«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҘУРЛАҒЫҘ БЕРЕНСЕ МАЙҘЫ...
+  - 

Бөгөнгө 1 Май - Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын беҙ бала саҡта ябай ғына итеп "Май байрамы" тип йөрөтәләр ине. Сәйәси әһәмиәте нисек булғандыр, ул ваҡытта быға иғтибар ҙа бирмәгәнбеҙҙер инде, ләкин беҙ уны Яңы йылды ҡаршылағандай көтөп ала инек.

Байрамға старт 22 апрелдә - Бөтә донъя пролетариаттары юлбашсыһы Владимир Лениндың тыуған көнө айҡанлы үткәрелгән коммунистик өмәлә бирелә торғайны. Беҙ бәләкәй генә ауыл балалары өмәгә ағай-апайҙарыбыҙға эйәреп бара торғайныҡ. Мәктәпкә йөрөмәһәк тә, был ят, әммә күмәк кеше ҡатнашлығында ауылыбыҙҙы сүп-сарҙан таҙартыуға тырма-һепертке күтәреп барыуҙы гражданлыҡ бурысы тип иҫәпләгәнбеҙҙер, күрәһең. Бер ғәҙәти көн эсендә ауылыбыҙ "ялт" итеп ҡала. Һуңынан малайҙар йыйылып, 1 Май байрамында ҡатнашыуҙы планлаштырабыҙ. Өлкәнерәктәр (3-4 класс уҡыусылары) шырпы көкөртө тултырып, шартлатыу ҡоралы эшләү мөмкинлеген барлай. Ул еҙ торбанан бөгөп эшләнә, велосипед камераһынан ҡырҡып алынған ҡулайлама ярҙамында ҡаҙау көкөрттө шартлата. Тауышы ҡаты булһа ла ҡурҡыныс түгел. Уны малайҙар телендә "пугач" тип йөрөтәләр. Минең атай тракторсы булғас, еҙ көбәк табыу бурысы гел миңә йөкмәтелде. Үҫә төшкәс, ысын дары менән ата торған пистолеттар яһағанда ошо тәжрибәбеҙ ярап ҡалды. Иң ауыр мәсьәлә - атай-әсәйгә белдермәй генә кәмендә бер ҡап шырпы табыу. Был беҙҙең ауылда үҫкән һәр бер малайҙың изге бурысы ине.
Байрам көндө иртүк тораһың, байрамса кейенәһең дә, әсәйҙең юлға аҙыҡ-түлек әҙерләгәнен көтәһең. Һәр баланың сумкаһында бешкән ике йомортҡа. Был беҙгә тиклем үҫкәндәрҙән ҡалған ритуал. Ҙур шешәләргә тултырылған һөтлө сәй, май йәки ҡаймаҡ яғылған бер-ике киҫәк икмәк. Иртәнге туғыҙҙар тирәһендә мәктәп янына йыйылабыҙ ҙа ике уҡытыусыбыҙға эйәреп, 5-6 саҡрымда ятҡан урманға китәбеҙ. Урманға инер алдынан аҡланда матур ғына ике ҡайын ҡаршылай. Беренсе туҡталыш мотлаҡ унда. Уҡытыусыларыбыҙ байрам тарихы, башҡа илдәрҙә уның нисек билдәләнеүе хаҡында һөйләй торғайны. Һуңынан, үҫә төшкәс, ябай ауыл уҡытыусыларының завод политинформаторҙарынан ни тиклем көслөрөк булған икәнен аңланым. Аҙаҡ - төрлө уйын, шиғырҙар һөйләп ярышыу. Бына шунан башлана ла инде шул хәтлем араға бала елкәһендә аҫылынып килгән аҙыҡ-түлектән ауыҙ итеү. Ниндәйҙер әйтелмәгән команда буйынса бер телем икмәк кенә ашала, сәйҙең дә яртыһы ғына эселә, ә иң мөһиме, йомортҡаның да береһе генә ҡулланыла, сөнки ҡайтышлай тау башына менгәс, тағы бер тапҡыр тамаҡ ялғап алыныла.
Уйнап, күңел булғас, күрше аҡланға күсәбеҙ. Унда ике-өс метр диаметрындай таштар үҫә, ә янында ҡарағай ағастары. Шуғалыр ҙа беҙҙең ауыл халҡы был урманды "Ташҡарағай урманы" тип йөрөтә. Бейек-бейек таштарға баҫып, фотоларға төшәбеҙ, ҡыҙҙар, ғәҙәттә, умырзая сәскәһе, ә малайҙар йыуа йыя. Бер-ике сәғәттән, уҡытыусыларыбыҙ беҙҙе барлағас, ҡайтырға сығабыҙ. Юлдағы бейек тауҙы менгәс, бер ниндәй ҙә команда көтмәй, ашарға ултырабыҙ. Һуңынан бер уҡытыусыбыҙ яратҡан йырын күмәкләп башҡарабыҙ: "Ҙурлағыҙ һеҙ беренсе майҙы - яҙ һәм сәскәләр байрамын". Ауылға ике саҡрым ҡалғас, ярыша-ярыша кемуҙарҙан йүгерешәбеҙ.
Бик күп йылдар үтеп, заводҡа эшкә килгәс, балаларҙы эйәртеп демонстрацияларға сыға торғайныҡ. Бер еребеҙ ҙә кәмемәне, ашалманы. Уйлауымса, беҙҙең быуын халҡының балалары ла Май байрамының тарихын, мәғәнәһен аңлайҙыр. Тик һуңғы утыҙ йылда ҡырағай капитализм олигархтары аҡсалары донъя пролетарийҙарын айырыуға өлгәште, уларҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйҙы. Тик беҙ бала саҡта көтөп алған 1 май хеҙмәт, дуҫлыҡ, тыныслыҡ байрамы булып күңелдәребеҙҙә йылы хистәр генә ҡалдырҙы.

Сәйфулла ӘМИРОВ.
Көйөргәҙе районы.

"Киске Өфө" гәзите, №17, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.22 | Ҡаралған: 224

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru