«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИ ӨСӨН ЙӘҺҮДТӘР БАЙ?
+  - 

Билдәле булыуынса, миллиардерҙар һәм Нобель премияһы лауреаттарының яртыһы - йәһүдтәр. Бында антисемитизмдың да роле бик ҙур. Ҡыуылыуға, иҙелеүгә дусар булған халыҡ тере ҡалырға, йәшәргә, күтәрелергә тырыша. Бының өсөн улар икеләтә күберәк эшләргә, иң алдынғылар сафында булырға ынтыла. Был халыҡ белем алыуға өҫтөнлөк бирә. Бына ни өсөн йәһүдтәр һәр ваҡыт уҡый һәм юғары маҡсат ҡуя. Балаларына ниндәй идеялар һалыуын белер өсөн уларҙың мәҡәл-әйтемдәренә иғтибар итәйек әле.

"Диңгеҙҙән бер көршәк һыу алһаң, ул кәмемәйәсәк".
Башҡа милләттән айырмалы, йәһүдтәр байлыҡтан ҡурҡмай һәм бик һирәктәр генә муллыҡта йәшәй ала, тип уйламай. Улар аҡса барыһына ла етеүенә ышана һәм һәр кеше бай булһа ла, аҡса бөтәһенә лә етә, тигән фекерҙә.

"Аллаһ ярлыны яратһа, ул ярлы булмаҫ ине".
Был әйтем йәһүдтәрҙең байлыҡты насар тип уйламауын күрһәтә. Беҙҙең күбебеҙ тиерлек байҙар енәйәтсе, ҡәбәхәт, уғры, тип уйлай. Тап бына шуның өсөн дә күптәр, ярлы йәшәһәм йәшәйем, намыҫым таҙа булыр, ти. Йәһүдтәр иһә байлыҡтың насар яғын күрмәй.

"Теләк теләп кенә бай булып булмай".
Йәһүдтәрҙең тағы бер айырылып торған сифаты - уңғанлыҡ. Улар аҙ һөйләй, күп эшләй. Яҡшы тормош хаҡында хыялланыу насар түгел, әммә уның өсөн үҙеңә көсәнергә кәрәклеген белә. Был темаға тағы ла "Әгәр ҙә доға ярҙам итһә, кешеләр үҙҙәре өсөн доға ҡылырға башҡаларҙы яллар ине", тигән мәҡәлдәре бар.

"Бәләкәй кешеләр менән дуҫлашығыҙ, улар һеҙгә өҫкә күтәрелергә ярҙам итер".
Уңышлы һәм файҙалы дуҫтар булдырыу - күпселек йәһүдтең айырылғыһыҙ сифаты. Ни тиһәң дә, кешене уның янындағылар "кеше" итә. Эргәләге уңышлы, бай шәхестәр юғары маҡсат ҡуйып эшләргә этәрә. Бәләкәй танышлыҡтар булдырырға ла тырыша улар. Кем белә, бәлки, уларҙың да файҙаһы тейеп ҡуйыр...

"Кем йүгән кейә, ҡамсыһын да татыясаҡ".
Улар һәр ваҡыт үҙе өсөн генә эшләй. Ялланып эшләгән хәлдә лә, план үтәүгә ҡарағанда, иң беренсе, үҙ мәнфәғәтен ҡайғырталар. Кем үҙе өсөн эшләмәй, ул башҡа кеше өсөн эшләй, ти улар.

"Ун аҡыллы кеше һатҡанды бер ахмаҡ һатып ала".
Аҡсаны юҡ-барға тотонмай улар. Йәһүдтәрҙең һаранлығы тураһында фекер нығынған. Әммә улар быны "экономиялау" тип атай. Юҡ-барға аҡса сарыф итеүҙе аҡылһыҙлыҡ билдәһе, ти улар.

"Атаһы йыйғанына балаһы йәшәй".
Улар бер көн менән йәшәмәй. Киләсәк быуынын хәстәрләү - йәһүдтәрҙе айырып торған тағы бер һыҙат. Бына ни өсөн йәһүд ҡатындары еңеүселәрҙе һәм геройҙарҙы тәрбиәләй. Бөтә атайҙар балаһының ғына түгел, ейәндәренең киләсәге өсөн тырыша.

"Аҡсаң булмаһа - ялҡауланма, булһа - маҡтанма".
Йәһүдтәрҙең ни тиклем бай икәнлеген бер кем дә белмәй. Улар был хаҡта бер кемгә лә бер нәмә лә әйтмәй. Башҡаларҙа көнсөллөк хисе тыумаһын өсөн байлыҡтарын күрһәтмәйҙәр.

Ошоларҙан ниндәйҙер һығымта яһап буламы?

"Киске Өфө" гәзите, №15, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.22 | Ҡаралған: 358

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru