«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАЙ ҮЛӘНДӘРЕ ЙЫЙ
+  - 


Май еттеме, шифалы үҫемлектәр йыя башларға ла мөмкин. Уларҙың күбеһен әлеге осорҙа турамаларға ҡушып ҡулланырға була. Сананы йәй әҙерлә, тигәндәй, әле үк ҡышҡылыҡҡа кәрәкле дауаны хәстәрләй башлау осоро ла был ай. Һеҙҙең иғтибарға май айында уҡ йыйып ҡулланырға яраҡлы бер нисә шифаны тәҡдим итәбеҙ.

Биҫтау үләне

Биҫтау (көйөҙ) үләне, йәки баллыҡай ҙа тип йөрөтөлгән, ә русса "медуница неясная", "медуница лекарственная" тип нарыҡланған һәм Башҡортостанда киң таралған үҫемлек бик файҙалы икән. Халыҡ медицинаһында уның үләне ҡулланыла, тимәк, сәскәһе, япрағы һәм һабаҡтары бергә бик шифалы, тигән һүҙ. Биҫтау үләненең тамырында кофе һәм литосперма кеүек фенолкарбон кислоталары бар, үләнендә дуплау матдәләре, рутин, каротин, С витамины күп. Үҫемлектең япрағы һәм сәскәһендә лә С витамины бар.
Биҫтау үләне сәскә атҡан мәлендә йыйыла. Әйткәндәй, уның яңы ғына атҡан сәскәләре алһыу, ә һеркәләндерелгәндәре күк төҫтә була. Күләгәлә һәм ҡоро урында киптерелә, ҡәҙимгесә һаҡлана. Халыҡ дауаһында биҫтау үләне балалар туберкулезынан иң яҡшы сараларҙың береһе һанала. Был үҫемлек ярҙамында тын алыу юлдарының бронхит, фарингит, ҡурылдай астмаһы, пневмония ауырыуҙарын, бөйөр шеше, геморрой, ҡатын-ҡыҙҙар ағзаларының шешеүенән ҡулланалар, шулай уҡ үләндең төнәтмәһен экзема, псориаз, витилиго, яҫы ҡыҙыл тимрәү, сиҡан сыҡҡанда, тиренең вируслы ауырыуҙары, коллагеноз, васкулит булғанда эсәләр.
Биҫтау эске секреция биҙҙәре эшмәкәрлеген яҡшырта, иммунитетты нығыта, организмдың һаҡланыу үҙенсәлектәрен күтәрә. Үлән ҡан тәнсәләре барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итерлек микрэлементтар тупланмаһына бай.
Был ауырыуҙарҙан шифалы төнәтмә бөтә осраҡта бер төрлө тиерлек әҙерләнә: 1 ҡалаҡ үләнгә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Ә бына яңы йыйылған йәш үләнде турамаға ҡушып ашау файҙалы, бигерәк тә ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеге түбәнәйгән осраҡта. Киптерелгән үләнде ҡыш та ҡулланырға мөмкин, әммә иң ҡиммәтлеһе - үләндең һуты. Уны әсемәһен өсөн 1:1 нисбәтендә араҡы менән ҡушып һаҡларға кәрәк һәм уның ярҙамында лейкоз, ҡалҡан биҙе ауырыуҙары, аҙҡанлылыҡ, ҡайһы бер үпкә һәм башҡа шешенеү сирҙәрен дауалайҙар.
Шешенеү һәм тын ҡыҫылыуҙан. Термосҡа 2 ҡалаҡ яңы (йәки 1 ҡалаҡ киптерелгән) биҫтау үләнен һалып, 400 мл ҡайнар һыу ҡойорға, 2 сәғәт төнәтеп һөҙөргә. Төнәтмәне көнөнә 4 тапҡыр ашарҙан 30 минут алда 100-әр мл эсергә. Үпкә ауырыуҙары, бәүел ҡыуығы, геморрой булғанда биҫтау, юл япрағы, шалфей, һарыгүҙ һәм әремде тигеҙ өлөштә алып ҡушырға. Йыйылманың 1 ҡалағына 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 1 ҡалаҡ бал өҫтәргә һәм 3-4 минут ҡайнатырға. Бер стакан тулы булғансы ҡайнар һыу өҫтәп ҡойорға. Көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан алда 1-әр ҡалаҡ эсергә.
Уңалмаған яра. Үҫемлектең япраҡтарын кәбеҫтә тоҙлағандағы кеүек итеп, һуты сыҡҡансы ыуаларға һәм уңалмаған яраға ҡапларға.
Пиелонефрит һәм цистит. Бер тигеҙ өлөштә (1-әр ҡалаҡ) биҫтау үләне, ҡара ҡарағат һәм ҡыҙыл көртмәле япраҡтарын алып, ярты литр ҡайнар һыу ҡойорға, йылыға төрөп, ҡараңғы урында ярты сәғәт тоторға һәм һөҙөргә. Көнөнә 4-5 тапҡыр 2-шәр ҡалаҡ эсергә.
Ҡарлыҡҡан тауыштан. 2 ҡалаҡ үләнде 20 минут төнәтеп, бал өҫтәп (ҡарабойҙай балы яҡшыраҡ) йылы көйөнсә көнөнә 4-5 тапҡыр 50-шәр мл эсергә.
Башҡорт халыҡ дауаһында был үләндең бер төрө һаналған кәкүк башты (медуница мягчайшая) яраға бәйләр булғандар, ул ҡанды тиҙ ойошторған, эренләүҙән һаҡлаған.



Ынйы сәскә

Ынйы сәскә, йәки русса "ландыш майский" урманда, урман ситендә, ялан-туғайҙарҙа үҫә. Республикабыҙҙа һуңғы осорҙа һирәк осрай торған үҫемлеккә әүерелә бара, шуға уны бик һаҡсыл файҙаланыу талап ителә.
Ынйы сәскә үләне (япрағы, сәскәһе һәм һабағы) май һәм июнь баштарында әҙерләнә, ҡайсы йәки бысаҡ менән ҡырҡып алына. Кисекмәҫтән күләгә урында йоҡа итеп йәйеп, йыш әйләндереп киптереү талап ителә. Шунһыҙ үлән тиҙ боҙола. Уны ҡоро урында һаҡлағанда шифаһы ике йылға етә. Тик уның ағыулы булыуын да хәтерҙән сығарырға ярамай: башҡа үләндәрҙән айырым тоторға кәрәк.
Ыйны сәскәһен аҙлап ҡына әҙерләп ҡуйыу ҙа дауаланыу өсөн етә. Япраҡтарын айырым киптерергә, яңы ғына йыйып алынған сәскәһенән төнәтмә эшләргә мөмкин - йөрәк мускулдарының тонусын күтәрә, үҙәк нервылар системаһын тынысландыра. Ынйы сәскәһе төнәтмәһен шулай уҡ астма, эпилепсия, көҙән йыйырһа, баш ауырығанда һәм ашҡаҙан ауыртҡанда, ауыр физик эштән ауырыҡһынып торғанда ла ҡулланалар.
Йөрәк ауырыуҙары. Ынйы сәскәһенең йөрәк гликозидтары көслө тәьҫир итмәй, сөнки улар ашҡаҙан-эсәк юлында тиҙ генә тарҡалып бөтә. Уларҙың көсөн валериана йәки энәлек төнәтмәләренә ҡушып арттырырға була, ләкин был осраҡта ла бөтә сирҙәрҙән дә дауа була алмайҙар, тик нервылар ҡаҡшауға бәйле йөрәк ауыртҡан осраҡта ғына. Төнәтмәне әҙерләү өсөн яңы өҙөлгән сәскәләрҙе банкаға 3/4 өлөш итеп тултырып, өҫтөнән сығарып спирт ҡойорға. 2-3 аҙна төнәткәндән һуң һөҙөргә. Уны көнөнә 2-3 тапҡыр һыуға 10-15 тамсы тамыҙып эсергә.
Көҙән йыйырһа. 4 грамм яңы сәскәһенә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға, һыуынғас, һөҙөргә. Һәр 2 сәғәт һайын 1-әр ҡалаҡ эсергә.
Мейегә ҡан һауыу ҡурҡынысы янағанда һәм Базед ауырыуынан - шул уҡ төнәтмәне эшләргә, әммә көнөнә 3 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ эсергә.
Ҡараһыу (глаукома). 1 балғалаҡ яңы сәскәһе, ярты стакан яңы кесерткән япрағы (май айыныҡы), 1 ҡалаҡ һыуҙы ҡушып, ҡараңғы урында 8-9 сәғәт төнәтергә, шунан ярты балғалаҡ аш содаһы ҡушырға. Килеп сыҡҡан дауаны күҙҙәргә ҡапларға кәрәк.
Конъюнктивит. 10 тамсы ынйы сәскә төнәтмәһенә 90 тамсы ҡайнатылған йылы һыу ҡушырға. Марля тампонын шуға сылатып, күҙҙәргә баҫырға.
Иҫкәрмә: ынйы сәскә сәскәләренең төнәтмәһе йөрәк һәм ҡан тамырҙарының киҫкен органик үҙгәрештәре, киҫкен миокардит, эндокардит һәм киҫкен кардиосклероз булғанда ҡулланыу тыйыла.
Шулай уҡ ынйы сәскәһе дауаларын бауыр һәм бөйөр ауырыуҙары киҫкенләшкәндә лә ҡулланырға ярамай. Бешкән ҡыҙыл емештәре ағыулы, быны белмәгәндәргә, айырыуса балаларға аңлатырға кәрәк.
Ынйы сәскә менән ағыуланғанда төп күрһәткестәр: күңел болғана, ҡоҫтора, эс китә, аритмияның төрлө төрҙәре, парасистолия, ҡарынсыҡ тахикардияһы, мускулдар хәлһеҙләнеүе, баш ауырта, тирегә аллергия сыға, үтә ныҡ ярһыу, күҙ күреме һәм төҫтәрҙе айырыу һәләте боҙолоуы.



Ҡуҙғалаҡ

Ҡуҙғалаҡ флавоноид, липид, аҡһым, минераль тоҙҙар, органик кислоталар (алма, ҡуҙғалаҡ, лимон кислоталары), каротин, В1, В2, С, К, РР витаминдарына бай.
Ҡуҙғалаҡ аш һеңдереүҙе, эсәк, үт ҡыуығы, бауырҙың эшен яҡшырта. Шулай уҡ был үлән колит ауырыуы төрҙәрен, ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарын, геморройҙы дауалауҙа ҡулланыла.
Ҡуҙғалаҡ түлһеҙлектән дә ярҙам итә. Әҙерләү ысулы бик ябай: 1 ҡалаҡ ҡуҙғалаҡҡа бер стакан эҫе һыу ҡойорға, һүрән утта 1 минут ҡайнатырға, һыуынғансы төнәтергә. Стакандағы төнәтмәне өскә бүлеп, көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә.
Ҡуҙғалаҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың да, ир-аттың да климакс осронда файҙалы. Әбүғәлисина ҡуҙғалаҡты даими ашағанда, климакс тиҙерәк һәм еңел үтә, тип иҫәпләгән. Ҡатын-ҡыҙға уның төнәтмәһен айына 7 көн күрем килерҙән алда эсергә кәрәк (ул саҡта күрем ауыртыныуһыҙ, нервыларһыҙ, аҙ күләмдә киләсәк). 1 ҡалаҡ киптерелгән ҡуҙғалаҡ япрағына 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 1 сәғәт төнәтергә. 1 стакан төнәтмәне өскә бүлеп, көн дауамында ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә. Ҡуҙғалаҡты бешкәнсе ҡайнатырға ярамай, был осраҡта ҡуҙғалаҡ кислотаһы барлыҡҡа килә. Шулай уҡ ҡуҙғалаҡты ауырлы саҡта, бөйөр шеше ауырыуы, юғары әселектәге гастрит, ашҡаҙан һәм бөйән эсәге яман шеше ауырыуҙары осрағында ҡулланырға ярамай. Ҡуҙғалаҡ кальций матдәһен үҙләштереүҙе ауырлаштыра.


"Киске Өфө" гәзите, №16, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.04.22 | Ҡаралған: 415

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru