«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР-БЕРЕБЕҘҘЕ СӘЛӘМЛӘЙЕК, БЕР-БЕРЕБЕҘГӘ ЙЫШЫРАҠ ЙЫЛМАЯЙЫҠ!
+  - 


Һуңғы йылдарҙа гәзитебеҙҙә күп кенә авторҙарыбыҙ тарафынан төрлө матур һүҙҙәр хаҡында мәҡәләләр баҫылып тора. Телебеҙҙә гүзәл һүҙҙәр, ысынлап та, бихисап. Кемдәрҙер "әсәй", икенселәр "тыуған ил", "туған тел", өсөнсөләр "изгелек", "миһырбанлыҡ" тигән һүҙҙәрҙең матурлығы хаҡында һөйләй. Ҡайһылар бер-беребеҙгә өндәшә торған яғымлы һүҙҙәрҙе иҫкә ала, шуларҙы ҡулланып йәшәһәк, тормошобоҙҙоң тағы ла йәмлерәк булыуы хаҡында фекерләй. Бына шундай миләттәштәремдең күплегенә һөйөнәм.

Боронғолар "Йылы һүҙ - йән аҙығы, яман һүҙ - йән ҡаҙығы", тигән. Егеттәребеҙгә "батыр", ҡыҙҙарыбыҙға - "һылыу", тиҫтерҙәребеҙгә - "ҡорҙаш", исемдәштәребеҙгә - "аҙаш", бөтөнләй белмәгән кешеләребеҙгә -"яҡташ", хатта "туған" тип мөрәжәғәт итеп, донъялыҡтағы ҡыҫҡа ғына ғүмеребеҙҙе матурлыҡҡа төрәйек, тигән мәғәнәле мәҡәләләрҙе кинәнеп уҡыйым. Боронғолар оло йәштәрҙәге ир-аттарыбыҙҙы "уҙаман", "аҡһаҡал" тип тә йөрөткән.
Ошо атамалар лөғәтебеҙҙә һирәгәйеп барғандай. Бөгөнгө көн уларҙы башлыса тел белгестәре - уҡытыусы, яҙыусы, журналистар ғына ҡуллана тиерлек. Ҡасандыр гәзиттәребеҙҙең береһендә ниндәйҙер мәҡәләм буйынса әңгәмәләшкән авторҙарҙың береһе мине "Хәлил уҙаман" тип атауы күңелемә ятҡайны. Шунан бирле мин дә бына ошо һүҙҙе үҙемдең ҡорҙаштарыма ҡарата ҡулланырға тырышам. Бала сағымда атайым ауылдағы оло ир кешеләр хаҡында "Фәлән уҙаман" тип һөйләгәнен ишеткеләй торғайным. Уҙаман тигән һүҙҙең асылын күптәр, бәлки, аңлап та етмәүе ихтимал. Уны бөгөнгө ҡайһы бер милләттәштәремә "старейшина", "патриарх" тигән урыҫ һүҙҙәре аша аңлатыу дөрөҫ булыр тип уйлайым. "Кесегә шәфҡәт ит, уҙаманға хөрмәт ит" тигән әйтем дә бар. Ҡайһы бер гәзит һәм журналдарға яҙған мәҡәләләремде "Аҡһаҡал һүҙе" рубрикаһы аҫтына ҡуйып сығарыуҙары ла оҡшай. Бындай матур һүҙҙәребеҙҙе халҡыбыҙ теленән төшөрөп ҡалдырғы килмәй. Тиҫтә йылдар элек "Киске Өфө" аша "Ағинәй" һүҙе менән тәүгә танышҡайным. Иманлы, ысын асылындағы, һәр кемгә өлгө итеп ҡуйырҙай олораҡ йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы шулай тип атау ҙа уларға ҡарата ихтирам тойғоһо уята.
Элегерәк оло кешеләрҙең бер-береһе менән "арыумы", "арыумыһығыҙ", тип күрешкәнен иҫләйем. Милләттәштәребеҙҙең борон-борондан килгән бындай өндәшеүҙәре, уларҙың бер-береһенең хәленә битараф булмауының, таныш-тоноштарын, күрше-күләнен ҡайғыртыуының да билдәһелер. "Һау бул", тип хушлашыу ҙа шундайыраҡ маҡсатҡа эйә. "Хәйерле иртә", "хәйерле көн", "хәйерле кис", "хәйерле төн" тип бер-береһенә теләк теләү ҙә мөнәсәбәттәребеҙҙе яйлаусы һүҙҙәр. "Хәйер" (ғәрәпсәнән урыҫ теленә "отлично", "превосходно", "благо" тип тәржемеләнә) башҡа бихисап һүҙҙәр һымаҡ уҡ, беҙҙең телгә динебеҙ менән бергә килгән. Берәй хәл булғанда (яҡшымы ул, насармы) һәр саҡ "хәйерлегә булһын" тип әйтәләр. Беҙ мәктәптә уҡығанда уҡытыусы ағай һәм апайҙар һәр саҡ оло кешеләргә (таныш булмаһа ла) һаулыҡ һорашып йөрөргә өйрәтәләр ине. Хәҙер ҙә, әлбиттә, шулайҙыр. Айырыуса, ауылдарыбыҙҙа урамда осраған балаларҙың "Һаумыһығыҙ" тип үтеүен йыш ҡына күрергә тура килә.
Бер-береңә ниндәйҙер һүҙҙәр әйтеү хаҡында фекерләп, бәғзеләр "һүҙ көсө" тигән терминды ла ҡулланып ебәрә. Һүҙ үҙе ниндәйҙер бер тылсымлы көскә эйә булмай, әлбиттә. Быны дөрөҫ аңлау кәрәк. Тик кешегә әйткән һүҙең яҡшы, йә иһә, киреһенсә, насар булып, Раббыбыҙ тарафынан уның ҡабул ителеүе һәм уның ғәмәлгә ашырылыу-ашырылмауы бар. Икенсе төрлө итеп әйткәндә, һинең ниндәйҙер теләгеңдең үтәлеү-үтәлмәүе фәҡәт Аллаһ Тәғәләнең көсө һәм уның ҡулында тип ҡарау кәрәк. Мәҫәлән, Бәйғәмбәребеҙ с.ғ.с кешене ҡарғауҙы тыйған. Сөнки берәү икенсе кешегә яман теләктәр теләй икән, уның һүҙҙәре һис тотҡарлыҡһыҙ күктәргә оса һәм унан тәғәйенләнгән кешегә ("адресатҡа") төшөрөлә. Әгәр ана шул кеше был ҡарғышҡа лайыҡ түгел икән, насар һүҙ унан "ҡаҡлығып", ҡабаттан күккә менә һәм… ҡарғаған кешенең үҙенә ҡайта! Ошо хаҡта Бәйғәмбәребеҙҙән сахих хәҙис бар. Халыҡта бәғзе бер ҡарғарға яратыусыға "ҡарғышың үҙ башыңа төшмәгәйе", тигән иҫкәртеүҙе һәр кемдең ишеткәне барҙыр... Ә инде кешеләргә ҡарата әйтелгән яҡшы һүҙҙәрең, изгелекле доғаларың өсөн фәҡәт шатланып ҡына йәшәргә ҡала. Уның өсөн үҙеңә тик әжер (ғәр. вознаграждение) генә вәғәҙә ителә. Берәй кешенең үҙенә ишеттермәй, уның өсөн Аллаһҡа ялбарыу айырыуса яҡшы. Шул мәлдә бындай изгелекле теләктәрең өсөн фәрештәләрҙең: "Үҙеңә лә шул булһын", - тип доға ҡылыуы хаҡында ла Бәйғәмбәребеҙҙән с.ғ.с. риүәйәт бар.
Халҡыбыҙҙа киң таралған "сәләм" һүҙендә айырыуса туҡталып китмәксемен. Ғәрәптән күскән был һүҙ ифрат күп мәғәнәгә эйә. "Имен булыу", "ҡотолоу" тигәнде аңлата ул. Шулай уҡ, "иҫән-һау" (сәләмәт) тип тә тәржемәләнә. "Тыныслыҡ", "һиллек" тигән мәғәнәһе лә бар был һүҙҙең (бәғзе бер һүҙлектә урыҫ теленә "мир, безопасность" тип тәржемә ителгән).
Сәләм - Аллаһ Тәғәләнең туҡһан туғыҙ исеменең береһе. Бәйғәмбәр (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм) Раббыбыҙҙан ниҙер үтенеп доға ҡылғанда, Уның исемдәрен әйтеп мөрәжәғәт итергә ҡушҡан. "Сәләм" тип кенә әйткәндә, беҙ, әлбиттә, был һүҙҙең әле һанап киткән тәржемәүи мәғәнәләре хаҡында ғына фекерләйбеҙ. Ә ана шул һүҙҙең алдына "Әл" артикле ҡуйыла икән, был фәҡәт Аллаһ Тәғәләгә генә хас булған исемде аңлата. Ҡағыҙға "Әл-Сәләм" тип яҙыла ул, әммә ғәрәп теле ҡағиҙәһенә ярашлы, беҙ уны "Әс-сәләм" тип уҡыйбыҙ. Мосолмандарға бер-береһен "Әссәләмү ғәләйкүм!" тип сәләмләргә ҡушылған. Был сәләмләүҙе "һаумы", "привет" тигән һымаҡ ябай ғына һүҙбәйләнеш йә иһә "ҡарттарса һаулыҡ һорашыу" тип кенә аңлау ярамай. Уның "Һеҙгә Аллаһтан именлек булһын!" тигән оло мәғәнәгә эйә булыуын белергә тейешбеҙ (урыҫтар уны "Мир вам!" тип тәржемәләгән). Кешеләрҙең бер-береһе өсөн Раббыбыҙға ялбара торған изге доғаһы тип аңлау кәрәк быны. Ана шундай сәләм биргән кешегә "Үә ғәләйкүм әс-сәләм!" тип яуап ҡайтарыу кәрәк, был "Һәм һеҙгә лә Аллаһтан именлек, һаулыҡ булһын!" тигән мәғәнәгә эйә. Мосолмандар осрашҡанда ла, айырылышҡанда ла (көнөнә нисә мәртәбә осрашыуына ҡарамаҫтан) бер-береһен тап ана шулай сәләмләргә тейеш, һәм бының сауабы ла ҙур. Шулай күрешкән ике мосолман ҡабаттан айырылып киткәнсегә тиклем, уларҙың икеһенең дә гонаһтары бер-бер артлы ҡойолоп төшөп тороуы хаҡында Бәйғәмбәребеҙҙән с.ғ.с риүәйәт бар.
Ир кеше ҡатын-ҡыҙға сәләм бирергә тейеш түгел, имеш, тип ишеткеләгәнем бар. Әммә шәриғәттә бындай тыйыу юҡ. Гүзәл затҡа сәләм биреү ярамай, тигәндәр, моғайын, ҡул биреүҙе күҙ уңында тоталыр. Ысынында, яҡын туғаның булмаған ҡатын-ҡыҙҙар менән генә ҡул бирешеп күрешеү хупланмай. Ә ҡатыныңа, әсәйеңә, ҡәйнәңә, апай-һеңлеләреңә, ҡыҙҙарыңа ҡул биреп күрешергә мөмкин. Урам буйында китеп барғанда хатта бөтөнләй таныш булмаған мосолмандар ҙа бер-береһе менән күрешәләр. Тышҡы ҡиәфәттән (һаҡал, теүәтәйҙән) таныпмылыр, йәш егеттәрҙең сәләм биреп уҙыуҙарын күреп, ололарса ҡыуанам. Үҙем дә уларҙы сәләмләргә тырышам. Хатта бер мәл ҡаршыма көрәк һаҡаллы, башына ҡара теүәтәй, шулай уҡ ҡара төҫтәге оҙон елән кейгән берәүгә сәләм биргәс, уның миңә яуап бирмәгәнен күреп аптырағайным. Һуңғараҡ ҡына төшөнөп ҡалдым: был сиркәүҙә хеҙмәт иткән христиан кешеһе булды, ахырыһы…
Тағы бер бик мөһим нәмә хаҡында иҫкә алып китеүҙе кәрәк тип һанайым. Милләттәштәребеҙ бер-береһенә йылмайыу бүләк итергә бер ҡасан да тартынмаһын ине. Хатта йылмайғылары килмәгән саҡтарында ла… Бәйғәмбәребеҙҙең с.ғ.с кешегә әйтелгән йылы һүҙҙең дә саҙаҡа икәнлеге хаҡында хәҙисе бар. Йылмайыу тураһында уйлана башлау менән беҙ йәш саҡта популяр булған бер йырҙың һүҙҙәре иҫкә төшә:

Йылмайып тыуа матур таңдар,
Йылмайып килә йылы яҙҙар,
Донъяла иң гүзәл ерҙә
Шатланып-йылмайып бергә
Йәшәйек беҙ, йәшәйек, дуҫтар!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.04.22 | Ҡаралған: 337

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru