡы ҡарлы-буранлы миҙгелдә Софья Перовская, Кувыкин, Мөбәрәков урамдары тығын ҡапҡанына эләгә.
Парктарыбыҙ, урмандарыбыҙ булыуының кире яғы ла бар, ҡыҙғанысҡа күрә. Көндәр йылыныу менән урман байрам итергә яратыусылар менән тула, машиналар һаны бермә-бер арта, улар яҡындағы магазиндарға иҫереп килеп, урындағылар менән йыш эләгешеп китә.
Балалар майҙансыҡтарының әҙ булыуы, юлдарҙың ремонт көтөүе, ҡышын йорт алдарын, юлдарҙы көрт баҫыуы, тротуарҙарҙың боҙлауыҡҡа әйләнеүе һәм башҡа ошондай мәсьәләләр башҡа райондарға ла хас һәм уларға айырым туҡталып тормайым.

Рәшиҙә ХӘЛИТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.22 | Ҡаралған: 225

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru