«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ СӘНҒӘТЕ ЯҘМЫШЫН КЕМ ХӘСТӘРЛӘР ҺӘМ ТЕРГЕҘЕР?
+  - 


"Ысын халыҡ оҫталары бер-береһенә ярҙам итә". Башҡорт кейеҙен тергеҙеүсе йәш рәссамдарҙың һәм һөнәрмәндәрҙең республика семинарҙары етәксеһе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының профессоры, рәссам Тәлғәт Мәсәлимовтың һүҙҙәре был. Уның әйткәне - шәкерттәренә ғүмерлек хеҙмәт һәм ижад девизы. Халыҡ мираҫына һаҡсыл ҡарашты маяҡ итеп алған 2022 йыл беҙгә яңы шатлыҡлы асыштар, ижади ҡаҙаныштар вәғәҙә иткәндәй, сөнки халыҡсан сәнғәттең яҙмышын һәм асылын ҡайғыртыу тураһында һүҙ сыҡты.

Йылды бағышлайбыҙ

Беләбеҙ, был өндәмә, йәғни йылды Рәсәй халыҡтарының Мәҙәни мираҫ йылы тип нарыҡлау юҡтан бар булманы: быға тиклем дә халыҡ кәсеп-һөнәрҙәрен өйрәнеүгә һәм тергеҙеүгә, заманса ҡалыпҡа һалыуға байтаҡ белем, көс һәм дәрт-дарман бағышланды. Бигерәк тә Башҡортостан Республикаһы Халыҡ ижады үҙәгенең эшмәкәрлеге тап ошо рухи һәм һөнәри хазиналарҙы яҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Йүнәлтелеүен йүнәлтелгән, ҡағыҙҙа программа-проекттар төшөрөлгән, әммә ошо бер генә ойошманың, ошо яңғыҙ бер генә дәүләт учреждениеһының ҡулы ла, ҡоласы ла, хәстәре лә барып етмәгән ерҙәр күп әле. Быйылғы Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылында был йүнәлештәргә яңы мөмкинлектәр бирерлек дәүләт иғтибары булырға тейеш һәм эҙмә-эҙлекле яңыса ҡараш менән күҙ һалырға, яңы кимәлгә күтәреп-бороп ебәрергә ваҡыт, тип әйтер инем.
Һөнәрмәнлек халҡыбыҙҙы меңәр йылдар йәшәткән, тимәк, ул - иң ышаныслы мираҫ. Үҙемдән сығып әйтәм: бала саҡтан уҡ мине иң һөйөндөргәне һәм һоҡландырғаны - башҡорт кешеләренең һөнәрмәнлеге, уларҙың тырышып-илһамланып донъя көтөүе һәм оҫталыҡ ысулдары. Мәҫәлән, кем әйтмешләй, "беҙ дебет ашап үҫтек". Йәғни, әүәл-әүәлдән тарихсылар һәм этнографтар теркәп ҡалдырған шаһитнамә буйынса, "башҡорт ҡатын-ҡыҙының егәрле һәм булдыҡлы булыуы арҡаһында һәр башҡорт йортонда шәл, балаҫ, туҡыма һуғыу урыны тора, улар һарыҡ, кәзә, дөйә йөнөнән һәм мамығынан кейем-һалым һәм урын-ер ҡаралтыһы әҙерләй, баҙарҙа һатып ғаилә кәрәк-ярағын хәстәрләй..."



Башҡорт дебет шәле

Бөгөн башҡорт шәле тигән мөғжизә һаман да кешеләрҙе йылыта, дауалай, һөйөндөрә, кейендерә. Ейәнсура районы шәлселәре иҫәпләүенсә, улар бер йылда йәмғеһе ике меңләп шәл бәйләй. Был байлыҡ башлыса Ырымбур, Ҡыуандыҡ, Мәскәү, Ханты-Манси ҡалаларына һәм улар аша бөтә илгә тарала. Шәл бер ҡасан да моданан сыҡмай, бигерәк тә яҡшы сифатлы башҡорт кәзәһе дебетенән бәйләнгәне. Ул Волгоград яғында ҡаҡ далала көтөү-көтөү булып йөрөгән икенсе тоҡом кәзәләрҙең быяла кеүек ялтыр һәм ҡоро мамығынан ныҡ айырылып тора. Яҡшы шәл бәйләргә теләгәндәр алама дебеткә тотонмай, ә кәрәк ергә барып, табып, кәрәкле дебетте алып ҡайта. Шунан бармаҡҡа уралып торған йомшаҡ, дымлыраҡ һәм хуш еҫле дебетте рәхәтләнеп эшкәртеп, шәл бәйләп ҡуя. "Башҡорт шәле" республика фестивалдәре 2000 йылдарҙан бирле үтә, уларҙы Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Урал" галереяһы ойоштора. Ләкин шәлселәргә иғтибар һаман да аҙ. Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда "Башҡорт шәле музейы" асабыҙ, тигән вәғәҙәләр бар ине. "Өфөлә шәл баҙарҙары" өсөн махсус урындар бүләбеҙ, тигән пландар ҙа һауала аҫылынып ҡалды. Республика Башлығының ауыҙынан сыҡҡан "Башҡорт шәле - республика бренды", тигән ҡанатлы һүҙҙәрҙе лә оноттоҙолар. Халыҡ кәсеп-һөнәрҙәрен өйрәтеү, үҫтереү шарттарын булдырыу өсөн "Оҫталар мәктәбе" - "Школа мастеров" асыу, унда башҡорт халыҡ сигеү-ҡайыу төрҙәрен өйрәтеү, ағас һәм таш һырыу оҫталарын һәм башҡа һөнәрмәндәрҙе ҡайғыртыу тураһында тәҡдим-үтенестәрҙе бер кем дә ҡолағына элмәй. Оҫталарҙан әҙер әйберҙәрҙе йыйып, бер үк нәмәләрҙе ҡат-ҡат күрһәткәндән халыҡ сәнғәте алға китмәй. Был хаҡта 2021 йылдың декабрь айында үткән күргәҙмә асыҡ күрһәтте. БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновация министрлығы менән БР Һөнәрселек палатаһы ҡайҙандыр ситтән килгән оҫталарға иғтибарын бүлә, ә үҙебеҙҙәге халыҡ һөнәрмәндәренә ярҙам күҙ буяу өсөн һымаҡ тойола. Әйтәйек, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылынан шәлсе Зөлфиә Бикбулатова биш мәртәбә (!) республика фестивалендә гран-при яуланы, уның бәйләгән шәлдәре Бөтә Рәсәй Халыҡ һөнәрҙәре күргәҙмәһенә һәм Халыҡ сәнғәте музейҙарына ҡуйырлыҡ, ләкин ул үҙ хеҙмәте өсөн лауреат исеме, ҡағыҙ рәхмәт хаты һәм бер нисә мең аҡса алыу менән - вәссәләм. Ә уның һәр шәле - сәнғәти күренеш. Ғөмүмән, Ейәнсура, Стәрлебаш, Хәйбулла шәлселәренең ифрат матур ижады - республика халҡының мираҫы. Башҡорт шәлселәре боронғо кәсепте дауам итеүсе, үҫтереүсе, пропагандалаусы булараҡ, бөгөн ҙур дәүләт баһаларына лайыҡ, уларға атҡаҙанған еңел сәнәғәт эшмәкәре, мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ сәнғәте оҫтаһы кеүек дәрәжәле исемдәр бирергә күптән ваҡыт. Халыҡ оҫталары беҙҙә бик күп, улар дәүләт яҡлауына һәм маҡтаулы исемдәргә, юғары пенсиялар тәғәйенләнеүгә лайыҡ.



Аҫалы балаҫтар

Башҡортостан йәйғоро - аҫалы балаҫтар, тигән ҡанатлы һүҙҙәрҙе раҫлаған оҫталар ҙа бар бит әле. Уларҙың хеҙмәте заманында ғаиләләрен ашатҡан, кейендергән, һөйөндөргән. Ғаилә - дәүләт тотҡаһы. Бөгөн дә Миәкә, Әлшәй. Бишбүләк, Дәүләкән, Ғафури, Архангел, Сибай балаҫсылары бик рәхәтләнеп яңы аҫалар һуғыр ине. Ләкин... "Башҡорт аҫалы балаҫы" фестивалдәре әлеге лә баяғы Мәҙәниәт министрлығы менән "Урал" галереяһы ҡарамағынан ары китә алмай ҙа ҡуя. Хатта "Ағиҙел" художество кәсептәре предприятиеһы ла уларҙы үҙ ҡанаты аҫтына ала алмай. Һәм был боронғо кәсеп айырым оҫталар ҡулында ҡала килә.
Башҡорт аҫалы балаҫ, буй балаҫ, турпыша, тирүгә һуғыу оҫталары ла яңы станоктар яһатып ала. Станоктар Әлшәйҙә, Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылында (Риф менән Азамат Суриндар), Бөрө ҡалаһында (Роза Ғарифуллина), Миәкә районы Елдәр ауылында (Гүзәл Вәлитова), Архангел районы Орловка ауылында (Фәнисә Сәйфетдинова-Гольцова) һәм башҡа урындарҙа һатыуға яһала башланы. Тимәк, ҡорал эшләй, ир маҡтала, тигәндәй, оҫталарға тейешле ярҙам итерлек ҡорамалдар кәрәк (әйтеме лә бар бит: "Асыҡҡанға балыҡ бирмә, ҡармаҡ бир"). Баймаҡ районы Йүкәләр-Ишмырҙа ауылы биләмәһендә ҡатын-ҡыҙҙар кәзә дебетен "шапалау" эшен тиҙләтә торған махсус электр мамыҡтеткес ҡулайламаһы менән таныш. Әлбиттә, ейәнсуралар йәки күгәрсендәрҙең кәзә дебетен төпрәнән айыра торған аяһы бөтә был яңылыҡтарҙан өҫтөн, ул дебетте ысынтылап таҙартып бирә, һәм тап шул ая - милли эш ҡоралы, ая - тергеҙелергә тейешле мираҫ. Был йәһәттән йәнә бер яңылыҡ: Йылайыр районы ағинәйҙәре йәйләүсә туҡыу ҡорамалы яһап алған. Улар хәҙер бындай еңел станоктарҙа ҡушаҡ, шарф, билбау, кисет-моҡсайҙар һуғып күргәҙмәләр ҡора.



Кейеҙ

"Аҡ кейеҙ - башҡорттоң сәләмәт йәне, һауһаҡ тәне, шат кәйефе, тәрән хәтере, зирәк аңы, йырлы-моңло таңы. Аҡ кейеҙ - башҡорт халҡын йылытҡан, һауыҡтырған, йәшәткән, үрсеткән". Әбйәлил яғынан бөтә илгә танылған күренекле табип Ишмырҙа Һиҙиәтовтың аманат был һүҙҙәре бер ҡасан да ергә һалынмаҫ төҫлө...
Башҡорт кейеҙен тергеҙеүселәр ҙә республикала 2000 йылдар башында уҡ ҡуҙғалып, семинарҙар үткәреп, Мәскәү, Питер күргәҙмәләрен урап ҡайтты. Бөгөн Республика халыҡ ижады үҙәге янындағы "Урал" галереяһы һаман да семинарҙар ойоштора, башҡорт кейеҙен кейемдә, сәхнәлә, халыҡ уйын-байрамдарында киң ҡулланыу буйынса күргәҙмәләр үтә. Кейеҙгә тотонған төбәктәрҙә тормош-көнкүреш кәрәк-ярағы етештереү цехтары кейеҙҙән аяҡ кейеме әҙерләй. Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы мәҙәниәт йорто янында ҡатын-ҡыҙҙар йыйылып, кейеҙ ҡаталар баҫырға өйрәнә.
"Мәргән уҡсылар", "Төньяҡ амурҙары хәрби-патриотик төркөмө" егеттәре лә кейеҙһеҙ юлға сыҡмай. Башҡорт һунарсыһының, яугирының айырылмаҫ монаяты булған кейеҙ ҡалҡан һыуға батмай, утта янмай. Ҡалҡан, көләпәрә, ҡыуыш, һал - был кейеҙ ҡаралдыларҙың нисә төр йөндән баҫылыуы, эркет менән ҡатырылыуы һәм башҡа үҙенсәлекле әҙерләү ысулдары менән танышыу үҙе үк халҡыбыҙҙың ни хәтле тырыш, донъясыл һәм уңған булыуын һөйләй. Һәр бер сәйәхәтсе, турист башҡорт ҡалҡаны тип аталған еңел һәм уңайлы ҡаралдыны ялда һәм юлда тотона ала.



Милли кейем

Хәйбулла районы биләмәһендә үткән "Гәләбаш байрамы" гел күҙ алдында: учалылар, йылайырҙар, баймаҡтар һәм ырымбурҙар ғәжәп үҙенсәлекле асыштары менән уртаҡлашты - милли кейемдә лә бик күп серҙәр асылмай ҡалған. Ошо милли сәнғәт мираҫы өлгөләрен ҡунаҡтарға тегеп, кейеп күрһәтеүе - үҙе бер оҫтахана һәм ғилми-тикшеренеү өлгөһө ине. Ләкин ни хәтле генә төрлө булһалар ҙа, башҡорт кейемен һәм биҙәүесен тергеҙеүселәр бер ҡасан да бер-береһен кәмһетмәй. Киреһенсә, ошондай яуаплы һәм үҙенсәлекле ҡул эшен тотҡандар һәм ҡәҙерен белгәндәр бер-береһенә һорау яуҙыра, ихлас бәхәсләшә, кәңәшләшә, отоп алырға һәм аңларға ынтыла. Әле яңы йыл алдынан интернет битендә бер рәссам ижад иткән биҙәүестәрҙән мыҫҡыллап көлөргә маташҡан әҙәмдең хаяһыҙлығына аптырарлыҡ. Халыҡ оҫтаһы бер ҡасан да икенсе оҫтанан көлмәй. Ҡулы ҡысығандан тотонмай бит кеше был эшкә - рухы, күңеле ынтылған эшкә йөрьәт итә. Биҙәүестәрҙең башҡорт милли традицион өлгөләрен һәм рәссамдар ижад иткән заманса уңышлы төрҙәрен хөрмәт итеү кәрәк. Зауыҡһыҙ һәм сифатһыҙ эшләнгәндәре үҙҙәренән-үҙҙәре төшөп ҡала, уларҙы "башҡорттоҡо", "иҫке фотонан", "мин шулай тип уйлайым", тигән ярлыҡтар ғына сәнғәт кимәленә күтәрә алмай. Быны бөгөн оҫталар барыһы ла бик яҡшы төшөнә. Шуға күрә "Тамға" фестиваленә бөтә яҡтан уйланған, милли асылы, фәнни нигеҙе һәм эшләнеше юғары кимәлдә булған эштәр сыға. Ғөмүмән, "Тамға" фестиваленең әһәмиәте һәм һөҙөмтәләре бик ҙур хыял-проекттарға юл аса, уның ҡәҙерен һәм баһаһын ғына беләйек.

Ниңә һаман иғтибар юҡ?

Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт, энергетика һәм инновация министрлығы һуңғы осорҙа халыҡ һөнәрмәндәренә йөҙ менән борола биреп ҡуя. Был йәһәттән уларға борондан дебет шәл һуҡҡан һәм бәйләгән, "Ырымбур мамыҡ яулығы" тигән брендҡа төп нигеҙ булған башҡорт шәл оҫталары Өфөләге "ВДНХ-ЭКСПО" сауҙа-күргәҙмә комплексы айырым майҙансыҡтар бүлде. Дөрөҫөрәге, был махсус һатыу һәм күргәҙмә ҡороу урындары уларға бары тик Республика халыҡ ижады үҙәгенең хәстәрләүе менән генә эләкте. Юғиһә, шул уҡ башҡорт аҫалы балаҫы ла бөтә илгә таралған мәҙәни хазинабыҙ, һөнәрмәндәребеҙҙең илгә бүләк иткән затлы бренды. Әммә боронғо аҫаларҙы һаман да өйрәнеүселәр, балаҫтарҙы күсереп һуғыусы һәм яңыртыусылар БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновация министрлығы тарафынан әлегә бер ниндәй ҙә ярҙам күрмәй. Бары тик "Ағиҙел" художество кәсептәре предприятиеһы күкле-йәшелле сағыр төҫтәге күҙҙе алартырлыҡ пледтар сығарыу менән мәшғүл. Рәссамдары һәм технологтары башҡорт аҫалы балаҫтары күргәҙмәләрендәге халыҡ оҫталары эшендәге тәбиғи төҫтәр, үҙгәртелмәй торған оя-оя аҫалы биҙәктәр - һәр ерҙә танылып торған милли орнаменттарыбыҙға күҙ һалмай микән, тип аптыраныла? Уларға тағы нисек еткерергә, ниндәй һүҙҙәр табырға икән?..
Тирмә биҙәргә булһа, күҙ яуын алырҙай башҡорт ырыу һөлгөләре, аҫалы балаҫтары, сүпләм шаршауҙары, тамғалы кейеҙҙәре, ҡайыулы күлдәк-алъяпҡыстары һәм башҡалары кәрәк. Уларҙың һәр ҡайһыныһы - айырым халыҡ ижады сәнғәте өлгөһө һәм һәйкәле булырҙай оло хазина. Һәр ҡайһыһын махсус китаптар, альбом-каталогтар, фәнни хеҙмәттәр, фестиваль-күргәҙмәләр менән күрһәтеү кәрәк булып сыға. Халыҡ ижады үҙәге яңғыҙ нисек өлгөрмәк? Ил аҡсаһына эшләп ултырған Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт, энергетика һәм инновация министрлығы, Һөнәрселек палатаһы һәм башҡалар ситтә ҡалмаһын ине. Ғалимдар ҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Үҙебеҙҙең ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында этнографтар юҡ тиерлек. Наил Бикбулатов, Раил Кузеевтар башлаған эш нишләп башҡорт йәштәрен ҡыҙыҡһындырмай? Башҡортостан Фәндәр Академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтындағы Этнография бүлеге конференциялар, экспедициялар һәм оҫтаханалар менән эшләйме-юҡмы, ләкин халыҡ һөнәрмәндәре күргәҙмәһендә бер генә ғалимдың да килеп тә күренгәне юҡ. Улар үҙ өлөштәрен индерергә йыйынмай микән ни?

Шулай итеп...
Рәшиҙә Ғиззәтуллина етәкселегендә Бөрйән ҡатындары теккән сергетыштар, Рима Абакова теҙгән селтәрҙәр, Римма Ғарифуллинаның милли күлдәкле ҡурсаҡтары, "Селтәр" студияһының күлдәктәре, Гөлгөнә Зәйнетдинованың биҙәүестәре, Светлана Ишемғолованың еләндәре, Сәрүәр Аслаеваның камзулдары һ.б. - бөтәһе лә оло ижади ташҡын, халыҡ оҫталары алдынғылары булып ҡалҡып сыҡты. Был халыҡсан ынтылыш республикала бөтөнләй ҡороп ҡалған милли кейем, биҙәүес, уйынсыҡ, ҡаралты - йәғни милли мираҫты егерме беренсе быуат башында тергеҙә, йән өрә, һайлап яңырта. Уларға һатыу өсөн генә түгел, сифатлы эшләү, өйрәнеү, фәнни яҡтан белем дә бик кәрәк.

Сәрүәр СУРИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.22 | Ҡаралған: 281

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru