«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГЕРОЙҘАР БЕҘҘЕҢ АРАЛА
+  - 

Ошо көндәрҙә Башҡорт опера һәм балет театрында күркәм бер сара - "Беҙҙең заман геройы" Бөтә Рәсәй телевизион йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Премия 2004 йылда баш ҡала хакимиәте һәм "Вся Уфа" продюсерлыҡ үҙәге тарафынан булдырылғайны, быйыл ул унынсы тапҡыр батыр йөрәкле, ярҙамсыл, яҡшылыҡ һәм кешелеклелек үрнәктәрен күрһәткән замандаштарыбыҙға бирелде.

Телерадиохәбәрселәрҙең милли ассоциацияһы ярҙамы менән федераль кимәлгә үҫеп еткән сараға Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән бихисап изге күңелле кешеләрҙең эштәре тураһында видеояҙмалар төшөрөлгән. Замандаштарыбыҙ араһында үҙе ауыр хәлдә булыуға ҡарамаҫтан, мохтаждарға ярҙам иткән, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, аңһыҙ бәлә-ҡазаға тарығандарҙы ҡотҡарған, йәки тормош һынауҙарына бирешмәй йәшәгән, йәмғиәттәге күренештәргә һәм айырым кешеләрҙең ҡайғыһына битараф ҡалмай, бушлай ярҙам ҡулы һуҙғандар бар. Мәҫәлән, "Көслө рухлы" тигән номинацияла бүләкләнгән Владимир Максимов бала саҡтан инвалид, ул Һамар ҡалаһында йәшәй һәм коронавирус пандемияһы осоронда мохтаждарға аҙыҡ-түлек ташыған. "Йыл меценаты" номинацияһында вакцинация үткәндәр араһындағы "Сәләмәт Өфө" акцияһы сиктәрендә еңеүсегә фатир бүләк иткән һәм оҙаҡ йылдар Шахмат федерацияһына матди ярҙам күрһәтеп торған Филүс Ишбулатов, "Йылдың социаль акцияһы" номинацияһында тамашасылар һайлауы буйынса "Башҡортостандың яратҡан рәссамдары" проекты етәксеһе Наил Мәхмүтов, "Изге эш" номинацияһында йәшәргә урыны булмаған кешеләргә ил буйынса бушлай хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойошторған Өфө парикмахеры Татьяна Овсянникова, "Йыл шәфҡәт күрһәтеүсеһе" тип Ҡаҙандан Владимир Вавилов билдәләнде. Ә бына "Батыр йөрәк" номинацияһында Беларустан Егор Лукашев һәм Александр Шевалов еңеүсе тип табылды. Ир-егеттәр подъезда бысаҡ менән ҡоралланған енәйәтсе һөжүменән бер ҡатынды ҡотҡарып алып ҡалған.
Тирә-яҡтағы күренештәргә, хәл-ваҡиғаларға битараф булмағандар үҫмер балалар араһында ла бихисап. Быйыл "Бәләкәй кешенең өлкәндәрсә ҡылығы" тигән махсус номинацияла Дондағы Ростовтан ауылды янғындан ҡотҡарған Дмитрий Евсеев, Тимофей Болдырев, Никита Костромин, Күмертауҙан һуҡыр спортсыға тәүге ярҙам күрһәткән Эдуард Хәкимов, Өфөнән һыуҙа батып барыусыларҙы сығарған Глеб Пахомов, Беларустан ҡустыһын янғындан ҡотҡарған Роман Когодовский, Красноярскиҙан мәкегә төшкән ҡыҙға ярҙамға ташланған Александр Клименко, Мораҡ ауылынан оло йәштәге күршеләрен янғындан ҡотҡарған Арыҫлан Шафиҡов, ДЦП диагнозына ҡарамаҫтан, шиғырҙар яҙған һәм олимпиадаларҙа ҡатнашҡан Өфө ҡыҙы Катя Суворова һәм ток һуғып, ике ҡулһыҙ ҡалһа ла әүҙем тормош алып барған Туймазы малайы Илназ Дәүләтов лайыҡлы наградаларын алды. Бөгөнгө йәш быуындың тәрбиәһеҙлеге тураһында күп һөйләнелгән ваҡытта шундай көслө рухлы, изгелекле, һис уйлап тормаҫтан ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙамға ташланырға әҙер һәм тиҫтерҙәренә өлгө булырҙай балаларыбыҙҙы сәхнәлә күреү шатландырҙы.
"Беҙҙең заман геройы" премияһының төп наградаһын Костроманан Станислав Смирнов, Джамал Гассоян, Иван Потемкин һәм Кирилл Никитин атлы ир-егеттәр алды. Улар күп ҡатлы йорттағы фатирҙарҙың береһендә ут сығып киткәс, фажиғә эсендә ҡалған балаларҙы өсөнсө ҡаттан тәҙрә аша ҡотҡара. Өфө сәхнәһенә өс герой ғына күтәрелде, Кирилл Никитин килеп етә алмаған. Ул хәрби һәм Украинала яраланып, әле госпиталдә дауалана. Замандаштарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне: "Кешеләрҙең яҡшы эштәре тураһында тапшырыуҙар булараҡ башланған премия оло ваҡиғаға әүерелде. Уларҙы хәрбиҙәр ҙә, супермендар ҙа түгел, ә ябай кешеләр башҡара. Улар беҙҙең эргәлә йәшәй, әммә кәрәк саҡта ихтыяр көсө, ғәҙеллек, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ күрһәтәләр.
Бында 15 йыл элек бер егетте бүләкләгәндән һуң яһаған сығышымдың яҙмаһын күрһәттеләр. Яуапһыҙ ата-әсәһе ҡалдырып киткән бәләкәй ҡыҙға Яңы йыл мөғжизәһен бүләк иткән йәш егеттең шул ҡылығы күңелемә ятҡайны. Был ваҡиғалар миңә ғүмерем буйы үҙем булып ҡалырға ярҙам итә, быны һис хәтерҙән сығармайым. Бөгөн шул егетте һәм ҡыҙҙы күрергә ине. Хәҙер улар нисек йәшәүен дә белгертегеҙ беҙгә. Был кешеләр тормошобоҙҙо яҡшыртты, беҙгә ярҙам күрһәтте, бәлки, бөгөн улар үҙҙәре ярҙамға мохтаждыр. Тормошта батырлыҡҡа һәр ваҡыт урын бар. Ике йыл беҙ коронавирус менән көрәшәбеҙ, тормош меңәрләгән табиптан, ирекмәндәрҙән торған арҙаҡлыларҙы бүләк итте. Әле махсус операция бара, Донбасс беҙҙең ярҙамды көтә. Меңәрләгән ир-егеттәребеҙ шунда - беҙҙең заман геройҙары. Ошо ҡатмарлы ҡарарҙы ҡабул иткән, шунан тайпылмаған һәм үҙенекенә ирешәсәк Президентыбыҙ - минең өсөн герой", - тине Радий Фәрит улы.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Тыныс тормошта ла батырлыҡҡа урын бар, быға беҙ күптән инанғанбыҙ. Әммә был ғәмле, вайымлы һәм битараф булмаған замандаштарыбыҙҙың күбеһен күреп-танып бөтмәйбеҙ. Ошо йәһәттән, ун йыл дауамында бер Өфө ҡалаһы кимәленән алып, тотош Рәсәй буйлап үҙенең кешелеклеген, яҡшылығын эше менән иҫбат иткән шәхестәрҙе йәмғиәткә танытҡан "Беҙҙең заман геройы" ойоштороусыларының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Камила ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.22 | Ҡаралған: 277

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru