«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘН-3
+  - 


Хәкимә тағы тынды. Айҙар шунда уҡ кисә Санияның "мин һине яратам" тигән һүҙен иҫенә төшөрҙө. Уның тәне буйлап өшөткөс ҡалтырау йүгереп үтте. Ни генә тиһәң дә, Айҙар насар әҙәм!.. Тағы бер бәлә булып, оятһыҙ рәүештә Хәкимәнең йөрәгенә инергә йөрөй! Йә, Хоҙай! Ары ни булыр? Әгәр Айҙар ҙа Хәкимәгә ҡарата рәхимһеҙ ҡыланһа, ул быға түҙмәйәсәк бит!
- Етмәһә - мин... - тип уфтанды егет үҙе лә һиҙмәҫтән ауыр һулап.
- Нимә - һин? - Ҡатын Айҙарға боролоп, һораулы ҡараш ташланы.
- Мин дә һинең янда алдашып йөрөйөм кеүек... Улай ярамай, аңлайым, - Айҙар көрһөндө. - Тик үҙем дә белмәйем: алдашыумы былар бөтәһе лә, әллә ысынмы?..
- Мин һине аңлайым, - тине лә ҡатын, ҡапыл Айҙарға һыйынды. Егет уны ҡосаҡлап алды. Йәш кенә көйө ауыр ҡайғылар кисерергә өлгөргән ҡатын уға бик йәл! Мөмкин булһа, уны бөтә бәләләрҙән һаҡлар, ҡотҡарыр ине. Шул тойғоға бирелеп, Айҙар Хәкимәне яурынынан тотоп борҙо ла үҙенә ҡыҫты. Ошо минутта егет ҡатынға ҡарата аңлата алмаҫтай йылы тойғо кисерҙе. Хәкимәне ҡосаҡлап, ошолай оҙаҡ-оҙаҡ ултыра алырына төшөндө. Ҡапыл Сания иҫенә төштө, уның менән был тиклем татлы хистәр егетте ялмап алғанын хәтерләмәй. Был - нимә? Күңелендәге бығаса йәшеренгән аңлайышһыҙ хистәр аныҡлыҡ алырға йыйынамы? Ләкин уның ҡайһы тарафҡа боролоуон тоя башлаһа ла, был турала хатта үҙенә лә асылырға ҡурҡты. Ҡапыл Айҙар Хәкимәнең яурындары әкрен генә һелкенеп-һелкенеп алыуын һиҙҙе. Ҡатын илай ине...
Егет уны нығыраҡ ҡосаҡланы. Шулай итеп, йөрәген өтөп алып барған ауыртҡыс уйҙарҙан, әрнеүҙәрҙән Хәкимәне ҡотҡарырға теләне. Ошондай иркәләүҙәргә ныҡ һыуһаған ҡатын, әсе яҙмышын уйлап, һулҡылдап иларға тотондо. - Хәкимә, илама... - Айҙар, ҡатынды тынысландырырға теләп, арҡаһынан һыйпаны. - Бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ... Мин һине... Бар бәләләрҙән ҡотҡарырға тырышырмын... Мин бит һине яратам... Мин дә яратам һине, Хәкимә! Ишетәһеңме? Ҡатын, башын егеттең яурынынан алып, йәшле күҙҙәрен күтәрҙе лә:
- Айҙар... - тине әкрен генә. Үҙе егеттең һүҙҙәренең ихласлығын белергә теләгәндәй, уға текәлеп ҡараны. Шунан күҙҙәрен йомоп, ҡапыл егетте үҙенә ныҡ итеп ҡыҫты, ирендәрен эҙләп тапты...
Улар шулай байтаҡ ултырҙылар. Бер мәл, баштарын күтәреп, бер-береһенә, шунан тирә-яғына ҡаранылар. Был минутта ҡапыл айнып, томан эсенән сыҡҡан кеүек тойола ине икеһенә лә.
- Рәхмәт, - тине Хәкимә, егеттең ҡулын ҡыҫып, бер килке өндәшмәй ултырғандан һуң.
- Ни өсөн? - Егет ҡатынға ғәжәпләнеп ҡараны. Ул, ысынлап та, Хәкимәне аңламаны. Рәхмәт әйтерлек ни эшләне әле ул? Бәләләрҙән ҡотҡарырмын, тиеүе өсөнмө?
- Яратам, тип әйткәнең өсөн. - Ҡатын йәмле күҙҙәре менән егеткә ҡарап йылмайҙы. - Беләһеңме, ошоғаса миңә бер егет тә "яратам", тип әйтмәне. Ысын. Хатта Фәрхәт тә. Мин "Яратаһыңмы?" тип һорайым, ә ул әллә ниндәй икенсе һүҙҙәр һөйләй, әммә... "яратам", тимәй. Хәҙер уйлайым, ул бит алдашмаған, күрәһең, ҡатынын яратҡан.
Хәкимә күңелһеҙ генә көлөп алды.
- Кисә һин дә әйтмәгәс, бик ҡайғырҙым. Сибәр тиҙәр, ә "яратам" тимәйҙәр. Яҙмышым шулдыр тип, төнө буйы илап сыҡтым. Бөгөн әйттең. Рәхмәт... Тик... Тик...
Хәкимә тынып ҡалды.
Айҙар һағайып ҡатынға ҡараны:
- Нимә?
- Һорайыммы икән? - тип икеләнде Хәкимә алдына текәлеп ултырған көйө. Шунан ниндәйҙер ҡарарға килеп, ҡарашын егеткә күтәрҙе. - Ярай. Һорайым... Ә һинең Санияға "яратам" тип әйткәнең булдымы?
Айҙар Хәкимәнең күҙҙәренә туп-тура ҡараны.
- Хәтерләмәйем, - тине ул. Ысынлап та, егет быны иҫләмәй. Уға кейәүгә сығырға тәҡдим итеүе, туй хаҡында һөйләшеүе булды. Ә "яратам" тип әйттеме, юҡмы - бөтөнләй башынан сыҡҡан.
- Ә хәҙер нисек һуң?
- Белмәйем... - Айҙар, бер нөктәгә уҡталып, уйланып ултырҙы. - Белмәйем... Миңә Сания йәл... Беҙ бит туй үткәрергә һөйләшеп бөттөк! Ул шундай ихлас әҙерләнә!..
Айҙар, күңелен сорнаған әсе тойғоларға сыҙамай, урынынан тороп китте. Шунан өндәшмәй генә уны күҙәтеп ултырған Хәкимә ҡаршыһына килеп баҫты.
- Ниңә икегеҙ бер юлы килеп сыҡтығыҙ миңә? - Егет бар күңеле менән әсенеп әйтте был һүҙҙәрҙе. Әммә улар Айҙарҙың һорауы түгел, ә рәхимһеҙ ысынбарлыҡтан ҡотолорға теләп үрһәләнеүе ине.
- Бер юлы осраһаҡ ни, һин бит Санияны һайлағанһың. - Ҡатын үпкәләгәнерәк тауыш менән әйтеп ҡуйҙы. - Ә ниңә уны?
Иң ауыр һорау яңғыраны Айҙар өсөн. Ошо ерҙә егеттең телефоны телгә килде. Самат икән. Айҙар уны тыңлап торманы, һүндерҙе лә ҡатынға ҡарап алды. Был ауыр һорауға яуапты егет үҙе лә белмәй. Әммә өндәшмәй ҡалырға ла ярамай. Ошоно асыҡламайынса, артабан уларға һөйләшер һүҙ ҙә юҡ. Егеттең ҡаушауын күреп, Хәкимә ярҙамға килде. Ул Айҙарға ҡарап көлөмһөрәне лә:
- Минең ирһеҙ бала табыуым арҡаһындамы? - тип һораны егеттең күҙҙәренә тура ҡарап.
- Юҡ, - тине Айҙар Хәкимәнең үтәнән-үтә күрергә тырышҡан ҡарашына түҙеп. - Тәүҙә, әлбиттә, ҡыйын булды. Ләкин аҙаҡ ул хаҡта бөтөнләй уйламаным. Ә кисә Искәндәр менән танышҡас, үҙ улым кеүек яраттым уны... Бигерәк һөйкөмлө малай! Уға тиклем дә һине бик яҡын күреүемде һиҙенә инем, тик уны үҙемдән дә йәшерә инем. Ә Искәндәрҙе күргәс... уны ла, һине лә... яратыуымды аңланым.
- Айҙар! - Ҡатын Айҙарға һыйынды, шунан ҡосаҡлап алды һәм, башын егеттең күкрәгенә һалып, тынып ҡалды. Тәненең әкрен генә ҡалтырауынан уның, был юлы, бәлки, шатлығынандыр, йәнә илағаны һиҙелде.
Айҙар Хәкимәне тынысландырырға теләп, сәсенән һыйпаны, йәштәрен һөртөргә тырышты.
- Илама, Хәкимә, - тине егет. - Илама. Бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ.
Хәкимә рәхмәтле ҡарашын егеткә күтәрҙе.
- Искәндәр хаҡында һүҙҙәрең менән һин үлтерҙең мине! Ул бахыр бала... Ниндәй ғәйебе барҙыр инде...
Хәкимә йәштәрен туҡтата алманы. Айҙар, уның хәлен аңлап, бер һүҙ өндәшмәне, фәҡәт үҙенә ҡыҫып, сәсенән, сикәләренән һыйпаны. Ҡатын тыныслана төштө лә телгә килде.
- Бая әйтә биреп ҡуйғайным бит, Ғәйнулла ағай мине бер гонаһтан ҡотҡарҙы тип... Бынан биш йыл элек миңә ҡот осҡос ауыр ине. Атай-әсәйем мәрхүм булды, Фәрхәт ташлап китте. Ауырлымын. Өләсәйем постелдә ята. Ни эшләргә? Ҡайһылай йәшәргә?.. Хәҙер бала ла тыуһа, нисек ҡарармын уны? Бер мәл күрше-күлән ҡатындарҙың кәңәшен тыңлап, аборт яһатырға булдым. Баймаҡ больницаһына барырға хәл иттем. Иртәгә шунда юлланам тигән көндө, осраҡлы рәүештә Ғәйнулла ағай тап булды. Минең менән магазинға килгәндә лә йүнләп һөйләшмәгән кеше ни сәбәптәндер туҡтатты. Шул саҡта уның әйткән һүҙҙәре бөгөнгөләй хәтеремдә. Һаулыҡ һорашҡас, ул: "Хәкимә һеңлем, - тине. - Һинең башыңа бик гонаһлы уй килгән. Баш тарт ул ниәтеңдән. Алғы тормошоңда улың бик күп ҡыуаныстар килтерәсәк һиңә, ярҙам итәсәк, үҙе ҙур кеше буласаҡ", - тине. "Улың", тине. Әле эсем саҡ беленеп тора, ә Ғәйнулла ағай нисектер ауырлы икәнлегемде лә, абортҡа йыйынғанымды ла һиҙгән, иң ғәжәбе - "ҡыҙың", тимәне, "улың", тине. Мин шаҡ ҡаттым. Ғәйнулла ағай аборт яһатырға уйлауымды ҡайҙан белгән? Тәнем буйлап көслө ҡалтырау йүгереп үтте. Мин шунда уҡ бөтә күңелем менән ышандым уның һүҙҙәренә. Барманым абортҡа. Күптәр өгөтләп, әрләп ҡараны, ауырлыҡ менән ҡурҡытты, әммә ҡолағым төбөндә һәр саҡ Ғәйнулла ағайҙың һүҙҙәре торҙо. Әлбиттә, ҡыйын булды. Түҙҙем. Бына хәҙер Ғәйнулла ағайға рәхмәт әйтеп бөтә алмайым.
Ҡатындың был хикәйәте тетрәндерҙе Айҙарҙы. Искәндәрҙең, шундай һөйкөмлө малайҙың, тыумайынса үлтерелеүен күҙ алдына килтерә алманы ул. Айҙарҙың йөрәге ауыртып ҡыҫылды. Хәкимәнең биш йыл элек кисергән ауырлыҡтарын йөрәге менән тойҙо ул. Ҡатынға, уның улына, был ике сибек йән эйәһенә ҡарата йәлләү, яратыу хисе күңелен ялмап алды, бөтә ауырлыҡтарҙан һаҡлау теләге бар булмышын сорнаны. Ғәйнулла ағай ҙа көтөлмәгәнсә асылды Айҙарға. Бына ниндәй кеше икән ул! Олоғайып барған был ирҙе егет ауыл бабайы тип кенә ҡабул иткәйне. Ниндәйҙер хикмәт бар, тимәк, унда. Самат шундайыраҡ ниҙер һөйләй ине шул Ғәйнулла ағай тураһында.
- Ә рәхмәт әйттеңме һуң? - тип һораны Айҙар.
- Тәү осор уның ҡайғыһы булдымы ни? Искәндәр тыуҙы, уны ҡарау, өләсәйҙе дауалау, болнистарға йөрөтөү, донъя көтөү баҫып алды. Мин ике-өс йыл баш күтәрмәй шулар менән булыштым. Өләсәйемде саҡ аяҡҡа баҫтырҙым. Бына әле генә, һуңғы йылдарҙа ғына, Аллаға шөкөр, күҙем асылып ҡалды. Шул саҡта ғына Ғәйнулла ағайҙы иҫләнем. Былтыр Искәндәрҙе етәкләп, өйөнә барҙым, рәхмәт әйттем, хәйер бирҙем. Ул Искәндәрҙе өшкөрҙө, башын һыйпап, йәнә: "Ҙур кеше буласаҡ был бала, Алла бирһә, - тине. - Унан күрәсәк ҡыуаныстарың алда әле", - тине. Рәхмәт инде уға.
Икеһе лә, әле генә һөйләшкәндәрен уйлап, өндәшмәй ултырҙылар.
Бер аҙҙан:
- Ә Искәндәр хаҡында Фәрхәт беләме? - тип һораны Айҙар.
- Юҡ. - Ҡатын уфтанып ҡуйҙы. - Бынан ҡайтҡас та, оҙаҡҡа һуҙмай, ҡатыны Фәрхәтте Мәскәүгә күсереп алып киткән. Күрәһең, минән ныҡ ҡурҡҡандыр. Шунан һуң уның үҙе лә, хәбәре лә юҡ.
- Нисек йәшәргә мөмкин шундай матур баланы белмәйенсә? - тип аптыраны Айҙар. - Хатта миңә, Искәндәрҙе киләсәктә күрмәһәм, ҡыйын булыр кеүек.
- Ысынмы? - Хәкимә күңелһеҙ хәтирәләрҙән ҡотолоп йылмайҙы.
- Ысын, - тине Айҙар ихлас күңелдән. - Сәғәт нисә? Әйҙә, уны барып алайыҡ!
- Иртәрәк әле, - тип икеләнде лә Хәкимә, ҡыуаныслы йылмайып, урынынан торҙо. - Әйҙә! Йоҡларға ятмаҫ борон!
Хәкимә менән Айҙар, әле генә уларҙы сорнап ебәрмәй тотҡан күңелһеҙ тойғоларҙан арынып, балалар баҡсаһына табан ашыҡты...

(Әҫәр тулыһынса быйыл "Ағиҙел" журналының 5-се һанынан баҫыла башлай).
(Аҙағы. Башы 14-15-се һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №16, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.04.22 | Ҡаралған: 919

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru