«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАҠ ҠОЙОРҒА ӨЙРӘНДЕМ...
+  - 

Мин тәм-том ашамайынса тора алмайым. Ләкин оҙаҡ йылдар магазинда һатылған ялтырауыҡ тышлы кәнфит-печеньеларҙы ашай торғас, кәүҙә ауырайҙы, йыш ҡына үҙәк көйә башланы, шулай уҡ ашҡаҙан да үҙенең барлығын ауыртыу аша йыш һиҙҙертә башланы. Башҡа аҙыҡ-түлекте самалап ашаһам да, үҙемде иҫләгәндән алып тәмле-татлынан баш тарта алманым, шуға бөтә бөгөнгө мөшкөл хәлемде шуларҙан күрәм.

Бер яҡтан, кәнфит һәм шоколад яратыуым бер ни ҡәҙәр ауырлыҡтар тыуҙырһа ла, бөгөнгө көндә миңә аҡса килтереп торған шөғөл табырға ла булышлыҡ итте. Гәзит уҡыусыларға ошо шөғөлөм тураһында һөйләгем килә.
Шулай бер магазинда ғәҙәти булмаған кәнфит күрҙем. Уларҙың тышына алма, сейә, груша һәм башҡа емеш-еләк төшөрөлгән һәм "Пастила", тип яҙылған ине. Һатыусы үлтереп маҡтағас, һатып алдым. Өйҙә уның тәмлелеген белеп, ауыҙ һыуҙарым ҡойолоп китте. Бер генә бөртөгө лә оҙаҡҡа етә, сөнки ҡатлы-ҡатлы итеп эшләнгән, төрлө тәмдәре менән айырыла, шулай уҡ интернет уны файҙалы, тип яҙа.
Пастила бала сағымда өләсәйем еләктән эшләп киптергән ҡаҡты иҫкә төшөрҙө лә, уны үҙем эшләп ҡарарға булдым. Беренсе тәжрибәм үтә лә уңышһыҙ булды. Ләкин яйлап айышына төшөндөм был эштең һәм тора-бара алманан ғына түгел, төрлө емеш-еләктән ҡаҡ эшләргә оҫтарып алдым. Шулай уҡ махсус киптерә торған аппарат һатып алғас, эштәр бөтөнләй көйләнде. Магазинға кәнфит тип сабыуҙан туҡтаным. Күрше-күләнде, туғандарҙы, хеҙмәттәштәремде һыйланым. Беренсе заказды нәҡ хеҙмәттәш ҡатын яһаны. Бөтә тырышлығымды һалып, уға өс төрлө ҡаҡ эшләп бирҙем. Унан китте "сарафан радиоһы", заказдар ҙа күбәйҙе, килем дә артты.
Был эшмәкәрлегемде киңәйтергә иҫәп тотам, сөнки заказдар етерлек. Хәҙер бөтә донъяның сәләмәт тормош алып барыу, дөрөҫ туҡланыу, тип зыҡ ҡубыуы миңә ҡулай ғына булды, сөнки тәбиғи продуктҡа һорау артҡандан-арта.
Гәзит уҡыусылар араһында ла, бәлки, минең шөғөлдө үҙ итеп, эш башлап ебәреүселәр булыр. Эш барышы ауыр түгел, тора-бара оҫталыҡ арта ғына. Ҡаҡты өй шарттарында нисек эшләргә өйрәткән видеороликтар интернетта бик күп. Өйрәнегеҙ, ҡарағыҙ, эшләгеҙ һәм аҡсалы булығыҙ.

Әсмә ӨМӨТҠУЖИНА.
Сибай ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №16, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.04.22 | Ҡаралған: 687

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru