«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҘҒЫ ХӘҮЕФТӘР
+  - 

Көн йылыныу менән кешеләргә тағы ике хәүеф янай. Уның береһе талпан булһа, икенсеһе - сысҡандар. Уларҙың икеһе лә инвалидлыҡҡа, хатта үлемгә килтергән ҡурҡыныс вирус тарата. Уларҙан нисек һаҡланырға? Ниндәй иҫкәртеү саралары бар? Медицина профилактикаһы врачы Маргарита Әнүр ҡыҙы УтицкаЯ шул хаҡта һөйләй.

Талпан энцефалиты

Талпан энцефалиты менән ауырыусыларҙың күп өлөшө май-июнгә, ҡайһы берҙә июлгә тура килә. Шуға күрә айырыуса ошо мәлдә һаҡлыҡ сараларын күреү мөһим. Инкубация осоро - 10-14 көн. Сир юғары температура, баш ауыртыуы, уҡшытыу менән башлана. Шулай уҡ муйын, яурын, күкрәк, арҡа һәм мускулдар ауыртыуы күҙәтелә. Бөжәктән һаҡланыу өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ. Урманға, йылға буйына сыҡһағыҙ, ябыҡ, еңле кейем кейегеҙ. Салбар балағын итек, ботинка ҡуңысына тығығыҙ. Ҡолаҡ, муйынды ҡаплап торһон өсөн яулыҡ ябынығыҙ. Мазь һәм спрей-репиленттар ҡулланығыҙ. Ике сәғәт һайын үҙегеҙҙең, бер-берегеҙҙең өҫтөн тикшерегеҙ. Ял итергә туҡтаһағыҙ, асыҡ, таҙа урынды һайлағыҙ. Ҡайтҡас та өйгә инмәҫ борон өҫкө кейемегеҙҙе сисеп ҡағығыҙ, өйгә ингәс, тәнегеҙҙә талпандың юҡлығын тикшерегеҙ.
Әгәр талпан ҡаҙалһа, мөмкин тиклем тиҙерәк дауаханаға, фельдшер-акушерлыҡ пунктына мөрәжәғәт итегеҙ. Вирусҡа тикшереү үтеү һәм, кәрәк булһа, ваҡытында дауалана башлау өсөн врач-инфекционисҡа барығыҙ. Бөжәктә энцефалит вирусы асыҡланһа, уға ҡаршы иммуноглобулин һалдырығыҙ. Препаратты талпан ҡаҙалғандың дүртенсе көнөнән дә ҡалмай һалдырыу мөһим.
Бөжәкте ни тиклем тиҙерәк сығарһаң, инфекцияның ҡанға эләгеү хәүефе шул тиклем аҙыраҡ. Медицина учреждениеһына барыу мөмкинлеге булмаһа, уны үҙаллы алырға теләһәгеҙ, түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ:
- талпанды пинцет йәки еп менән эләктереп, уны һытып ҡуймаҫ өсөн ҡабаланмай ғына тартып алығыҙ, сөнки ул һытылһа, эсендәге ағыуы яра аша организмға эләгәсәк.
- ҡаҙалған урынды 70 процентлы спирт, 5 процентлы йод йәки башҡа төрлө дезинфекция сараһы менән эшкәртегеҙ;
- талпанды сығарғас, ҡулығыҙҙы һабынлап йыуығыҙ.
Сығарыу өсөн башҡа ысул ҡулланмағыҙ. Мәҫәлән, бөжәкте ҡурҡытыр өсөн ул ҡаҙалған урынға көнбағыш майы йәки башҡа еҫле шыйыҡса һөртөү хәлде ҡатмарлаштыра ғына.
Талпандың вируслы икәнен билдәләү өсөн уны тере килеш яҡшы ябылған һауытта лабораторияға тапшырырға кәрәк. Тикшергәс, тешләнгән кеше прививка эшләтмәгән булһа, талпан ҡаҙалғандан һуң 96 сәғәт дауамында энцефалитҡа ҡаршы иммуноглобулин индерелә. Шулай уҡ 21 көн буйына ул кеше күҙәтеү аҫтында була. Боррелиоз, гранулоцитар анаплазмоз, моноцитар эрлихиоз кеүек башҡа төрлө инфекциялар асыҡланһа тейешле дауалау билдәләнә. Әгәр талпан ҡаҙалғандан һуң бер ай дауамында температурағыҙ күтәрелһә, үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, урыны ҡыҙарып ҙурайып торһа, врачҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Сысҡандар

Геморрагик биҙгәк - бөйөрҙө һәм ҡан тамырҙарын зарарлаған тәбиғи сығанаҡлы ауырыу. Йорт һәм ҡыр сысҡандары таратҡан вирус уларҙың кибеп, саң менән һауаға таралған бүлендеһе аша кешегә күсә. Уны күп осраҡта урманға, һунарға, балыҡҡа барғанда, еләк, бәшмәк йыйғанда, ауыл хужалығында, баҡсала, дачала, гараж һәм һарай-ҡурала саңлы эш башҡарғанда йоҡторалар.
Ауырыуҙың тәүге билдәләре 14-тән 20 көнгә тиклем барлыҡҡа килә: тән температураһы ҡапыл 38-40 градусҡа тиклем күтәрелә, баш һәм мускулдар ауырта, дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелә, ҡайһы берҙә уҡшыта. Һуңғараҡ бил, эс ауырта, тән тиреһенә сабыртма сыға, күҙҙәр насар күрә. Был сир менән ир-егеттәр йышыраҡ ауырый. Саңлы эш башҡарғандан йәки тәбиғәттә булғандан һуң 1,5 ай дауамында ауырыу билдәләрен тойһағыҙ, дауаханаға мөрәжәғәт итеү мөһим.
Төп иҫкәртеү сараларына түбәндәгеләр инә:
- ҡапҡан, ағыу ҡулланып, кимереүселәргә ҡаршы даими көрәш алып барыу;
- саңлы эш башҡарғанда бирсәткә, респиратор, мамыҡ-марля битлек кейеү;
- кимереүселәр йөрөгән хужалыҡ бинаһында эшләр алдынан уны елләтеү, дезинфекция сараларын ҡулланып йыуыу, эш тамамланғас, ҡулды һабынлап йыуыу;
- аҙыҡ-түлекте кимереүселәр инмәһен өсөн ябыла торған һауыттарҙа һаҡлау, сысҡан ашаған ризыҡты ташлау;
- туҙанлы эш ваҡытында тәмәке тартмау, ҡулды ауыҙ, күҙ, танау тирәһенә яҡын килтермәү;
- тәбиғәткә сыҡҡанда ял итеү өсөн ҡыуаҡлыҡ, кипкән үлән, ҡороған ағастар ятҡан урындан йыраҡ урындарҙы һайлау.
Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, үҙегеҙҙе хәүефтән һаҡларһығыҙ.

Ләйсән СӘЛИХОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.04.22 | Ҡаралған: 344

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru