«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАЛЙОТ, ТЕРҺӘК, ҺЕҢРӘН, БӘКӘТИН, ҺЫРҘЫ, ШУРАН - 6
+  - 


оло башҡорт иленең кесе ырыуҙары улар

Мәҡәләбеҙҙең башында һалйот, терһәк, һеңрән, бәкәтин, һырҙы, шуран ырыуҙарының Көньяҡ Урал һырттарынан көнсығыштараҡ ятҡан ерҙәрҙе төйәк итеүен иҫкә алғайныҡ. Рус заводчиктары һәм промышленниктары ҡыҫымына эләккән байтаҡ ҡына аҫаба башҡорттар ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр була, XVIII быуатта бер-бер артлы башланып торған ихтилалдарҙы баҫтырыу һөҙөмтәһендә лә юғарыла һанап үтелгән ырыуҙарҙың байтаҡ ҡына ауылдары юҡ ителә. Ошондай сәбәптәр менән бәйле уларҙың хәҙерге заманға тиклем һаҡланып ҡалған ауылдары әллә ни күп түгел. Ул ауылдар Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Кәҫле, Нязепетровский, Үрге Уфалей, Ҡурған өлкәһенең Шатров һәм Шадрин, Ырымбур өлкәһенең Тоцк, Свердлов өлкәһенең Түбәнге Сергин райондары территорияһына ҡарай. Шулай уҡ Башҡортостандың Илеш, Нуриман һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында ла сығыштары менән ошо ырыуҙарҙан булғандарҙы осратырға мөмкин.
Тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында, хәҙерге Силәбе, Свердловск һәм Ҡурған өлкәләрендә, байтаҡ ҡына башҡорт ырыуҙарының аҫаба биләмәләре була. Бында йәшәгән халыҡ иҫәбе буйынса иң ҙурҙарынан табындар (барса башҡорттарҙың 30% ашыуы), әйлеләр (20%), ҡатайҙар (19,3%) була. Аҙ һанлылар иҫәбенә һалйоттар (13,4%), һырҙылар (4,1%), бәкәтиндәр (3,8%), терһәктәр (2,5%), һеңрәндәр (2% кәмерәк), шурандар (1,4%) инә. Һыҙғы ырыуы вариҫтары ла (2,7%) ошо төбәктә йәшәй.
1730 йылда Өфө провинция канцелярияһы чиновниктары тарафынан төҙөлгән "Башҡорт олоҫтары реестры һәм тасуирламаһы", тип аталған документта ошондай мәғлүмәт теркәлгән: "…волость Челжутцкая за Уралом по озерам и по речкам близ Ухтузских заводов…" Әммә һалйоттар Уҡтус йылғаһы бассейнынан төньяҡтараҡ ятҡан ерҙәрҙе лә биләгән, был турала һалйот ырыуы башҡорттарының бер ғаризнамәһендә ошолай әйтелә: "… Великие государи пожаловали нашу Салзаутскую волости в Уфимском уезде по Сибирской дороги башкирца Яшагузки Аккузину с товарищи вотчинной нашей прадедов и дедов и отцов вотчины в Уфимском уезде лесом и сенными покосами и пашенными угодьями по реке Ревде и по речке Сысояде и по реке Исети да по речке Решеле да по озеру Сенару да по реке Сенаре же да по речке Багаряку да по озеру Савнину да по речке Торя да по озеру Сохояку да по озеру Алида да озеру Ивдель да по реке Мияссу да по речке Караболке…" Синара йылғаһы Силәбе өлкәһенең төньяҡ территорияһы буйлап ағып барып, Ҡурған өлкәһендә Исәт йылғаһына ҡоя. Хәҙерге ваҡытта Синара йылғаһы буйында берҙән-бер башҡорт торлағы - һеңрәндәрҙең Ҡарый исемле (икенсе атамаһы - Һеңрән) ауылы бар. Һалйот ауылдары ошо Ҡарый ауылынан көньяҡта һәм көньяҡ-көнсығыштараҡ, Ҡарабол (Караболка) йылғаһы үҙәнендә һәм унан көнсығышҡа табан Маян һәм башҡа вағыраҡ күл буйҙарында урынлашҡан.
Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы һалйот ауылдары: Байбусҡар (бөткән ауыл), Бараҡ (Ҡарасур, Бөксәй), Баязит, Бүре, Иҡсан (терһәк һәм һалйоттар ҡатнаш йәшәй), Ҡаҙаҡбай, Кесе Ҡаҙаҡбай, Ҡобағош, Ҡунаҡбай, Мүре, Серкә, Солтанай, Хәлит (Тахталым), Чекур, Ҡыҙыл, Кесе Ҡыҙыл.
Нуриман районының Бүрес (Старобирючево), Ҡырмыҫҡалы районының Һалйоғот (Ҡыйышҡы) ауылдарында ла һалйот башҡорттарының вариҫтары бар.
Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы терһәк ырыуы ауылдары: Әлифҡол (Алипкулово), Әшир, Мәхмүт, Мөскәй (Мөсәй), Илсеғол (Алама, Терһәк) - хәҙер был ауыл юҡ, Иреләмбәк - бөткән ауыл.
Свердлов өлкәһенең Түбәнге Сергин районындағы берҙән-бер терһәк ауылы - Араҡай (Терһәк).
Силәбе өлкәһендәге һеңрән ырыуы ауылдары - Ҡоншаҡ районында: Ҡарый (Һеңрән), Йомағол (Һеңрән, Ҡомкүл), Үрге Уфалей районында: Биктимер, һеңрән һәм терһәктәрҙең ҡатнаш ауылдары - Иткүлек (Иткүл) һәм Дауыт. Ырымбур өлкәһенең хәҙерге Тоцк районында һеңрәндәр Ҡыҙыл Мәсет, Ҡондоҙлотамаҡ, Хөсәйен исемле ауылдарҙы нигеҙләгән.
Шулай уҡ Башҡортостандың Илеш районындағы Һеңрән ауылында ла ошо ырыуҙан сыҡҡан башҡорт тоҡомдары йәшәй.
Бәкәтин ырыуы ауылдары, башлыса, хәҙерге Силәбе өлкәһенең Кәҫле районы ерҙәрендә нигеҙләнгән була. 1957 йылдың сентябрендә "Маяҡ" предприятиеһындағы аяныслы атом аварияһынан һуң (атомсылар ҡаласығы "Челябинск-40", йәғни хәҙерге Озёрск ҡалаһы) яҡын-тирәләге бәкәтин ауылдары халҡы башҡа ауыл-ҡалаларға күсерелә, шул иҫәптән, Ҡоншаҡ районының Хәлит, Баязит, Ҡобағош ауылдарына, Сосновка районының Лазурный ҡасабаһына һ.б. Бөтөрөлгән бәкәтин ауылдары иҫәбендә Алабуға (Алабугаты), Әлекәй (Ғәлекәй), Нурыш, Берҙәнеш, Һатлыҡ, Әмәс исемле ауылдар була.
Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы һырҙы ырыуы ауылдары: Ҡушбай (Яңы Аяшкүл), Ҡорман (Маяшты), Кесе Ҡорман, Мөсәй (Мөйөштө күле буйында), Яуымбай (Етембай), Кесе Яуымбай, Әбелкәй, Иҙәш, Шәмғун (Наҙыр, Һаҙғол), Аяҙғол, Ҡортҡасыҡ. Был ауылдарҙың ҡайһы берҙәре хәҙер юҡ инде.
Силәбе өлкәһенең Нязепетровский районындағы Аптраҡ, Йосоп, Ҡоншаҡ районындағы Ҡарағайгүл, Шуртаныш ауылдарын шуран башҡорттары нигеҙләгән була.
Геногеографик (этногенетик) тикшеренеүҙәр көнсығыш башҡорттарының килеп сығышын өйрәнеү өлкәһендә иҫәпкә алырлыҡ мәғлүмәттәр таба алды. Әлбиттә, бындай тикшеренеүҙәр әлеге ваҡытта башланғыс кимәлендә генә башҡарылған, генетик маркерҙары билдәләнгән кешеләр әллә ни күп тә түгел. Шулай ҙа улар ҡайһы бер һығымталар эшләү мөмкинлеген бирә.
Һалйот, терһәк һәм һырҙы башҡорттарының төп гаплотөркөмө - N1c1-M178 (N1c1-L1034 субклады).
Ҡасандыр хәҙерге Свердлов һәм Силәбе өлкәләре территорияһында йәшәгән фин-уғыр халыҡтарының гаплотөркөмө шул уҡ. Тимәк, әле атап үтелгән башҡорт ырыуҙарының боронғо ата-бабалары ошо географик зонала көн иткән фин-уғырҙар менән этник бәйләнешкә инеп, уртаҡ тоҡом ҡалдыра алыуын фараз итергә була. Әммә һырҙыларҙың бер өлөшөнөң гаплотөркөмө, табын башҡорттарыныҡы кеүек үк - R1a1, ә был боронғо һинд-иран сығышлы күскенсе ҡәүемдәргә хас генетик маркер. Тимәк, һырҙыларҙың ата-бабалары ҡасандыр Үҙәк Азияла, Һырдаръя үҙәнендә йәшәп, билдәле бер тарихи сәбәптәр арҡаһында Көньяҡ Урал башҡорттарына килеп ҡушылған, тип тә фаразларға була. Бәкәтиндәрҙең дә бер ни тиклеменең гаплотөркөмө (субклады) - N1c1-Y24361, ул алдараҡ телгә алынған N1c1-L1034 субкладына яҡын (һалйот, терһәк, һырҙы). Ә бәкәтин ырыуы бабаларының заманында шул уҡ Урта Азияла йәшәүе хаҡындағы шәжәрә мәғлүмәтттәрен нисек итеп генетик яҡтан нигеҙләп була икән? Был факт та дөрөҫләнә: бәкәтиндәрҙең бер өлөшөнөң гаплотөркөмө - O3, ә был Үҙәк һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия халыҡтарында ла йыш осрай. Шул уҡ гаплотөркөм субкладтары ҡалмыҡтарға ла хас - тимәк, тарихсы Б.Ә. Аҙнабаев яҙғанса, XVII-XVIII быуаттарҙа төрлө сәбәптәр арҡаһында байтаҡ ҡына ҡалмыҡ кешеләре Көньяҡ Уралда тороп ҡалып, башҡорттар тарафынан "уллыҡ"ҡа алына (был фәндә адопция, тип атала). Һеңрән башҡорттарына килгәндә, уларҙа ла ике гаплотөркөм осрай: C3 и R1b. С3 гаплотөркөмө монгол сығышлы халыҡтарға - бүрәттәргә, ҡырым татарҙарының ширин ырыуына хас. Ә R1b гаплотөркөмө бөрйән, ғәйнә һәм ҡайһы бер башҡа башҡорт ырыуҙарының төп генетик маркеры икәне билдәле.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 12-16-сы һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №17, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.22 | Ҡаралған: 242

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru