«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘН-2
+  - 


Шулай йәшәп ятҡанда, беҙҙең ауылға йәш агроном эшкә килде. Колхоздың тарҡалған сағы, уның урынында асылған кооперативҡа саҡырғандар икән.
Егеттең мине тәү күреүҙә матур итеп йылмайып:
- Һеҙҙең ауылда ла ошондай сибәрҙәр бар икән! Һин бит, һеңлем, ҡойоп ҡуйған киноактриса! - тип ысын күңелдән һоҡланыуы мине арбаны ла ҡуйҙы.
Ул үҙе бик һөйкөмлө ине. Бөҙрә сәсе, мөләйем йөҙө, матур итеп йылмайыуы, оҙон, һомғол буйы - бөтәһе лә килешкән. Тәүге осрашыуыбыҙҙан һуң күҙҙән юғалғансыға уның артынан ҡарап тороп ҡалдым. Тиҙерәк уны тағы күргем, яғымлы һүҙҙәр әйткәнен ишеткем килде. Шунан һуң егетте тап итеү өсөн көн дә тиерлек ул йөрөгән юлды һағаланым...
Хәкимә Айҙарға боролоп ҡарап алды:
- Һиңә ҡыҙыҡмы былар?
- Һөйлә, һөйлә, бик ҡыҙыҡ, - тип дәртләндерҙе ҡатынды Айҙар.
Егет Хәкимә хаҡында бөтәһен дә белергә тейеш. Уның яҙмышы тураһында күберәк тыңлаһа, күп нәмәне асыҡлай алыр һымаҡ. Ниңә йыш ҡына бер ниндәй сәбәпһеҙ һөйләшеүендә уҫаллыҡ сатҡылары һиҙелеп ҡала, ни өсөн Сәкинә менән ирешкәндәр, ниңә шул тиклем асыуланып һеңлеһен тупһанан этеп ҡолатҡан? Икенсенән, нисек ирһеҙ бала тапҡан; егерме биште үткән, ни өсөн һаман яңғыҙ? Үҙе әйтмешләй, сибәр генә бит - бындай ҡатын артынан егеттәр тубырлашып йөрөргә тейеш кеүек тә баһа.
- Бына шулай, - тип әйтеп алды ла Хәкимә йәнә һөйләй башланы. - Уны осратһам, бөтә тәнемде ҡыуаныс солғап ала, буштан-бушҡа көлгөм килә, хатта йырларға теләйем. Ул китергә өлгөрмәй, тағы осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтә башлайым, ә унһыҙ үткәргән ваҡытым ҡара төнгә әүерелә, кәйефем селпәрәмә була, бер кемде күргем, һис кем менән һөйләшкем килмәй. Иң ғәжәбе - егеттең тәүге осрашыуҙа әйткән һүҙҙәренән башҡа бер тапҡыр ҙа һөйләшмәнек. Шулай бер-беребеҙгә йылмайышып йөрөй торғас, бер көндө ул тотто ла:
- Һеңлем, һинең исемең нисек? - тип һораны бит. Мин быны көтмәгәйнем, ҡаушауымдан, ышанаһыңмы, юҡмы, исемемде оноттом да ҡуйҙым! Ни әйтергә белмәй, уға ҡарап тик торам. Ҡотом осоуо йөҙөмә сыҡты, күрәһең, ул көлдө лә: "Ҡурҡма, мин матур ҡыҙҙарҙы ашамайым", - тине лә, китеп барҙы. Мин был ваҡытҡа уның исемен дә белеп алғайным. - Фәрхәт. Шундай матур! Бәрхәт кеүек. Музыка һымаҡ моңло ишетелде миңә был исем.
Ошо ерҙә Хәкимә, уйсан йылмайып, тынып ҡалды. Ул хикәйәһен нисек итеп дауам итергә белмәй кеүек ине.
- Шунан? - тип һораны Айҙар Хәкимәнең һөйләргә теләген яңынан уятыр өсөн.
- Шунан - шул, - тип әйтеп алғас, ҡатын күңелендә тупланған тойғоларына йәнә ирек бирҙе. - Фәрхәтте күргәс, ҡаушайым да төшәм, тинем бит. Шулай ҙа уның янында юғалып ҡалмаҫ өсөн киләһе осрашыуҙа үҙемде ҡайһылайыраҡ тоторға, нисек һөйләшергә кәрәклеген ныҡлап уйлап алдым. Ул, һаумы, тиһә, һаумыһығыҙ, тием дә исемен белһәм дә: "Һеҙҙең исемегеҙ нисек?" - тип һорайым. Шунан үҙемдекен әйтәм. Артабан ҡайҙа тыуғанлығын, уҡыуын һорайым. Һөйләшеп китеү өсөн ниндәй ҙә булһа сәбәп кәрәк бит инде. Ләкин киләһе юлы Фәрхәттең ҡаршыға килеүен күреп ҡалғас, йөрәгем дарҫлап тибә башланы. Мин йәнә ҡаушауымды тойҙом, сөнки батырсылығым етеп, уның менән һөйләшеп тороромдо күҙ алдына килтерә алманым. Әммә бөтәһе лә икенсе төрлө килеп сыҡты. Был юлы Фәрхәт миңә етәрәк туҡтаны ла, һәр ваҡыттағыса матур йылмайып, тапҡырына еткәнемде көтә башланы. Мин дә туҡтап ҡалдым. Фәрхәт бер-ике аҙым атлап, ҡаршыма килеп торҙо: - Һылыуҡай, исемеңде иҫләнеңме?- тип һораны ул. Шунан үҙенекен әйтте, ошолай һөйләшеп киттек. Фәрхәт, барған юлынан боролоп, минең менән йәнәш атланы. Ул тәүҙә минең хаҡта һорашты, аҙаҡ үҙе тураһында һөйләне. Фәрхәт мине мәктәпкә тиклем оҙатты. Иң мөһиме, хушлашҡанда шундай һүҙҙәр әйтте:
- Хәкимә, һин миңә бик оҡшайһың. Осрашайыҡ тип әйтер инем. Ауылда шуныһы насар - урыны юҡ. Урамда етәкләшеп йөрөп булмай бит инде, уңайһыҙ. Әйҙә, былай эшләйек. Бөгөн кис Баймаҡта халыҡ театрының спектакле була икән, шуны барып ҡарайыҡ.
Мин, әлбиттә, ризалаштым. Фәрхәттең машинаһы бар. Шул кис ауыл осонда мин уны түҙемһеҙләнеп көтөп тора инем инде. Фәрхәт менән йәнәш ултырып, уның машинаһында барыу минең өсөн иҫ киткес бәхет булып тойолдо. Уға ла шулай ине шикелле. Ураған һайын миңә ҡарап ала ла, матур итеп йылмая. Фәрхәт бик шаян булып сыҡты, юл буйы төрлө мәҙәктәр һөйләп, һынымды ҡатырып бөттө. Баймаҡта кемдәрҙе күрҙек, ниндәй спектакль булды - береһе хәтерҙә ҡалмаған. Мин кис буйы Фәрхәтте генә күрҙем, ҡарашымды унан алманым. Ул бик аҡыллы ине, үҙе шундай итәғәтле - машинаһына ишеген асып ултырта, сыҡҡанда ла шулай эшләй. Баймаҡҡа килгәс, ҙур гөлләмә һатып алып, бүләк итте. Минең өсөн ул идеал ине. Ундай егетте тап итермен тип ғүмерҙә лә уйламаным бит мин. Шундай бәхетле инем. Ҡыҫҡаһы, Фәрхәткә үлеп ғашиҡ булдым.
- Ә нисә йәш ине уға? - тип һүҙ ҡыҫтырырға итте Айҙар.
- Уғамы? Уға - егерме дүрт. Ауыл хужалығы институтын бөткән ине.
- Тәжрибәле икәнлеге күренеп тора, - тип көлөмһөрәне Айҙар. Теләһә лә, теләмәһә лә ҡыҙҙың Фәрхәтенә ҡарата көнләшеү тойғоһо егеттең йөрәген һыҙлатып ебәрҙе. Яҙмышының был өлөшөн тиҙерәк ослаһын өсөн: "Нимә менән бөттө мөхәббәтегеҙ?" - тип һорарға итте Айҙар, әммә тәүге һөйөүе тураһында ҡатындың илһамланып һөйләүен күреп, уны был бәхетенән айыра алманы, үпкәләтеүҙән ҡурҡты.
- Ә һиңә нисә йәш ине? - тип кенә һораны Айҙар.
- Мин унынсыны тамамлап йөрөй инем. Ун ете. Шулай, Фәрхәттән башҡа бер ни күрмәй, бәхет тулҡындарында йәшәп ятҡанда, оло фажиғә килде беҙҙең ғаиләгә - атайым менән әсәйем Баймаҡ - Сибай юлында машинала упҡынға осоп һәләк булды. - Ҡатын тынып ҡалды.
Уның хәлен аңлап, Айҙар ҙа өндәшмәне, фәҡәт ҡатынды, яурынынан ҡосаҡлап, үҙенә ҡыҫты. Бындай нескәлек ауыр хәтирәгә бирелгән ҡатындың күңелен иретеп ебәрҙе һәм ул әкрен генә илай башланы. Хәкимәне тынысландырыр өсөн ни эшләргә белмәйенсә, Айҙар уның яурынын һыйпаны. Күпмелер ваҡыт үткәс, Хәкимә тыныслана төштө, күҙ йәштәрен һөрттө.
- Тиҙлеге... ҙур булған... тинеләр, - Хәкимә, һәр һүҙ һайын ҡырҡа-ҡырҡа тын алып, өҙөк-өҙөк итеп әйтте быны. - Был беҙҙең ғаилә өсөн оло ҡайғы булды. Мин ауырыу өләсәйем, алтынсыла уҡыған һеңлем, оло донъя менән тороп ҡалдым. Өләсәйемдең пенсияһы бәләкәй генә. Ҡайһылайтып шул аҡсаға көн күрергә? Әлбиттә, малдарыбыҙ бар. Ләкин ун ете йәшлек ҡыҙ уларҙы нисек ҡараһын? Әкренләп малды һаттыҡ, бер һыйыр ғына ҡалдырҙыҡ. Өләсәйем түшәктә ята. Ул үҙ өйөндә йәшәй ине. Ураған һайын уны ҡарарға барыуы ауыр ине, шуға үҙебеҙгә күсерҙек. Ошондай хәлдә Фәрхәт төрлөсә ярҙам итте. Донъяны ла ҡарашты, аҡса ла бирҙе. Мин унынсыны бөткәс, институтҡа инергә йыйына инем. Хәҙер ул хаҡта оноторға тура килде. Беҙҙең магазинда урын бушағайны, шунда һатыусы булып урынлаштым, эш хаҡы ала башланым. Әкренләп тормошто рәткә һалған кеүек инем. Көтмәгәндә тағы бер бәлә килде. Көҙгә табан, уйламаҫтан, Өфөнән Фәрхәттең ҡатыны килеп төштө. Был уның Буранлыла икенсе тапҡыр күренеүе ине. Уға беҙҙең хаҡта һөйләгәндәр. Оло скандал булды. Ҡатыны Фәрхәтте Өфөгә алып ҡайтып китте... - Хәкимә, ауыр көрһөндө лә, йәнә тынып ҡалды.
Айҙар был хәбәрҙе ишетеп, ни тиергә белмәйенсә ултырҙы. Нисек? Хәкимә белмәгәнме ни уның өйләнгәнлеген? Бына ҡәбәхәт! Нисек мөхәббәт тип хыялланып йөрөгән йәш ҡыҙҙы шулай алдарға мөмкин? Ҡапыл Сания иҫенә төштө. Ул үҙе лә Санияны ышандырҙы, өмөтләндерҙе, ә ысынында уны алдап йөрөй түгелме? Дөрөҫ, ике көн элек кенә тойғоларының ошолай ҡырҡа боролош яһай башлар тип, һис тә уйламағайны. Ләкин бындай ғына аҡланыу Айҙарҙы тынысландырманы. Ул, йөрәген баҫҡан ауыр тойғоларға бирелеп, киләсәге хаҡында борсолдо. Ни менән бөтөр былар барыһы ла? Ҡайҙа дөрөҫ юл? Уны таба алырмы Айҙар? Тапмаһа, ғүмер буйы шул арҡала үкенеп йәшәрме?
Хәкимә лә, үҙ уйҙарына бирелеп, өндәшмәй ултыра. Тынлыҡтың оҙонға һуҙылыуын аңлап, һүҙҙе бәйләп ебәрер өсөн:
- Һин уның өйләнгәнен белмәнеңме ни? - тип һораны Айҙар.
- Белдем, - тине ҡатын көтөлмәгәнсә ғәмһеҙ ҙә, тыныс та тауыш менән. - Тәүҙә өйләнгәндер тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. Бер мәл, уйламағанда, Өфөнән ҡатыны килде. Был уның беҙҙең ауылда тәүгә күренеүе ине. Мин шаҡ ҡаттым. Ике көн ҡайғымдан ни эшләгәнемде белмәй йөрөнөм. Хатта үлергә булып бөткәйнем. Әммә ҡатыны кире Өфөгә киткәс, күңелемдә өмөт уянды. Фәрхәт менән шул көнө үк осраштыҡ. Ул бөтәһен дә аңлатты, ҡатыны менән насар йәшәйҙәр, айырылышырға йөрөйҙәр. Ҡатыны шул хаҡта һөйләшергә килгән. Минең шатлығымды күрһәң ине! Әле генә ҡап-ҡараңғы донъя ҡапыл балҡып торған ҡояш нурҙарына күмелде. Фәрхәт минеке генә, тик минеке!.. Беҙ йәнә осраша башланыҡ. Шулай ярты йылдай ваҡыт үтте. Мин тормошомдоң рәткә һалына башлауына ҡыуанып бөтә алманым. Ошо мәлдә ауырға ҡалғаным беленде. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә оҙаҡ шатланырға насип булманы. Фәрхәттең ҡатыны беҙҙең хаҡта ишетеп, тағы килеп етте. Шунан мине, өләсәйемде ныҡ итеп әрләп, Фәрхәтте алып ҡайтты ла китте...
- Ҡатыны менән айырылманымы ни? - тип һораны аптырауға ҡалған Айҙар, Хәкимәнең тынып ҡалыуынан файҙаланып.
- Юҡ, - тип ҡыҫҡа ғына яуапланы Хәкимә аҫҡа ҡарап ултырған көйө. Уның тауышы боҙҙай һалҡын да, вайымһыҙ ҙа ине.
- Алдағанмы ни? - Айҙарҙың йөрәген өшөткөс бушлыҡ солғап алды.
- Шулай булып сыға... - Хәкимә ғәжәп рәүештә тыныс ине.
Күрәһең, ошондай ҡара тойғолар кисергәндән һуң, уның йөрәге әкренләп боҙло ғәмһеҙлеккә төрөлгәндер.
Хәкимә менән Айҙар ары нимә хаҡында һөйләшергә белмәгәндәй, оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙылар. Хәкимә һағышлы үткәндәрен уйлап, ауыр хәтирәләргә бирелгәндер. Ә Айҙар, киреһенсә, ҡатындың тарихы менән сағыштырып, билдәһеҙлек пәрҙәһе менән ҡапланған үҙенең борсоулы киләсәген күҙ алдына килтерҙе. Хәкимә ана ниндәй ҡайғылар күргән, хәҙер Айҙар килеп, уны яңы бәләләргә күмергә йөрөй. Өҫтөнә михнәт артынан михнәт яуған Хәкимә егеткә шундай йәл ине. Уның тормошон еңеләйтер өсөн нисектер ярҙам итергә тейеш кеүек тойҙо үҙен, тик ниндәйерәк булырға тейеш ул - быны аңлай алмай. Етмәһә, яфа өҫтөнә яфа булып Сәкинәнең көтмәгәндә мәрхүм булыуы. Үҙенең ғәйебен тойоу Хәкимә өсөн көс етмәҫлек тағы бер оло фажиғә бит. Ошо хаҡта уйлау ғына ла егеттең йөрәген ауырттырып ебәрҙе.
Бына Хәкимә, күңелһеҙ хәтирәләрҙән ҡотолорға теләгәндәй, ауыр итеп көрһөндө лә телгә килде:
- Алты йыл үтте, тик ошонан һуң бер ир-атты ярата алмайым. Хатта күрә алмайым. Йөрәгем туңды ла ҡуйҙы...

(Дауамы. Башы 14-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.22 | Ҡаралған: 800

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru