«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘЙӘҮ ЙӨРӨҮ ҘӘ КӘРӘК...
+  - 

Беләһегеҙме икән, апрель башында Халыҡ-ара ҡоштар һәм Көлкө көнөнән тыш, Эшкә йәйәү бара торған көн дә теркәлгәйне. Ошондай үҙенсәлекле дата барлығын мин үҙем дә былтыр ғына ишеткәйнем.

Ғәҙәттәгенән алдараҡ сыҡҡайным ул көндө. Туҡталышта бер үҙем һерәйеп торам. Шул саҡ тротуарҙа оло йәштәге танышым, дөрөҫөрәге, элекке күршем ҡул болғаны. Уны күреүемә, әлбиттә, тәүҙә ышанманым. Сөнки уны яман сир аяҡтан йығыуын, терелеүенә өмөт юҡ, тип, дауахананан ҡайтарып ебәргәндәрен ишеткәндән һуң башҡа осратҡаным булмағайны. Минең ғәжәпкә ҡалыуымды, әлбиттә, һиҙмәне түгел. Йылмайып:
- Байрам менән! - тине.
- Һине лә! - тинем, шаярта торған көндө күҙ уңында тотоп.
- Бөгөн - минең өсөн Яңы йыл, тыуған көнөм кеүек иң яҡын байрамдарҙың береһе, - ти.
- Мин дә яратам 1 апрелде, - тием. - Бигерәк тә береһен төп башына ултыртырға тура килһә...
Минең Көлкө көнө тураһында әйткәнде аңланы танышым, әммә төҙәтеп маташманы.
- Атлай алмай башлағас, планшетымды ҡулыма алам да, көнө буйы интернет киңлектәрен гиҙә торғайным. Ауырыуын биргәс, дауаһы ла барҙыр бит инде, тип, төрлө халыҡ ысулдарын уҡыйым, өйрәнәм, - тип һөйләп алып китте ул. - Көндәрҙән бер көндө Эшкә йәйәү бара торған көн барлығы хаҡында мәғлүмәткә юлыҡтым. Ҡайһы бер илдәрҙә, мәҫәлән, Австралияла апрелдең тәүге аҙнаһында уның хатта милли байрам булараҡ билдәләнгәнен уҡып, үҙемсә ҡыҙыҡ күреп, көлөп тә алдым. Был үҙенсәлекле датаның башҡа дәүләттәрҙә лә барлығын, тик башҡасараҡ аталғанын, уларҙың хөкүмәт кимәлендә үткәрелгәндәрен ҡыҙыҡһынып уҡыным һәм... үҙемдең бер ҡасан да йәйәү йөрөмәгәнлегем тураһында асыш яһаным... Танышым һөйләүен дауам итте. Ике айҙан апрель тыуа тигәндә, Рәзилә Мәхийән ҡыҙы Ишмырҙина үҙенә һүҙ бирә: "Йығылып, әҙәм көлкөһөнә ҡалһам ҡалам, үлһәм үләм, әммә 1 апрелдә, Эшкә йәйәү бара торған көндә, аяҡҡа баҫып, урамға сығасаҡмын...". Яҡындары, әлбиттә, уға тәүҙә шикләнеп ҡарай. Ауырыуының ахырғы сигенә етте шикелле, аҡылы буталана башланы, тип тә уйлағандар башта. Шулай ҙа һуңғы үтенеселер, бәлки, тиеп, уға тотоноп йөрөй торған дүрт тояҡлы махсус ҡорамал һатып алып бирәләр.
Яңы тәпәй баҫа башлаған балаға ниндәй ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар осраһа, Рәзилә апайға ла уларҙың барыһын да үтергә тура килә.
- Нисек кенә булмаһын, әйткән һүҙемдә торҙом. Шулай, 1 апрелдә ҡаланың үҙәк урамынан йәйәү китеп барһам, Новосибирскиҙа йәшәгән ейәнсәрем шылтыратты. Ленин урамынан киләм, тигәс, Көлкө көнөндә мин уны шаярта тип ҡабул итеп, көлгән булды, ә һуңынан ултырып илаған. Мин үҙем дә берсә көлә-көлә, берсә илай-илай йөрөп ҡайттым, - ти Рәзилә Мәхийән ҡыҙы.
Йәйәү йөрөүҙең бөтә ауырыуҙарға ҡаршы дауаһын Рәзилә апайҙан да күберәк белгән кеше юҡтыр хәҙер. Тәү сиратта, кешенең кәйефен күтәреүен билдәләй. Кәйеф күтәренкелеге иһә иммунитеттың ныҡлығын тәьмин итә.
Мәғлүм булыуынса, бөгөн күптәрҙең эше компьютер менән бәйле. Был, тимәк, көнө буйы, йәғни 8 сәғәт өҫтәл артында ултырыу тигәнде аңлата. Шуға күрә эшкә барғанда һәм ҡайтҡанда йәйәү йөрөргә ҡуша Рәзилә апай.
- Көн һайын мөмкинлегегеҙ булмаһа, исмаһам, көн аша эшкә атлап барығыҙ, атлап ҡайтығыҙ. Йәйәү йөрөү - ул ауыр эш көнөнән һуң психологик һәм мускулдар көсөргәнешен кәметеүсе иң яҡшы сара. Физик әүҙемлекте күтәреүҙең, иммунитет һәм нервы системаһын нығытыуҙың ябай һәм арзанлы ысулы. Махсус спорт залында шөғөлләнеү ҙә кәрәкмәй. Артыҡ ауырлыҡтан, һимереүҙән һаҡлай, кәүҙәнең һығылмалылығын арттыра, йөрәк эшмәкәрлеген көйләй. Мин үҙем һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, көн һайын 5-6 саҡырым үтәм. Ә апрелдең беренсе аҙнаһында унар километр үтергә һүҙ бирҙем үҙемә, - ти ул.
Эйе, календарҙа кешеләр үҙҙәре уйлап тапҡан ғәҙәти булмаған, хатта сәйер тойолған, сәйер яңғыраған байрамдар байтаҡ. Әммә нисек кенә булмаһын, улар беҙгә көндәлек тормошобоҙға икенсе күҙлектән ҡарарға, уға ниндәйҙер яңылыҡ индерергә, ыңғай тәьҫорат өҫтәргә булышлыҡ итә. Ә ҡайһы берҙәре, Рәзилә апай Ишмырҙина миҫалындағы кеүек, яңы маҡсаттар билдәләргә этәргес тә була.

Лена АБДРАХМАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.22 | Ҡаралған: 491

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru