«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ЯҘАМ!
+  - 

23 апрелдә тотош Башҡортостан һәм башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә, сит илдәрҙә сираттағы "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2022" акцияһы үтте. Был сара йыл һайын онлайн һәм офлайн форматта уҙа һәм йылдан-йыл күберәк ҡатнашыусыны йыя. Телде башланғыс кимәлдә белеүселәр менән бергә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та диктант яҙҙы. Төбәк Башлығы йылдан-йыл сарала ҡатнашыусылар һаны артыуын белдерҙе һәм быны ҡаҙаныш тип билдәләне.

"Башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәтеү беҙҙең өсөн мөһим бурыс. Тап шуның өсөн үҙем дә диктант яҙырға килдем, Хөкүмәт ағзалары, министрҙар ҙа килде. Сөнки беҙҙең өсөн был уртаҡ маҡсат, бер эш", - тине ул.
Радий Фәрит улы һуңғы тапҡыр башҡорт теленән диктантты дүртлегә яҙыуын, әммә ул ваҡытта ныҡлап әҙерләнмәүен, шуға хаталар ебәреүен, быйыл иһә юғары баһаға өмөтләнеүен белдерҙе Башҡортостан юлдаш телеканалына интервьюһында. Шулай уҡ ул социаль селтәрҙәрҙә тәьҫораттары менән бүлешеп: "Диктант миңә еңел бирелмәне. Әммә бик тырышам, үҙемдең туған телемде юғалтырға теләмәйем. Беҙ туған телдә уҡытыу заманса методикаларға нигеҙләнһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Ләкин бында баҫым булырға тейеш түгел, сөнки тап баҫым кире һөҙөмтә бирә. Кеше үҙ туған телен өйрәнергә ынтылһын өсөн шарттар, яҡшы методик һәм техник программалар, йәмғиәттә мәҙәниәт тыуҙырырға кәрәк. Беҙ туған телебеҙҙә һөйләшергә оялырға тейеш түгелбеҙ, шул уҡ ваҡытта республикала йөҙҙәрсә телдә һөйләшкән башҡаларҙы ла ихтирам итергә тейешбеҙ", - тип яҙҙы.
Диктант яҙыуҙың төп аудиторияһы булып, ғәҙәттәгесә, Башҡорт дәүләт университеты торҙо һәм унан старт бирелде. Башланғыс белемле ҡатнашыусылар өсөн Ҡаһым түрә тураһындағы текстан өҙөктө Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны. Башҡорт телендә ирекле аралашыусылар өсөн Рәсәй Федерация Советы ағзаһы Лилиә Ғүмәрова "уҡытыусы" булды, ә төньяҡ-көнбайыш диалектындағы тексты уҡыу Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов иңенә ятты. Сәғәт 11-ҙә БЮТ телеканалында, "Бәйләнештә" социаль селтәрендә һәм Телеграм-каналда текстар тура эфирҙа уҡылды. Дикторҙар сифатында "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2022" еңеүсеһе Мирас Ишдәүләтов (башланғыс кимәл), Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев (юғары кимәл), М. Гәрәев исемендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе Гүзәл Нурыева (төньяҡ-көнсығыш диалект) сығыш яһаны.
Башҡорт теленән диктантҡа Өфө ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы ла ҡушылды. Теләүселәр 10, 13, 20, 26, 41-се китапханаларҙа үҙ белемен һынап ҡараны. Текстарҙы яҙыусы Лилиә Һаҡмар, артистар Алмас Ғафаров менән Рәмил Иҡсанов, уҡытыусылар Рәғиҙә Сәйфуллина менән Флорида Баҡыева уҡыны. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла электрон һәм ҡағыҙ сертификаттар бирелде. Диктанттың рәсми һөҙөмтәләре 30 көндән һуң билдәле буласаҡ.

"Киске Өфө" гәзите, №17, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.22 | Ҡаралған: 262

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru