«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫРАУСЫ ЙЫРСЫ
+  - 


Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Париж улы Туйсинды күптәр, әлбиттә, меңдәр араһында танырлыҡ үҙенсәлекле тауышлы йырсы тип белә. Уның виртуоз ҡурайсы, баянсы, ғөмүмән, юғары белемле музыкант, сәсәнлек мәктәбен, башҡорт халыҡ ижадын, бөгөнгө эстраданы яҡшы аңлаған белгес, педагог булыуын, әлеге көндә Сибай концерт-театр берекмәһенең ижад буйынса директор урынбаҫары булып эшләүен күптәр белеп тә бөтмәйҙер. Ҡырҡ ҡырлы, күп яҡлы һәләт күптәргә бирелмәй. Ундайҙарға тормошта күберәк йөк төшә, төрлө вазифалар, яуаплылыҡ һалына. Тәбиғәт биргән һәләттәрҙе ҡулланмау, яуаплылыҡтан ҡасыу, илгә, халҡыңа хеҙмәт итмәү хилафлыҡҡа тартым. Әңгәмәсем менән һөйләшкәндә Рәмил ТУЙСИНдың яурындары киң, күңеле саф икәненә тағы берҙе инандым.

Тәүге аҙымдар

Сәнғәт юлын үҙем һайламаным, ул нәҫелдән, башҡорт халҡының сәсәнлегенән, уның тарихын белеүҙән - бик төптән килә. Әҙәбиәт, тарих, сәнғәт - бер туғандар, сәсәнлектең дауамы улар. Сәнғәткә булған һөйөү әҙәбиәткә, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр, тим, сөнки аңлы рәүештә бүтән һөнәр һайлау уйымда ла булманы, иҫ белгәндән йыр-моң солғанышында йәшәнем. Алтынсы класҡа Өфөләге урта махсус музыка мәктәбенә уҡырға алдылар. Элек райондарға сығып, махсус рәүештә һәләтле балаларҙы баш ҡала мәктәбенә йыя торғайнылар. Йырлатып ҡаранылар. "Илсе Ғайса" йырын ишеттерҙем. Ул йырҙы ла аңлы рәүештә өйрәнмәгәнмен, халыҡтың сәсәнлеге ҡандан күсәлер, күрәһең, сөнки, туҡта, ошо йырҙы өйрәнәйем, тип, тыңлап ултырмағанмын бит инде. Һигеҙенсе класҡа тиклем тынлы ҡоралдар бүлегендә уҡыным. Тромбон класы буйынса уҡытыусым икенсе эшкә күсеү сәбәпле, уҡытыусыһыҙ тороп ҡалдым. Беҙҙе сәнғәт институтына әҙерләйҙәр ине. Ҡалған ике йылда яңы инструментҡа ултырып өлгөрә алмаҫымды белдем һәм Баймаҡ интернат-мәктәбенә ҡайтырға мәжбүр булдым. Бында иһә музыка мәктәбен параллель уҡып бөттөм. Уҡытыусым булманы, сөнки баш ҡаланан әҙер ҡайтҡайным. Өфөлә лә ҡурай өҫтәмә дәрес һанала ине, әммә Юлай Ғәйнетдинов ҡурай түңәрәген алып барҙы. Ҡурайҙы, ҡурай сәнғәтенең төп өлөшөн өйрәнеп, "Һорнай" тип аталған балалар ҡурай ансамбле менән төрлө сараларҙа ҡатнашып, республика телевидениеһы аша сығыш яһағандай кимәлгә еткән ҡурайсылар инек. Роберт Юлдашев, мәҫәлән, шул мәктәп ҡурайсыларының береһе. Музыка мәктәбенә тиклем ҡурайҙа уйнай белмәнем, әммә уның сихри моңона ғашиҡ инем, радио аша тыңлап, ҡурайҙы сихри мөғжизә һымаҡ ҡабул итә инем. Уйнарға өйрәнеп ҡараным, әлбиттә, үлән ҡурайҙың башын ашап бөттөм дә, өйрәтеүсе остаз юҡлыҡтан, туҡтаттым. Өфөгә барғас, Юлай Ишбулды улы - математика уҡытыусыһы остазыма әйләнде, буласаҡ һөнәрем буйынса тынлы инструменттар класында уҡыу менән бер рәттән, ҡурай түңәрәгенә йөрөнөм.

Сәнғәтме, әҙәбиәтме?

Һөнәр һайлау буйынса шулай ҙа икеләнеүҙәр булып алды, сөнки башҡорт әҙәбиәтенә лә һөйөү көслө булды (әле лә һүрелмәгән ул тойғо), шиғырҙар яҙа инем. Уҡытыусым башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район олимпиадаһына алып барҙы. Баймаҡта ла, республика буйынса ла беренсе урын алдым. Бәйгенең шарты буйынса БДУ-ның филология факультетына имтиханһыҙ алырға тейештәр ине. Ҡайһы йүнәлеште һайларға: сәнғәтме, әҙәбиәтме? Яҙмыш үҙенсә хәл итте: мәктәпте тамамлағас та әрме хеҙмәтенә алдылар. Өс йыл Төньяҡ флотында һыу аҫты кәмәләре гарнизонында хеҙмәт иттем. Латвияның Лиепая ҡалаһында учебкала саҡта оркестрҙа уйнаным, һуңынан утрауҙағы гарнизонға килгәс, музыка ситкә күсте, моряк хеҙмәте беренсе урынға сыҡты. Учебкала саҡта һыу аҫты кәмәһенең юғары баҫымға тәғәйенләнгән май үткәргес торбаһын ҡырҡып алып, ҡурай эшләп уйнап йөрөнөм. Был да ана шул тарихты белеүҙән килә: китаптарға яҙылмаһа ла, Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә Сарбаевтарҙың күктән бәреп төшөрөлгән немец самолеттарының еҙ көпшәһенән ҡурай эшләп уйнап йөрөгәнен ишетеп беләбеҙ бит, үҙемсә шул тарихты ҡабатланым. Армиянан ҡайтыуым бөрйән ырыуы йыйындары башланған мәлгә тура килде, улар тәүҙә Баймаҡ районында булды, шунан Бөрйәндә дауам итте. Сәхнәгә сығып, ҡурай уйнап, "Урал"ды йырлап ебәргәйнем, сығышымдан һуң эргәмә бер ағай килде. "Мин Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы вәкиле булам. Быйыл беҙҙә музыка белгестәре әҙерләүсе бүлек асыла, һине шунда саҡырам", тине. Аҙаҡ белдем, Вәкил Исмәғил улы Хажин булып сыҡты ул кеше. Ысынлап та, саҡырған һүҙендә торҙо, имтихандарға килгәйнем, сентябрҙә уҡырға килерһең, тип ҡайтарып ебәрҙе. Шулай итеп, музыка бүлегендә уҡый башланым. Юғары белемле ике һөнәр үҙләштерҙем: музыка уҡытыусыһы һәм ҡурай класы буйынса белгес. Вокал буйынса ла дәрестәр булды, әммә тауышың халыҡсан, тиеп, академик тауышҡа ҡуйманылар. Баянға килгәндә, уны үҙаллы үҙләштерҙем. Киске уйындарҙың ни икәнен белгән ауыл егете баянда, гармунда һис шикһеҙ уйнай белергә тейеш, беҙ кемдән кәм! Музыка мәктәбендә уҡығанда фортепьяно дәрестәре булды, шуға күрә, һәр төрлө музыка ҡоралында ла уйнай алам, тик ҡыллы музыка ҡоралдары менән генә ҡатмарлыраҡ, әлбиттә. Скрипка ныҡ оҡшай, бала саҡтан башҡорт моңоноң скрипкала башҡарылыуын ишетеп үҫһәм, йәбешеп ятыр инем был музыка ҡоралына.

Ғаилә ансамбле

Педагогик белемем буйынса Сибай сәнғәт мәктәбендә оҙаҡ йылдар ҡурай буйынса уҡытыусы булып эшләнем, шунан аграр университеттың филиалында өҫтәмә һөнәрҙәр етәксеһе булдым - студенттарға төрлө йүнәлештәге һөнәрҙәр биреү ҙә шул уҡ педагогик эштең дауамы. Шулай ҙа эстрада йүнәлеше менән ҡыҙыҡһыныуым кәмемәне, был йүнәлештә лә эшләп килдем. Бынан ун биш йыл элек үҙебеҙҙең ғаилә ағзаларынан ғына төҙөлгән төркөм менән Башҡортостан буйлап һәм башҡа төбәктәрҙә гастролдәр үткәреп йөрөнөк. Сәнғәттең, ижадтың камиллығының сиге юҡ! Халыҡ араһына сыҡмаған, һәр хәлдә, сәхнәгә сыҡмаған, ишетелмәгән йырҙар менән байырға тейеш мәҙәниәт. Мәҫәлән, күңелгә ятҡан, юғары кимәлдәге берәй яңы йыр ишетһәм, шундуҡ өйрәнеп алам һәм сәхнәгә сығарам, ул тыңлаусыһын табырға, йәшәргә тейеш. Иманым камил, халыҡ араһынан сығып, сәхнәгә сыҡҡан әҫәрҙәр көслөрәк. Халыҡтың үҙендә ниндәйҙер күҙгә күренмәгән фильтрҙар аша эшкәртеүҙәр үтеп, халыҡ үҙ иткән ижадты сәхнә әҫәре итеп ҡайтарыу халыҡҡа кәрәк, башҡарыусылар быны яҡшы аңларға тейеш - йырҙар бер көнлөк булмаһын, халыҡтың ихтыяжын дөрөҫ ҡәнәғәтләндерһен.

Һүҙ йырларға тейеш

Көй яҙыу йүнәлешенә аңлы рәүештә килдем. Музыка, белеүебеҙсә, күңел түренән сыҡҡан ижад, һәр хәлдә, шулай булырға тейеш, тип өйрәнгәнбеҙ, шулай тәрбиәләнгәнбеҙ. Был мәлде оҙаҡ көттөм, ултырып көй яҙып ҡараған саҡтарым да булды. Ижад өсөн көсләп эшләү насар нәмә, шуға бүтән тотонманым, ысын, тәбиғи рәүештә килеүен көттөм һәм бынан ун йылдар самаһы элек ошо йүнәлештә күңелгә ниндәйҙер ят ноталар, ят тауыштар килә башланы. Был һөнәргә, үҙем өсөн яңы йүнәлешкә үҙенсәлекле ҡарайым, минеңсә, көй - ул юҡтан бар ҡылыу. Бар ҡылыу бик киң төшөнсә. Көй минең өсөн тәрән мәғәнә, моңдоң эсенә көйҙө, йырҙы - бөтөн нәмәне һыйҙырырға кәрәк. Был иһә бик ҡатмарлы әйбер. Осоп барғанын барыбыҙ ҙа күрә, тик кемдер тотоп ала ул нәмәне. Уны дөрөҫ ҡуллана ла белергә кәрәк, сөнки ул бөтөн килеш килмәй, өлөшләтә килә, артабан импровизация башлана. Сәсәнлек үҙе ошонан киләлер. Мәшһүр Заһир Исмәғилев әйткән бит: мин көй яҙмайым, бары халыҡ йырҙарын эшкәртәм генә. Тимәк, ҡасандыр халыҡтан сыҡҡан өлөш-өлөш булып ҡына киләлер. Ҡайһы ваҡыт көй текстан да килә, әммә һәр саҡта ла түгел. Мәҫәлән, шиғырҙы уҡып, махсус рәүештә өндәргә һалып барһаң, көй яһалмай. Ул килһә, шундуҡ килә. Ҡай берәүҙәр көй яҙырға ваҡыт юҡ, ти. Осоп барған әйберҙе мәлендә күреп, мәлендә тотоп алырға кәрәк. Ҡайһы бер йыр йылдар буйы төйнәлә, йә булмаһа, бер минутта яһала. Мин үҙем һәр саҡ тәбиғилек яҡлы, яһалмалыҡ булмаҫҡа, яңылыҡ булырға тейеш. Көйгә ҡарата айырым фекерем бар, шуға тәүгеһен иҫләмәйем, сөнки ул өлөшләтә-өлөшләтә яҙылды. Ғаилә ансамбле менән йөрөгәндә финал өсөн бер туғандар тураһында шиғыр яҙҙым һәм көйө шиғыр менән бергә килде. Сәсәндәр бит һүҙен дә, көйөн дә үҙе йырлай, тимәк, гармония булһын өсөн һүҙ йырларға тейеш, был тәбиғилектең төп шарты, шул саҡта ғына камиллыҡҡа яҡынайып була. Әле эстрадала һүҙ менән көй араһында бәйләнеш юҡ, шиғриәт менән көй бер-береһенә тура килмәй, ижадтың бөтөнлөгө юғала. Мюзикл яҙыу күптәнге хыялым ине. Был хыял оҙаҡ йәшәне һәм былтыр берекмәнең ижади миҙгелен асыуға бағышланған "Йондоҙҙар атылғанда" исемле концерт программаһына мюзикл яҙҙым. Бөгөнгө заманды һәм боронғолоҡто һаҡлап ҡалыу өсөн халыҡ ижадына таянып, бөгөнгөгә ялғап, көйҙө берләштереп, оркестрға һалып эшләнем. Мюзикл ижад итеү киләсәк өсөн ҙур мәктәп булды.

Халыҡ баһаһы иң юғары

Төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу туғыҙынсы кластан уҡ башланды. Баймаҡта үткән ҡурайсыларҙың район конкурсында беренсе урын алдым, шунан Ниғәмәт ауылында үткән Кәрим Дияров исемендәге ҡурайсылар конкурсында ҡатнаштым. Шулай башланған бәйге ҡомары Хәйбуллала үткән Йомабай Иҫәнбаев конкурсына алып килде. Сирҡаныс алып, Өфөләге "Яҙғы моңдар" конкурсында икенсе урын алдым. Сибайҙағы "Ирәндек моңдары", Нефтекамалағы "Дуҫлыҡ моңо" конкурстары аша үттем. Конкурстар кешене үҫтерә, был йәһәттән бындай бәйгеләргә мөнәсәбәтем ыңғай, тик ... Башҡорт халыҡ ижадында нотаға һалынмаған әҫәрҙәр күп, белгестәрҙең тик белгестәрсә баһа биреүе генә аҙ бындай бәйгеләрҙә. Ғәҙел баһа алыу йырсы өсөн бик мөһим, сөнки сәнғәт кешеһе бик нескә була, шуға күрә лә өмөтлө башҡарыусыларҙың һәләтен һындырып ҡуймаҫ өсөн бик һаҡ, мәрхәмәтле булырға кәрәк. Өмөтлө башҡарыусыларҙы төшөрөп ҡалдырған осраҡтар ҙа була, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ошо этаптарҙы үткән кеше булараҡ, йәш йырсыларға әйтәм: иң мөһиме халыҡ һөйөүен яуларға өлгәшергә кәрәк, бер ниндәй конкурс та халыҡ һөйөүенән, баһаһынан юғары була алмай.

Ижад һәм популярлыҡ

Әлеге эш урыным күп көс талап иткән вазифа, әммә шәхсән ижадым да дауам итә, тип әйтә алам, сөнки радио-телевидение фондында йырҙарым һаҡлана, "Ҡотлауҙар" тапшырыуы аша яңғырап тора. Халыҡ йырҙарымды ишетә, үҙем күренәм икән, тыңлаусыларым алдында бурыс атҡарам. Популярлыҡты бит төрлөсә аңларға була: кемдер башҡалар көсө менән эфир яулай, матбуғат аша үҙен яҡтырта, беҙҙең ундай әрһеҙлек юҡ, баҫалҡыбыҙ, нисек барбыҙ, үҙебеҙҙе шулай күрһәтәбеҙ, ҡалғанын халыҡ үҙе баһалай, иләк аша үткәрә, ижадым халыҡҡа кәрәк икән, үҙе популярлыҡ. Ҡапыл балҡып, юҡҡа сығыу популярлыҡ түгел, минеңсә. Ижади пландарым һәр ваҡыт бар, әлбиттә, тик төрлө юҫыҡта эшләү әҙерәк бәкәлгә һуға. Бер генә йүнәлеш буйынса барһам, ижади үҫеш көслөрәк булыр ине. Мәҫәлән, Республикабыҙҙың йөҙ йыллығына филармония йырсылары көсө менән йөҙ йырҙан торған аудиодиск сығарыу - үҙе ҙур хеҙмәт. Бер йыл ваҡытты алды, әммә һөҙөмтәһе ҡыуандыра. Уҡыу әсбабы булараҡ ҡулланғандай был яҙмаларҙың утыҙлап йырын үҙем башҡарҙым. Халҡыбыҙҙың сәнғәтенә ҙур өлөш индереүемә бик ғорурмын. Әле илле йәшкә етеп килгәндә ошо эште дауам итеп, "Илле халыҡ йыры илемә" тигән үҙемдең башҡарыуҙағы йырҙар дискы сығарыу идеяһы менән янып йөрөйөм. Уның күп өлөшө эшләнгән дә инде. Илле йәшкә еткәндә илле халыҡ йырын белеү, миңә ҡалһа, ниндәйҙер символик мәғәнәгә эйәлер тип уйлайым.

Шулай итеп...
Илле йәш ирҙәрҙең ил ағаһы булырҙай мәле. Нәҡ ошо осорға тура килә ирҙәрҙең ирмен тигән сағы, аҡылға ултырыу, аҡһаҡаллыҡ ошо нигеҙҙә күтәрелә. Урал аръяғы ир-уҙаманына ижади уңыштар теләйек!

Радик ӨМӨТҠУЖИН әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.22 | Ҡаралған: 379

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru